Йәй тураһында шиғырҙар
материал по художественной литературе

Алибаева Амина Надировна

   Таң атҡас                                                 

Гөлдәр уянып,

Асты күҙҙәрен,

Ел ысыҡ менән

Йыуҙы үҙҙәрен.

Йылмайып ҡына

Шат ҡояш сыҡты,

Һөртөп алды ул

Таңғы ысыҡты.

                    Г.Юнысова.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yy_shigyrzar.docx14.89 КБ

Предварительный просмотр:

   Таң атҡас                                                  

Гөлдәр уянып,

Асты күҙҙәрен,

Ел ысыҡ менән

Йыуҙы үҙҙәрен.

Йылмайып ҡына

Шат ҡояш сыҡты,

Һөртөп алды ул

Таңғы ысыҡты.

                    Г.Юнысова.

Еләк йыйҙыҡ

Беҙ урманда

Еләк йыйҙыҡ.

Тәгәс тулды,

Үҙебеҙ туйҙыҡ.

Еләктәрҙең

Иң ҡыҙылын

Әсәйҙәргә

Һайлап ҡуйҙыҡ.

                К.Кинйәбулатова.

        Йәй

Төндәр ҡыҫҡара,                              

Көндәр оҙая,

Ҡояш бик иртә

Сығып, һуң бая.

Ерҙәр йәшәрә,

Үләндәр үҫә,

Иртә,  кис ергә

Ысыҡтар төшә.

Сыға болоттар,

Яуа ямғырҙар.

Үҫә үләндәр.

Йәмләнә ҡырҙар,

Кешеләр менән

Баҫыуҙар тула.

Ҡырҙа эшләүе

Күңелле була.

                      М.Ғафури.

       Ҡояш апай

Беҙҙең менән шаярып,

Йылмайып, Ҡояш апай,

Аҡ болот артына ҡасып,

Бергә йәшенмәк уйнай.

                         А.Йәғәфәрова

           Бәпембә

Ҡарт тирәк көнө буйына

Ап-аҡ мамыҡ осорҙо.

Ҡаршыла бәпембә уны

Ҡыҙығып ҡарап торҙо.

Ә бер көндө ул үҙе лә

Бер серҙе уйлап тапты.

Мамығын елдәргә һибеп,

Ялан буйлап таратты.

                                 Г.Юнысова.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...

Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....

Яңы йыл тураһында шиғырҙар

ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Арҡаланып йәшәр өсөн  ҡанын бүлгән АТАЙ кәрәк,  иркәләнеп йәшәр өсөн  йәнен бүлгән ӘСӘЙ кәрәк!...