Башҡорт халҡының фольклорында балалар уйындары (Ауылдар буйлап сәйәхәт)
план-конспект занятия (старшая группа)

Низамова Зиля Зиннуровна
 
Әҙерлек төркөмө балалары  өсөн дәрес өлгөһө
 
 
 
 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon dres_olgoho.doc52.5 КБ

Предварительный просмотр:

Әҙерлек төркөмө балалары  өсөн дәрес өлгөһө

Башҡорт халҡының фольклорында балалар уйындары

(Ауылдар буйлап сәйәхәт)

Маҡсат: Балаларға башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәт, йолаларын өйрәтеү; үҙ милләтеңә һөйөү тәрбиәләү; балаларҙа милли мәҙәниәттең тәү сығанағын өйрәнеүгә нигеҙ булдырыу.

Йыһазлау: Яулыҡ, милли кейемдәр, 15, 60  сантиметрлыҡ нәҙек ағастар, ҡармаҡ (балыҡ тотоу өсөн кәрәк-яраҡтар), көйәнтә, биҙрә, сеүәтә, ҡалаҡ, йүгән.

Метод: Дәрес-байрам.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу. Милли кейемдә (төрлө милләт кейемендә) балалар йыр менән алға сығып, ярым түңәрәк булып теҙелеп тора. Йыр “Әссәләмәғәләйкүм” (Р.Ғимрани муз.)

Тәрбиәсе. Һаумыһығыҙ, балалар, ата-әсәләр, ҡәҙерле ҡунаҡтар!

Балаларҙың яуабы. Һаумыһығыҙ!

II. Сәйәхәт.

Тәрбиәсе. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән төрлө ауылдар буйлап сәйәхәт яһайбыҙ. Һеҙ яратаһығыҙмы сәйәхәт яһарға?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе. Нимә ул сәйәхәт?

Балалар. Экскурсия, төрлө ергә йөрөп күреү.

Тәрбиәсе. Дөрөҫ, балалар. Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ. Ә йыр беҙҙе башлап алып барһын.

Йырлап: Сығырбыҙ сәйәхәткә

            Төрлө ерҙәр күрергә,

                Сәйәхәтте йүкәләрҙән

                Башлайыҡ әле бергә.

Алда ҡапҡа тора. Яҙыу: “Ишмырҙа ауылына рәхим итегеҙ!”

1-се бала. Нимә тип яҙылған?

Тәрбиәсе уҡып ишеттерә.

2-се бала. Ә һеҙ йүкәләргә барабыҙ тинегеҙ бит?

Тәрбиәсе. Дөрөҫ, Йүкә - был ауылдың тәүге исеме.

3-сө бала. Унда йүкә эшләгәндәрме?

Тәрбиәсе.  Эйе, балалар.Элек бында йүкә эшләгәндәр. Уны нисек эшләүҙәре хаҡында беҙгә саҡырылған ҡунағыбыҙ һөйләп ишеттерер.

Ҡунаҡ һөйләй.

Тәрбиәсе. Балалар, ә һеҙ йүкәне һәм унан эшләнгән әйберҙәрҙе күргәнегеҙ  бармы?

Балалар. Эйе.

4-се бала. Мейес аҡлағыс.

Тәрбиәсе. Дөрөҫ. Бумала тип атала

5-се бала. Мин музейҙа йүкәнән үрелгән сабата күрҙем.

6-сы бала. Унда еләк йыя торған һауыт та бар.

Тәрбиәсе. Тағы нимәләрҙе беләһегеҙ?

7-се бала. Ат өҫтөнә ябыу эшләгәндәр.

Тәрбиәсе. Эйе. Ул септә тип атала. Хатта, ҡайыш булмағанда, ат егеү өсөн сбруйҙар эшләгәндәр (Һүрәттәр күрһәтеү). Хәҙер уларҙы ҡайыштан эшләйҙәр ( ҡайыштан эшләнгән йүгән күрһәтеү). Шулай итеп, был ауылда нимә менән шөғөлләнгәндәр?

8-се бала. Йүкә эшләгәндәр.

Тәрбиәсе. Әйҙәгеҙ беҙ хәҙер “Йүкә телефоны”  уйынын уйнап алайыҡ. Мин һүҙ әйтәм, ә һеҙ ҡолаҡтан ҡолаҡҡа еткерәһегеҙ. Яңылыш ишеткәнгә наказ – шиғыр һөйләү.

Уйын.

Тәрбиәсе. Балалар, артабан йырлап ҡуҙғалайыҡ.

Ауылдарҙа өйрәнәбеҙ

Балалар уйындарын,

Башҡаларға  өйрәтәбеҙ

Белмәй береһе ҡалмаһын.

Ҡапҡала “Иҫән ауылы” тип яҙылған.

1-се бала. Бында нимә тип яҙылған?

Тәрбиәсе. Иҫән ауылы тип яҙылған. Кемдең туғандары бар был ауылда?

Балаларҙың яуаптарын тыңлау

Тәрбиәсе. Был ауылда балалар ниндәй уйындар уйнайҙар икән?

2-се бала. Мин беләм. “Таш кәйелдереш”

Тәрбиәсе. Һөйлә әле беҙгә.

2-се бала. Ялпаҡ ҡына йоҡа таш алаһың да, һыуҙың өҫтөнән кәйелдереп ташлайһың. Нисә кәйелһә, шуныңса мәрәй була. Был уйынды бер нисә кеше уйнай. Артта ҡалғандар  башҡаларға  йәй булһа - еләк, көҙ булһа  муйыл йыйып бирә, яҙ булһа берәй мәҙәк һөйләй.

Тәрбиәсе. Тағы ниндәй уйындар бар?

2-се бала. “Сөрәкә” уйыны

Тәрбиәсе. Һөйләп ебәр.

Бала таяҡтарҙы күрһәтеп һөйләй. Таяҡтарҙы ергә һалып, уның өҫтөнә береһен ауыш һалып, өҫтөнә тағы таяҡ һалаһың, теге таяҡтың башына баҫҡанда, уның өҫтөндәгеһе осоп китә, шул ваҡытта уны  уйынсы һуғырға тейеш, һуҡҡан һайын бер мәрәй.

Тәрбиәсе. Ә өлкәнерәк балалар, ололар унда нимә менән шөғөлләнә?

2-се бала. Балыҡ тоталар.

Тәрбиәсе. Әйҙәгеҙ хәҙер ҡунағыбыҙға һүҙ бирәйек.

Ҡунаҡ балыҡ тотоу тураһында һөйләй. Ҡармаҡҡа ризыҡ әҙерләгәндә ошоно әйтәләр:

Селәү - балыҡҡа келәү,

Эшең уны эҙләү.

Миңә тик балыҡ инәһен

Ҡармағыңа бәйләү.

Ҡамыр, ҡамыр ҡамыр бул,

Балыҡ өсөн ризыҡ бул.

Ҡармаҡҡа ҡабыр булһын,

Янымда ятыр булһын.

Ҡармаҡ ташлағанда шулай тип һамаҡлайҙар:

Балыҡ, ялтыр тәңкә,

Тулҡын тымған мәлдә,

Ярға сығып ятыр мәлең,

Тәмле һурпа булыр мәлең.

Балыҡ, балыҡ ҡап,

Ярға сығып ят,

Үҙ ишеңде тап

Ярға алып ҡайт.

Балыҡ инәһен килтер,

Балыҡ атаһын килтер,

Балыҡ балаһын килтер,

Күпме бар, барын килтер. (авт. Р.Иҫәнбаева)

Тәрбиәсе. Рәхмәт беҙҙең ҡунағыбыҙға. Шулай итеп, балалар, ниндәй уйындар өйрәндек?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе. Сәйәхәтте йырлап дауам итәйек.

Беҙ китәбеҙ Үрнәккә,

Икенсеһе -  Ниғәмәт,

Бар нәмәгә бай төбәк.

Тәрбиәсе.Был ҡапҡаға Ниғәмәт тип яҙылған.  Үрнәк –  шундағы колхоздың элекке исеме булған. Ә Ниғәмәт -  18-се быуатта Моҡас ауылынан ошо яҡтарға күсеп килеп төбәкләнгән кешенең исеме.

1-се бала. Бында беҙҙең туғандарыбыҙ бар.

Тәрбиәсе. Улайһа, һөйләп ебәр әле бында балалар ниндәй уйындар уйнайҙар?

1-се бала. “Наза”ны бейейҙәр, “Тотҡон” уйнайҙар.

Тәрбиәсе. “Наза”ны бейейек әле. Ә саҡырылған ҡунағыбыҙ беҙгә ярҙам итер.

Ҡунаҡ. “Наза”ны йырлап, парлап баҫып бейейҙәр. Парһыҙ ҡалған бала күтәрелгән ҡулдар аҫтынан бейей-бейей үҙенә пар алып сыға. Уйынды парһыҙ ҡалғаны дауам итә.

Тәрбиәсе. “Тотҡон” уйынын уйнайыҡ.

Ҡунаҡ. Был бик боронғо уйын. Унда берәү башҡаларҙы баҫтырып тотҡон йыя, ә икенсеһе уларҙы ҡотҡара. Ҡотҡарыусы тотҡондарҙың ҡулына билбау осо менән һуғып ҡотҡара. Һәр икәүһенең үҙ ярҙамсыһы була.

Уйын.

Тәрбиәсе. Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек.

Бергә:

Әйҙәгеҙ, дауам итәйек,

Юлға сығып китәйек.

Этҡолда баҙар үтә бит,

Шунда барып киләйек.

Тәрбиәсе. Ҡапҡаға II Этҡол ауылы тип яҙылған. Элек  был ауылда баҙар булған. Аҙнаның берәй көнөндә унда кешеләр әйбер, ит, һөт, ҡатыҡ, утын, бесән, мал һатҡандар. Нисек уйлайһығыҙ, көйәнтәләп унда нимә һатҡандар икән?

Балалар. Һыу.

Тәрбиәсе. Юҡ. Дөрөҫ түгел.

1-се бала. Һөт.

Тәрбиәсе. Эйе.

2-се бала. Ҡатыҡ.

Тәрбиәсе. Эйе.

3-сө бала. Емеш-еләк.

Тәрбиәсе. Эйе, дөрөҫ. Ә шуларҙың ҡайһыһын балалар һатҡан?

2-се бала. Ҡатыҡ

Тәрбиәсе. Дөрөҫ. Уны нисек һатыуҙары тураһында беҙҙең ҡунағыбыҙ һөйләп үтер.

Ҡунаҡ. Ҡатыҡ һатыу балалар өсөн уйын һымаҡ ҡына булып тойолған. Балалар һатҡан ҡатыҡты тәмләп тә тормайынса, бала тотҡан ҡулды мәхрүм итмәйем тип, һатып ала торған булғандар. Бына мин дә һеҙгә тәмләтергә ҡатыҡ алып килдем.

Бер бала һамаҡлай-һамаҡлай башҡа балаларға ҡатыҡ тәмләтә.

Сеүәтәлә ҡатығым,

Тәмләп ҡара, татлымы,

Йөҙөңә ул аҡ булһын,

Үҙеңә ризыҡ булһын.

Хурлап алма, маҡтап ал,

Һыйыр ағы, ҡарап ал.

Һөткә кейә булмаһын,

Һыйырҙан һөт ҡайтмаһын.

Әсе булһа үҙәккә

Файҙаһы күп бигерәк тә,

Энә күҙәүендәй ҙә

Сир теймәҫ үҙеңә.

Сөсө булһа ла ҡасма

Эсеүгә татлы була.

Ултырта бир аҙыраҡ

Айран яһарға була.

Тәмләп ҡап, маҡтап ҡап,

Һыйыры аҡ, һөтө аҡ,

Ҡатығы аҡ, ҡаймаҡ аҡ,

Майын да тик маҡтап ал. (авт. Р.Иҫәнбаева)

 

Тәрбиәсе. Бына шулай, балалар, сәйәхәтебеҙ ҙә тамам. Киләһе ҡапҡабыҙға “Баймаҡ” тип яҙылған

Хәҙер ҡайттыҡ баҡсаға,

Баҡса беҙҙең Баймаҡта.

Әҙерәк ял итәйек,

Тәмле ҡатыҡ эсәйек.

III. Йомғаҡлау.

Тәрбиәсе. Балалар, беҙ бөгөн ҡайһы яҡтарға сәйәхәт ҡылдыҡ?

Балаларҙың яуаптарын тыңлау.

Ниндәй уйындар өйрәндек?

Балаларҙың яуаптарын тыңлау.

Ә ололар нимә менән шөғөлләнгән?

Балаларҙың яуаптарын тыңлау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА УЙЫНДАР ОЙОШТОРОУ БУЙЫНСА КӘҢӘШТӘР

Беренсе ҡағиҙә: уйын баланың һаулығына бер нисек тә хәүеф янамаҫҡа тейеш....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этнокультура белемдәрен үҫтереүҙә дидактик уйындар ҡулланыу.

  Яңы стандарттар буйынса белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереү, уның сифатын күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатҡа ҡуйыла. Киләсәк быуынды тормошҡа әүҙем ҡарашта булған, ...

Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе уйындар.

Башҡорт балалар баҡсаһында балалар өсөн бармаҡ уйындары...

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары.Баланың мәктәпкәсә йәштәге осоры – тирә – йүнде йонтолоғоп өйрәнеү, күп кисерештәрҙе үҙенә тәплау һәм кеше шәхесе формалашыуында иң мөһи...

Дидактик уйындар (үҙ уйындарым)

Балалар баҡсаһында дидактик уйындар/´МӘКТӘПКӘСӘ белем биреү учреждениеһында дидактик уйын – баланың шәхесен һәр яҡлап тәрбиәләү ысулы, ул уйын эшмәкәрлеге менән бәйле. Был ысул менән файҙа...