ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
материал по художественной литературе

Алибаева Амина Надировна

 

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ

Әсәйҙәр йылмайғас,

 Өй эсе йәмлерәк.

Әсәйҙәр бешергән

Аштар ҙа тәмлерәк.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл syzr_olsyzr_hm_8_mart_shigyrzar.docx71.74 КБ

Предварительный просмотр:

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ

 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

https://i.mycdn.me/image?id=816049078760&t=0&plc=WEB&tkn=*i5hdX-9tA0ET9jcDjx-39GI6XZE

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ

Әсәйҙәр йылмайғас,

 Өй эсе йәмлерәк.

Әсәйҙәр бешергән

Аштар ҙа тәмлерәк.

Әсәйҙәр яратҡас,

Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.

 Әсәйҙәр булғанға

Бәхетле көнөбөҙ.

 Әсәйҙәр бер генә –

Ҡәҙерен беләйек.

Йөрәктәр йылыһын

Уларға бирәйек.

(Ә.Әсәҙуллина)

ӘСӘКӘЙЕМ

Таң артынан ҡояшҡа

Үрелгән гөлдәй,

Һоҡланам әсәйемә

Гел тәү күргәндәй.

Унан яҡын донъяла

Һис берәү ҙә юҡ.

Унан башҡа йәшәүҙең

Бер йәме лә юҡ.

Ерҙең һулышы йылы

Әсәй булғанға.

Зәңгәр күк йондоҙло

Әсәй булғанда.

(Н.Иҙелбай)

ӨЛӘСӘЙ

Ауылдағы өләсәйгә

Һоҡланмаған кеше юҡ.

Бөтәһе лә маҡтай уны:

«Уңғанлыҡта – ише юҡ».

«Аптырарһың, - тиҙәр уға,

- Белеме булмаһа ла,

Гөлдәй балаҫтар туҡый ул,

 Киндер ҙә һуға ала».

(К.Булат)

ӘСӘКӘЙЕМ

Ҙур үҫәйем, әсәйемде

Ҡарармын үҙем генә.

Тәмле сәйҙәр эсерермен,

Һыу ташып түҙем генә.

Әҙерләрмен аш-һыуын да,

Керҙәрен дә йыуырмын,

Бөхтә йөрөһөн әсәй, тип,

Үтекләп тә ҡуйырмын.

Иркәләрмен гел генә,

Әсәйем бит бер генә.

(Ф.Ғөбәйҙуллина)

ӘСӘЙ

Әсәкәйем, әсәйем, әсәй –

Яратып ҡына әйтәм.

Шулай яғымлы булырға

Ҡустымды ла өйрәтәм.

(Р.Ураҡсина)

ӨЛӘСӘЙ

Әсәкәйемдең әсәһе –

Өләсәй, өләсәйем, өләс,

Көлсәләре тел йоторлоҡ,

Йөҙҙәре нурлы, көләс.

(Р.Ураҡсина)

ҠӘҘЕРЛЕ БАЙРАМ

Әсәйҙәр байрамы етте,

Һигеҙенсе март бөгөн.

Йылмайған ҡояш яҡтырта

 Илемдең аяҙ күген.

Иң тәүге нәфис сәскәләр

Әсәйҙәр өсөн үҫкән.

Яҙғы моңдар, таңғы нурҙар

Шул сәскәләргә күскән.

 Юҡ әсәнән бөйөгөрәк,

Изге, ҡәҙерле исем.

Шуға әсәйҙәр байрамы –

Байрам бөтәбеҙ өсөн.

(Г.Юнысова)

8 МАРТ

Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы –

 Һигеҙенсе март бөгөн.

Байрам булғас, бигерәк йәмле,

Барыбыҙ ҙа шат бөгөн.

 Йырҙар йырлап, бейей-бейей,

Түңәрәктә уйнайбыҙ.

Әсәйҙәрҙе яратабыҙ,

Уларҙы беҙ ҙурлайбыҙ.

(Ғ.Ғүмәр)

ӨЛӘСӘЙЕМ

Өләсәйем йырсы минең,

Оҙон көйҙәр көйләй ул.

Төндәр буйы әкиәттәр,

Риүәйәттәр һөйләй ул.

 Йомшаҡ ҡулдары яғымлы,

Беҙҙе иркәләп һөйгән.

Әсәйҙе лә ошо ҡулдар

Наҙлай-наҙлай үҫтергән.

(Ф.Юлдашбаева)

ӘСӘЙ ЙЫЛМАЙМАҒАН САҠТА

Әсәй йылмаймаған саҡта

Һүрелә өйҙөң нуры.

Иң ҡәҙерле кешебеҙгә

Гел түрҙән булһын урын.

Ҡояш та түрҙә балҡый бит,

Ул да әсәйҙәй алсаҡ.

Әсәй булғанға бәхетле,

 Матур беҙҙең бала саҡ.

(Т.Дәүләтбирҙина)

ӘСӘЙ

«Әсәй!» — тип телем асылған,

«Әсәй!» — тип юлға сығылған,

«Әсәй!» — тип бәхет табылған,

«Әсәй!» — тип урап ҡайтылған.

«Әсәй!» — тип төндә уянам,

«Әсәй!» — тип өндә ҡыуанам,

«Әсәй!» — тип йөрәк һыҙлаһа,

Ҡайтырмын бер, тип йыуанам…

Мине саҡырһа ла далам,

Юлдарға кәртә ҡоролған.

Тыуған яҡты һағыныуҙарым

«Әсәй!..» һүҙенән ҡойолған...

(Ҡ.Аралбай)

ӨЛӘСӘЙЕМ

Өләсәйем иртүк тора,

Самауырын ҡайната.

Тәмләп-тәмләп сәй эсергә

Унан беҙҙе уята.

“Тор, үҫкәнем, ҡояш ҡалҡты,

Етеп килә төшлөккә.

Иртә торһаң, яуып торор

Бәхет һеҙҙең өлөшкә.”

Өләс менән сәй эсеүе

Үҙе бер байрам инде.

Ҡасан ғына уҡыу бөтөп,

 Ауылға ҡайтам инде…

 (А.Айытҡолова)

ӘСӘЙЕМ

Бер кем дә юҡтыр

Әсәйем ише:

Ул донъялағы

Иң матур кеше.

(Ф.Рәхимғолова)

ӘСӘЙЕМ

Әсәйемде бик яратам,

Эшкә китһә, һағынам.

Китмәһен тип тағы ла,

Ҡайтһа, уға һыйынам.

Әсәй өйҙә булған саҡта

Бөтәбеҙгә күңелле –

Яҡты нурлы, йылы ҡояш

Көлөп торған шикелле.

(И.Илембәтова)

ӨЛӘСӘЙЕМ

Өләсәйем ойоҡ бәйләй,

Энәһе ялт-йолт итә.

Итәгендәге йомғағы

Иҙәнгә төшөп китә.

Аҡ бесәйем күреп ҡалып,

 Йүгереп барып етә.

“Һә” тигәнсе йомғаҡты

Өләсәйгә йүгертә.

(А.Айытҡолова)

ҺИҢӘ ОҠШАҺАМ

Йөҙөң һәр ваҡыт, әсәй,

Ҡояштай балҡып тора.

Һөйәлләнгән ҡулдарың

Нурланып янып тора.

Яғымлы ҡараштарың,

Фәһемле әйткән һүҙең.

Бәхетле булыр инем,

Һиңә оҡшаһам үҙем...

Әсәй, әсәкәйем!

Һин берҙән-берем минең.

Һин – берәү, ә икенсеһе –

Ғәзиз, киң Тыуған илем.

(Г.Ҡоҙабаева)

ӘСӘЙ

 “Әсәй” тигән оло һүҙҙе

Тәү башлап әйтә бала.

Әсләрҙәй изге йәндәр

Юҡтыр ул был донъяла!

Төндәр буйы йоҡламайса

Әкиәт һөйләгән – әсә.

- Үҫ, балам, үҫ тиҙерәк, - тип

 Көйҙәр көйләгән әсә.

(Т.Муллағәлиева)

ИКЕ ӨЛӘСӘЙ

Ике өләсәйебеҙ бар,

Икеһе лә тиҫтерҙәр.

Беренсеһе атайымды,

Икенсеһе әсәйемде

Кеше итеп үҫтергән.

 Ике өләсәйебеҙ бар,

Икеһен дә яратабыҙ,

Уларға эш ҡалдырмайбыҙ,

Бик бойоҡҡан саҡтарында

Ҡайғыларын таратабыҙ,

Икеһен дә яратабыҙ!

(Ф.Рәхимғолова)

ӘСӘ КҮҢЕЛЕ

Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,

Унда күпме ынйы бар!

һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән

Бала өсөн саф мөхәббәт

Ынйылары бит улар!

Әсә күңелен дала тиҙәр,

Ул тылсымлы, киң дала.

Ошо күңелдән башлана

Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә

 Аҡ юлдары донъяла!

Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,

Унда күпме яҡтылыҡ!

Шул күңелдең яҡтыһынан

Тормош тағы балҡып китә,

Ерҙә арта яҡшылыҡ!

(А.Игебаев)

ӘСӘЙГӘ БҮЛӘК

Әсәһенә бүләк итеп

Сәлим ҡуян төшөргән.

Гөлшат менән Зәйнәп икәү

 Тәмле күмәс бешергән.

 Әсәйем: “Балам, һин дә

Миңә бүләк бирҙең, - ти,

- Көнө буйы һүҙҙәремде

Тыңлап ҡына йөрөнөң”, - ти.

 (Ф.Рәхимғолова)

https://rs.mail.ru/d23584251.gif


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...

Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

Яңы йыл тураһында шиғырҙар

ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Арҡаланып йәшәр өсөн  ҡанын бүлгән АТАЙ кәрәк,  иркәләнеп йәшәр өсөн  йәнен бүлгән ӘСӘЙ кәрәк!...