Бал байрамы
материал на тему
Сценарий праздника пригодится для музыкальных руководителей, воспитателей башкирских детских садов.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bal_bayramy.docx | 24.1 КБ |
respublika_kono.docx | 23.33 КБ |
syzr_kono.docx | 20.28 КБ |
olkndr_hm_mktpks_yshtge_balalar_oson_yany_yyl_stsenariyy.docx | 29.96 КБ |
Предварительный просмотр:
Бал байрамы - 2016.
Маҡсаты: бал тураһында аңлатма биреу,
Балдың төрҙәре менән таныштырыу,
Расширять знания детей о целебных свойствах меда,
Балалар6а бал ҡорттарына ҡарата тәрбиәләү.
Байрамдың барышы.
Байрамса биҙәлгән залға балалар инә, ултырғыстарға ултыралар.
А.б. – Балалар, тыңлағыҙ, әле, ниндәйҙер тауыш ишетелә? Кем беҙгә килгән икән(фонограмма) Балаларҙың яуаптары.
Работящая хозяйка
Полетает над лужайкой,
Похлопочет над цветком –
Он поделится медком.
Слайд .
А.б.- ысынлап та, был бал ҡорто.Ә бал ҡорттары нимә өсөн беҙгә кәрәк.Улар нимә бирәләр. Бал ҡорттары балды кеше өсөн тугел, ә үҙҙәренә ҡышҡа запас итеп йыя. Һәм ҡыш буйы балды ашап сыға. Бал ҡорттары ҡышын айыу кеуек йоҡламай. Кешеләр бал ҡорттарының балын ниндәйҙер генә өлөшөн ала.
Шиғыр
Гөлдәр ҙә иртүк уяна,
Сәскәләрен балҡыта
Сәскәнән – сәскәгә ҡуна
Алтынғанат бал ҡорто
Иртәнсәктән кискә хәтлем
Гөжләмәй улар юҡҡа.
Бал ҡорттары тырышып
Йыялар нектар , һеркә
Летом пчелкам целый день
Собирать нектар не лень.
Отнесут его потом.
В улей – свой чудесный дом.
-Алып барыусы. Кешеләр бал ҡорттарына өй ҙә төҙөйҙәр. Нисек атала ла ул?
Умарта.
Слайд .
-Һәр бер умартала бал ҡорттарының өлкән татыу ғаиләһе йәшәй.
-Ә бал ҡорттарының ғаиләһендә ниндәй ҡорттар булла?
Слайд .
-Инә ҡорт, меңгә яҡын ата ҡорт, бер нисә мең эшсе ҡорт.Уларҙың һәр береһенең үҙ эше була. Берәүҙәре нектар йыя, икенселәре өй һаҡлайҙар, өсөнсөләре, өй та6арта, елләтә .
Йыр “ Бал ҡорттары”
-Ә бал ҡорттарын кем ҡарай?(умартасы)
Слайд .
-Алып барыусы. Умартасыға бал алыр өсөн ниндәй йыһаздар кәрәк ? Һүрәткә ҡарағыҙ әле?
Слайды
- А.Б. Олатайым кәрәҙ ҡырҡты ла
Өҫтәлгә бал ултыртты
Беҙҙең яҡтың йүкә балын,
Бер ҡабып ҡара»- тине.
- А.б. Балалар, ә бал нимә ярҙамында алына ?(балаларҙың яуаптары)
Слайд. (сәскәләр, үҫемлектәр тураһында)
Дөрөҫ , бал үҫемлектәр ярҙамында алына торған иң татлы ризыҡ.
Слайд
Балды былай ғына ла ашайар, т0рл0 пряник, торт, леденец та эшлэйҙәр. Ә һеҙ беләһегеҙме бал – ул тәмле генә ризыҡ түгел, ә файҙалы, шифалы ла аҙыҡ. Бал менән төрлө ауырыуҙарҙы дауалайҙар. Йүткергән саҡта ла һөт ҡайнатып бал ашаталар, кеше йоҡлай алмағанда ла, бал ашаһа, тыныс йоҡлап китә икән.
- А.б. - Балалар, балдың бер нисә төрө була.
Сәскә балы һәм йүкә балы
Слайд.
Исемдәре үк әйтеп тора.,шулаймы? Тик уларҙың айырмаһы шунда, йүкә балы- файҙалы, ә сәскә балы тәмле була. Тағы балдың 3 – сө төрөн кешеләр үҙҙәре етештерә, ул ҡарабойҙай балы.
Слайд .
Башҡорт балының тәмен
Кем ашамай, шул белмәй
Бер ниндәй тәм- томға ла
Алыштырмам балды мин
Физкультминутка «Трудолюбивая пчелка»
Пчелка трудится весь день (Руками рисовать перед собой круг)
И работать ей не лень. (Покачивание указательными пальцами в знак отрицания.)
От цветка летит к цветку, (Ритмичные взмахи руками.)
Клеит на брюшко пыльцу. (Круговые движения ладонью по животу.)
Хоботком нектар сосет, (Вытянуть руку вперед, затем вниз, наклониться.)
За день много соберет. («Раскрыть» перед собой все пальцы.)
Унесет нектар тот в улей (Изображают полет.)
И назад вернется пулей. (Резко выбросит руку с вытянутым указательным пальцем вперед.)
В сотах утрамбует мед, (Топанье ногами.)
Скоро ведь зима придет. (Поеживание.)
Будет пчелкам чем питаться. (Имитация движения ложкой.)
Надо летом им стараться. (Имитация накладывания меда в соты.)
- А. б. Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, ошо тиклем генә һауыттағы балды йыйыр өсөн (100 грамм) бал ҡорттарына оҙон юл үтер кәрәк.Бына тыңлағыҙ әле был хаҡта.
Сначала несколько пчел-разведчиц вылетают из гнезда на поиски сладкого нектара и пыльцы. Обнаружив подходящий источник пищи, они возвращаются в гнездо, чтобы рассказать другим о своей находке. Эти сведения они передают особым танцем. Если пчела-разведчица описывает маленькие круги, это означает, что цветы находятся не далее чем в 25 метрах от гнезда. Это большая удача. Однако если она выписывает восьмерки, то это значит, что за нектаром лететь придется несколько дальше, возможно, даже на 100 метров от гнезда.
Когда рабочая пчела долетает до цветка, она заползает внутрь его чашечки и высасывает нектар своим длинным хоботком. Нектар попадает в специальный желудок под названием зоб. Когда зоб наполняется, пчела летит обратно в гнездо.
Обрабатывают нектар пчелы, занимающиеся работой в гнезде. Сначала они проветривают его, чтобы выпарить воду. Затем, когда нектар становится густым и липким, переносят его в специально подготовленные соты. Несколько дней спустя пчеловод вынимает из улья рамки с сотами и выбирает мед специальной машиной. Конечно, ему приходится надевать на голову специальную шляпу с сеткой или сетчатую маску и одеваться в защитный костюм, чтобы предохранить себя от пчелиных укусов. Пчелы не очень-то любят, когда кто-нибудь, пусть даже пчеловод, забирает у них мед.
Кроме меда, пчелы производят воск, который идет на изготовление свечей. Еще они выделяют вещество под названием прополис — особого рода смолу, которой пчелы укрепляют свои соты. Прополис обладает целебными для человека свойствами.
Ә хәҙер , әйҙәгеҙ әле беҙ бәләкәй генә бал ҡорттарына әуерелеп, сәскәнән сәскәгә ҡунып йөрөйөк . («Вальс цветов» Чайковский)
- А.б. Бына шулай балалар, бал ҡорттары шул тиклем эшсән, уңған. Ер йөҙөндә бер ниндәй бөжәк тә, бал ҡорттарының умарта эсендә башҡарған эштәрен ҡабатлай алмай. Шуға ошо егәрле бөжәк - йортҡа һәйкәл ҡуйылған.
Слайд.
Алып барыусы.Әйҙәгеҙ әле, беҙ һеҙҙең менән бал ҡорттарының эшен башҡарып ҡарайыҡ.
Уйын «Кәрәҙгә бал йый» тип атала».
А.б. Балалар, бал ҡорттары беҙгә тик файҙа ғына килтерә , шулаймы? Шуға бал ҡорттарына ҡарата һаҡ булыр кәрәк.Ошоноң менән байрамыбыҙ тамам.
Ә хәҙер коллектив эш. (Бал ҡортоноң һүрәтен эшләу)
Предварительный просмотр:
Муниципальное дошкольное образоватеьное бюджетное учреждение
Башкирский детский сад общеразвивающего вида № 25 “Теремок”
Г. Белорецк муниципального района Белорецкий район РБ
Согласовано:
Старший воспитатель
Ахматнурова М.Т.
“ _______________” ________ г.
СЦЕНАРИЙ ПРАЗДНИКА КО ДНЮ СУВЕРЕНИТЕТА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Составила :
Музыкальный руководитель
Газизова Л.Р.
Белорецк – 2016
Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн байрам сценарийы.
Сәхнә байрамса биҙәлгән. Талғын ғына музыка аҫтында балалар һәм тәрбиәселәр залғ а инәләр. Балаларҙың ҡулдарында япраҡтар. Теҙелешеп 4 рәткә торалар.
”Танец с листьями”
Бейеуҙән һуң урындарына баҫалар.
Алып барыусы: Хәйерле көн, балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам!Һәр кешенең тыуған көнө булған кеуек, илдәрҙең дә барлыҡҡа килгән көнө була. Беҙ бөгөн яратҡан байрамдарының береһе Башҡортостан республикаһы көнөн билдәләйбеҙ.
Алып барыусы: Каждому из нас близко и понятно слово «Родина». Родина, это место, где мы родились, где жили наши родители, дедушки и бабушки и наши далекие предки. Здесь все нам близко и знакомо: язык, быт, обычаи и традиции народа. Здесь живут наши друзья, близкие нам люди.
1. Тыуган ерем — Уралтау
Балҡып нурланып ята.
Иртәләнеп алланып
Якты тандары ата.
2. Башкирия, мой край, родной
Трудолюбивая земля!
Сияя щедрой красотой
Цветут сады, шумят поля
3. Башҡортостан – һин беҙҙең
Тыуып үҫкән илебеҙ
Беҙгә икмәк, өй биргән
Һыуын эскән еребеҙ!!!
4. Башкирия! Моя земля и небо,
Моя любовь, мой соловьиный край.
Мне жаль того, кто здесь ни разу не был
Мне жаль того, кому еще не пел курай!
5.Великую землю, любимую землю
Где мы родились и живём.
Мы Родиной светлой, мы Родиной милой.
Мы Родиной нашей зовём.
6.Мәңге йәшә һин,
Тыуған илгенәм
Балҡы һин, ҡояш
Яҡтыр көн генәм!
Йыр “Ватан” Ф. Гершова музыкаһы.
Йырҙан һуң урындарына ултыралар.
Звучит курай. Алып барыусы:
Голос птиц, мелодии рассвета,
Все передает тростинка эта
Он слов не говорит, наверняка,
Хотя и голос есть, да нету языка
Там, где родились мы,
И тростник поет
Спросите, что это,
Каждый назовет!
Алып барыусы: Эйе, дөрөҫ, был ҡурай. Ә ҡайҙа үҫә ул ҡурай?
Слайд 2.Ҡурай үләне Урал тауҙарында ғына үҫкән тәбиғи үҫемлек. Ошо үләндән музыкаль инструмент яһайҙар ҙа инде. Һабаҡты ҡырҡып алалар һәм 5 уйым яһайҙар.Ҡурайҙа өрөп уйнайҙар.
Слайд 3.
Алып барыусы: Балалар ,ҡарағыҙ әле, бына миндә тылсымлы ҡурай сәскәһе бар, тик ел уны тирбәтеп сәскәнең таждарын туҙҙырып ташлаған. Һанай ҙа, һорай, ни эшләп 7? Эйе, ҡурайҙың 7 тажы - 7 ырыуҙы белдерә, уларҙың башҡорт халҡының (7) Ҡурайҙың Һәр бер тажында һорау яҙылған, уларға яуап тапһаҡ, ҡурай сәскәһен йыйып буласаҡ. Һеҙ әҙерһегеҙме?
2 – се алып барыусы: 1 – се тажын алайыҡ әле. Ер йөҙөндә һәр бер илдең, республиканың 3 билдәһе бар, йәки символы . Әйтегеҙ әле, нисек атала улар?
(балаларҙың яуаптары)
Слайд. Флаг, герб, и гимн.
Отдельно слайд флага:
1 - се символ- республикабыҙҙың дәуләт флагы.Ниндәй төҫтәрҙән тора ул флаг? Дәуләт флагында өҫтән аҫҡа зәңгәр, аҡ, йәшел төҫтәр бар. Нимәне аңлата һуң был төҫтәр? Зәңгәр төҫ – күк йөҙөн, ғәҙеллекте, теләктәрҙең сафлығын аңлата. Ағы – татыулыҡты белдерә.Йәшеле – ер йөҙөн иҫкә төшөрөп тора. Ул азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелек билдәһе. Ә ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы. Афарин, беләһегеҙ икән!
2 – се дәуләт символы ул - герб.Уның авторы - рәссам Фазлетдин Ислахов.Герб нимәнән тора? (балалрҙың яуабы)Дөрөҫ,балалар, герб –түңәрәк эсендәге беҙҙең батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора.
3 – сө символы булып гимн тора. Гимн – Башкортостан республикаһының иң төп , тантаналы йыры булып һанала. Гимндың авторы - композитор Фәрит Иҙрисов. Гимнды ҡайҙа ишетергә мөмкин? (радио, телевидениела).Гимн матурлыҡты данлай, беҙҙең күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Шуға уны һәр саҡ баҫып тыңлайҙар.
(Звучит гимн) Тыңлағандан һуң урындарына ултыралар.
-Алып барыусы: беренсе һорауға яуап таптыҡ, икенсе тажды алайыҡ әле. Ҡыҙҙар бейеуен ҡарап алайыҡ, тип яҙылған.
Танец девочек “Кукушка” Урындарына ултыралар.
-Алып барыусы: Икенсеһенә лә яуапты ла таптыҡ.
Алып барыусы: Киләһе тажында нимә көтә икән беҙҙе? Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр әйтеп китегеҙ.
Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.
· Ил ҡәҙерен белмәгән - башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән - ашын юғалтҡан.
· Ир аҡылы - бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.
· «Халҡым» тигән ир - алтын.
· Ир- егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
· Ил эшенең иртәгәһе маҡтаулы.
· Мал торған ерен онотмаҫ, егет тыуған илен онотмаҫ.
· Илең ни күрһә, һин дә шуны күрерһең.
Алып барыусы: Афарин, бик күп беләһегеҙ икән мәҡәлдәр.3 сө таждың да һынауын сос үттегеҙ.Ҡурай сәскәһенә оҡшай башланы шикелле. Шулаймы балалар?
Алып барыусы: 4 – се тажды ла, алайыҡ, һынауын үтәп ҡарайыҡ.Ә хәҙер батырҙар йырлар- бейеп күрһәтһен.
Йыр “Мин – башҡорт балаһы”(малайҙар)
Алып барыусы: Афарин, малайҙар! Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән 4 – се тажды ла йыйып ҡуйҙыҡ.
Алып барыусы: Киләһе тажда ниндәй һынау көтә икән? Һеҙ ниндәй милли башҡорт уйындарын беләһегеҙ ?(әйтеп китәләр). Әйҙәгеҙ, әле шуларҙың береһе “Тирмә” не уйнап алайыҡ.
Уйнағандан һуң урындарына ултыралар.
Алып барыусы: Балалар, нисә тажды йыйҙыҡ беҙ? 5.
Алып барыусы: Алтынсыһын да алайыҡ, яуабын табып ҡарайыҡ. Әйҙә әле, баҫ, баҫ,
Йырлап, бейеп күңел ас!
Халҡыбыҙҙың көйҙәре
Бер ҡасан да ялҡытмаҫ!
Ҡыҙҙар менән малайҙар бергә бейеу башҡарһын. Әйҙәгеҙ, әле .
Танец с тканью “Хан ҡыҙы“
Алып барыусы: берҙәмлектә - көс тиҙәр, бергәләп был һынауҙы ла үттек.
Алып барыусы : Иң һуңғы 7 –се тажына ла килеп етттек. Башҡортостан тураһында шиғырҙар һөйләп китегеҙ. Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙ таждарҙан ниндәй матур ҡурай сәскәһе һеҙҙең менән йыйып ҡуйҙыҡ. Ә хәҙер әйҙәгеҙ, шиғырҙарға күсәйек.
1.Мы рассказать хотим о том,
Как мы живем в краю родном.
Мой край, родной Башкортостан,
Ты лучше всех далеких стран.
2.Башҡорт иле – изге төйәк,
Дуҫ йәшәй барса милләт.
Киң күңелле халҡым өсөн,
Дуҫлыҡ көсө бик ҡиммәт.
3.Ҡотло булһын ҙур байрамың,
Республикам, бергенэм
Сәскә ат һәм тыныслыҡта
Йәшә ғәзиз ергенәм!
Йыр “Башҡортостан – илгенәм”
Ә хәҙер һүҙҙе балалар баҡсаһының мөдире Таңсулпан Нуритдин ҡыҙына бирәбеҙ.
Предварительный просмотр:
Әҙерлек төркөмөндө әсәйҙәр көнөнә арналған байрам сценарийы.
“Әсәйем - алтыным,һин бит иң яҡыным!”
Көй яңғырай.Шаршау артында тауыш ишетелә.
-Иртәгә һеҙ мине ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен?
Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең янда булыр.
-Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай.
-Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер.
- Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар?
-Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр.
- Ә уның исеме кем булыр?
- Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң.
Көй аҫтында балалар инәләр һәм шахмат рәтендә баҫалар.
Алып барыусы. Хәйерле кис хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар!Бөгөн беҙҙә иң матур, иң күркәм байрамдарыбыҙҙың береһе – әсәйҙәр көнө!беҙгә ҡунаҡҡа иң яҡын, иң яратҡан кешеләр килгәндәр.Ҡәҙерлеләребеҙ, бөгөн бөтөн шиғырҙар һәм йырҙар ,уйын - көлкө, бейеуҙәр – тик һеҙҙең өсөн!
Берҙән – берем, күҙ нурым,- тип
Һәр саҡ арҡамдан һөйә,
Сирләгәндә төн йоҡламай,
Зарымды белә , көйә,
Кем һуң ул минең өсөн?
Бөтәһе бергә: Ул - һөйөклө әсәйем!
- Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы
Әсәйҙәр көнө бөгөн
Байрам булғас, бигерәк йәмле
Барыбыҙ ҙа шат бөгөн.
- Әсәйҙәр ғүмер, көс бирә
Кешеләргә йәшәргә.
Дан һәм рәхмәт, ҡәҙер – хөрмәт
Беҙҙә һәр бер әсәгә.
- Әсәнән дә бөйөгөрәк
Бармы ҡәҙерле исем
Шуға әсәйҙәр байрамы
Байрам бөтәбеҙ өсөн.
- Разрешите вас поздравить
Радость вам в душе оставить.
Пусть исчезнет грусти тень
В этот праздничный ваш день!
Мама - сколько в этом слове
Солнца, света и тепла.
Мама -нет тебя дороже.
Ты нам детям жизнь дала!
Пусть несет с собою ветер
То, что всем открою я:
В целом мире, в целом свете
Мама лучше всех моя!
Песня “Мамочка, милая”
(Урындарына ултыралар.)
Алып барыусы.Әсәләр туһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрлөк түгел. Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?
Нашей мамы нету лучше,
Нет добрей ее, нежней,
Станем навсегда послушны,
И поздравим матерей! - .
Күңелдәрҙә бөгөн шатлыҡ
Урғылып , ташып тора
Йырларға , бейергә тиһәң
Уны тик беҙҙән һора.
“ Ҡыҙҙар бейеуе”
Алып барыусы. Беҙҙең балалар иң уңғаны, аҡыллы, шаян, иң етеҙҙәре икәнен бар әсә лә белә.Ә хәҙер беҙ әсәйҙәребеҙгә ҡарап ҡарйыҡ әле,улар ҙа балалары кеуек шулай талантлымы икән?.
Игра “Одень ребенка” (бәйләнгән күҙҙәр менән балаға косынка менән фартук кейҙерергә)
Алып барыусы.Беҙҙең әсәйҙәр һәр ваҡыт беҙҙе тәмлекәстәр менән һыйлай. Хатта бәйләнгән күҙҙәр менән аҙыҡ - түлекте айыра алалар.(предлагается на ощупь в мещке несколько предметов, овощей- яблоко, апельсин, банан, хлеб,виноград и т.д. ).
Игра “Отгадай на ощупь”
Алып барыусы. Афарин, әсәйҙәр!Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр.Нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Ә һеҙҙең балаларығыҙ ниндәй ярҙамсы икән? Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ.
Уйын “Кер элеу”Эстафета
Алып барыусы. Артабан да шулай бер – берегеҙгә ярҙам итеп, ҡыуандырып, терәк - таяныс булып , дуҫ булып йәшәгеҙ.
Йыр“Әсәйем менән бергә ”
Алып барыусы. Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, ниндәй ярҙамсы икәндәрен дә күрҙек,әсәйҙәребеҙ менән дә ғорурланып, уларҙы төрлө яҡтан күрҙек, ә хәҙер һуңғы осоп килгән көҙгө япраҡтар менән балаларыбыҙҙың бейеуен ҡарарға саҡырабыҙ.
“Япраҡтар менән бейеу.
- Байрамығыҙ ҡотло булһын,
Ғүмерегеҙ матур уҙһын
Йөҙҙәрегеҙ нурға тулһын
Ҡояштай балҡып торһон.
- Тағын гүзәллерәк таңдар
Уянһын тыуған ерҙә
Әсәйҙәр, ҡояш ғүмере
Теләйбеҙ бөгөн һеҙгә!
Ә хәҙер балаларҙың төҫлө туҡымалар менән бейеу бүләк итәләр
“Танец с тканью”
Алып барыусы.Байрамығыҙ ҡотло булһын, күңелдәрегеҙ нурға тулһын, киләсәк көндөр тик шатлыҡтар ғына килтерһен.
Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә
Уларғалыр бөтә ауырлыҡ
Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан
Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.
Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.
Предварительный просмотр:
МДОБУ детский сад № 25 г. Белорецк
«Согласовано»
Ст.воспитатель
Ахматнурова М.Т.
Сценарий Нового года в старшей - подготовительной группе детского сада
Составила:
музыкальный руководитель
Газизова Л.Р.
2016 г.
Дети заходят в зал и выполняют танцевальные движения, после танца садятся на стульчики.
Фея: -Һаумыһығыҙ, балалар! Афарин, ҡарлы бурандан ҡурҡып тормағанһығыҙ, бөгөнгө байрамға килеп еткәнһегеҙ. У-у, бында балалар ғына түгел, ҡар бөртөктәре, хатта юлбаҫарҙар ҙа бар икән. Ә мин - Фея. Мин булған ерҙә мөғжизәләр тыуа, донъя үҙе әкиәткә әйләнә. Тик яуызлыҡтар ғына әкиәттә ҡала, ә изгелектәр иһә беҙҙең менән ысынбарлыҡта йәшәй. Алда беҙҙе матур әкиәт көтә.
(ҡурҡыныс ауаздар ишетелә)
Фея: Абау , ни булды? Балалар, тауышланмағыҙ, бында кемдер килә шикелле... Бәй яуыз Шүрәле үҙенең тоғро хеҙмәтсеһе Юха менән килә бит! Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек! Барығыҙ ҙа миңә ҡарағыҙ әле! Әпсен – төпсөн, барыһы ла бөтһөн, бәшмәк үҫһен! (Фея таяғы менән һелтәнә). Булды! Улар беҙҙе бәшмәктәр үҫеп ултыра икән , тип уйлаясаҡ.(бәшмәк шапкаһын кейәләр)
Шүрәле менән юха инә. Улар икеһе лә имәнес ҡийәфәттә.
Шүрәле: Тәәк,тә-әк, Ерҙә алтын сәсле ҡыҙҙар бөттө, тиһең инде, ә?!
Юха, тубыҡланып, Шүрәлегә табан шыуышып килә:
– Эйе шул, батшам! Бер бөртөк тә алтын сәсле ҡыҙ ҡалманы...
Шүрәле уны елкәһенән тотоп ала:
– Яңы йыл алдынан ундай ҡыҙҙарҙың алтын сәсен ҡырҡһам – ваҡыт туҡтаясаҡ, ә сәстәренән арҡан ишеп, муйынға бәйләһәң, унда күпме сәс бар – шул тиклем йылға ғүмер оҙоная, һин оноттоңмо әллә шуны? Һин үҙең дә йәшәрәсәкһең бит!
Юха:
– Юҡ, юҡ, онотманым да ул…Тик, ҡайҙан табайым икән?... ӘӘ, ә мин Ҡыш бабайҙың ейәнсәре Ҡарһылыуҙың сәсе алтын тип ишеткәйнем!
Шүрәле (Юханы этеп ебәрә):
– Улайһа, бар, хәҙер үк миңә алтын сәсле Ҡарһылыуҙы табып килтер!
Юха:
– Эйе, эйе, батшам! (Сығып барышлай). Ҡара әле, ҡайһылай бында бәшмәктәр күп икән. Эйе, мин бәшмәк яратам да ул! (Ул шатлана-шатлана бәшмәк йыя башлай).
Шүрәле:
– Нимә тинем мин һиңә, алйот!!!
Юха:– Ә-ә, эйе, батшам. Хә-хә-хәҙер ки-ки-килтерәм!
Юха башын аҫҡа эйеп сыға.
Шүрәле.Был ни хәл ул? Ҡыш уртаһында бәшмәктәр үҫеп ултыра.Аптырап,тегеләй-былай йөрөй һәм сыға.
Фея: Уф, беҙҙе танырҙар, тип ҡотом осҡайны. Әпсен-төпсөн, тылсым бөтһөн! Балалар, һеҙ хәҙер кире үҙегеҙ булдығыҙ. Ҡарағыҙ әле, былар бит тағы ла яуызлыҡ эшләргә уйлай. Ишеттегеҙме, ваҡытты туҡтатмаҡсылар! Беҙ Яңы йылһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит! Тороп тороғоҙ әле, Шүрәле менән Юха (улар киткән яҡҡа бармаҡ янай), мин дә бар бит әле! Улар яуызлыҡтар ҡылмаһын өсөн беҙгә нисек тә булһа Ҡарһылыуҙы иҫкәртер кәрәк.
Ут һүнә (ҡар бөртөктәре ҡарһылыу менән зал уртаһында йыйылыша)
Икенсе күренеш.
Көй уйнай. Залға бейей-бейей Ҡар бөртөктәре менән Ҡарһылыу инә.
“Ҡар бөртөктәре” бейеуе
Бейеуҙән һуң зал уртаһына ултыралар
Ҡарһылыу:
– Һаумыһығыҙ, һеңлеләрем! Беләһегеҙме, тиҙҙән ергә ҡыш киләсәк. Минең менән быйыл да Ергә төшкөгөҙ киләме!
Ҡар бөртөктәре :
– Килә! Килә! Ҡарһылыу апай, һинең – шул серле көҙгөң бар бит әле. Шуны биреп тор әле! Минең Ерҙе күргем килә! Минең дә! Минең дә! Минең дә!
Ҡарһылыу:
– Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡарайыҡ!
(Ярым түңәрәккә тороп, көҙгөгә текәләләр).
Ҡар бөртөктәре:
– Ҡарағыҙ әле, бына балалар сана шыуалар, ә икенселәре шыршы биҙәйҙәр, ә бына бер балалар баҡсаһы Яңы йыл байрамына йыйылған, Фея ла улар менән, тик ниңәлер кәйефтәре юҡ уларҙың.Ерҙә яуызлыҡ һаман да бөтмәгән микән ни?
-Эһем,эһем тип Ҡыш бабай килеп инә.(ҡарһылыу көҙгөһөн йәшерә ) Ҡулында глобус.
Ҡыш бабай.Һеҙ нимә менән мәшғүлһегеҙ?
– Бына Ерҙе күрәһегеҙме? (Ул глобусты әйләндерә). Ундағы күпселек халыҡ ҡышты көтә. Яңы йылға ла бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды.Мин һеҙҙе ҡыштың илселәре итеп Ергә ебәрәм. Халыҡ байрамға нисек әҙерләнә икән? Шуны белегеҙ.! Ҡыш бабай сыға. Ҡар бөртөктәре Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй югереп, зал буйлап әйләнәләр. Был юлы улар – Ерҙә. Улар көй ыңғайына бейей. Фея: Әйҙәгеҙ, әле Яңы йылды тәбрикләп йыр йырлап алайыҡ. Йыр “Яңы йыл тураһында” Йырҙан һуң балалар урындарына ултыралар. Ҡарһылыу: Афарин, балалар! Фея,балалар мин Ҡыш бабайҙы ғына ҡарап киләйем, байрамға килеп етермен тигәйне, ниңәлер һуңлай. Ҡарһылыу сығып китә. Елка артынан Юханың килгәне күренә. Ул, Ҡарһылыуҙы күреп, ҡулдарын ыуа: Юха: Копия ҡармалай булдым да ҡуйҙым, хәҙер мине таный алмаясаҡтар! Эстафета “Катаем снежки” Уйындан һуң урындарына ултыралар. Юха-Ҡармалай.– Ә, беләһеңме, мин тағы ла балаларға ҙур бүләк әҙерләнем. Тик ул урман ситендәге бер мәмерйәлә. Ул бик ауыр,әйҙә, миңә ярҙам ит әле! Ҡарһылыу: – Ярай, улайһа. Мин хәҙер! Юха-Ҡармалай: Әйҙә, әйҙә! Ул бүләктәрҙе кемгә бирергә икәнен белмәйем, һин миңә ярҙам итерһең. Ҡарһылыу менән Ҡармалай сығып китәләр. Алып барыусы.Ҡарһылыу менән Ҡармалай йөрөп килгәнсе, беҙ шыршыбыҙҙы маҡтап йыр йырлап алайыҡ . Йыр “ Елочка ” Йырҙан һуң урындарына ултыралар. Звучит музыка бубенцов.Һөйләнә-һөйләнә Ҡыш бабай килеп инә. Буран –ҡарҙарҙы һепереп, Мин киләм һеҙгә. Яңы йылды ҡаршыларға Дуҫтарым менән бергә. Шыршының иң матурын Урмандан таптым. Балаларҙы шыршыға тип, Саҡырып ҡайттым. Ҡарһылыу ҡыҙым менән Беҙ уйындар ҡорорбоҙ, Матур шыршы янында Байрам ойошторорбоҙ. Минең шыршыны биҙәргә теләуемде кем белгән? Кем былай матур иттереп уйынсыҡтарҙы элгән? Ҡарһылыу!!! Ҡыҙым һинме?Ә уттары ни эләптер янмай. Фея менән балаларҙы күреп ҡала. Алып барыусы.Һаумы, һаумы ҡыш бабай! Һин ҡайҙарҙа йөрөйһөң? Беҙ һине һағынып көттөк, Төрлө уй уйлап бөттөк. Ҡыш бабай.Һаумыһығыҙ, балалар! Яңы йыл менән һеҙҙе ҡотлайым! Алып барыусы. Әйҙә. Ҡыш бабай, түрҙән уҙ. Йыр “Ҡыш бабай” Йырҙан һуң урындарына ултыралар. Ҡыш бабай.Тик Ҡарһылыу ҡыҙым ғына күренмәй, күптән һеҙгә тип киткәйне.Бына көҙгөһө лә бында, тағын шаярып уйнап йөрөйме әллә. Фея алып барыусы. Бәлә беҙҙә, шүрәле менән юха тағын яуызлыҡ ҡылырға уйлайҙар. юха ҡармалай булып кейенеп, ҡарһылыуҙы алдаштырып үҙе менән алып китте. Ҡарһылыуҙың Сәсен ҡырҡып, ваҡытты туҡтатмаҡсы итәләр.Ни эшләргә инде Ҡыш бабай? Ҡыш бабай. Ҡайҙа Ҡарһылыуҙың серле көҙгөһөнә күҙ һалайыҡ, барыһында күрербеҙ. Бына Шүрәле менән Юханы күрәм ниндәйҙер мәмерйә эргәһендә, ҡарһылыуҙың сәсен ҡырҡырға йыйыналар.Тик ул мәмерйә кеше сыҡмаҫлыҡ ҡара урман эсендә, ҙур тауҙар артында.Балалар, һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме?Әйҙәгеҙ,бергәләп урманды сығайыҡ. Урманда төрлө ағастар үҫә, бейек йә тәпәш, йыуан һәм нәҙек. “Бейек” тиһәм, һеҙ ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәрерһегеҙ, “Тәпәш” тиһәм- сүкәйәһегеҙ. “Йыуан” тигәндә ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйегеҙ, ә “нәҙек” сужаем круг. Аңлашылдымы. Әйҙә , киттек. Уйнағандан һуң урындарына ултыралар. Ҡыш бабай. Урманды үттек, ә хәҙер тауҙарҙы тик малайҙар менән генә үтергә тура киләсәк, ҡыҙҙарҙың тауға менергә хәле ҡалмаясаҡ. Танец мальчиков “Пираты”. Бейеуҙән һуң малайҙар урындарына ултыралар Ҡыш бабай: Рәхмәт, малайҙар, һеҙ миңә бик ярҙам иттегеҙ, бына тауҙы ла менеп еттек. Мәмерйәгә үҙем генә юл тотам. Ҡыш бабай сығып китә. Шүрәле менән Юха инә. Шүрәле: Ҡыш бабай Шүрәленең муйынынан тотоп ала. Шүрәле. Ҡы ҡыш бабай, ғәфү ит инде беҙҙе.Ба- башҡаса улай итмәбеҙ.Теймә инде, беҙгә зинһар, Ҡыш бабай. Бөтә теләгеңде лә үтәрбеҙ. Ҡыш бабай.Ни эшләйек икән, балалар? Фея.Бына һеҙ Шүрәле, Юха беҙҙең байрамды боҙмаҡсы инегеҙ, ә балалар шул тиклем әҙерләнеп, шиғыр ятлағандар. Беҙҙең шартыбыҙ шул- балаларҙың шиғырҙарын тыңлайыҡ. Ҡыш бабай, Шүрәле, Юха: Әйҙәгеҙ,әйҙәгеҙ . Балалар шиғыр һәйләйҙәр(яртыһы) Юха менән Шүрәле хырылдап йоҡлап китә. Ҡыш бабай: Был ни хәл?Таяғы менәән эргәләренә барып туҡылдата.Икеһе лә һикереп килеп тора. Юха. Уй, йоҡлап киткәнбеҙ. Фея.Ә мин беләм , һеҙҙе нисек уятырға.Әйҙәгеҙ әле, күмәкләп бейеп алығыҙ! (Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Шүрәле, Юха бейейҙәр) Ҡыш бабай: Уф,арыттырҙы,ял итеп алайым әле.(ултырғысҡа ултыра) Юха менән Шүрәле тубыҡланып барып Ҡыш бабай эргәһенә ултыралар. Фея:Беҙҙең балалар барыһы ла шиғыр һөйләп өлгөрмәне, әйҙәгеҙ тыңлап алығыҙ, ҡунаҡтарыбыҙ! Балалар шиғыр һөйләй. Юха менән Шүрәле.Беҙгә китергә ваҡыт етте. Һаҙлыҡта беҙҙе юғалтҡандарҙыр инде. Барығыҙ ҙа беҙгә шул тиклем оҡшанығыҙ. Һеҙҙең менән Яңы йылды ҡаршылауы ныҡ-ныҡ-ныҡ күңелле икән! Рәхмәт беҙҙе лә үҙегеҙҙең байрамығыҙға саҡырыуығыҙға! Киләһе йылда ла саҡырырға онотмағыҙ, йәме! Беҙ килербеҙ! Ҡарһылыу.Яңы йыл – ул Ҡәҙер кисе кеуек, Теләктәрҙән күңел сафлана Өр-яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте- Шул саҡ яңы тормош башлана ! Яңы йыл менән ,дуҫтар! Ҡыш бабай. Һау булығыҙ балалар! Киләһе йыл осрашҡанға тиклем! |
Скачать свидетельство о публикации
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Шежере-байрамы
«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...
Кәкүк сәйе байрамы.
Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1. Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3. Йолаларға ҡарата, башҡ...
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...
Сәскәләр байрамы
Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...
Бал байрамы
Данный сценарий будет интересен музыкальным руководителям, воспитателям и педогогам дополнительного образования...
Нардуған байрамы
Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...
КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»
познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического народа Крыма. Познакомить с культурой, с ремеслами крымс...