Главные вкладки
Масалимова Равиля Равиловна
Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең сайты.
Профессия: Тәрбиәсе
Профессиональные интересы: Үҙ педагогик мәҙәниәтенең кимәлен күтәреү теләге.
Увлечения: Халыҡ ҡулланма сәнғәте, флористика, ландшафт дизайны.
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Дүртөйлө ҡалаһы, Дүртөйлө районы.
Место работы: 7-се балалар баҡсаһы "Йондоҙсоҡ",
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/masalimova-ravilya-ravilovna"Бала тәрбиәләү әсәһенең ғаиләлә генә түгел, ә бөтөн йәмғиәт алдындағы изге һәм яуаплы бурысы булып тора".
Һаумыһығыҙ, сайт ҡунаҡтары!
Хөрмәтле коллегалар һәм ата-әсәләр! Мин һеҙҙе сәләмләүемә шатмын. Бында мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәрбиә, аң - белемгә өйрәтеү өлкәһендәге эшләнмәләрҙе ҡарай алаһығыҙ. Шулай уҡ беҙҙең бурыс; тыуған илгә, тыуған ергә, уның тәбиғәтенә, тыуған телгә мөхәббәт хисе тәрбияләү; башҡорт халҡының көнкүреше, үткән тарихы, әҙәбиәте, сәнғәте һәм мәҙәниәте, ғөрөф - ғәҙәте менән таныштырыу. Бала уйын эшмәкәрлеге аша үҫә. Тик ошо мәғәнәлә генә уйын баланың төп эшмәкәрлеге тип һанала ала, йәғни уйын баланың үҫеш кимәлен билдәләү ролен үтәй.
О себе
Тәрбиәсе булып эшләү дәүеремдә аңланым, балалар өсөн тәрбиәнең роле баһалап бөткөһөҙ. Балаларҙың именлеге һәм артабанғы яҙмышы уларҙың эске донъяһына иғтибар менән ҡарауға бәйле. Тәрбиәләнеүселәрем һау-сәләмәт, яҡшы белемле, лайыҡлы һәм изге күңелле булып үҫһендәр.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Китаптар һәр ваҡыт минең тоғро тормош юлдашы, белешмә, кәңәшсе һәм дуҫ. Изгелек, мөхәббәт, шәфҡәтлелек. Яҡыныңа ярҙам итеү, мәрхәмәтлелек кеүек мөһим төшөнсәләрҙе формалаштырған әкиәттәр китаптары - бала саҡта. Әнүәр Һаҙый улы Бикчәнтәев - мәҫәлән мәктәп йылдарында... Артабан инде балалар баҡсаһында тәрбиәселәр өсөн әҙәбиәт.
Мой взгляд на мир
"Ер-әсә теле."
Ғәжәп был ер! Йә ул рәссам кеүек,
Йә ул йырсы... Йырҙың остазы.
Үлән төҫө, елдәр, сәскә наҙы,
Ҡош тауышы уның моң сазы,
Үҙ телендә ул бараһын миңә
Йырлай, көйләй, һөйләй һәр көндө.
Эй тыуған ер! Нисек йәшәр инем,
Аңламаһам һинең телеңде?!
Назар Нәжми
Кеше - тәбиғәттең бер өлөшө. Ул тәбиғәттән башҡа бер генә көн дә, бер генә сәғәт тә, бер минут та йәшәй алмай. Уға һыу, һауа, аҙыҡ - түлек, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ кәрәк. Шуға күрә тәбиғәткә мөнәсәбәт, кешеләргә мөнәсәбәт кеүек үк гуманлы, шәфҡәтле булырға тейеш.
Тәбиғәтте һаҡлау - ул тыуған ерҙе һаҡлау.
Мои достижения
Минең уңыштарым - балаларҙың бәхетле күҙҙәре һәм ата-әсәләрҙең рәхмәтле һүҙҙәре.
Моё портфолио
Педагогик юлымдың портфолиоһын тәҡдим итәм. Яратып эшләнгән эштәр уңышлы булһын.