Яңы йыл тураһында шиғырҙар
материал по художественной литературе
ҠАРҘАР ЯУА
Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,
Елбәҙәкләп төшә еремә.
Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә
Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә.
Аҡ күбәләк булып осоп уйнап
Килеп ҡуна улар ҡулдарға,
Ап-аҡ ҡына мамыҡ юрған булып
Түшәләләр барған юлдарға..
Ҡар бөртөгөн ҡулдарыма алдым
Һоҡланайым тиеп үҙенә.
Эрене лә ҡулым йылыһына
Тамсы тамды минең битемә.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yany_yylga_shigyrzar.docx | 36.91 КБ |
Предварительный просмотр:
ЯҢЫ ЙЫЛҒА ШИҒЫРҘАР
Фәүзиә Ҡотлогилдина
ҠАРҘАР ЯУА
Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,
Елбәҙәкләп төшә еремә.
Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә
Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә.
Аҡ күбәләк булып осоп уйнап
Килеп ҡуна улар ҡулдарға,
Ап-аҡ ҡына мамыҡ юрған булып
Түшәләләр барған юлдарға..
Ҡар бөртөгөн ҡулдарыма алдым
Һоҡланайым тиеп үҙенә.
Эрене лә ҡулым йылыһына
Тамсы тамды минең битемә.
ЯҢЫ ЙЫЛ
Ҡарһылыу ҙа килгән беҙгә
Ҡыш бабай менән бергә,
Бергәләшеп , етәкләшеп
Йырҙар йырлап йөрөргә.
Шатлыҡтар, бәхеттәр менән
Хуш киләһең Яңы йыл!
Яңы йылды ҡаршыларға
Йыйылдыҡ тағы быйыл!
Йәшел шыршы янына
Балалар күп йыйылған,
Шыршыла уттар ҡабынған
Уйынсыҡтар тағылған.
ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫ
Күңелле байрам Яңы йыл!
Уны бик тә яратам,
Ҡыш бабай шыршы янында
Күстәнәстәр тарата.
Матур шыршы тирәләп
Күмәкләшеп уйнайбыҙ,
Ҡыш бабайҙы йырҙар менән,
Шиғыр менән һыйлайбыҙ!
ҺАУМЫ, ЯҢЫ ЙЫЛ!
Шыршы матур кейенгән,
Уйынсыҡтарын элгән,
Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡаршылайбыҙ күмәкләп
Килеп етте Яңы Йыл!
Оҙатабыҙ Кәзә йылын,
Һаумы, бәләкәс Маймыл!
ТОРАТАУҘА ЯҢЫ ЙЫЛ
Ишембайҙың эргәһендә
Тигеҙ ерҙә Тау икән,
Аҡ һаҡаллы Ҡыш Бабай ҙа
Шул тауҙа тора икән.
Торатауҙың түбәһендә
Ҡыш Бабайҙың тирмәһе,
Яңы йылда гөрләп торор
Торатауҙың тирәһе.
Атайым, әсәйем менән
Торатауға барайым,
Яңы йылда Ҡыш бабайҙан
Күстәнәстәр алайым.
БАШКИРСКИЙ ДЕД МОРОЗ
На вершине Торатау
Живет дедушка Мороз,
На крылатом Акбузате
Детям гостинцев привез!
Снегурочка прибежала
Потеряла Дедушку,
Дед Мороз обрадовался
Любит свою внученьку.
Яңы йыл
Гүзәл Ситдиҡова
Дөп-дөп итеп ишек ҡаға
Тағы Яңы йыл,
Ул - яңы ла, беҙ иҫке шул,
Булмай яңырып
Һәр ҡыш бер йыл өҫтәй тора
Сәстәрҙе саллап,
Туҡтатып та ҡуйып булмай
Һаҡсылар яллап.
Әйҙә, килгәс уҙ түремә,
Һөйөнөс йөкмәп,
Күңелдә шатлыҡ мул булһын,
Табында - икмәк.
Буш тоғоңа ҡайғыларҙы
Алып кит төйәп,
Упҡынға күм, беҙҙә улар
Тапмаһын төйәк.
Дөп-дөп итеп ишек ҡаға
Ана, Яңы йыл.
Юҡ, "иҫкерге" килмәй һис тә -
Килә яңырғы!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар
Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...
Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"
Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....
БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ
Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....
ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....
Йәй тураһында шиғырҙар
Таң атҡас...
ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР
Арҡаланып йәшәр өсөн ҡанын бүлгән АТАЙ кәрәк, иркәләнеп йәшәр өсөн йәнен бүлгән ӘСӘЙ кәрәк!...