Көҙ байрамы.
методическая разработка (подготовительная группа) на тему

Мурзабаева Гульфия Валеевна

"Көҙ байрамы" сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koz_bayramy.docx17.74 КБ

Предварительный просмотр:

Зал төҫлө япраҡтар менән байрамса биҙәлгән. Һалмаҡ көй аҫтында балалар тәрбиәсе менән залға инәләр.

Сара барышы:

ГВ -  Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ата-әсләр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән йыл да үтә торған көҙгө байрамға, уңыш байрамына  йыйылдыҡ.

(Музыка , балалар сыға)

Ни арала йәй үтте,

Матур көҙ килеп етте.

Шатлыҡ тулы был байрамды

Балалар күптән көттө! 

Балаларҙың шиғырҙары –

Ильнара- СӨМБӨЛӘ 
Сөмбөлә, сөмбөлә – 
Ниндәй байрам, кем белә? 
Был бит уңыш байрамы! 
Бына башаҡ бәйләме, 
Бына өлгөргән ҡабаҡ, 
Быныһы бойҙай, арыш. 
Бына шалҡан мең ҡарыш. 
Сөгөлдөр, кишер, һоло... 
Туйҙар яһарбыҙ оло. 
Әсетербеҙ буҙаһын. 
Бешерербеҙ ҡымыҙҙарын... 
Кәләш алырбыҙ егеткә. 
Күҙләп уңған ҡыҙҙары. 

Айлина- Үҫтергәнгә үҙебеҙ,
Мул уңышлы көҙөбөҙ.
Шатлана һәр беребеҙ,
Шуға балҡый йөҙөбөҙ.

Йыр “------------------------------------------------------”

А. Азалия

Тирə-яҡҡа Көҙ апай 
Һипте һары буяуын: 
Һары урман, һары тау 
Алып тора күҙ яуын. 
Ошо буяу көҙ еткəс, 
Ҡаплап ала ер өҫтөн. 
Йəп-йəшел ужым ғына 
Һаҡлай нисек йəй төҫөн? 
(Ф.Рəхимғолова)

Ильшат - Көҙ еткәс

Ағастарҙың ҡоро япраҡтары 
Унда-һанда ғына ҡалдылар. 
Ҡоштар осоп киткәс, яландары 
Йоҡлағандай шымға талдылар. 

Наҙгөл - Йәй беҙҙең менән!
Уҡыуҙар етте.
Йәй артта ҡалды.
Һары бишмәтен
Көҙ кейеп алды.

М. Азалия - Килдек күмәкләп көҙгө урманға,

Япраҡта нурҙар уйнап торғанда.

Япраҡтарҙың бар алы, һарыһы,

Бурҙат ҡыҙылы- матур барыһы.

ГВ - Әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар,шул матур япраҡтар менән бейеп күрһәтегеҙ әле!

Бейеү “Көҙгө япраҡтар”

Сөмбөл - Көҙ килгән,көҙ килгән,

Көҙ быйыл бик тиҙ килгән,

Ҡайындар,тирәктәр,талдар

Һарынан күлдәк кейгән

Көҙ килгән,тиҙ килгән

Тиҙ килгәнен кем белгән?

Көҙ бит һорап та тормаған

баҡсаға барып кергән.

Көҙһылыу - Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙҙе Уңыш байрамы менән ҡотлайым!Һеҙ бөгөн көҙгө баҡсанан муд уңыш йыйып, ҡыуанышып байрам ойошторғанһығыҙ икән. Минең һеҙгә ушңыш тураһында йомаҡтарым бар.

1. Алһыу битле ҡыҙ  үҫте,

Ҡыҙарып ергә төштө.(Алма)

 2. Ер  аҫтында еҙ бүкән,

Һәр көн ашайһың, иркәм. (Картуф)

3. Йәшкелт-аҡһыл төҫтә ул,

Ҡатлы-ҡатлы күлдәкле,

Әсәй турап ашҡа һала,

Ашағанда бик тәмле.(Кәбеҫтә)

4. Ҡуян бик ярата икән

Ул ҡыҙыл йәшелсәне.

Ҡыш көнөндә Ҡар бабайҙың

Танауы ул – беләңме?! (Кишер)

5. Әрсей һалһаң, йәһәт кенә

Күҙ йәштәрен ағыҙа.

Уны ашаһаң, ауырымайһың,

Кәрәк түгел дарыу ҙа! (Һуған)

6. Бәләкәй генә йорт – эсе тулы ҡорт. (Ҡыяр)

- Афарин, балалар! Баҡсала үҫкән йәшелсәләрҙе шәп беләһегеҙ икән! Һеҙ мине ҡыуандырҙығыҙ.

ГВ. – Сөмбөлә беҙҙең балалар эшкә лә шәп ул. Уңышты ла шәп йыйнайҙар. Уйын “Уңыш йыйыу” – кем тиҙерәк, күберәк уңыш йыя.

( ике бала ярыша) (Ошо ваҡыт мәсекәй әбей инеп Сөмбөләнең кисточкаһын урлай)

ГВ. – Әйҙәгеҙ балалар Сөмбөләгә үҙебеҙҙең уңыш тураһындағы йырыбыҙҙы ла йырлап ишеттерәйек.

Көҙһылыу – Афарин балалар. Бик матур йырлайһығыҙ, мине ҡыуандырҙығыҙ.  Ааа, минең ҡылҡәләмем ҡайҙа булған. Ошонда ғына һалып тоған инем.  Ах, бына бәлә! Миңә нимә эшләргә, мин белмәйем. (Сөмбөлә Ҡылҡәләмен эҙләп сығып китә)

Мәсекәй әбей – (Өйөн буяп йөрөй, үҙе һөйләп йөрөй).

 Урмандың ситендәге өйҙә мәсекәй йәшәгән,

 ҡыйығын, тәҙрәһен һарыға буяған,

Хатта ишеге ҡояшҡа оҡшаған.... (Ошо ваҡытта свет яҡтыртыла)

ГВ. – Бына Көҙһылыуҙың ҡәләмен кем алған икән,  һиңә оят түгелме Мәсекәй Әбей. Ҡылҡәләмде кире ҡайтарып бир.

МӘ. – Юҡ инде, миңә эләккәс юғалды тигән һүҙ.

ГВ. – Һин бит был ҡылҡәләмде һорамайынса алдың. Хәҙер Көҙһылыу нисек тәбтғәтте матурлай инде... Ҡара әле беҙҙең залды, нисек матур. Быны бит Көҙһылыу эшләне. Әле Көҙһылыуға ағастарҙы алтындан кейендерергә, ергә алтын келәм түшәйһе бар әле.

М.Ә. Эх һеҙ, хәйләкәр. Үҙегеҙ матур ерҙә йәшәрһегеҙ, ә мин буяуы уңып бөткән өйҙә йәшәргә тейешме ни... юҡ инде, өйөмдө матурлайым, матурлайымда рәхәтләнеп йәшәйем. Берәүҙе лә өйөмә индермәйәсәкмен (өйөнә китә)

ГВ. – Нимә эшләргә икән... нисек ҡылҡәләмде алырға икән... әһә, уйлап таптым, әйҙәгеҙ балалар мәсекәй әбейгә барабыҙ (МӘ-ң ишегенә туҡылдата). МӘ – Кәем андааа....

ГВ. – Был беҙ, һинең ҡунаҡтарың.

МӘ. – ниндәй ҡунаҡтар .... Индермәйем.

ГВ. – Беҙ Һиңә МӘ йыр йырлап ишеттерәбеҙ.

МӘ. – Йыр – мин йыр яратам. Тик ошо балалар йырлай белә ти ме ни...

ГВ. – Әйҙәгеҙ балалар йырлайыҡ әле

Йыр _______________________________________

МӘ. Йыр, бигерәк күңелемә үтеп инде. Тик барыбер Ҡылҡәләмде бирмәйем мин һеҙгә.

ГВ. – Беҙҙең балалар шиғырҙарҙы ла матур һөйләй ул.

Ғайсар - Көҙге урман бигерәк матур
Алтын төҫөнэ кергән.
Ҡойолған hары япраҡтар
Балаҫ булып түшәлгән.

Ағастар яланғас ҡалғас
Күк төҫкә кергән урман.
Безелдәмәй бөжәктәр ҙә
Ҡоштар тауышы тынған.

Гүзәл – Төнө буйы ямғыр ҡойҙо,

Мөрйәлә ел олоно

Шәрә тороп ҡалды хәҙер

 ағастарҙың олоно.

Гүзәли – әллә шулаә көҙ килгәнен

Беҙгә ел хәбәр итте,

Ҡышларға йылы яҡҡа

Ҡоштарҙы алып китте.

Тимур - Көҙ етте инде

Ҡоштар китерҙәр,

Йылы яҡтарға

Сәләм илтерҙәр.

Әҙилә - Көҙгө ҡояш 
Көҙгө ҡояш шаян икән, 
Күренә лә юғала. 
Нисек шулай көн буйына 
Арымай уйнай ала? 

ГВ. – МӘ беҙҙең балалар оҡшаны мы...

МӘ – Эйе, ҡалай афариндар. Ә миңә яңғыҙ күңелһеҙ.

ГВ. – МӘ, һинең дуҫтарың булмағанға ҡыйын.

МӘ. – Дуҫтар... Ә кем минең менән дуҫлашыр һуң...

ГВ. – Бына балалар менән дуҫлашҡың киләме...

МӘ. – Эйе, әлбиттә. (МӘ балаларға ҡулын бирә, һаулыҡ һораша, ярата) Көҙһылыу ҡайҙа икән... мин уны Ҡыйырһыттым, был бик алама. Көҙһылыу, Көҙһылыу (Көҙһылыу инә, МӘ уға ҡылҡәләмен бирә)

ГВ – Рәхмәт, МӘ.  Балалар әйҙәгеҙ ҡунаҡтарыбыҙға дуҫлыҡ бейеүен бүләк итәйек.Балалар башҡарыуында “Дуҫлыҡ” бейеүе.

Көҙһылыу: Рәхмәт балалар, бик матур бейенегеҙ. Байрам өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. (МӘ менән алма тараталар)

Һау булығыҙ, балалар,

Һау булығыҙ!

Тиҙҙән аҡ тунын алып

Елеп килер аҡ ҡыш та!

ГВ. Хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр байрамыбыҙға килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

Бал байрамы

Данный  сценарий  будет  интересен  музыкальным  руководителям, воспитателям и педогогам  дополнительного  образования...

Нардуған байрамы

Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...

КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»

познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического  народа Крыма. Познакомить с культурой,  с ремеслами крымс...