“Төклө аяғың менән Нәүрүз” өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә күңел асыу иртәлеге
материал (подготовительная группа)

Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, фольклоры , халҡының көнкүреше менөн кескәйҙәрҙе таныштырыу;

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл nuruz_bayramy.docx21.22 КБ

Предварительный просмотр:

Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”

“Төклө аяғың менән Нәүрүз”

өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә

күңел асыу иртәлеге

                                        Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы

                                                     2020 йыл

Маҡсат: Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, фолклоры , халҡының көнкүреше менөн кескәйҙәрҙе таныштырыу;

Йыһаз: Ҡапҡа алды күренеше, ситән, көнкүреш әйберҙәре, биҙрәләр, кәсәләр, ҡамсылар.

Ролдәр: Алып барыусы, әбей, бабай, Нәүрүз ҡыҙ, ҡарғалар.

Ауыл күренеше, ике яҡтан өйҙәр. Балалар йырлап керәләр, түңәрәрккә баҫалар.

А.б:. Һаумыһығыҙ, барығыҙға,

Бөгөн беҙҙә байрам көн.

Уйнап күңел асам тип,

Байрамға килдек әле.

А.б: Бөгөн беҙҙә “Нәүрүз” байрамы. Борон – борондан, беҙҙең ата – бабайҙарыбыҙ, Яңы йыл байрамын 22 үткәргәндәр. Уны “Нәүрүз” тип атағандар “Нәү”- яңы тигән һүҙ, ә “рүз“ көн тигән һүҙ. Ошо көндө малайҙар һәм ҡыҙҙар һәр өйгә кереп, хужаларға таҡмаҡтар, әйтемдәр әйткәндәр, уларҙы байрам менән ҡотлағандар.

( балалар  гармунда уйнап керәләр, ҡулдарында һаламдан эшләнгән ҡурсаҡ һыны, төрлө суҡтар менән биҙәлгән).

А.б: Һаумыһығыҙ балалар!

Ҡотлап сәләм бирҙегеҙ.

Моңайып ултырмайбыҙ,

Уйнайбыҙҙа, көләбеҙ,

 Нәүрүз ҡотло булһын!

 А.б: Балалар , яҙҙы ҡоштар алып киләләр, әйтегеҙ әле, һеҙ ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ? ( Балалар кош исемдәрен әйтәләр).

1 урам балаһы: Ә һеҙ, ҡоштар тураһында ҡыҙыҡ- мәҙәктәр беләһегеҙме?

А.б: Әйҙә әле , тыңлап ҡарайыҡ.

1 урам балаһы:  Әйт әле, ана теге ағасҡа ултырған 2 ҡоштың ниндәйе ата ҡарға, ниндәйе инә ҡарға?

2  урам малайы: Һии-ии , шуны ла белмәҫкә? Ата ҡарға янында ултырғаны инә ҡарға, инә ҡарға яныныда ултырғаны ата ҡарға.  

Ну-ууү-у тапҡыр ҙа инде һин.

1 бала: Нәүрүз килә, дуҫтар килә, Әйҙәгеҙ , бергәләшеп, өйҙән – өйгә барайыҡ.

Бала: Хужаларҙы яҙ менән ҡотлап

Оло – кесеһендә.

Сәләмәтлек теләп,

Һый хөрмәт йыйып киләйек.

Йыр

 Балалар өй янында йыйылалар һәм ике яҡҡа айырылалар

Бала: Ас ишегеңде керәбеҙ!

Нәүрүз әйтә киләбеҙ!

Бала:  Эй , Ишбабай, Ишбабай!

Мейес башынан , төш бабай,

10 һум аҡса бир бабай.

Нәүрүз мөбәрәк булһын.

( Бабай сыға)

Бабай: Әссәләмәғәләйкүм, оландар!

Нәүрүз мөбәрәк булһын!

Балалар бергә: Нәүрүз мөбәрәк булһын өсөн бабай, оландарым, бындай мөхтәррәм байрам өсөн 10 һум ғына аҡса табабыҙ  инде.Ҡайҙа әле минең янсығым? Әйҙәгеҙ, кем өлгөрөрәк мы икән? (Акса һибә.)

Бала :  Теләк әйтәйек беҙ һеҙгә,

Хаҡын бирегеҙ беҙгә.

Йәшегеҙ етһен йөҙгә,

Нәүрүз мөбәрәк булһын!

Бала: Әбекәй өйҙәме?

Тиҙрәк беҙгә бир күкәй.

Бирһәң беҙгә 3 күкәй,

Тауығың һалыр 100 күкәй.

Әбей: Әссәләмәғәләйкүм, балалар!

Эй , балаҡайҙарым, күптән көттөк һеҙҙе Ишбабайығыҙ менән. Күстәнәстәрҙе әҙерләп ҡуйған инек. Иң башта беҙгә бейеп күрһәтегеҙ, күстәнәстәрҙе бит, хеҙмәт итеп алһаң ғына тәмлерәк була.

 “Парлы ” бейеү.

Әбей: Афарин балалар, булдырҙығыҙ исмаһам. Бына һеҙгә күстәнәс. Нәүрүз мөбәрәк булһын!

А.б: Балалар, әйҙәгеҙ, әбей менән бабайҙы үҙҙәрен дә бейетеп алайыҡ.

Әбей: Бейе, бейе Ишбулла,

Бейегән кеше бай була( бабай бейей).

Бейегән кеше бай булгансы,

Ҡарт алаша тай була.

Бабай: Бейе, бейе оҫтараҡ,

Бер аяғың ҡыҫҡараҡ.

Ике аяғың тигеҙ булһа-

Бейер инең оҫтараҡ.

А.б: Рәхмәт , һеҙгә әбей – бабай! Әйҙәгеҙ , йәшел сирәмгә барып ултыралар).

Әбей: Нәүрүз тыуған көндә, һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап, шуның өҫтөнә, төйөп бүрттерелгән бойҙай һалына. Бойҙай – туҡлыҡ билгеһе.

Ә бешергәндә:

- Нәүрүз йылга баш булыр,

- Бойҙай ашка баш булыр ,

- Бойҙай уңһа аш булыр,  

  Уңмаһа таш аш булыр.

-Йылдың башы уң булсын!

-Ризыгы булһын!

-Игендәр шашып уңһын!

 -Ҡаҙандар ташып торһон!- тип әйтергә кәрәк.

Бергә: Нәүрүз, мөбәрәк булһын.

“Ҡояшлы ил беҙҙең ил” йыр.

А.Б: Тыңлағыҙ, тәбиғәт батшаһының фарманы бар.

(Ике ҡарға осоп инә), бергә:

Нәүрүз котло булһын!

Урап килеп баҫалар.

1 ҡарға: Көндәрҙе юлда үткәреп,

Ҡыуанышып һеҙгә остоҡ.

Ҡанаттарға күтәреп,

Һеҙгә яҙ алып ҡайттык.

2 ҡарға: Асылды аҡ ҡалын юрган,

Иҫә яҙғы елдәр ҙә.

Беҙ ҡайтабыҙ һағындырған,

Тыуған үҫкән ерҙәргә.

( Ҡарғалар осоп сығып китә).

Бала: Көндәр аяз, куктәр алһыу.

Нур һибеп ҡояш көлә.

Ергә тама көмөш тамсы,

Һағынып көткән яҙ килә.

Бала: Әйтегеҙсе , ҡайһы ваҡыт,

Яҙҙағынан йәмлерәк,

Ҡыш айҙарында яратам,

Әммә яҙ күңеллерәк!

“Яҙ етә” Йыр.

А.б: Бөгөн беҙҙә Нәүрүз байрамы,Ишбабай, һине бик тапҡыр ҙа, шуҡ та икәнеңде  балалар ҙа белә. Бәлки балалар менән йомаҡтар сисеп алайыҡ. Уларҙың тапҡырлығын тикшереп ҡарарһың.

Бабай: Ярар, бик яҡшы, хәҙер тикшереп карармын:

  1. Моронһоҙ турғай боҙ тишә (тамсы);
  2. Боҙ һәм ҡар ирене, һыуҙар югерҙе (яҙ көнө);
  3. Ишек алдында таш була, өйгә керһә һыу була (боҙ).

Бала: Ишбабай, кисә һин атта йөрөгәндә, ниңә ҡапсығыңды үҙең күтәрәһең ул?

Бабай: Ээй, ҡыҙым, шуны ла белмәйһең мени? Атҡа еңелерәк булһын тим инде. Ҡапсыҡты ла , мине лә күтәрһә , атҡа бигрәк ауыр була бит.( көлөшәләр).

Бала: Ишбабай, ҡапсығыңда нимәләр бар? Күрһәт әле.

  1. Бабай арҡан сығара. Уйын Арҡан тартышыу.
  2. Ағас ҡалаҡ менән йомортҡа уйыны.
  3. Яулыҡ сығара. “Тирмә уйыны”.

Нәүрүз байрамының да сере бар:  Үткән йылғы иң иҫтәлекле ваҡиғаларға арнапбәйет яҙғандар элек.  Әбей бәйет укый.

Ишбабай: Ярар балалар, беҙгә китергә лә ваҡыт етте.

А.б: Китмәгеҙ инде, хәҙер беҙ Нәүрүз ҡыҙын һайлайбыҙ, тәмле бутҡа ашайбыҙ.

Әбей: Байрамда иң сибәр, иң аҡыллы ҡыҙҙы Нәүрүзбикә итеп һайлағандар. Шунан йәйҙең нисек киләсәген һорағандар. Әйҙәгеҙ әле, һайлап алайыҡ Нәүрүзбикәбеҙҙе.

Ҡыҙҙар уртаға сығыалар:

Беҙ,беҙ, беҙ инек,

Беҙ  ун ике ҡыҙ инек,

Баҙға төштөк- бал ашаныҡ,

Келәткә керҙек- май яланыҡ,

Ҡап та ҡоп , ауыҙыңды ас та йом!

Ауыҙҙарын йомалар, берһе лә ауыҙын асырға тейеш түгел. Шунда көлөшөп ебәрәләр ҙә, бер ҡыҙ ғына ҡала. Шул ҡыҙ иң аҡыллы, иң сибәр ҡыҙ була. Уртаға сығып:

Ғәйбәт бөтһөн телегеҙҙә, орош бөтһөн илебеҙҙә,

Асыу китһен йөҙөгөҙҙән, шулай икән, киләм һеҙгә.

Ҡотлап сәләм бирҙегеҙ,  мине һайлап алдығыҙ

Имин йортта тороғоҙ, кәйеф- сафа ҡороғоҙ

Инде мине тыңлағыҙ, моңайып ултырмағыҙ.

Уйнағыҙ ҙа , көлөгөҙ, бейегеҙ ҙә, йырлағыҙ.

А.б: Эй, дуҫтар килегеҙ,

Күңел асыу көнөгөҙ.

Башҡортса матур итеп,

 Беҙ бейейбеҙ, күрегеҙ!

Кәриә- зәкәриә- кумая”  хороводлы бейеү.

Нәүрүз кыҙ:

Яратығыҙ көҙҙө лә,

 Яратығыҙ ҡышты ла,

 Яратығыҙ йәйҙе лә,

Яратығыҙ яҙҙы ла!

А.б: Нәүрүз ҙур рәхмәт, теләйһең изге теләк.

Нәүрүз ҡыҙ: Яратығыҙ көндәрҙе,

Айҙарҙы һәм йылдарҙы.

Кешеләрҙе, тәбиғәтте,

Һаҡлағыҙ һеҙ уларҙы.

Бергә: Нәүрүз ҙур рәхмәт,

Теләйһең изге теләк!

А.б: Әйҙәгеҙ, хәҙер алып килгән күстәнәстәр менән  һыйланып алыйыҡ, ял итәйек!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.                                ...

Күңел асыу сараһы «Минең яратҡан уйынсығым» (Сценарий итогового мероприятия "Моя любимая игрушка")

Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау әргә-тирәне уратҡан әйберҙең (уйынсыҡтарҙың) атамаларын ҡабатлау;Үҫтереү бурыстары: һаулыҡ һорашыу, һаубуллашыу   ғәҙәттәрен нығытыу; уйындар...

Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта»

Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта» Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау, балаларҙы Яңы йыл байрамы менән таныштырыу;Үҫтереү бурыстары: уйындар аша иғ...

“Илеш районына – 85 йыл” өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә күңел асыу иртәлеге

Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, халҡының көнкүреше менөн кескәйҙәрҙе таныштырыу; райондың билдәле шәхестәре, уларҙың илебеҙ алдындағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләү....