Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Көҙ байрамы
методическая разработка (подготовительная группа)

Туйгунова Алия Юлаевна

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Көҙ байрамы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koz_podgot.docx17.56 КБ

Предварительный просмотр:

Көҙҙөң тылсымлы ҡылҡәләме

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн

Музыка аҫтында балалар 4 колоннаға теҙелеп инәләр. Япраҡтар бейеүе башҡаралар.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар, балалар!

Алтын һибелгәндәй гүйә,

Һап-һары ерҙең өҫтө

Ағастарҙың да япрағы

Алтынға манған төҫлө

Һары япраҡтар ҡыштырлап

Һибеләләр туң ергә

Әйтегеһсе балалар

Был ҡайһы саҡ була? (Балаларҙың яуабы)

Балалар шиғыр һөйләйҙәр

Йыр «Көҙ еткәс»

(йыр бөткәс балалар урындарына барып утыралар)

Алып барыусы: Байрамыбыҙҙы дауам итеп Көҙһылыуҙы ҡунаҡҡа саҡырайыҡ!

(Экранда көҙ һүрәте килеп сыға)

Көҙһылыу (Тауышы) : Һаумыһығыҙ минең ҡәҙерле дуҫтарым, мин Көҙһылыу. Хәлдәрегеҙ нисек? Балалар баҡсаһында барыһы ла яҡшымы? Япраҡтар ҡойоламы? Ҡоштар йылы яҡҡа китәме? Еләк – емештәр өлгөрҙөмө? Әсәйҙәрегеҙ әрләшмәйме? (Балалар яуап бирә)

Көҙһылыу (Тауыш): Ярай улайһа. Балалар, ә минең һеҙгә бүләгем бар.

(Экранда көҙгө пейзаж күренә)

Бына көҙгө пейзаж – ул бик матур, асыҡ. Бына ағастар, ямғыр яуа, һары япраҡтар осалар... Был картинаны мин бик тырышып эшләнем, төрлө төҫтәр менән буяным. Хәҙер мин һеҙгә тиеп әҙерләгән күстәнәстәремде алып тиҙҙән килеп етермен.

Алып барыусы: Әлбиттә Көҙһылыу һине көтөп ҡалабыҙ, тиҙерәк килеп ет.

Ямғыр һәм йәшен тауышы ишетелә. Болот килеп инә.

Болот: Әәәәә, тотолдоғоҙмы балалар, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Мин яуыз, йәшенле Болот булам. Мин байрамдар яратмайым! Хәҙер бөтәгеҙҙе лә ямғыр менән ҡойондорам! Бар, сығып бөтөгөҙ бынан. (балаларҙы ҡыуа).

Алып барыусы: Беҙ бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, беҙҙең балалар бит Көҙһылыуҙы ҡунаҡҡа көтә.

Болот: Ә ни өсөн бөтәһе лә Көҙһылыуҙан һоҡлана? Тапҡанһығыҙ кемгә һоҡланырға. Болотһоҙ һәм ямғырһыҙ көҙҙө күргәнегеҙ бармы?

Алып барыусы: Болот, болот, тауышланма, беҙҙең байрамды боҙма, балаларҙы ҡурҡытма!

Болот: Әһәәә, шулай тиһегеҙме. Картиналарығыҙҙы юйып ташлайым, ҡыҙыл, һары, алтын төҫтәрегеҙҙе юҡҡа сығарам!

Ҡурҡыныс музыка, экранда картинала матур төҫтәр юҡҡа сыға.

Япраҡ ҡыштырлаған тауыш ишетелә.

Болот: (тыңлай) Был кем япраҡтар кыштырлата икән...Күрәһең Көҙһылыу ашҡына. Ә миңә ҡайтырға ваҡыт, һау булығыыыҙ! (ҡасып сығып китә).

Көҙһылыу ҡулына корзина тотоп килеп инә.

Көҙһылыу: Һаумыһығыҙ балалар! Һеҙ мине саҡырғайнығыҙмы? Ҡайһылай матур һеҙҙең зал, мин әҙерәк һуңланым, матур кейемдәремде кейҙем, күстәнәстәр алдым. Бына алығыҙ (корзинаны тәрбиәсегә бирә, экранға ҡарай) Балалар, ә картиналағы матур, сағыу төҫтәр?

Алып барыусы: Был Болоттоң эше Көҙһылыу!

Көҙһылыу: Эй ошо яуыз Болотто, күпме тапҡыр аңлаттым, һәр миҙгел үҙенсә матур тип, ә  ул: “Мин бында хужа, мин иң матуры”. Ярай, балалар, беҙ барыһын да төҙәтербеҙ, көҙҙөң сағыу төҫтәрен ҡайтарырбыҙ. Ә миңә дуҫтарым ярҙам итер. Бына минең тылсымлы ҡәләмем, бөтә төҫтәрҙе кире ҡайтар, япраҡтарҙы матур төҫкә индер (тылсымлы кисточка менән һелтәй)

Тылсымлы музыка уйнай.

Алып барыусы: Ә беҙ балалар Көҙһылыуға матур йыр бүләк итәйек.

Йыр «Япраҡтар байрамы»

Йырҙан һуң картина матур төҫкә инә.

Көҙһылыу: Балалар, ҙур рәхмәт һеҙгә! Һеҙҙең өсөн мин уйын әҙерләнем, Шалҡан тип атала. Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ, уйын өсөн 2 команда 6шар бала кәрәк.

Көҙһылыу:  Афарин балалар! Ә хәҙер мин һеҙгә йомаҡтар ҡоям, тыңлағыҙ әле:

1. Олоһо ла, кесеһе лә эшләпә кейгән. Бәшмәк

2. Аяҡһыҙ – ҡулһыҙ,үҙе мең ҡат кейенгән. Кәбеҫтә

3. Бабай ҡат – ҡат тун кейгән, сисендерһәң – иларһың. Һуған

4 Ҡыҙарып беште, ергә төштө. Алма

5. Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ, эсетулы – халыҡ. Ҡыяр

6. Үҙе йомро – ай түгел, төҫө һары – май түгел, ҡойроғо бар – сысҡан түгел. Шалҡан.

Уйын «Әйе, юҡ»

Көҙ көнө күп ҡоштар йылы яҡҡа осалар  (Әйе)

Көҙ көнө  ағастар бөрөләнә.         (Юҡ)

Көҙ көнө  уңыш йыялар (Әйе)

Көҙ көнө  каникулдан һуң мәктәптә уҡыуҙар башлана (Әйе)

Көҙ көнө  йылғаларҙа боҙ (Юҡ.)

Көҙ көнө  ағастарҙан япраҡтар ҡойола (Әйе)

Көҙ көнө  - еләк йыялар (Юҡ)

Көҙ көнө һыу инәләр, ҡыҙыналар.                                                                          (юҡ)

Көҙ көнө  беренсе ҡар яуа. (Әйе)

Көҙ көнө  пасха байрамы уткәрелә!  (юҡ)

Көҙ көнө  яңы йыл байрамы үткәрелә (Юҡ)

Көҙ көнө  йәйге каникул башлана   (Юҡ)

Уйын «Бәшмәк йый»

 

Көҙһылыу: Ҡайһылай уңған балалар! Беҙгә Болот менән дуҫлашырға ваҡыт етте. Әйҙәгеҙ бергәләп Болотто саҡырайыҡ.

Балалар: Болот, болот кил беҙгә

Уйнарбыз бергә – бергә.

Болот килеп инә

Болот: Балалар, һеҙ мине саҡырҙығыҙмы? Мине ғәфү итегеҙ зинһар өсөн, мин һеҙҙең менән дуҫлашҡым килә. Минең менән уйнарға ризаһығыҙмы?

Балалар: Әйеее....

Болот: Уйын “Бәшмәк йый” тип атала. Был уйында ла 2 команда кәрәк, командала 10 кеше. Корзина тотоп йүгереп икенсе остан бәшмәк алып, кире йүгереп корзинаны иптәшенә бирә. Шулай уйын дауам итә.

Уйын “Бәшмәк йый”

Көҙһылыу: Афарин балалар, миңә йыр бик оҡшаны! Балалар, һеҙҙә шул хәтлем күңелле, шуның өсөн һеҙгә үҙемдең баҡсамдан тәмле күстәнәстәр алып килдем (бирә А.б)

Болот: Урааа...

А.б: Балалар, Көҙһылыуға, Болотҡа рәхмәт әйтәйек.

Көҙһылыу: Бына инде хушлашырға ла ваҡыт килеп етте. Ҙур рәхмәт һеҙгә байрам өсөн, мине ҡаршы алғанығыҙ өсөн. Һау булығыҙ!

Балалар: Һау булығыҙ!

Болот: Миңә лә байрам ныҡ оҡшаны!Һау булығыҙ!

Көҙһылыу һәм Болот сығып китәләр.

Алып барыусы: 

Күңелле бөгөн беҙҙә,

Көҙ байрамы булғанға.

Бейенек тә, йырланыҡ,

Уйнап, көлөп күңел астыҡ.

Бына инде беҙҙең байрам аҙағына ла килеп етте. Әйҙәгеҙ төркөмгә барып  көҙһылыуҙың күстәнәстәрен ауыҙ итәйек 

Музыка аҫтында балалар залдан сығалар


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.                                ...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәтеМаҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтере...

Мәктәпксә әҙерлек төркөмө балалары өсөн дәрес –сәйәхәт

Балаларҙы театр төрҙәре менән таныштырыу, музыкаль театрҙар тураһында күҙаллауҙар булдырыу, тирә-йүнде , сәнғәт  әҫәрҙәрен таныу,  тирә-яҡ мөхиткә эстетик ҡараш тәрбиәләү. Музыка, матур әҙәб...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!".

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!"....