“Методик әсбап - мнемотехника” (эш тәжрибәһенән)
консультация (старшая группа)

Масалимова Равиля Равиловна

“Методик әсбап - мнемотехника” (эш тәжрибәһенән) Тәрбияселәр өсөн консультация. Әҙерләне; Мәсәлимова Р.Р.

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәткәндә телмәр үҫтереү өсөн традицион ысулдар менән бергә яңы технологиялар ҡулланыу отошло һәм һөҙөмтәле. Шуның өсөн дә методик әсбапта мнемотехника ( мнемоюл һәм мнемотаблицалар менән эшләү), коллаж ысулын  киң ҡулланыу индерелгән.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kon_dlya_vosp_mnemotabl.docx43.74 КБ

Предварительный просмотр:

Тәрбияселәр өсөн консультация.

Эзерләне тәрбиәсе Мәсәлимова Р.Р.

Тема: “Методик әсбап мнемотехника”

     Балаларҙың телмәрен үҫтереү-балалар баҡсаһында дөйөм уҡытыу-тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың башҡорт теле – дәүләт теле булараҡ ҡыҙыҡһыныу уятыу педагогтарҙың төп бурысы булып иҫәпләнә.

     Телмәр устереү шәхес тәрбиәләүҙә төп шарттарҙан һанала. Ул ете йәшкәсә тиҙ үҫешә һәм ошо осорҙа баланың психик һәм физик үсешенә йоғонтоһо ҙур була. Баланың йәш үҙенсәлектәрен сығып тел өйрәнеүгә ыңғай ҡараш булдырыу, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә, тарихына, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, телдә дөоөҫ һөйләшергә өйрәтеү, үҙеңде уратып алған ысынбарлыҡ менән таныштырыу өҫтөндә системалы эшләү – телмәр үҫтереүҙең төп бурыстары.

      Уны тормошҡа ашырыуҙа традицион ысулдар менән бергә яңы технологиялар ҡулланыу отошло һәм һөҙөмтәле. Шуның өсөн дә методик әсбапта мнемотехника ( мнемоюл һәм мнемотаблицалар менән эшләү), коллаж ысулын һәм тактиль таҡталарҙы киң ҡулланыу индерелгән.

       Мнемоюл ( мнемотехника– хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңеләйтеү ҡағиҙәһе һәм юлдары) – информация һалынған схема, йәғни конкрет булмаган шартлы билдәләрҙән образдарға күсеү ул. Мнемоюл тәбиғәт күренештәре менән танышҡанда , хайуандарҙы һүрәтләгәндә һәм хикәя төҙөгәндә бик ҡулайлы. Ул баланың фекерен байыта, иғтибарын туплай, таусири һөйләү һәләтен үҫтерә.

       Кескәйҙәр өсөн төҫле мнемоюлдар ҡуллану отошлораҡ, сөнки айырым обраҙдар уларҙың хәтерендә нығыраҡ һаҡлана. Мәсәлән, йәшелсәнең үҫешен түбәндәгесә (1) һүрәтләргә мөмкин. Был – кыяр. Ҡыяр оҙонса. Ул түтәлдә үҫә. Ҡыяр тәмле. Мин ҡыяр яратам. 

      Унан һуң мнемотаблицалар индерелә башлай. Башта дүрт шаҡмаҡтан (икегә ике). Мәсәлән, яҙ миҙгеленә ҡарата түбәндәге һүрәттәрҙе (2) ҡулланырға була. Яҙ. Үләндәр шыта. Сәскәләр асыла. Күбәләктәр оса.

       Ә һуңыраҡ алты шаҡмаҡлы (өскә өс) таблицалар буйынса хикәя һәм әкияттәр һөйләргә өйрәтелә, герой обраҙдары асыла. Шул сағында бала ниндәй әкиәттәр бирелеүн тиҙ асылҡлай. Көз миҙгелен тубәндәге (3) һүрәттәр  ярҙамында күҙ алдына китерергә була. К-көҙөн кояш аҙ йылыта. Япраҡтар ҡойола. Ямғырҙар еш яуа. Кешеләр ҡулсактар йөрөтә.

       Йәш үҙенсәлекләренә ҡарап мнемотаблицаларда шакмактар һаны арта.

        Хөрмәтле коллеғаларым шулай уҡ башҡорт телен балаларға өйрәткәндә ҡулланған әҙәбиятменән таныштырып китәм. Башҡорт халҡының тарихы менән таныштырғанда үҙ ҡулдарым менән эшләгән тирмәне күрһәтәм.

        Һеҙгә уңыштар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

« Өй шарттарында һөт менән тәжрибә».

Эҙләнеү - тикшеренеү эше...

Балалар баҡсаһында тәжрибә

Балалар баҡсаһында тәжрибә үткәреү. Нимә ул космос? Йондоҙҙар хәрәкәтләнәме? Нимә ул галактика? Был һорауҙарға яуапты балаларға тәжрибә аша аңлатырға була. "Кескенә галактика" тигән тәжрибә . ...

«Уйнап үҫәбеҙ!» (эш тәжрибәһенән сығып). Уйындар . Презентация.

Бала уйын эшмәкәрлеге аша үҫә. Тик ошо мәғәнәлә генә уйын баланың төп эшмәкәрлеге тип һанала ала, йәғни уйын баланың үҫеш кимәлен билдәләү ролен үтәй. Уйындар тәҡдим ителә балалар баҡсаһында уйнар өсө...

Эш тәжрибәһенән "Башҡорт телен, халыҡтың тарихын саф һауала уйнап өйрәнәбеҙ" Презентация.

БАШҠОРТ ТЕЛЕН, ХАЛЫҠТЫҢ ТАРИХЫН САФ ҺАУАЛА УЙНАП ӨЙРӘНӘБЕҘ.(эш тәжрибәһенән)Балалар баҡсаһында уйын эшмәкәрлеге(эш тәжрибәһенән)  Сюжетлы-ролле уйындар башлыса көндәлек көнкүреш һәм йәмғият күрен...

Дидактик уйындар (эш тәжрибәһенән)

Бала уйын эшмәкәрлеге аша үҫешә. Дидактик уйындар баланы тирә-йүн менән таныштырыу, ябай математик төшөнсәләрҙе формалаштырыу, физик һәм музыкаль тәрбиә биреү, художество-эстетик һәм телмәр белеүен...