Мамин день (сценарий праздника матерей на башкирском языке)
план-конспект занятия (старшая группа) по теме
Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым” Маҡсат: балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү, әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү, әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу. Йыһыз: слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма, уйындарға, сценкаларға атрибуттар Көй аҫтында балалар залға инәләр. I алып барыусы: - Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ. Берҙән – берем, күҙ нурым, тип Һәр саҡ арҡаңдан һөйә. Сирләгәндә төн йоҡламай, Зарыңды белә, көйә. Кем һуң ул һинең өсөн? Ул – һөйөклө әсәйем. II алып барыусы: - Ә ҡасан барлыҡҡа килгән һуң был байрам? Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында балаларын юғалтҡан әсәйҙәр бик күп күҙ йәштәре түгә. Әсәйҙәрҙең сабырлығы, түҙемлеге, хеҙмәте өсөн “Ҡаһарман әсәй” ордены булдырыла. 90 – сы йылдарҙан алып ноябрҙең һуңғы аҙнаһында бөтә Рәсәйҙә “Әсәйҙәр көнө” билдәләнә. I алып барыусы: - Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек. - Ә хәҙер һүҙ балаларға: Әсәй ул – һауа! Әсәй ул – яҡтылыҡ! Әсәй ул – бәхет! Әсәй ул – йылылыҡ! Әсәй ул – тыныслыҡ! - Мин әсәйемде яратам! Йыр “Мин әсәйемде яратам” Балалар ултырғыстарға ултыра. II алып барыусы: - Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер. Балалар шиғыр һөйләй. 1-се бала: Иртән һөйөп уята, Эсерә тәмле сәйен. Баҡсаға ла оҙата Көләс йөҙлө әсәйем. Ҡаршы ала йылмайып, Ашы, сәйе өҫтәлдә. Өйҙө матурлап ҡуя Ҙур ҡунаҡты көткәндәй. 2-се бала: Әсәйҙәр берәү генә, Беләйек ҡәҙерҙәрен. Һәр эштә ярҙамлашып, Күрәйек күңелдәрен. 3-сө бала: Бик матур минең ҡурсағым, Әсәйемә оҡшаған. Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ. Ҡурсағым да, әсәйем дә, Икеһе лә йоҡлаған. 4-се бала: Әсәйем эштән ҡайтыуға Иҙәнде йыуып ҡуям. Ҡасан ҡайта инде, тиеп, Һағынып көтөп алам. 5-се бала: Мин бәхетле, бик бәхетле, Әсәйем янда һәр саҡ. Һин булғанға ғына, әсәй, Көндәрем яҡты һәр саҡ. I алып барыусы: - Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат – әсәйҙәр. Әсәйҙәр тураһында притча. Көй яңғырай. Бәпес тыуыр алдынан аллаға һорау бирә: - Иртәгә Һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен? - Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр. - Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай. - Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер. - Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар? - Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр. - Ә уның исеме кем булыр? - Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң. I алып барыусы: (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға) - Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел. II алып барыусы: Әсәйем, күҙ нурым, Әсәйем, алтыным, Йылмая йөҙҙәрең. Һин бит иң яҡыным. Йылытып йөрәкте Үҙеңә гел тарта Нур һибә күҙҙәрең. Күңелең ялҡыны. I алып барыусы: - Ә хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү. Ҡыҙҙар бейеүе. I алып барыусы: - Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр. - Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ? (Балаларҙың яуаптары). - Азалияның әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап белербеҙ. Йыр “Әсәйгә ярҙам итәм” II алып барыусы: - Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән? Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була. Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү” (әсәйҙәр менән бергә) - Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен). - Хәҙер балаларҙы полька бейеүенә саҡырабыҙ. Бейеү “Полька” I алып барыусы: - Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ! “Бишек йыры” (әсәй башҡара) II алып барыусы: - Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен. Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек. Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер. Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта. Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә. Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын. Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ. - Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ. (Балалар сценкаға сыға) Көй яңғырай. “Сәскәләр бейеүе” Сценка “Терпекәй” Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған. Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр! Сәскәләр: - Хәйерле көн, көн! Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ. Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға? Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға. Төлкө: - Ниндәй тәмле, ням – ням. Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам. Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ! Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға. Әсәй төлкө: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем? Терпе сыға. Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр. Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым I алып барыусы: - Терпекәй әсәһенә сәскә бүләк итте, ә беҙҙең Ғәзинур әсәһенә шиғыр арнаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ. Шиғыр: Әсәйемдең ҡулы алтын, Тәмле аштар бешерә. Энә алһа ҡулдарына Матур кейемдәр тегә. II алып барыусы: - Ысынлап та, әсәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәребеҙгә ял биреп уларҙы байрамса биҙәндерәйек. Уйын “Әсәйҙе биҙәндер” 5 бала әсәйҙәрен биҙәндерә. - Әсәйҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ булып китте. Әйҙәгеҙ әле, ысын йондоҙҙар һымаҡ әсәйҙәребеҙ көй аҫтында үтһендәр. Зал буйлап әсәйҙәрҙең дэфилеһы I алып барыусы: - Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар, мәҡәл – әйтемдәр ҙә бағышланылар. Ә киләһе сәләмде экран аша ҡарағыҙ! Экран. (Балаларҙың әсәйҙәре тураһында һөйләүе) Балалар әсәйҙәренә теләктәрен еткерәләр. Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк. Төркөмөбөҙ тәрбиәләнеүсеһенең атаһы һәм әсәһе ә башҡарыуында йыр. - Рәхмәт. Балалар, йырға тороғоҙ. Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” (Балалар һәм әсәйҙәр бергә башҡара) II алып барыусы: - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелд
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
syzr_bayramy.docx | 20.41 КБ |
Предварительный просмотр:
Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым”
Маҡсат:
- балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,
- балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү,
- әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,
- әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.
Йыһыз: слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма, уйындарға, сценкаларға атрибуттар
Көй аҫтында балалар залға инәләр.
I алып барыусы:
- Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ.
Берҙән – берем, күҙ нурым, тип
Һәр саҡ арҡаңдан һөйә.
Сирләгәндә төн йоҡламай,
Зарыңды белә, көйә.
Кем һуң ул һинең өсөн?
Ул – һөйөклө әсәйем.
II алып барыусы:
- Ә ҡасан барлыҡҡа килгән һуң был байрам? Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында балаларын юғалтҡан әсәйҙәр бик күп күҙ йәштәре түгә. Әсәйҙәрҙең сабырлығы, түҙемлеге, хеҙмәте өсөн “Ҡаһарман әсәй” ордены булдырыла. 90 – сы йылдарҙан алып ноябрҙең һуңғы аҙнаһында бөтә Рәсәйҙә “Әсәйҙәр көнө” билдәләнә.
I алып барыусы:
- Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.
- Ә хәҙер һүҙ балаларға:
Әсәй ул – һауа!
Әсәй ул – яҡтылыҡ!
Әсәй ул – бәхет!
Әсәй ул – йылылыҡ!
Әсәй ул – тыныслыҡ!
- Мин әсәйемде яратам!
Йыр “Мин әсәйемде яратам”
Балалар ултырғыстарға ултыра.
II алып барыусы:
- Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.
Балалар шиғыр һөйләй.
1-се бала: Иртән һөйөп уята,
Эсерә тәмле сәйен.
Баҡсаға ла оҙата
Көләс йөҙлө әсәйем.
Ҡаршы ала йылмайып,
Ашы, сәйе өҫтәлдә.
Өйҙө матурлап ҡуя
Ҙур ҡунаҡты көткәндәй.
2-се бала: Әсәйҙәр берәү генә,
Беләйек ҡәҙерҙәрен.
Һәр эштә ярҙамлашып,
Күрәйек күңелдәрен.
3-сө бала: Бик матур минең ҡурсағым,
Әсәйемә оҡшаған.
Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ.
Ҡурсағым да, әсәйем дә,
Икеһе лә йоҡлаған.
4-се бала: Әсәйем эштән ҡайтыуға
Иҙәнде йыуып ҡуям.
Ҡасан ҡайта инде, тиеп,
Һағынып көтөп алам.
5-се бала: Мин бәхетле, бик бәхетле,
Әсәйем янда һәр саҡ.
Һин булғанға ғына, әсәй,
Көндәрем яҡты һәр саҡ.
I алып барыусы:
- Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат – әсәйҙәр.
Әсәйҙәр тураһында притча. Көй яңғырай.
Бәпес тыуыр алдынан аллаға һорау бирә:
- Иртәгә Һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен?
- Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр.
- Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай.
- Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер.
- Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар?
- Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр.
- Ә уның исеме кем булыр?
- Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң.
I алып барыусы: (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға)
- Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.
II алып барыусы:
Әсәйем, күҙ нурым, Әсәйем, алтыным,
Йылмая йөҙҙәрең. Һин бит иң яҡыным.
Йылытып йөрәкте Үҙеңә гел тарта
Нур һибә күҙҙәрең. Күңелең ялҡыны.
I алып барыусы:
- Ә хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.
Ҡыҙҙар бейеүе.
I алып барыусы:
- Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр.
- Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?
(Балаларҙың яуаптары).
- Азалияның әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап белербеҙ.
Йыр “Әсәйгә ярҙам итәм”
II алып барыусы:
- Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән? Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була.
Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү” (әсәйҙәр менән бергә)
- Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен).
- Хәҙер балаларҙы полька бейеүенә саҡырабыҙ.
Бейеү “Полька”
I алып барыусы:
- Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ!
“Бишек йыры” (әсәй башҡара)
II алып барыусы:
- Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен.
Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.
Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.
Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.
Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.
Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.
- Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ.
(Балалар сценкаға сыға)
Көй яңғырай. “Сәскәләр бейеүе”
Сценка “Терпекәй”
Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған.
Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр!
Сәскәләр: - Хәйерле көн, көн!
Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ.
Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға?
Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға.
Төлкө: - Ниндәй тәмле, ням – ням.
Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам.
Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ!
Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға.
Әсәй төлкө: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем?
Терпе сыға.
Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр.
Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым
I алып барыусы:
- Терпекәй әсәһенә сәскә бүләк итте, ә беҙҙең Ғәзинур әсәһенә шиғыр арнаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.
Шиғыр: Әсәйемдең ҡулы алтын,
Тәмле аштар бешерә.
Энә алһа ҡулдарына
Матур кейемдәр тегә.
II алып барыусы:
- Ысынлап та, әсәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәребеҙгә ял биреп уларҙы байрамса биҙәндерәйек.
Уйын “Әсәйҙе биҙәндер”
5 бала әсәйҙәрен биҙәндерә.
- Әсәйҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ булып китте. Әйҙәгеҙ әле, ысын йондоҙҙар һымаҡ әсәйҙәребеҙ көй аҫтында үтһендәр.
Зал буйлап әсәйҙәрҙең дэфилеһы
I алып барыусы:
- Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар, мәҡәл – әйтемдәр ҙә бағышланылар. Ә киләһе сәләмде экран аша ҡарағыҙ!
Экран. (Балаларҙың әсәйҙәре тураһында һөйләүе)
Балалар әсәйҙәренә теләктәрен еткерәләр.
Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк. Төркөмөбөҙ тәрбиәләнеүсеһенең атаһы һәм әсәһе ә башҡарыуында йыр.
- Рәхмәт. Балалар, йырға тороғоҙ.
Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” (Балалар һәм әсәйҙәр бергә башҡара)
II алып барыусы: - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелд
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
" Мамин день" сценарий праздничного концерта ко дню матери.
Мамин день. Цели:• способствовать созданию праздничной, доверительной атмосферы;• учить детей выражать любовь к самому близкому и родному человеку –...
Праздник "Нардуган" на башкирском языке
Нар - ул монголса Ҡояш тигәнде аңлата. Нардуған - Ҡояш тыуған көн. Борон-борон заманда ата-бабаларыбыҙ Ҡояшҡа оҙон-оҙаҡ төндәрҙә, иң ҡыҫҡа кәндәрҙә мөрәжәғәт иткәндәр: «Нар туған, йөҙөң менән бе...
"Мамин день" Сценарий праздника 8 марта в старшей группе.
quot;Мамин день" - сценарий утренника посвящённого празднованию 8го марта в саршей, подготовительной группе....
"Мамин день" Сценарий концертной программы, посвященной Дню матери в старшей группе детского сада.
Сценарий концертной программы ко дню матери в старшей группе...
Мамин день! Сценарий праздника для детей с ОВЗ
Материал был разработан для детей разновозрастной группы ЗПР. Группу посещают дети с тяжелыми и множественными нарушениями в развитии от 3 до 8 лет. Частая смена деятельности во время праздника позвол...
Сценарий праздника ко дню башкирского языка "Теле барҙың иле бар"
14 декабря отмечается день Башкирского языка.Благодаря родному языку мы живем и общаемся , познаем мир....
Конспект сценария праздника "Нардуган" ( на башкирском языке)
Предлагаю конспект сценария праздника "Нардуган" на башкирском языке...