Сценарий праздника ко дню башкирского языка "Теле барҙың иле бар"
методическая разработка (подготовительная группа)

Яндавлетова Мазуна Ташбулатовна

14 декабря отмечается день Башкирского языка.Благодаря родному языку мы живем и общаемся , познаем мир.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡорт теле көнөнә байрам сценарийы"Теле барҙың-иле бар"

Балалар тирмә эсендә урындыҡта "Беҙ-беҙ,беҙ инек" уйынын уйнап ултыралар.

 Беҙ- беҙ - беҙ инек,

 Беҙ уң ике ҡыҙ  инек,

 Баҙға төштөк май              ашаныҡ,

Аҡ келәттә  бал ашаныҡ,

Бер таҡтаға йыйылдыҡ,

Таң атҡансы юҡ булдыҡ.

Һап та һоп, сатан Яҡуп.

- Рамаҙан, көлдө!

-Әйҙә, йырлаһын!

-Юҡ, көләмәс һөйләһен!

А.б.(инә)

Һаумыһығыҙ, балалар!!!

Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар түрҙән үтегеҙ. Балалар ҡунаҡтарҙы ҡаршы алығыҙ.

( ултыралар)

Һеҙҙе бөгөн ,ҙур байрам-Башҡорт  теле көнө менән!!!

Рәми Ғариповтың шиғырынан башлап китәйек байрамыбыҙҙы.

Әсәм теле миңә, сәсән теле,

Бер телдән дә телем кәм түгел,

Телен һөймәҫ кенә, илен һөймәҫ,

Теле юҡтың ғына иле юҡ!!!

Балалар,һеҙ нисек аңлайһығыҙ был шиғырҙың мәғәнәһен?

Бала. Тыуған тел берәү генә.

Бала.Башҡорт теле бар икән, башҡорт иле лә бар!

А.б.Эйе, бик дөрөҫ һүҙҙәр, балалар!

Әйҙәгеҙ, Рамаҙанды тынлап үтәйек, ул башҡорт теле тураһында шигыр һөйләп ишеттерә.

Рамаҙан. (Шиғыр)

Имилия ла һөйләп ишеттерһен, әйзә.

Имилия( шиғыр)

Афариндар!!!

А.б.

Башкортостан- данлы ил!

Башҡортостан- йәнле ил!

Һөйәм һине,  һөйәм,батыр ерем!

Һөйәм һине ,  һөйәм матур ерем!

Тыуған ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ,

Тыуған телдә тынмаҫ йырҙарыбыҙ!

Балалар башҡарыуында #Мин башҡорт балаһы " йырын тыңлап үтәйек.

(Башҡорт кейемендә инәй инә)

Инәй. Эй, ҡайҙан ишетелә был моңдар, кемдәр шул тиклем матур,дәртле итеп йырлайҙар?Ҡайһылай күңелле бында, ҡунаҡтар ҙа йыйылып киткәндәр икән.

А.б . Инәй, бөгөн бит байрам- Башҡорт теле көнө .

Инәй. Эйе,эйе,беләм. Башҡорт теле- беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың теле,беҙҙең туған тел. Ҡәҙерен белһәң, туған телдән дә татлы тел юҡ бит ул.

А.б . Инәй, беҙҙең ҙур яҡшы хәбәребеҙ ҙә бар,шуға һеҙгә,шатлығыбыҙ менән уртаҡлашайыҡ тип килдек.

Инәй. Уй,рәхмәт, яҡшы хәбәрҙәр генә килеп торһон шул.

А.б . Беҙҙең "Ләйсән "балалар баҡсаһындағы  башҡорт төркөмдәре тураһында китап сыгарзык.Бына"Балалар баҡсаһына сәйәхәт " тип атаныҡ. ( күрһәтә)

Инәй. Һай-һай, ҡалай уңғандар, Афариндар!!! Рәхмәт инде,китап бер иҫтәлек була бит ул.

А.б.Бына,инәй, үҙегеҙҙең йәш саҡтағы, балалар баҡсаһында эшләгән осорҙо ҡарап иҫкә алып, тороғоҙ. Был беҙҙән һеҙгә бүләк. ( китап бирә)

Инәй .Рәхмәт инде,миңә шундай ҙур бүләк биргәнгә.

А.б.Балалар һеҙгә тип бейеү ҙә әҙерләнеләр, әйҙәгеҙ ҡарап үтәйек.

( бейеу )

Инәй. Афариндар, бик матур бейеү.

А.б.Ошо көндәрҙә мәғрифәтсе, шағир-прозаик Мифтахетдин Аҡмулланың тыйыуына 190 йыл була.Ошо уңай менән беҙҙең балалар Аҡмулланың шиғырҙарын һөйләп флеш-моб та ҡатнаштылар. Әйҙәгеҙ, Заһиҙә менән Айназды тынлап үтәйек.

(Заһиҙә,Айназ шигыр һөйләйҙәр. )

А.б.Инәй,йәш сағығыҙҙа иҫкә төшөрөп  беҙҙең менән "Тирмә " уйынын уйнап алығыҙ.

" Тирмэ" уйыны.

Инәй. Һай,рәхмәт, ысын бала-саҡҡа ҡайтҡан кеүек тоям үҙемде. Бына минең дә һеҙҙең төркөмгә бүләгем бар,балалар. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралы-ҡумыҙ. Һаҡлап ҡына тотоғоҙ, ҡомартҡы бит ул.Уйнарга ла  өйрәнер һегез.Тәмле итеп сәй эсергә сәк-сәк тә бешерҙем, әйҙәгеҙ сәй эсеп ҡайтығыҙ.

А.б. Рәхмәт, инәй.

Балалар. Рәхмәт .

( сәй эсергә ултыралар)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мамин день (сценарий праздника матерей на башкирском языке)

Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым” Маҡсат:  балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,  балаларҙың телмә...

Сценарий конкурса стихов на башкирском языке

Башҡорт телендә экология йылына арнап үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсының сценарийы....

Праздник "Нардуган" на башкирском языке

Нар - ул монголса Ҡояш тигәнде аңлата. Нардуған - Ҡояш тыуған көн. Борон-борон заманда ата-бабаларыбыҙ Ҡояшҡа оҙон-оҙаҡ төндәрҙә, иң ҡыҫҡа кәндәрҙә мөрәжәғәт иткәндәр: «Нар туған, йөҙөң менән бе...

Сценарий театрализованного представления по башкирскому детскому фольклору "Тэрбиэнен сере - ябайлыкта!"

Сценарий театрализованного представления по башкирскому детскому фольклору "Тэрбиэнен сере - ябайлыкта!"...

Сценарий новогоднего утренника на башкирском языке.

Сценарий представляет собой новогоднее приключение погруженное в атмосферу сказки. Где всегда добро побеждает, а герои объединяются играют, поют песни, танцуют. В ходе мероприятия царит новогоднее нас...

Конспект сценария праздника "Нардуган" ( на башкирском языке)

Предлагаю конспект сценария праздника "Нардуган" на башкирском языке...

Сценарий праздника "Наурыз байрам" на башкирском языке

Наурыз — праздник прихода весны по астрономическому солнечному календарю у иранских и тюркских народов. Наурыз является национальной традицией, не имеющей прямого отношения к исламским обычаям...