Яңы технологиялар тураһында ата-әсәләр өсөн консультция
консультация (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа)
Күп ата-әсәләр балаларына иң һәйбәт әйберҙәрҙе алырға тырыша. Әммә был нәмәләр уларға кәрәкме – ошо хаҡта әллә ни уйланмайҙар. Ә бит ҡайһы бер әйберҙәр кәрәкмәй генә түгел, хатта зыянлы ла.
Бына шуларҙы иҫкәртер өсөн информация
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yany_tehnologiyalar_turahynda_ata-slr_oson_konsulttsiya.docx | 343.54 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципаль автономлы
мәктәпәкәсә белем биреү учреждениеһы
«Сулпылар» балалар баҡсаһы
Яңы технологиялар тураһында
ата-әсәләр өсөн консультция
Тәрбиәсе: Аблаева Г.Ә.
Сибай 2016
Балаға кәрәк түгел
Күп ата-әсәләр балаларына иң һәйбәт әйберҙәрҙе алырға тырыша. Әммә был нәмәләр уларға кәрәкме – ошо хаҡта әллә ни уйланмайҙар. Ә бит ҡайһы бер әйберҙәр кәрәкмәй генә түгел, хатта зыянлы ла. Мәҫәлән:
1. Планшетлы компьютер. Психологтар раҫлауынса, йәш быуындың заманса гаджеттарға бәйле булыуы баланы үҫтереүсе уйындарға талабын тормошҡа ашырырға ирек бирмәй. Шуға күрә планшетлы компьютерҙар бала өсөн файҙа бирмәй.
2. Уйын приставкалары. Балалар психологтары һәм педиатрҙар әйтеүенсә, уйын приставкалары үҫмерҙәрҙә һәм бәләкәстәрҙә бәйлелек тыуҙыра. Саф һауала әүҙем уйындар менән мауыҡмаған балаларҙың һаулығы ҡаҡшауы тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
3. Телевизор. Ата-әсәләр балалары өсөн йыш ҡына махсус телевизорҙар һатып ала. Белгестәр шуны иҫкәртә: бындай осраҡта бала күп ваҡытын дәрескә түгел, ә телевизор ҡарауға бүлә. Йәнә бер хәүеф: ғалимдар асыҡлауынса, бүлмәләрендә телевизор булған балалар баш¬ҡаларға ҡарағанда өс тапҡыр йышыраҡ артыҡ кәүҙә ауырлығы менән яфалана.
4. Автомобиль. Һуңғы ваҡытта махсус балалар автомобилдәренә мода барлыҡҡа килгән. Билдәле маркалағы автоконцерндар шундай авто сығара башлаған, һәм улар өлкәндәрҙекеләрҙән һис тә арзан тормай. Был, әлбиттә, үтә байҙар өсөн уйынсыҡ. Бәләкәстәр бит барыбер әлегә уларҙа йөрөй алмай, үҙҙәренең ихаталарында ғына йөрөмәһә инде. Шуға бындай ҡиммәтле уйынсыҡҡа балаларҙың мохтажлығы ла юҡ. Тик быны аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән өлкәндәрҙең генә аңлауы шарт.
КОМПЬЮТЕР ҺӘМ БАЛА
Эш урынын дөрөҫ ойоштороу
Компьютер балаларҙың һаулығына зыян килтермәһен өсөн, эш урынын дөрөҫ ойоштороу мотлаҡ. Түбәндәгеләрҙе һәр саҡ иҫтә тотоу зарур:
- эш урыны тейешлесә яҡтыртылған, әммә ҡояш нурҙары һәм шәмдең яҡтыһы мониторға тура төшөргә тейеш түгел,
- бала компьютер алдында арҡалы ултырғыста ултырырға, монитор экраны уның күҙҙәренән 50-70 сантиметр булырға тейеш,
- яурындарҙы күтәрмәй, иркен ултырырға, ҡулдарҙы кәүҙә янында тоторға, ә ҡул суҡтары клавиатура бейеклегендә булыуы отошло,
- һәр 5-7 минут һайын күҙ ҡарашын экрандан айырып, алыҫтағы ниндәйҙер предметҡа ҡарау кәрәк,
- компьютер тоташтырылған сымдарға һәм розеткаларға теймәү зарур,
- клавиатура менән эшләгәндә ҡулдар ҡоро һәм таҙа булырға тейеш,
- компьютер торған бүлмәне көн дә елләтеү һәм еүеш сепрәк менән йыйыштырырға кәрәк,
- монитор янында кактус сәскәһенә ҡарағанда аквариум тотоу отошлораҡ.
Санитар талаптар һәм нормалар буйынса компьютерҙа уйнау, шөғөлләнеү баланың йәш үҙенсәлектәренә ҡарата ваҡыт менән сикләнеүен белеп эш итеү мотлаҡ: 5 йәшлектәргә – 7 минут, 6-7 йәштәгеләргә – 10 минут, 8-11 йәшлектәргә 15-20 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Бала компьютер артында оҙаҡ ултырмаһын өсөн улар менән йышыраҡ аралашығыҙ, үҙегеҙ бала саҡта уйнаған уйындар менән таныштырығыҙ, саф һауала йөрөгө
Күз ауырыуҙары һәм уларҙы булдырмау саралары:
Компьютер мониторының күзгә тәъҫире Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә өйрәнелде. Күҙәтеү дауамында түбәндәгеләр асыҡланды:
■ ҡайһы бер кешеләргә кератоконъюктивит, ретинит, катаракта, глаукома ҡабыҡ күҙ ауыруҙары килеп сығыуы электромагнит нурҙарының тиҫкәре йоғонтоһынан түгел, бәлки көн дауамында мониторға текәлеп, зур иғтибар менән киеренке хәлдә эшләгәнлектән була;
■ көндөң икенсе яртыһында ғөмүми арығанлык халәте, күҙҙең ауыртыуы йәки әсетеүе, баш ауыртыуы шулай уҡ мониторҙың һәм ундағы һүрәттәрҙең сифатһыҙлығы һөҙөмтәһе булыуы ихтимал;
■ компьютерҙа 20 минут дауамында эшләгәндән һун, уҡыусыларҙың күҙҙәренең күреүе насарлана; унан һуңғы дәрестәрҙә уларҙың эшкә һәләтлелеге ике тапҡыр кәмей;
■ ҡатын-ҡыҙ операторҙар ирҙәргә ҡарағанда тиҙерәк арый, эш көнө дауамында уларҙа ваҡытлыса миопия (йыраҡтан күрмәү) күҙәтелә;
■ оҙаҡ ваҡыт монитор ҡаршыһында утырыу һөҙөмтәһендә төҫтәрҙе айырыу ваҡыт-ваҡыты менән ҡыйынлашырға, көслө яҡтылыҡтан ғәҙәттәге күҙ сағылыу оҙағыраҡ ваҡытҡа һуҙылырға, һүрәттең емелдәп тороуы психикаға тиҫкәре йоғонто яһарҡа мөмкин.
Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт
Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай. Сөнки хәрәкәт – йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, тормош ҡора, ижад итә. Ә бала тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары айырыуса ҙур урын ала.
Ололар һөйләүенсә, борон балаларҙы мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү маҡсатында аҡһаҡалдар балалар араһында “балдаҡ атыш”, шар, бура, туп һуғыу кеүек махсус ярыштар ойошторор булғандар. Физик һәм әхлаҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған бындай уйындар, асылда, һунарсының, малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған. 4-5 йәшкә тиклемге малайҙарҙы атайҙары үҙ тәрбиәһенә алған. Улар һыбай йөрөргә, уҡтан атырға, йүгерергә, көрәшергә өйрәткән.
Халыҡ уйындары балала етеҙлек, йылғырлыҡ, сослоҡ, йылдамлыҡ, һиҙгерлек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй. Ул йыр менән башҡарылһынмы, туп менән булһынмы, таяҡтар ярҙамындамы, коллектив рәүештә уйналһынмы – барыһы ла тәрән мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Аҡ ҡалас”, “Наза” уйындары йыр аша башҡарыла. “Өйрәк һәм һунарсы”, “Соҡор туп”, “Туҡта” кеүек уйындарҙа туп төп ролде башҡара. “Ун таяҡ”, “Себен”, “Көршәк”, “Сәкән һуғыу” кеүектәрҙә таяҡтар ярҙамға килә.
Әйткәндәй, һуңғы ике төр уйын мотлаҡ саф һауала үткәрелергә тейеш булған. “Буяу”, “Бесәй һәм сысҡан”, “Энә һәм еп”, “Һәпәләк”, “Алтын тау”, “Кем һуҡты” уйындары балаларҙа берҙәмлек, татыулыҡ, намыҫ кеүек сифаттар тәрбиәләй.
Эйе, халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа был мираҫты бер аҙ юғалта ла башланыҡ шикелле. Хәҙер бәләкәстәр йүгереп уйнау урынына компьютер, ноутбук кеүек виджеттарҙы ҡосаҡлап ултырыуҙы хуп күрә. Хатта ҡайһы саҡ заманса технологияларҙы ололарға ҡарағанда ла яҡшыраҡ аңлап, өйрәтеп тә ултыралар. Был бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсе яҡтан әсендерә. Әллә күпме физик мөмкинлектәре була тороп та, ҡулланмай, ултыраҡ тормош алып барған балалар, ысынлап та, уйландыра.
Компьютер балаға зыян килтермәһен,
ул ярҙамсы булһын!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар
Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...
Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"
Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....
БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ
Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....
ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....
Йәй тураһында шиғырҙар
Таң атҡас...
Яңы йыл тураһында шиғырҙар
ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...