1 кескәйҙәр төркөмөндә 8 март байрамы
методическая разработка (младшая группа)
Предварительный просмотр:
Сценарий на 8 марта
(1 младш.башк.гр)
Алып барыусы: Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр һәм апайҙар!һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө 8 Март байрамы менән ҙотлайбыҙ!
Һәр йыл һайын килә был байрам
Һәр көн тыуған ҡояш шикелле,
Йылдар һайын данлай был байрам
Г-зәл кеше – әсә кешене!
Күңелле музыка аҫтында балалар залға инә.
Алып барыусы: Байрамды көтә – көтә
Беҙ тик кенә ятманыҡ
Йырҙар бейеүҙәр өйрәндек
Шиғырҙар ҙа ятланыҡ!
1-cе бала: Иң тәүге нәфис сәскәләр
Әсәйҙәр өсөн үҫкән
Яҙғы моңдар,таңғы нурҙар
Шул сәскәләргә күскән
2-се бала:Әсәйҙәр байрамы етте
8март бөгөн
Йылмайған ҡояш яғтырта
Илемдең аяҙ күген
3-сө бала:Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы
Һигеҙенсе март бөгөн
Байрам булғас бигерәк йәмле
Барыбыҙҙа шат бөгөн
ЙЫР “СӘПӘКӘЙ”
(Балалар ултырғыстарға ултыралар)
Ҡайҙалыр кеше йоҡлаған тауыш ишетелә.(хррр-хрр-хрр)
Алып барыусы: - Балалар, ишетәһегеҙме?Был ниндәй тауыш?Кемдер йоҡлаған тауышы ишетелә түгелме? (Ширма артында Карлсон йоҡлап ята)
Алып барыусы: Карлсон йоҡлап ята!
Карлсон, тор.Бында байрам башланды.
Карлсон: (зевает) – Нимә байрам башландымы ней?Мин һеҙҙе көтөп йоҡлап киткәнмен
Алып барыусы: - Ҡайғырма Карлсон байрам яңы ғына башланды
Карлсон: Ә шулаймы әллә!
Һаумыһыҡыҙ балалар
Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар
Килдем әле янығыҙға
Әсәйҙәрҙе, апайҙарҙы
Өләсәйҙәрҙе, ҡыҙҙарҙы
Байрам менән ҡотларға
Алып барыусы: Рәхмәт Карлсон! Ә һин ҡайҙан килдең?
Карлсон: Өләсәйҙән!
Алып барыусы: Нимә алып килдең?
Карлсон: Ҡоймаҡтар!
Алып барыусы: Ҡайҙа ҡуйҙың?
Карлсон: Урындыҡ аҫтына!
Алып барыусы: Бына ҡыҙыҡ!
Карлсон: Ә һеҙ ҡайҙа ҡуйыр инегеҙ?
Алып барыусы: Өҫтәлгә ҡуйыр инек
Өҫтөнә май ҡойор инек
Уға йыр йырлар инек
Шунан ашар инек!
Карлсон: Һеҙ ҡалай аҡыллығыҙ!Әйҙәгеҙ бергәләшеп йыр йырлайыҡ
ЙЫР “ҠОЙМАҠТАР“
Алып барыусы: Карлсон ҡулыңдағы сәскәләр ҡайһылай матур.
Карлсон: Тик мин ул сәсәкәләр менән нимә эшләргә белмәйем.
Алып барыусы: Бындай матур сәскәләрҙе һин беҙгә бүләк ит,ә балалар менән беҙ уйын уйнап күрһәтербеҙ.
Карлсон: Әлбиттә, бүләк итәм
Алып барыусы: Рәхмәт, Карлсон!
УЙЫН “СӘСКӘЛӘР”
БЕЙЕҮ “УТЯТА”
Карлсон: Афарин,балалар бигерәк матур бейейһегеҙ!
Ҡайһылай сибәр, матур ҡыҙҙар!Минең ҡурсағым шикелле!
Алып барыусы: Ә һинең ҡурсағың бармы?
Карлсон: Әйе мин уның менән уйнарға яратам.Ул шундай матур. Исеме Әлиә!
Алып барыусы: Әйҙә ҡурсағыңды байрамҡа саҡырайыҡ,уның менән уйнап алайыҡ!
(Көй аҫтында Карлсон ҡурсағын индерә)
Ҡусаҡ: Мин ҡурсаҡ, исемем Әлиә.Мин тыңлаулы, уйынсыҡтар менән ипле уйнаған балаларҙы яратам. Мин бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә яратам.
Алып барыусы: Бына Азалия ла ҡурсаҡ тураһында шиғыр белә!
АЗАЛИЯ ШИҒЫР ҺӨЙЛӘЙ
Ҡурсаҡ: - Рәхмәт Азалия, шиғыр бик оҡшаны!
Алып барыусы: Әйҙәгеҙ Әлиә менән уйын уйнап алайыҡ.
УЙЫН “БИР ҠУЛЫҢДЫ ӘЛИӘ”
Алып барыусы: Әлиә балалар һиңә бейеү әҙерләнеләр
БЕЙЕҮ “ДЕВОЧКИ ФАБРИЧНЫЕ”
Ҡурсаҡ: Рәхмәт, балалар! Бик оҫта бейейһегеҙ икән,һеҙ миңә бик оҡшанығыҙ.Ә хәҙер мин үҙемдең балалар баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт етте.Һаубулығыҙ!Байрам менән ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар һәм ҡыҙҙар!(Ҡурсаҡ сығып китә)
Алып барыусы: Балалар, әсәйҙәр байрамы яҙҙың беренсе айы мартта үткәрелә.Яһғыҙын ҡоштар тыуған яҡтарға ҡайталар,ҡарҙар ирей, үләндәр йәшәрә, ағастар бөрөләнә.
- Балалар, әйҙәгеҙ яҙ тураһында йыр йырлап ишеттерәйек.
ЙЫР «ЯҘ САҠЫРА”
(Балалар ултырғыстарға ултыралар)
ШИҒЫРҘАР
1-се бала Йырҙар йырлап,бейей-бейей
Түңәрәкте урайбыҙ
Әсәйҙәрҙе яратабыҙ
Уларҙы беҙ ҡотлайбыҙ
2-се бала Әсәйҙәрҙә шат бөгөн
Атайҙарҙа шат бөгөн
Бар кеше лә шат бөгөн
8 март бөгөн!
ЙЫР – БЕЙЕҮ “ШАЯН ЙЫР”
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе
Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...
«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты
Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы «Тәбиғәт күр...
«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.
Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...
8 март байрамы
8 март байрамы, өлкән төркөм өсөн...
Кескәйҙәр төркөмөндә Көҙ байрамы
2 се кескәйҙәр төркөмөндә көҙ байрамына иртәлек!...
"8 март байрамы"
Сценарий к празднику 8 марта...
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!".
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары өсөн 8 март байрамы сценарийы "Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Ҡотлайбыҙ!"....