Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе
план-конспект занятия (подготовительная группа)

Туйгунова Алия Юлаевна

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mktpk_zerlek_torkomo_oson_muzyka_drese.docx15.51 КБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн музыка дәресе.

*Ҡурай- серле моңдар иле*

Төп белем биреү өлкәһе- музыка

Белем биреүсе интеграциялар- коммуникация, нәфис әҙәбиәт, художественное творчество

Белем биреүсе маҡсат- башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай менән төптәнерәк танышыу

Йыр йырлағанда ҡабаланмай, көйҙө дөрөҫ итеп башҡарыу

Бейеү хәрәкәттәрен үҙ аллы башҡарыу

Башҡорт ҡурайсылары менән яҡындан таныштырыу

Үҫтереүсе маҡсат- балаларҙың күҙаллауын үҫтереү

Тәрбиәүи маҡсат- Тыуған илгә, башҡорт халыҡ көйҙәренә һөйөү тәрбиәләү, мәшһүр ҡурайсыларға ихтирам тойғоһо тәрбиәләү

Атрибуттар: ҡурай көйҙәренә аудиояҙма, ҡурайҙар, башҡорт костюмдары, төҫлө ҡаҫыҙҙар, елем, кисточка, төҫлө картон, интерактив таҡта, баян.

Үткәреү алгоритмы

Талғын ғына ҡурай моңо яңғырай.

Муз.етәксеһе:

Ниндәй моң был, ҡайҙан ишетелә

Ҡоштар тауышымы әллә кем белә?

Шишмә тауышымы әллә

Сихри моң ҡайҙан килә?

Балалар: Был бит ҡурай моңо…

Музыка етәксеһе: Эйе, дөрөҫ, был ҡурай. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән башҡорт халыҡ музыка ҡоралыҡурай менән яҡындараҡ танышырға йыйылдыҡ.Ҡурайҙың нисек барлыҡҡа килгәген беҙ һеҙҙең менән төрлө башҡорт халыҡ әкиәттәренән һәм легендаларынан ишетеп беләбеҙ.Элек-электән ҡурай моңо башҡорт батырҙарын яуҙа ла, һунарҙа ла, эштә лә оҙатып барыр булған.

1-се слайдты күрһәтеү.

Ул башҡорт халҡының шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлашҡан.

Беҙ һеҙҙең менән ҡурайҙың һигеҙ тотамдан яһалғанын беләбеҙ.Әйҙәгеҙ шуны күрһәтеп китәйек әле.

2-се слайд.

-Ҡурай…

-Әү!

-Ҡайҙа үҫтең?

-Урманда…

-Кем ҡырҡты?

-Ҡурайсы

-Ни эшләргә?

-Уйнарға!

Һай, афарин! Ә хәҙер миңә ҡурай тураһында шиғыр һөйләп ишеттерегеҙ әле!

Бала: Тылсымлы ҡурай иле

Серле сәскәләр иле

Изге нур сәсһен ергә!

Муз. етәксеһе: Ҡурай сәскәһе- беҙҙең Республикабыҙҙың тамғаларының береһе. Балалар, ә ҡайҙа күргәнегеҙ бар һеҙҙең уларҙы?

Яуап: Башҡортостан гербында һәм флагында. 3-сө слайд.

Эйе, ә ул нимәне аңлата икән?

Яуап: Халыҡтар дуҫлығын.

Эәе, беҙ төрлө милләттәр менәнреспубликабыҙҙы бик татыу йәшәйбеҙ.

Әйҙәгеҙ хәҙәр беҙ Ә.Зиннурованың *Ҡурай* исемле йырын йырлап алайыҡ.

*Ҡурай* йыры йырланыла.

Муз.етәксеһе: Ҡасандыр, Йомабай Иҫәнбаев исемле атаҡлы ҡурайсыҡурайҙа уйнап француз халҡын шаҡ ҡатырған.Ул беҙҙең урманда үҫкән ҡурайҙы өҙөп алып, көпшәһенән, тамашасылар алдындатишектәр уйыпуйнап ебәргән.Ә залда ултырыусылар иҫ киткес моңдо ишетеп, уны алҡыштарға күмгәндәр.Ә икенсе көн үк Париж гәзиттәрендә башҡорт ҡурайы тураһында яҙып та сығарғандар.4-се слайд.

Йомабай Иҫәнбаевтың исемен беҙҙең Аҡъярҙа музыка сәнғәт мәктәбе йөрөтә.5-се слайд.

Уның юлын дауам иттереүсе ҡурайсылар бик күп: Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дильмөхәмәтов, Азат Айытҡолов,Рәсүл Ҡарабулатов, Ишморат Илбәков. 6-сы слайд.

Һәм беҙҙең районыбыҙҙа лаҡурайсылар аҙ түгел . 7-се слайд.

Беҙ һеҙҙең менән ҡурай тураһында уйындар ҙа беләбеҙ.

*Ҡурай* уйыны уйнала.

Ә хәҙер беҙ ҡурай һүрәтен йәбештереп ҡарайыҡ.

Аппликация *Ҡурай*.

Муз.етәксеһе: Ҡурайҙа уйнау һәләтебыундан-быуынға бирелгән. Шуға күрә ләбер ғаиләлә олатаһынан алып ейәндәренә тиклем уйнағандар.

Ҡурайҙа уйнаған кешене кем тип атайҙар әле?

Яуап: Ҡурайсы

Шулай итеп беҙ бөгөнҡурай тураһында күп нимәләр белдек. Балалар,

Боронғолар аманатын

Онотмайыҡ һис бер ҙә

Тырышып эшләп,йырлап-бейеп

Рәхәт йәшәйек илдә!

Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе

Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.                                ...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәтеМаҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтере...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә музыка дәресе

Конкурсное музыкальное занятие...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Маҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәләре; башҡортса аралашыуға ынтылы...

Балалар баҡсаһында музыка дәресе. Тема: Әкиәттә ҡунаҡта .

Балалар баҡсаһында музыка дәресе.Тема: Әкиәттә ҡунаҡта ....