Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә музыка дәресе
план-конспект занятия по музыке (подготовительная группа)

Туйгунова Алия Юлаевна

Конкурсное музыкальное занятие

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon konkursnoe_zanyatie_tuygunova_a.yu_.doc70.5 КБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы муниципаль районының

Баймаҡ ҡалаһы балалар үҫтереү үҙәге – “Йондоҙло” балалар баҡсаһы

Муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Раҫланды:

Балалар үҫтереү уҙәге –

“Йондоҙло” балалар

Баҡсаһы мөдире

Рәхимғолова Р.А.

«КӨҘГӨ УРМАНҒА СӘЙӘХӘТ»

 темаһына асыҡ дәрес

(мәктәпкә әҙерлек төркөмө)

Музыка етәксеһе:

Тойғонова Ә.Ю.

Баймаҡ – 2020

Тема: «КӨҘГӨ УРМАНҒА СӘЙӘХӘТ»

Төркөм: “Аҡ елкәндәр” мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө

Маҡсат:

- Нәфис-ижади һәләттәрҙе үҫтереү.  

- Балаларҙы музыка тыңлау культураһына, уға ҡарата булған уй хистәрен, тәьҫораттарын, кәйефтәрен һөйләргә өйрәтеүҙе дауам итеү;

-   Йырлау, ритмды тойоу һәләтен, дикция һәм артикуляцияны үҫтереүҙе нығытыу;

- Музыка аша балаларҙа матурлыҡ тойғоһон үҫтерү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү һәм уны һаҡларға өйрәтеүҙе нығытыу.

Йыһазландырыу:

  1. Проектор
  2. Ноутбук
  3. Музыкаль центр
  4. Фортепиано
  5. Биҙәлгән Конверт менән хат
  6. Япраҡтар
  7. Музыка ҡоралдары

Музыкаль репертуар:

       1. Һаулыҡ һорашыу “Хәйерле иртә” (“Был мин”А.Зиннурова көйөнә)

       2. Музыкаль-ритмик хәрәкәттәр “Көйлө һуҡмаҡ”(попурри башҡорт халыҡ бейеүҙәре)

              3. Тумыртҡа тауышы

       4. Музыкаль-бармаҡ уйын “Ҡоштар-бармаҡтар”

       5. Ҡоштар һайраған тауыш

       6.  Музыка тыңлау «Октябрь. Осенняя песнь» П.И.Чайковский

       7. Йыр: “Әсәйем - ҡәҙерлем” Ә.Зиннурова муз.

       8. Йыр: “Көҙ еткәс” М.Бикбова муз.

       9. Музыка ҡоралдарында уйнау

       10. Япраҡтар менән бейеү

Дәрес барышы:

(Музыкаль зал Көҙ темаһына биҙәлгән. (СЛАЙД 1) “Уңыш байрамы” тигән йырға балалар залға инәләр ҙә ярым түңәрәк яһап торалар)

       М.е. Һаумыһығыҙ, балалар!

Б. Һаумыһығыҙ!

М.е. Кәйефегеҙ шәпме?

Б. Әйе!

М.е. Әйҙәгеҙ, бергәләп яҡшы кәйефебеҙҙе уртаҡлашып, барыһы менән һаулыҡ һорашайыҡ.  

Музыкаль һаулыҡ һорашыу 

  ҺАУМЫ ҠОЯШҠАЙ (подн.снизу вверх скрещ.кисти рук )

 ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ    (плавно опускают руки в стороны )

 РӘХӘТ КҮҢЕЛГӘ (руки к груди)
         БУЛҒАС БЕҘ БЕРГӘ (разводят руки в стороны)

 БӨТӘ ДОНЬЯҒА (снизу вверх разводят руки в стороны )

 СӘЛӘМ ЕТКЕРӘМ (машут поднитыми вверх руками)

          МАТУР КӨН ТЕЛӘП  (плавно опускают руки в стороны )

          ЙЫЛМАЙЫП КӨЛӘМ (прикладывают ладони к щеке)

М.е. Балалар, бөгөн беҙгә хат килде. Ҡарағыҙ әле, ул ябай түгел.

Кемдән икән был хат! Уҡыйыҡмы? (Әйе)

“Ҡәҙерле, балалар! Һеҙҙе көҙгө урманға ҡунаҡҡа – сәйәхәткә саҡырам һәм һеҙгә бер үтенесем бар...Тик урманға килгәс артыҡ шауламауығыҙҙы һорайым. Минең кем икәнемде белер өсөн йомағымды сисегеҙ.

Ағастарҙан, һарғайып,

Япраҡтар ергә төшә.

Баландар ҡыҙарып бешә,-

Был ниндәй ваҡыт етә?

М.е. Дөрөҫ балалар, был – Көҙ, тимәк хатты беҙгә Көҙһылыу ебәргән!

М.е. Балалар, шунан, урманға сәйәхәткә барабыҙмы? (балаларҙың яуаптары) Улайһа юлға сығайыҡ!

М.е. Беҙҙе урманға “Көйлө һуҡмаҡ” алып киләсәк.           

    Муҙыкаль-Ритмик Хәрәкәттәр

Ҡулға - ҡул беҙ тотонайыҡ    (идут по залу змейкой)

Бергәләп кенә атлайыҡ

Баҫтыҡ аяҡ осона                   (идут хороводным шагом)

Шым ғына киттек алға

Хәҙер бейеп алайыҡ                 (идут дробным шагом)

Тыпырлатып ҡарайыҡ

Тик шуны онотмайыҡ:            (выпрямились)

Арҡаны төҙ тотайыҡ

Юлда ята күләүек                 (приставной шаг)

Беҙ уны аша үттек

Баҫтыҡ аяҡ осона                   (легкий бег на носочках)

Һәм йүгерҙек урманға

Тағы ашыҡмай барайыҡ    (идут хороводным шагом)

Аяҡ осонан атлайыҡ

Инде мөмкин туҡтарға    (дети останав. образуя круг)

Килеп еттек урманға

М.е. Бына балалар, урманға килеп тә еттек. Ниндәй саф һауа! Әйҙәгеҙ, тәрән итеп һулыш алайыҡ, тын алайыҡ! (дыхательная гимнастика Стрельниковой “Кошка”)

Тирә-яҡҡа ҡарағыҙ әле, урман аҡланы ниндәй матур төҫтәр менән биҙәлгән!

Балалар! Урман әле тыныс – тыңлағыҙ әле, япраҡ ҡыштырлаған тауыштар ишетелә, тәбиғәт ҡышҡы йоҡоға талырға әҙерләнә.

М.е. Ҡыҙҙар – малайҙар, әйҙәгеҙ әле беҙ һеҙҙең менән ошо төрлө төҫтәге япраҡтар менән бейеп алайыҡ. (Япраҡтар менән бейеү)

(Ҡапыл тумыртҡаның туҡылдаған тауышы ишетелә)(фонограмма)

М.е. Балалар, был ниндәй тауыш? Һеҙ таныйһығыҙмы? (балаларҙың яуаптары) Был бит тумыртҡа, үҙенең йылы яҡҡа осоусы дуҫтарына сәләм ебәрә. Әйҙәгеҙ, беҙ уға ярҙам итәйек.

Музыкаль - бармаҡ уйын “Ҡоштар-бармаҡтар”

   (на вступление - взмахи руками в стороны)  

  ПТИЦЫ - ПАЛЬЧИКИ ЛЕТЯТ  - взмахи руками в стороны

 ТО ВПЕРЕД, А ТО НАЗАД - взмахи  вперед и к себе

 ЧТО ЗА ПТИЦЫ НАЗОВИ - взмахи вперед

 ЭТ11О ПАЛЬЧИКИ МОИ - показали ладони на себя, в сторону

 ВВЕРХ ВЗЛЕТЕЛИ ВЫСОКО - постеп.подним.руки над головой

  ПОЛЕТЕЛИ ДАЛЕКО

 ВОТ УЖЕ НАД ГОЛОВОЙ - скрещив. руки над головой

 НЕ ПОРА ЛИ ВАМ ДОМОЙ

 ПТИЦЫ ВОЗВРАЩАЛИСЬ - постеп.опускают руки

 ПЛАВНО ОПУСКАЛИСЬ - постеп.садятся на корточки

ПРИЛЕТЕЛИ СЕЛИ

КУШАТЬ ЗАХОТЕЛИ - соед-я двигают боль.пальец с остальными

ПРОСТО ПОКЛЕВАЛИ - изобр.указательным пальцем

ВИДНО ЧТО УСТАЛИ - поглаживают ладони

ПАЛЬЦЫ ОТДЫХАЮТ - сложили руки

И ОПЯТЬ ЛЕТАЮТ - встали (за 1 разом)

БОЛЬШЕ НЕ ЛЕТАЮТ - сложили руки (за 2 разом)

Көҙгә бағышлап шағирҙар матур шиғырҙар яҙған. Рәссамдар картиналар ижад иткән. Ҡарағыҙ әле, ул көҙ миҙгелен үҙенең картинаһында ҡайһылай матур итеп  һүрәтләгән! Ысынлап та ул шулай бит! Тап ошо ваҡытта, көҙ миҙгелендә, тәбиғәт көндән – көн төрлө – төрлө төҫтәргә сума бара. (балалар ултығыстарға ултыралар)

М.е. Тағы ла Көҙгә бағышлап композиторҙар музыка ла ижад иткәндәр.

Балалар, ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән бер көй тыңлайбыҙ. Исемен әйтмәй торам! Һеҙ уға үҙегеҙ исем ҡушып ҡарағыҙ.  Күҙ алдығыҙға ниндәй һүрәт килер. Ихтибар менән генә тыңлайбыҙ!

ТЫҢЛАУ “Октябрь” Петр Ильич Чайковский

М.е Был көй һеҙгә оҡшанымы?

       Был кой күңеллеме әллә күңелһеҙме?

М.е  Әйе, был көй моңһоу, яй һәм күңелһеҙ интонациялы тип әйтеп була!

       Ниндәй һүрәт күҙ алдығыҙға килде?

       Был көйгә ниндәй исем ҡушыр инегеҙ?

    (СЛАЙД) Беҙ бөгөн бөйөк рус композиторы, дирижер һәм педагог  Петр Ильич Чайковский ижад иткән “Октябрь” тигән музыкаль пьесаны тыңланыҡ...Әйҙәгеҙ, бергә ҡабатлайыҡ әле “Октябрь”.  

М.е: Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән үткән дәрестәрҙә өйрәнгән “Көҙ етткәс” йырын бергәләп башҡарайыҡ әле...

Йыр «Көҙ еткәс»  М.Бикбова муз.

        М.е Балалар, әйтегеҙ әле, беҙҙең ниндәй байрам яҡынлашып килә әле? (балаларҙың яуаптары)

М.е Афарин, дөрөҫ әйттегеҙ! Әсәйҙәр көнө етеп килә.

М.е Һеҙгә мин яңы йырҙы йырлап ишеттерәм. Тыныс ҡына тыңлайбыҙ!

        Йыр “Әсәйем - ҡәҙерлем” Ә.Зиннурова  (таныштырыу) 

М.е Оҡшанымы һеҙгә был йыр? Әйҙәгеҙ инде өйрәнә башлайыҡ

   (Певческая установка, послушать 1 звук) (Балалар м-н ҡабатлатам)

Ә хәҙер көй менән йырлап ишеттерәм. Әйҙәгеҙ хәҙер бергәләшеп.

(разучивание по фразам 1 куплета )

Бөгөнгә етеп торор. Икенсе дәрестә дауам итербеҙ!

(Көй аҫтында залға Көҙһылыу килеп инә)

Көҙһылыу: Һаумыһығыҙ ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Һеҙҙең тәбиғәтте яратҡанығыҙҙы һиҙеп торам. Мин бынан алыҫ түгел инем, шуға күрә бөтәһендә күреп тә, ишетеп тә торҙом. Һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

М.е Һаумы, Көҙһылыу! Көҙғы урманға саҡырғаның өсөн ҙур рәхмәт!

Ә һин килгәндә беҙ тылсымлы тауыштар ишеткәйнек!

Көҙһылыу: Ә, оҡшанымы һеҙгә был тауыш! Был бит музыка ҡоралы тауыштары!

Мин һеҙгә ошо музыка ҡоралдарын алып килдем, әллә миңә уйнап күрһәтәһәгеҙме? ...(балалар ултырғыстар эргәһендә баҫып торалар)

Музыкаль ҡоралдарҙа уйнау - Башҡорт халыҡ йыры “Хәтирә”

М.е Рәхмәт һиңә, Көҙһылыу! Һинең менән бик күңелле булды! Ләкин беҙгә ҡайтырға кәрәк.

Көҙһылыу: Миңә лә һеҙҙең менән бик күңелле булды! Һеҙ мине онотмағыҙ, урманға йышыраҡ килегеҙ. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләйек, урманды бергәләшеп һаҡлайыҡ

М.е Беҙ һиңә ҙур рәхмәт тип әйтәбеҙ, балалар, рәхмәт әйтәйек.

Көҙһылыу. Туҡтағыҙ әле, балалар, һеҙҙе күстәнәсһеҙ ҡайтарып ебәреүе нисектер уңайһыҙ һымаҡ. Мин һеҙгә буш ҡул менән килмәнем. Көҙ ул мул уңыш йыйған мәл икәнен барығыҙҙа беләһегеҙ! Бына һеҙгә тәмле, һутлы алмалар, ауыҙ итегеҙ!

 М.е: Күстәнәсең өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Көҙһылыу!

Тылсымлы көй аҫтына м.е.балаларға күҙҙәрен йоморға тәҡдим итә, шул ваҡыт Көҙһылыу сығып китә. Балаларҙың кире залға ҡайтыуҙарын м.е. белдерә һәм кире урындарына үтеүзәрен һорай.

М.е: Бына беҙҙең көҙғө сәйәхәтебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы? Нимә оҡшаны? Нимә эшләнек? Кем осраны? Ниндә кәңәштәрен әйтте?

Ниндәй көй тыңланыҡ, йыр йырланыҡ? Кем яҙған?

 (Көй аҫтында сығып китәләр)

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе

Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.                                ...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәтеМаҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтере...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Маҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәләре; башҡортса аралашыуға ынтылы...

Балалар баҡсаһында музыка дәресе. Тема: Әкиәттә ҡунаҡта .

Балалар баҡсаһында музыка дәресе.Тема: Әкиәттә ҡунаҡта ....