Сценарий новогоднего утренника на башкирском языке.
материал (младшая, средняя, старшая группа)

Насырова Гульнур Ильдаровна

Сценарий представляет собой новогоднее приключение погруженное в атмосферу сказки. Где всегда добро побеждает, а герои объединяются играют, поют песни, танцуют. В ходе мероприятия царит новогоднее настроение.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon stsenariy_novyy_god_2022.doc37.5 КБ

Предварительный просмотр:

Маҡсат: балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү, байрам кәйефе булдырыу.

Йыһаздар: үтә күренмәле туҡыма, ҡуяндар маскаһы, уйын атрибуттары.

 

Байрам барышы

Юлбарыҫ шыршы биҙәп йөрөй. Йырлап сәпәкәй итеп шыршыға һоҡлана.

Юлбарыҫ: тиҙҙән Яңы йыл етә, беҙҙе бүләктәр көтә.

Мәскәй әбей инә.

М.ә.: Етмәгәс тей. (әйләкәр көлөп) Яңы йыл кеуек шатлыҡлы байрамдарҙы һис тә яратмайым.Үҙҙәре күңел асалар, мине бер ҙә саҡырмайҙар. Боҙам мин һеҙҙең байрам кәйефегеҙҙе. Хи хи. Әпсен төпсөн Хәйрулла, ни теләһәм шул була. Теләйем юлбарыҫты йоҡоға талдырырға, шыршыны яҡты уттарһыҙ ҡалдырырға.

Юлбарыҫ шыршы аҫтында йоҡлап китә. Балалар моңһоу ғына ҡарап торалар.

 Ҡыш бабайҙың шат тауышы ишетелә:

-Эһеһеһей Яңы йыл менән.(Ҡыш бабай менәнҠарһылыу килеп инәләр)

Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ балалар, Ҡотло булһын Яңы йыл! ниңә улай кәйефтәрегеҙ төшөнкө (шыршы тирәләй эйләнеп сыға) Йоҡлап ятҡан юлбарыҫты күреп ҡала. Уятырға тырыша, килеп сыҡмай. Мәскәй әбей һепрткегә атланып, туҙан туҙҙырып бейеп сыға. Әһә йоҙроҡ күрһәтеп: Бына һеҙгә Яңы йыл. Юлбарыҫты йоҡлаттым, Яңы йылды туҡтаттым.

Ҡарһылыу: Ни эшләйбеҙ инде хәҙер Ҡыш бабай. Балалар моңһоулана, йыл хужаһы йоҡлап ята

Ҡыш бабай: Шыршыны ҡабыҙайыҡ Яңы йыл кәйефе тыуыр.

Бер, ике, өс шыршы ян тип бергәләп әйтәйек.

Бөтәһе бергә:         Бер, ике, өс шыршы ян!

Әммә шыршы янмай.

Ҡыш бабай: Мәскәй әбей байрамды боҙған икән... Ниңә улай ҡыланаһың Мәскәй?

Мәскәй әбей: Мине байрамға саҡырмайһығыҙ. Үҙегеҙ күңел асаһығыҙ.  Тәмлекәстәр ошо ваҡ кешеләргә бирәһең, миңә юҡ.

Ҡыш бабай: Күстәнәстәр барыһына ла етә.Шуның өсөн байрам боҙалармы? Һинең сихырыңа ҡаршы балаларҙың шат көлөүе, күңел асыуы ярҙам итә.Әйҙәгеҙ балалар уйындар уйнап алайыҡ.

(Ҡыш бабайҙың быймаһы уйыны, ҡар һындар уйыны.)

Балалар шатлана, уйнайҙар. Юлбарыҫ килеп сыға. Ни эшләп мине  уятмайһығыҙ, ҡаты йоҡлағаным.

Ҡарһылыу һөйләп бирә эш ниҙә икәнен.

Мәскәй әбей ғәфү итегеҙ инде.Башҡа улайтмайым. (илай)

Ҡыш бабай: Бына һиңә тәмлекәстәр, һеҙгә лә бәләкәстәр. (әнфиттәр өләшә) Шыршыбыҙҙың уттарын яндырайыҡ дуҫтарым.

Бөтәһе бергә:         Бер, ике, өс шыршы ян!

Ҡарһылыу: Ниндәй матур шыршыҡай, төрлө утлы ҡупшыҡай!

Шыршы тирәләп әйләнеп йырлау. Шыршы килгән йыраҡтан.

Артур: Көтөп алдыҡ был көндө

              Байрам бөгөн урманда.

              Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу

              Килде беҙҙе ҡотларға.

 Азалия: ЭйҠыш бабай, Ҡыш бабай

              Һағындырып килден һин.

              Йәмле үтһен кисәбеҙ,

              Беҙҙе уйнат көлдөр һин.

Бейеү: Беҙ күңелле балалар.

Йыр: Белые снежинки.

Булат:    Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,

              Эй ҡар яуған да яуған.

              Урмандар, ҡырҙар, туғайҙар

              Шул ҡар аҫтында ҡалған

Александра: Ах какой хороший,

                      Добрый дед мороз!

                      Елку к нам на праздник

                      Из лесу принес.

Бейеү: Топ-топ.

Медина: Снег идет перинами

               Дед мороз идет.

               Пахнет мандаринами

               Скоро новый год!

Тәрбиәсе: Ҡыш бабайҙы бейетеп алайыҡ әле.

Ҡыш бабай: бейей.

Ҡыш бабай: Уф арыным, һеҙҙә бигерәк эҫе икән.

Бейеү: Ҡар бөртөктәре

Сыңғыҙ: Эй ҡыш бабай Ҡыш бабай

                Һаҡалың оҙон ҡалай

                Ҡарале, ана ҡара

                Ерҙән һөйрәлеп бара

Наҙгөл :Ҡуян менән Ҡыш бабай

               Икеһе лә аҡ ҡына

              Ҡурҡаҡ түгел Ҡыш бабай

              Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына.

Ильдан: Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян

               Беҙгә ҡунаҡҡа килгән

              Ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына

              Ҡолағы ергә тейгән.

Дарина: Шыршы матур-шыршы матур,

               Шыршы һәр саҡ йәм йәшел.

              Энәләрен ҡоймай бер ҙә,

              Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.

Ҡыш бабай: Һай афарин,балалар! Йыл буйы һеҙ тәртипле, тыңлаусан,тырыш булдығыҙ. Мин һеҙгә мату-матур бүләктәр алып килдем. Ҡарһылыу, Юлбарыҫ балаларға өләшәйек бүләктәрҙе. Мәскәй әбей һин дә баҫ , һиңә бүләк: тылсымлы һепертке.

Мәскәй әбей шатлығынан яңы һепертке менән бейеп ала. Рәхмәттәр әйтеп осоп сығып китә.

Ҡыш бабай: Хушлашыр мәле лә етте.Һау булығыҙ балалар!Беҙҙе башҡа балалар баҡсаһында көтәләр.

Балалар: Һау бул Ҡыш бабай! Һау бул Ҡарһылыу!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сценарий новогоднего утренника на тат.языке

новогодний утренник для 1-й младшей группы на татарском языке...

Сценарий новогоднего утренника (на якутском языке)

Сана дьыллаагы утренник сценарийаТемата: «Мультик геройдара сана сыл бэлиэтин (символын) эбисийээнэни кордооьуннэрэ».Зал киэргэммит. Музыка тыаьыыр. Оголор киирэн олороллор. Эбисийээнэлэр залга с...

сценарий новогоднего утренника в детском саду "Яна ел"на татарском языке

Огонь не любит праздники он хочет его испортить,но лесные обитатели вместе со снежинками побеждают его.Приходит дед Мороз и праздник продолжается....

Сценарий новогоднего утренника "Золушка" для подготовительной группы на татарском языке

Сценарий новогоднего утренника для подготовительной группы на татарском языке...

Сценарий новогоднего утренника "Путешествие по сказкам" для старшей группы на татарском языке

Сценарий новогоднего утренника для старшей группы на татарском языке...

Сценарий новогоднего утренника на якутском языке, средняя группа

laquo;ХААРЧААНА»Орто бөлөх о5олоругар аналлаах Саңа Дьыллаа5ы сценарий Оруоллар:Улахан дьон:...

Сценарий новогоднего утренника в старшей группе на башкирском языке.

Разработка новогоднего утренника на башкирском языке.В сценарии стихи, песни на башкирском и русском языках  для новогоднего утренника для детей старшей и подготовительной группы....