Ҡуҙғалаҡ байрамы
материал (подготовительная группа)

Валеева Марзия Миниахметовна

Воспитание подрастающего поколения 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kuzgalak_bayramy.docx14.24 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡуҙғалаҡ байрамы.

Яҙ айында үткәрелә. Ҡуҙғалаҡ, йыуа, балтырған өлгөрөү менән, бер төркөм балалар яланға сыға. Ҡуҙғалаҡ йыялар, һауаны сәләмләйҙәр, уйнайҙар, көләләр.

Байрам барышы.

Талғын ғына көй яңғырай.

Йүгерешеп ҡыҙҙар сыға, бейеү хәрәкәттәре башҡаралар.

1-се бала. Әйҙә теләк ағасына теләктәр теләп таҫма бәйләйек.

2-се бала. Әйҙә һуң.

(Ағасҡа таҫма бәйләү)

1-се бала. Үләндәрең күпереп торһон, сәскәләрең нурлы булһын, йылғаларға һыуҙар тулһын, балыҡтарың һыуҙа сумһын.

2-се бала. Ағастар япраҡ ярһын, ҡоштар һайраһындар. Ерҙә тыныслыҡ булһын.

Ҡыҙҙар етәкләшеп алға килә һәм ҡояшты сәләмләйҙәр.

Алтын ҡояш, һаумы

Нурлы ҡояш, һаумы

Ҡояш нуры һибелһен

Йыл буйына йылытһын.

Ҡыҙҙар йылғала бит-ҡулдарын йыуыу, һыу сәсрәтеү хәрәкәттәрен башҡаралар.

1-се бала. Бәй ҡуҙғалаҡтар сыҡҡан бит.

2-се бала. Әйҙә дуҫтарыбыҙҙы саҡырайыҡ.

1-се бала. Ҡыҙҙар, малайҙар. Әйҙәгеҙ ҡуҙғалаҡ байрамына!

Бөтәһе. Әйҙәгеҙ. Әйҙәгеҙ!.

1-се бала. Беҙ йыябыҙ ҡуҙғалаҡ

                  Сүгәләп тә юрғалап!

2-се бала. Беҙ йыябыҙ йыуалар,

                   Бармаҡ кеүек йыуандар!

3-сө бала. Беҙ йыябыҙ балтырған,

                  Кемдәр йыймай ҡалдырған?

4-се бала. Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ!

                  Күпме сәскә, ҡуҙғалаҡ!

5-се бала. Урман-яланы хәтфә,

                  Тын иркенәйә хатта.

6-сы бала. Һауалар ниндәй бейек!

                   Зәңгәр һауа аҫтында

                   Алайыҡ бер аҙ бейеп.

(Таҡмаҡ әйтеп тыпырлашалар.)

Яҙғы урман бик матур,

Йөрөр унда кем батыр.

Кем ҡуҙғалаҡ тәмләмәй,

Ҡыш буйы сирләп ятыр.

Сәскәләр күп урманда,

Ҡоштар һайрап торғанда,

Йәшел үлән, йәшел хәтфә

Ергә йогмшаҡ юрған да.

1-се бала. Ҡыҙҙар, малайҙар әйҙәгеҙ ҡуҙғалаҡ йыяйыҡ!

Бөтәһе. Әйҙәгеҙ!Әйҙәгеҙ!

2-се бала. Ерҙән рөхсәт алайыҡ, Ер әсәне сәләмләйек.

Бөтәһе. Шулай шул! Һаумы йәшел ерем! Һаумы йомарт ерем!

3-сө бала. Рөхсәт ит ерем һинең татлы ҡуҙғалағыңды өҙөргә.

4-се бала. Бисми-ллаһи-ррәхмани-ррәхим! Иҫке ауыҙға яңы аш! Бөтә ауырыу минән ҡас!

2-се бала. Ҡыҙҙар әйҙәгеҙ ҡуҙғалаҡ йыяйыҡ.

Ҡалғандар. Ә беҙ ял итеп алайыҡ.

Кәкүк тауышы ишетелә. Ҡыҙҙар туҡтайҙар.

5-се бала. Кәкүк, кәкүк миңә исә йәш? (Кәкүк ҡысҡыра, баа атлана). Дөрөҫ, алдаманы, дөрөҫ әйтә.

Кәкүк айы ҡотайта,

Беҙҙең менән ҡырҙан өйгә

Ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡаҡы ҡайта.

2-се бала. Әйҙәгеҙ  ҡуҙғалаҡ менән һыйланып алайыҡ.

Ҡыҙҙар кәрзиндәр менән ҡуҙғалаҡ алып килеп балаларҙы һыйлайҙар.

Бөтәһе. Һинеке тәмлерәк икәнә Һинеке баллыраҡ икән!

5-се бала. Әсәйем миңә ҡуҙғалаҡ төнәтмәһе ҡайнатып эсерә ауырығанда.

6-сы бала. Ә өләсәйем тәмле бәлештәр бешерә.

7-се бала. Ҡуҙғалаҡ бик файҙалы, унда витаминдар күп.

8-се бала. Әйҙәгеҙ уйын уйнап алайыҡ “Шыу-шыу , шыуҙырма”

Түңәрәккә ултыралар, бер бала ҡала.

9-сы бала. Мин һанашмаҡ әйтәм.

Ҡуҙ, ҡуҙ, ҡуҙғалаҡ

Тәмләгәйнем бер ҡалаҡ.

Бер ҡапҡас та тел йоттом,

Ҡуҙғалаҡты оноттом.

Һайланған бала түңәрәк уртаһына сыға, күҙҙәрен йома.

Бөтәһе. Шыу-шыу, шыуҙырма,

              Сабатаңды туҙҙырма.

              Матур яулығың һирәк,

              Әгәр тапһаң һин зирәк.

             Ҡайҙа йөрөй яулығың,

             Тап һин уны тиҙерәк.

Дөрөҫ әйтһә, яулыҡты йәшергән бала уртаға ултыра. Дөрөҫ әйтмәһә, яза бирелә: йырлай бейей, шиғыр һөйләй. Уйын бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

3-сө бала. Ҡайтырға ла ваҡыт етә. Әйҙәгеҙ күңел асып ҡалайыҡ.

Таҡмаҡ әйтеп бейешеп сығып китәләр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

Бал байрамы

Данный  сценарий  будет  интересен  музыкальным  руководителям, воспитателям и педогогам  дополнительного  образования...

Нардуған байрамы

Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...

КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»

познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического  народа Крыма. Познакомить с культурой,  с ремеслами крымс...