Уңыш байрамы
план-конспект занятия (младшая группа)

Маликова Гульсасак Курмангалиевна

Кескәйҙәр төркөмө өсөн иртәлек конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл olatay_hm_olsyzen_baksahynda.docx16.72 КБ

Предварительный просмотр:

Олатай  һәм өләсәйҙең баҡсаһында «Уңыш байрамы».

Балалар  матур итеп биҙәлгән залға инәләр.Унда ауыл өйҡнөң макеты,көҙгө ағастар,йәшелсә баҡсаһы, ҡойма.Ҡунаҡтарҙы өләсәй ҡаршы ала.

Өләсәй:Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар!Бына көҙ килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ...Эшкә әүрәп ваҡыттың үткәнен дә абайламағанбыҙ.Баҡсала инде күптән йәшелсә-емеште йыйып бөттөк,хәҙер ял итеп алһаҡ та була.Бөгөн һеҙ минең баҡсамда ҡунаҡта,әйҙәгеҙ көҙ байрамын башлайыҡ.Балалар, һеҙ көҙ тураһында йыр беләһегеҙме?Улайһа, рәхим итегеҙ!

Йыр «Уңыш байрамы».

Өләсәй:Күрмәнегеҙме,Хәким олатайығыҙҙы?Ҡайҙа булған икән?

Зал буйлап эҙләй .Өй эсенән хырлап йоҡлаған тауыш ишетелә.

Ой, ниндәй тауыш ул?Был бит минең Хәкимкәйем, матурҡайым, берҙән-берем!Көнө буйы ял да итмәй баҡсала йәшелсәләрҙе йыйҙы, арып киткәндер.  Әйҙәгеҙ беҙ уны уятайыҡ!Хәкикәйем, тор!Тиҙерәк тор!Өй артынан олатай сыға.

Олатай:Кем унда тауышлана,миңә йоҡо бирмәй?Өләсәһе кем шул тиклем ҡысҡыра,йоҡомдо бүлеп...Бер кемде лә күрмәйем! Күҙен ҡыҫып ҡарай.

Өләсәй:Эй,олатаһы тағы күҙлегеңде онотҡанһың бит!Ҡара әле күпме ҡунаҡ килгән!

Олатай: күҙлеген кейеп Бына хәҙер бик яҡшы күрәм!Балалар килгәндәр ҡунаҡҡа.Көҙ быйыл йомарт булды: баҡсала йәшелсәләр, емештәр бик күп уңды.Һеҙ , балалар көҙ тураһында нимәләр беләһегеҙ?Матур йыр беләһегеҙме?

Алып барыусы: Балалар, матур йырҙарыбыҙҙы, көҙгә бағышланған шиғырҙарыбыҙҙы һөйләп үтәйек.

Йыр «Осень милая, шурши»

Диана:Ҡыштырлашып һөйләшеп         И.Илһам:Елбәҙәктәй япраҡтар

             Эй, япраҡтар осалар                                  Тау,ҡырҙарҙы яптылар.

             Күбәләктәй елпенеп,                                  Өшөмәһен ерем тип,

             Ышыҡ булһа боҫалар.                                Түшәлешеп яттылар.

Азалия:Алтын сәсен тарап-үреп,        Искәндәр:Ағастар йәшел күлдәктә

             Һары күлдәген кейеп,                                Һуңғы көндәрен һанай.

Көҙбикә ҡунаҡҡа килде                                         Көҙ уларға күптән инде

Урманға йырлап-бейеп.                                         Сыбар кейемдәр һайлай.

Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.

Ҡайындар,тирәк,талдар

Һарынан күлдәк кейгән.

Алтынай:Көтөп алам алтын көҙҙө,

                  Көҙ матур, йомарт була.

                   Ҡояш апай бүләгенән

                   Баҡсалар,ҡырҙар тула.

Япраҡтар менән бейеү.

Олатай:Бик матур йырлайһығыҙ, бейейһегеҙ икән!

Алып барыусы:Эйе, беҙ бейергә бигерәк тә яратабыҙ, шулаймы балалар?

Парлы бейеү.

Малайҙарҙың ҡалпаҡтар менән бейеүе.

Ҡыҙҙарың батмус бейеүе.

Өләсәй:Бигерәк матур бейейҙәр ,олатай шулаймы? Мин дә яратам бейергә, баҡсала картуф күп булғайны сүпләй торғас билем ауыртты.Картуф тигәндәй,олатаһы картуфты сүпләп бөттөкмө ул?

Олатай:Юҡ,аҙыраҡ бар.

Алып барыусы:Балалар,олатай менән өләсәйгә ярҙамлашабыҙмы?

Уйын «Картуф йыйыу».

Өләсәй:Бына рәхмәт,эшебеҙ ҙә бөттө.Көҙ көнө барлыҡ йәшелсә өлгөрә,бәшмәктәр йыйыу осоро башлана.Урманға барып булмай, арыттыра .

Алып барыусы:Ҡайғырмағыҙ өләсәй,олатай хәҙер беҙ балалар менән барыһын да йыйып бирербеҙ.Йәшелсәһен дә, емешен дә , бәшмәкте лә айырып һалып ҡуйырбыҙ кәрзиндәргә.

Уйын «Емеште,бәшмәкте,йәшелсәне йый».Балалар аяҡтарына галош кейеп кәрзиндәргә емештәрҙе,бәшмәктәрҙе һәм йәшелсәләрҙе айырып йыялар.

Өләсәй:Ниндәй ярҙамсылар!Ата-әсәйҙәрегеҙгә лә шулай ярҙам итәһегеҙме?

Балаларҙың яуаптары.

Олатай:Катуфты ла йыйып ҡуйҙыҡ бергәләшеп, өләсәһе онотоп торам йәшелсәләрҙе баҙға ташырға оноттом бит.

Алып барыусы:Бик борсолмағыҙ,хәҙер машиналар менән ташып бирәбеҙ.

Уйын «Машинала йәшелсәләрҙе ташы».

Өләсәй:Бик яҡшы уйлап таптығыҙ әле, машиналарығыҙға һалып ташыуҙы.

Бик ихлас бөгөн ҡунаҡтарыбыҙ,шулаймы олатаһы?

Алып барыусы: Балалар, олатай менән өләсәйҙе ҡыуандырып бер йырыбыҙҙы йырлайыҡ. «Ҡунаҡ булһаң-тыйнаҡ бул”- тигәндәр бит ололар. Һаубуллашайыҡ.

Йыр-уйын «Огородная хороводная».


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

Бал байрамы

Данный  сценарий  будет  интересен  музыкальным  руководителям, воспитателям и педогогам  дополнительного  образования...

Нардуған байрамы

Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...

КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»

познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического  народа Крыма. Познакомить с культурой,  с ремеслами крымс...