“Илеш районына – 85 йыл” өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә күңел асыу иртәлеге
методическая разработка (подготовительная группа)
Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, халҡының көнкүреше менөн кескәйҙәрҙе таныштырыу; райондың билдәле шәхестәре, уларҙың илебеҙ алдындағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ileshk-85_yyl.docx | 24.35 КБ |
Предварительный просмотр:
Илеш районы муниципаль районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Түбән Йәркәй ауылы “Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы”
“Илеш районына – 85 йыл”
өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә
күңел асыу иртәлеге
Йәнбирҙина Айһылыу Флүр ҡыҙы
2020 йыл
Маҡсат: Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, халҡының көнкүреше менөн кескәйҙәрҙе таныштырыу; райондың билдәле шәхестәре, уларҙың илебеҙ алдындағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләү.
Йыһаз: Өй эсе күренеше, ситән, көнкүреш әйберҙәре, биҙрәләр, кәсәләр, ҡамсылар.
Ролдәр: Алып барыусы, әбей.
Балалар музыкаға теҙелеп керәләр, артҡы стена буйлап баҫалар. Ултырғыстар ике яҡҡа куйылған. Тын ғына музыка яңғырай (Р.Хасанов “Томанлы иртә”).
А.б.: Хәтерләүҙән ҡурҡмайым мин!
Үткәндәрҙе онотмайым!
Беләм йыраҡ бабайҙарҙың
Нисек итеп көн иткәнен,
Ни иккәнен, ни сиккәнен
Ниндәй уйҙар, ниндәй моңдар
Беҙгә ҡалдырып киткәнен.
Иҫтә тотам уларҙың мин
Һуғыштарҙа ҡан түккәнен,
Туған ерҙең ирке өсөн
Зиндандарҙа интеккәнен.
Һәр ҡарыш ер һуғарылған,
Шаһит йәндәр ҡандарында.
Үткән яуҙар шәүләһе бар
Туған ерҙең таңдарында.
Һәр нигеҙҙең, һәр ауылдың,
Һәр ҡаланың үткәне бар...
Ғибрәт алырлыҡ мираҫтың
Ҡалғаны бар, киткәне бар.
Ғорур һүҙ әйт, һораһалар,
Ниндәй ерҙән? Мин Илештән!
Киләсәккә айыҡ ҡарар
Үҙ тарихын аныҡ белгән.
А.б.: Эйе, һәр халыҡтың үткәне, киләсәге, һәр кешенең туған ере бар. Туған ер һәр кешегә ғәзиз, ҡәҙерле. Беҙ Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Уның зифа буйлы ҡайынлы урмандарын, көмөш һыулы күлдәрен, балыҡ менән тулы киң йылғаларын яратабыҙ, туған яғыбыҙҙың тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараға өйрәнәбеҙ.
Ватан ул туған ил,
Бына беҙ торған урын.
Был ерҙә ғүмер кисергән,
Атай – бабайҙар борон
Йырсылар торған был ерҙә,
Сәсәндәр булған элек.
Ватандың нимә икәнен
Әйткәндәр былай тип:
Эй Туған ил – Туған ер,
Кендегемде киҫкән ер,
Ирҙәрҙе ир иткән ер,
Яуызды хур иткән ер.
Батырға дан, биргән ер.
Ана шул ер – туған ил,
Ана шул ер – туған ер.
Йыр “Ватан” Ф. Гершова муз., Х. Мөхәмәдъяров һүҙ.
А.б.: Башҡортостаныбыҙҙа 54 район бар. Уның төйәге булып –беҙҙең Илешебеҙ тора.
Илешебеҙ – күп милләтле район. Унда татарҙар , башҡорттар, урыҫтар, сыуаштар, марыйҙар һәм башҡа милләт кешеләре бер ғәилә кеүек бергәләп дуҫ – татыу йәшәйҙәр.
Илештең эш һөйөүсән, уңған, тырыш халҡын күреп беҙ һоҡланабыҙ; районыбыҙҙың иҫ киткес матур тәбиғәте, бай тарихы, булдыҡлы кешеләре менән ғорурланабыҙ.
Башҡортосан! Шиңмәҫ гөлдәр иле,
Ә Илешем уның бер гөлө,
Хеҙмәт тәме, йәшәү йәме менән
Илешемдең үтә һәр көнө.
Илеш иле – игенселәр иле.
Иңдәрендә тоя ул ғәмен.
Байрамдарҙа ҡунаҡ өҫтәленең
Иң түренә ҡуя икмәген.
Илеш – иле аҡ ҡайындар иле,
Илешлелә Ватан хаҡлығы.
Һәр кешелә изгелек һәм сафлыҡ
Һәр күңелдә ҡайын аҡлығы.
Илеш иле – һандуғастар иле,
Халыҡ бында йырға табына.
Сөнки күңелдәргә бишектән үк,
Мәңге һүнмәҫ бер моң алына.
Илеш ул шағирҙар иле,
Шиғыр кеүек көҙө, яҙыла.
Ағиҙелдә, Сөндә, Базыла.
А.б.: Эйе шул, беҙҙең Илешебеҙ Башҡортостандың иң гүзәл төбәгендә урынлашҡан. Күҙҙең яуын алып торған бормалы Ағиҙел, Сөн, Базы буйҙарынан тамыр алған, илгә тоғро хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ мәңге беҙҙең күңелдәрҙә.
Балалар, һеҙ уларҙы беләһегеҙме?
А.б.: (серле генә тауыш менән)
Мин һеҙҙе халҡыбыҙҙы үткәне менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсы булам.
Борон – борон заманда түгел, бынан 85 йыл элек, нәҡ ошо беҙ һеҙҙең менән торған ерҙә Илеш районы барлыҡҡа килгән. Уның үҙәге итеп Йәркәй ауылы һайланған.
Элек – электән Илеш халҡы хеҙмәт итеп көн күргән. Бәләкәс дуҫтарым, ә һеҙҙең өләсәй, олатайҙарҙың элек нисек йәшәгәнен, ниндәй уйдар уйнағанын, ниндәй йырҙар йырлағанын беләһегеҙ киләме?
Балалар : Эйе.
А.б.: Ашыҡмағыҙ, дуҫҡайҙарым. Хәҙер мин үҙемдең өләсәйемдең һандығын асып, серле яулыҡты алайым әле . Бына ул, мин ошо серле яулыҡты һелтәгәс, беҙ үткәндәргә сәйәхәт итеп алырбыҙ ( яулыҡты һелкеп ала).
Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ! Серле яулығым, беҙҙе сәйәхәткә алып бар.
(Әҙерлек төркөмө балалары ултыра, артҡы фон йәнләнә башлай.Өйҙән әбей сыға, ҡулында самауыр.)
Әбей: Балаларым тороғоҙ! Атай – әсәйҙәрегеҙ таң менән эшкә китте. Беҙҙең дә эшебеҙ бик күп.
(Балалар эшкә тотона).
Әбей: (тамашасыларға ҡарап) Дуҫҡайҙарым, элекке ваҡытта кескенә балалар, балалар баҡсаһына йөрөмәгән. Улар атай-әсәйҙәре эшкә киткәс, өйҙәге эш менән мәшғүл булғандар. Күрәһегеҙме?
(Әбей балаларҙы маҡтай. )
Сылтыр- сылтыр аға шишмә,
Һистә тыймалы түгел.
Ә һыуҙары шундай йомшаҡ,
Эсеп туймалы түгел. (Көйәнтә менән һыу алып ҡайта).
Әсәй сәйҙе ярата,
Сәйһеҙ миндә түҙмәйем.
Сәйгә ҡушыр үләндәр күп,
Үҫһен әле өҙмәйем.(Самауырҙансәй ҡоя).
Бейеү “Биҙрәләр”
Гәрәбә алтын бойҙай,
Бирҙе бит быйыл Хоҙай.
Алтын бойҙай ҡаҙанда,
Тандыр, усаҡ янғанда,
Танһыҡҡа ғына талҡан,
Әллә ҡасан алған дан.(Иләк менән он иләй).
Тирмәндә “дөбөр-дөбөр”,
Бойҙайҙы һалып өлгөр.
Тарттым – тарттым ярманы,
Бер бойҙайҙа ҡалманы,
Аҙырағын иләнем
Эше бик тип тимәнем. (Ҡул тирмәне менән бойҙай тарта).
Әбей: Балалар , әйҙәгеҙ, әҙерәк ял итеп алайыҡ.
Уйын “Сабата”.
Бешәләрҙә бешәләр,
Ҡойоп - ҡойоп эсәләр.
Бештем – бештем ҡымыҙҙы,
Хуш еҫтәре сыҡҡансы,
Көбә торҙо тыпырҙап,
Тәмле генә булһасы,
Атай эштән ҡайтыуға
Бешеп кенә етһәсе.
Малай: Эх – ма башҡорт ҡыҙҙары,
Зифа икән буйҙары.
Изге икән уйҙары
Дәртле һуң бейәүҙәре.
Бейеү “Кәсәләр”.
Музыка яңғырай “Священная война”.
Әбей янына бер ҡыҙ менән малай килеп ултыра. Ҡулдарын әбейҙең теҙҙәренә һалалар.
Әбей: Бына шулай эшләп – уйнап йәмле итеп йәшәп ятканда, илебеҙгә яуыз дошман һөжүм итте. 1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем, 4 йыл буйына илебеҙ һуғыш ғазаптары кисерҙе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостаныбыҙҙың ҡурҡыу белмәҫ батыр улдары, башҡа ил халҡы менән бер рәттән, Ватанды һаҡлауға күтәрелделәр. Якташыбыҙ осоусы Муса Гәрәевты кем генә белмәй ҙә, уның батырлығы менән кем генә һоҡланмай.
Уның исеме тарих биттәрендә юылмаҫ хәтер билдәһе булып яҙылды.
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле йылдары йырағая барһа ла, кешеләр күңелендәге йөрәктәр, яралар һаманда төҙәлмәй.
Беҙ һуғышты онотманыҡ,
Китмәҫ тә ул беҙҙең күңелдән,
Сөнки унда, беҙҙә ятып калдыҡ,
Унда беҙҙең дә ҡан түгелгән.
Әгәр һуҡыш сыҡһа яңынан,
Ер һыҡраныр ауыр яранан.
Йәш егеттәр китер яу ҡырына,
Ҡайтмаҫ өсөн өйгә яңынан.
Әгәр һуғыш булһа, тағын етем,
Ҡалыр беҙҙең ғәзиз әсәләр.
Купме туйҙар булмай ҡалыр илдә,
Тыумай ҡалыр күпме балалар.
Әгәр һуғыш булһа, ул сағында,
Ситләп үтмәҫ үлем беҙҙе лә.
Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш мәрхәмәтһеҙ,
Алмаҫ ул беребеҙҙе лә.
Беребеҙҙә теләмәйбеҙ ҡабат,
Һуғыш уттарына керергә.
Бына шуға күрә кәрәк беҙгә,
Тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә!
Йыр “Һаҡлағыҙ ер шарын”.
Кәрәк беҙгә егеттәрҙең,
Арыҫлан кеүектәре.
Беҙ нәҡ шундай арыҫландар,
Беҙ Илеш егеттәре.
Яҡты булһын халҡыбыҙҙың,
Алға барыр юлдары.
Үҙебеҙ яҡтыртасаҡбыҙ,
Беҙ бит Илеш улдары.
Эй малайҙар, эй ҡыҙҙар,
Уйнаҫыҙҙа ,көлөгөҙ.
Байрам итәйек, килегеҙ,
Гөрләп торһон бейеүҙәр.
Бейеү “Батырҙар”.
Атам – әсәм бейегән,
Күңел асҡан бейеүҙән.
Ҡарап торһон бөтә дуҫ – иш,
Тартынмайбыҙ бейеүҙән.
Беҙ бейебеҙ, бейебеҙ,
Яҡты көндән туймайбыҙ,
Ҡулды – ҡулға саба –саба,
Йырлайбыҙҙа бейейбеҙ.
Бейеү “Башкорт ҡыҙҙары”.
А.б.: Серле яулығым! Сәйәхәтебеҙ тамам! ( Яулығын һелтәй) Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, дуҫтарым (йомалар).
Беҙҙе Илештең үткәненән – баҡсабыҙға ҡайтар.
А.б.: (һандыҡҡа һалып ҡуймаҡсы була, шул ваҡыт) Күрегеҙсе, өләсәйемдең ҡумыҙы бит был! (ҡумыҙҙа башҡорт халыҡ көйөн уйнай).
Минең өләсәйемдең һандығында бик куп серле әйберҙәр, яйы сыҡҡанда , мин һеҙгә тағын да күрһәтермен әле (һандыҡты яба).
Әйтегеҙсе балалар бер тигәндә ни яҡшы?
- Туған үҫкән ил яҡшы!
Ике тигәндә ни яҡшы?
- Дуҫ – татыу йәшәү яҡшы!
Өс тигәндә ни яҡшы?
- Шәжәрәһен белгән шул яҡшы!
Бер тигәндә ни яман?
- Үткәнен белмәгән шул яман!
Ике тигәндә ни яман?
- Илен һатҡан шул яман!
Өс тигәндә ни яман?
- Уйнамаған шул яман!
Малай йүгереп сыға (ҡулында ҡурай, башында бүрек, елән кейгән).
Ҡурай тартып ебәрергә ,
Их , мин яратам.
Шатлығымды, һағышымды,
Шулай таратам.
Ҡурай моңон ишеткәндәр,
Килеп етәләр.
Теҙелешеп, етәкләшеп,
Бейеп үтәләр.
Уйын “Ҡурай”
Ҡурай йыры уйлатҡан,
Күңелдәрҙе уяҡан.
Шат дәртлене йырлатҡан,
Ҡайғылыны йыуатҡан.
Мөлдөрәп ятҡан күлдәрҙә,
Балыҡтар уйнап тора.
Зифа буйлы ҡамыштар,
Шым ғына йырлап тора.
Йәшел хәтфә кеүек,
Матур болон.
Нурҙар сәсеп ята донъяға,
Һығылып үҫкән талдар араһынан,
Көмөш таҫма кеүек Һыу аға.
Туған яғым алтын баҫыу,
Ҡара тупраҡ, ҡалын урман.
Туган ерем – Илешкәйем,
Һинең менән ғорурланам!
Илешкәйем, һин беҙҙең,
Туған – үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән,
Һыуын эскән еребеҙ.
Илешебеҙ, үҙ еребеҙ,
Беҙҙең яҡты өйөбөҙ.
Янабыҙҙа, көйәбеҙҙә,
Рәхәтләнеп бейейбеҙ.
Бейеү “Полька”.
Бабайҙарҙың йөрәгендә,
Әрнейҙер яралары.
Онотмайыҡ тарихты,
Беҙ Илеш балалары.
Беҙҙең атайҙарыбыҙҙы,
Беркем дә өркөтмәне.
Беҙҙе лә ҡурҡытмаҫтар,
Беҙ Илеш бөркөттәре.
Илешебеҙ – үҙ илебеҙ,
Беҙҙең ғәзиз еребеҙ.
Ошо ғәзиз еребеҙҙең.
Балалары инде беҙ.
Ҡояш беҙгә гел кәрәк!
Гел ҡояшлы ер менән,
Гел ҡояшлы көн кәрәк!
Йыр “Ҡояшлы ил!”
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында балалар баҡсаларының маҡсаты – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың индивидуаль һәм йәш потенциалын, мөмкинселектәрен асыу өсөн шарттар булдырыу.
В статье описывается опыт работы детского сада по использованию инновационных технологий в ДОУ...
"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.
"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес. ...
Күңел асыу сараһы «Минең яратҡан уйынсығым» (Сценарий итогового мероприятия "Моя любимая игрушка")
Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау әргә-тирәне уратҡан әйберҙең (уйынсыҡтарҙың) атамаларын ҡабатлау;Үҫтереү бурыстары: һаулыҡ һорашыу, һаубуллашыу ғәҙәттәрен нығытыу; уйындар...
Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта»
Яңы йыл байрамына арналған күңел асыу сараһы «Ҡуянда ҡунаҡта» Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау, балаларҙы Яңы йыл байрамы менән таныштырыу;Үҫтереү бурыстары: уйындар аша иғ...
“Төклө аяғың менән Нәүрүз” өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә күңел асыу иртәлеге
Балаларҙа туған еренә тоғролоҡ, мөхәббәт тәрбиәләү; уның тарихы, фольклоры , халҡының көнкүреше менөн кескәйҙәрҙе таныштырыу...
«Башҡортостан республикаһында йәшәүсе халыҡтар уйындары»өлкән төркөм балалары өсөн күңел асыу сценарияһы. (Сценарий развлечения для детей старшей группы «Игры народов, проживающих в Республике Башкортостан»)
Сценарий развлечения для детей старшей группы«Игры народов, проживающих в Республике Башкортостан»...