Сценарий конкурса стихов на башкирском языке
материал на тему
Башҡорт телендә экология йылына арнап үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсының сценарийы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy_konkursa_stihov.docx | 21.15 КБ |
Предварительный просмотр:
Тәрбиәсе. Хөрмәтле жюри! Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен асыу тантанаһы «Йондоҙсоҡтар» төркөмөнә ышанып тапшырылды. Бәйгене асырға рөхсәт итегеҙ!
Йыр «Телем,илем,ерем».
1-се алып барыусы. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле жюри!
2-се алып барыусы. Хәйерле көн!
1-се алып барыусы. Гөлшат Зияевна, беләһегеҙме, бөгөн беҙҙең залда бәйге була саҡ.
2-се алып барыусы. Бәйге? Ә ниндәй бәйге? Юҡ,юҡ, әйтмәгеҙ, хәҙер үҙем уйлап табасаҡмын… Бейеүселәр бәйгеһе, йырсылар бәйгеһе, бәлки, әкиәт һөйләүселәр бәйгелер?
1-се алып барыусы. Юҡ, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе!
2-се алып барыусы. Ә нимә тураһында шиғыр һөйләйәсәктәр?
1-се алып барыусы. Быйылғы йыл Тәбиғәтте һаҡлауға арналды һәм беҙҙең балалар баҡсаһы ла ошоға ҡарата бихисап саралар, бәйгеләрҙә ҡатнашып лайыҡлы урндар ҙа яуланы. Ә бөгөнгө бәйгелә баҡсабыҙҙың иң-иң шиғыр һөйләүселәре саҡырылды.
2-се алып барыусы. Ошо, бәләкәс кенә кескәйҙәр ҙә шиғыр һөйләргә килгәндәрме?
1-се алып барыусы. Эйе, бөгөн бәйгелә өс йәштән алып алты йәшкәсә балалар ярышасаҡ.
2-се алып барыусы. Юҡ, ышанмайым, ул бәләкәстәр шиғыр һәйләй беләләр ме ни?
1-се алып барыусы. Эйе, ышанмаһағыҙ, әйҙәгеҙ уларҙы тыңлап ҡарайыҡ. Зал түренә «Шыршы үтенесе» шиғыры менән Шишмәкәй төркөмөнән Ғәйетбаева Әминә саҡырыла. Әйҙә бәләкәс, рәхим ит!
- Ғәйетбаева Әминә.
2-се алып барыусы. Афарин, Әминә!
1-се алып барыусы. Гөлшат Зияевна, ә һеҙ беләһегеҙме, бер тигәс тә ни яҡшы икәнен?
2-се алып барыусы. Юҡ, ул тағын нимәне аңлата?
1-се алып барыусы. Ә бына Шишмәкәй төркөмөнең кескәйҙәре белә. Әйҙәгеҙ, залға уларҙы саҡырайыҡ.
- Ҡобайыр «Бер тигәс тә ни яҡшы?»
1-се алып барыусы. Ә хәҙер зал түренә Ғәлиәкбәрова Айсулпан сыға. Рәхим ит!
- Ғәлиәкбәрова Айсулпан.
1-се алып барыусы. Хөрмәтле жюри, ә һеҙ тәбиғәттең серҙәрен беләһегеҙме? Ә «Бал ҡорто» төркөмөнән Таштимерова Әмилә белә. Әмилә, рәхим ит зал түренә.
- Таштимерова Әмилә.
1-се алып барыусы. Рәхмәт, Әмилә!
2-се алып барыусы. Ә хәҙер залға ошо уҡ төркөмдән Сабанбаева Залина саҡырыла.
- Сабанбаева Залина.
1-се алып барыусы. Гөлшат Зияевна, һеҙ сәскәнең йәне барлығына ышанаһығыҙмы?
2-се алып барыусы. Сәскә – йәнле тәбиғәттән икәнен беләм, ә йәне барлығы тураһында ишеткәнем юҡ ине.
1-се алып барыусы. Бына Ғәлиәкбәрова Гөлгөнәнең шиғырын тыңлағыҙ әле, ышанырлыҡ шул!
- Ғәлиәкбәрова Гөлгенә.
2-се алып барыусы. Ысынлап та, Гөлгенә, сәскәнең йәне барлығына инандым. Ә хәҙер, «Йондоҙсоҡтар» төркөмөнән Аҡъюлова Әдилә сыға.
- Аҡъюлова Әдилә.
1-се алып барыусы. Уважаемые члены жюри, встречайте следующего конкурсанта Иванов Мирослав, группа «Радость»ю
- Иванов Мирослав
2-се алып барыусы. Эйе, тәбиғәт-бик нескә донъя, уның бер генә сылбыры өҙөлһә лә ер шары селпәрәмә килеүе мөмкин. Киләсәк быуынға бер нәмә ҡалмауы бар. Тап ошо турала һеҙгә «Бөркөт» төркөмөнән бәйән итә Ишҡыуатова Азалия.
- Ишҡыуатова Азалия.
1-се алып барыусы. Ә хәҙер һеҙгә Раҡаева Камила шиғыр һөйләй.
- Раҡаева Камила.
2-се алып барыусы. Приглашаю в зал Мамбетову Наргиз.
- Мамбетова Наргиз.
1-се алып барыусы. Встречайте следующую конкурсантку, Хлоян Лия.
- Хлоян Лия.
2-се алып барыусы. Киләһе бәйгесебеҙ, Расулев Шамиль тигән егет.
- Расулев Шамил.
1-се алып барыусы. Зал түренә, сәскә кеүек ҡыҙыбыҙ Ғәйнуллина Айзилә сыға.
- Ғәйнуллина Айзилә.
2-се алып барыусы. Жюри балдарҙы һанағансы балаларҙы бейеүгә саҡырам.
Флешмоб «Шаян балалар».
1-се алып барыусы. Һүҙ жюриға бирелә.
1-се алып барыусы. Бәйгене йомғаҡлап нимә әйтәһе килә:
Бар матурлыҡ ерҙә һеҙгә ҡала,
Киләсәккә барған йәш быуын.
Өйрәнегеҙ тойомларға
Тәбиғәттең матурлығын!
2-се алып барыусы. Юҡ итеүе еңел матурлыҡты
Бар итеүе ауыр, бик ауыр…
Һаҡламаһаҡ беҙ тәбиғәтте,
Хатта ер ҙә үҙе юғалыр!
Бәйгелә ҡатнашҡан балаларға, уларҙы әҙерләгән тәрбиәселәргә, музыкаль яҡтан биҙәүсе музыка етәксеһенә, жюриға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау йылына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе тамам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мамин день (сценарий праздника матерей на башкирском языке)
Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым” Маҡсат: балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, балаларҙың телмә...
Сценарий осеннего праздника на башкирском языке "ТЫЛСЫМЛЫ КӨҘҺЫЛЫУ" ОСЕНЬ 2021
Сценарий осеннего развлечения на башкирском языке для детей старшей группы детского сада....
Сценарий новогоднего утренника на башкирском языке.
Сценарий представляет собой новогоднее приключение погруженное в атмосферу сказки. Где всегда добро побеждает, а герои объединяются играют, поют песни, танцуют. В ходе мероприятия царит новогоднее нас...
Сценарий праздника ко дню башкирского языка "Теле барҙың иле бар"
14 декабря отмечается день Башкирского языка.Благодаря родному языку мы живем и общаемся , познаем мир....
Конспект сценария праздника "Нардуган" ( на башкирском языке)
Предлагаю конспект сценария праздника "Нардуган" на башкирском языке...
Сценарий "Нового года" на башкирском языке
Цель:Способствовать формированию умения детей отражать некоторые игровыедействия и имитировать действия персонажей, передавать несложныеэмоциональные состояния.Задачи:-учить детей драматизировать знак...
Сценарий конкурса юных сказителей башкирского эпоса "Урал батыр"
Сценарий конкурса юных сказителей башкирского эпоса "Урал батыр"...