"Нардуған" фольклор байрамы
материал (старшая группа)
Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район
Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәге
муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Өлкәндәр төркөмө өсөн
"Нардуған" фольклор байрамы
Әҙерләне:
тәрбиәсе БайсуринаЗ.Ә.
Төп белем биреү өлкәһе: коммуникация
Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү,
социалләштереү, музыка, һаулыҡ һаҡлау.
Бурыстар.
Белем биреү: балаларға ҡыш һәм уның билдәләре, башҡорт халыҡының йола байрамдары,уларҙың
әһәмиәте тураһында яңы белем биреү.
Үҫтереүсе: балаларҙың аң-зиһенен, хәтерен, телмәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи: башҡорт халыҡ ижадына, йолаларына,
байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу,тыуған иленә, еренә һөйөү тәрбиәләү. Шатлыҡ тойғоһо бүләк итеү.
Алдан үткәрелгән сара: ҡыш тураһында йырҙар, шиғырҙар, бейеү өйрәнеү, байрам һәм уның әһәмиәте тураһында әңгәмә үткәреү, ҡыш көнө һаулыҡ һаҡлауҙың мөһимлеген аңлатыу.
Байрамса биҙәлгән залға ҡыҙ һәм малай йүгереп килеп сығалар, байрамға саҡыралар.
Нар – нар нардуған,
Нардуғанға бар, туған!
Ҡурай уйнай. Балалар залға инәләр.
Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, балалар! Ниндәй байрамға йыйылдығыҙ?
Балалар. Нардуғанға, Нардуғанға!
Селлә бабай инә, балаларҙан һаулыҡ һораша.
Балалар. Олатай, Нардуған тураһында һөйләгеҙ әле.
Селлә бабай. Балалар, Нардуған байрамы 22 декабрҙән 1 ғинуарға тиклем үткәрелә. Байрамда тары бутҡаһы бешерәләр. Бергәләшеп теләктәр теләп
бутҡа ашау ҡеүәтте, ризыҡты арттыра тип иҫәпләгәндәр. Балалар, әйҙәгеҙ түңәрәккә йыйылышып, Нардуғанға һамаҡлайыҡ.
Нар- нар Нардуған,
Нардуғанға бар, туған.
Сәй- шәкәрен алып бар,
Матур күлдәк кейеп ал.
Нар- нар нарына,
Бәхет бирһен барына.
Уңыш килһен йылына,
Ризыҡ артһын йортоңа.
Нар-нар нарына, шатлыҡ артһын барына!
Алып барыусы. Балалар, байрамға ниндәй бүләк алып
килдегеҙ?
Балалар. Йыр-бейеүҙәр, йомаҡ-мәҡәлдәр алып килдек.
Алып барыусы. Афарин, балалар! Әйҙәгеҙ, ҡыш тура-
Һында йырҙар йырлайыҡ.
Йыр ‘’Ҡыш’’(С. Әлибай шиғыры, А Ҡобағошов көйө)
Алып барыусы. Хәҙер мин һеҙгә йомаҡтар ҡоям, ә һеҙ
яуаптарын табығыҙ.
Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Үҙе һүрәт төшөрә.(һыуыҡ)
Балтаһыҙ, бысҡыһыҙ күпер һалған.(һыуыҡ)
Урамда айыу олой.(буран)
Селлә бабай. Һай, афарин, балалар. Улай булғас миңә
бейеп тә күрһәтегеҙ.
‘’Башҡорт полькаһы’’бейеүе башҡарыла.
Өс бала уртаға сығып шиғыр һөйләйҙәр.
1. Аҡ ҡар баҫҡан яланды,
Ҡураларҙы, соланды.
Ябалаҡлап ҡар яуа,
Бөгөн буранлы һауа.
2. Ҡыш килгәс тә хайран ҡалды,
Урманға баҡты йәлләп,
Ағастарға яба һалды
Аҡ мамыҡтан шәл бәйләп.
3. Һыуығая, оҙоная төндәр,
Ҡыҫҡара матур көндәр.
Ҡыштың килеүе һиҙелде-
Ағастар аҡтан кейенде.
Балалар Селлә бабай менән ‘’Таш һалыш’’, ‘’Туңдырам’’ уйындарын уйнайҙар, теләктәр теләп
байрамды тамамлайҙар.
Нар-нар, Нардуған,
Барың бәхетле булһын.
Яңы йыл ҡотло булһын,
Нардуғаным нар булһын,илебеҙ тыныс, бай булһын
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
nardugan.docx | 17.31 КБ |
Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Шежере-байрамы
«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...
Кәкүк сәйе байрамы.
Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1. Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3. Йолаларға ҡарата, башҡ...
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...
Сәскәләр байрамы
Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...
Бал байрамы
Данный сценарий будет интересен музыкальным руководителям, воспитателям и педогогам дополнительного образования...
Нардуған байрамы
Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...
КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»
познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического народа Крыма. Познакомить с культурой, с ремеслами крымс...