Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”
план-конспект занятия (старшая группа) на тему

Кульмухаметова Равиля Юлаевна

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының

“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһы

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә

”Ҡар таҙа буламы?”

 

 

 

 

Әҙерләне һәм үткәрҙе:

                                                                        Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай ҡыҙы

юғары категориялы тәрбиәсе

 

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kar_taza_bulamy.docx16.42 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының

“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһы

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә

”Ҡар таҙа буламы?”

Әҙерләне һәм үткәрҙе:

                                                                        Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай ҡыҙы

юғары категориялы тәрбиәсе

Тема: ”Ҡар таҙа буламы?”

(Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге-тәжрибә)

Маҡсат:

-балаларҙың миҙгелдә үҙгәрештәр тураһында  төшөнсәһен байытыу  ( иң ҡыҫҡа көн, иң оҙон төн, һыуыҡ, боҙлауыҡ, тайғаҡ) һәм Антарктиданың боҙҙары тураһында һөйләү;

-балаларҙың ҡарҙың үҙенсәлеген  өйрәнеүҙе үҫтереү (йылыла ирей, һыуға әйләнә);

-балалар араһында татыулыҡ, башланған эште аҙағына хәтлем еткереү, бер-береһенә ярҙам итеү, һыуҙы һаҡлауҙы тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: ҡар бөртөгө, балаларға билдәләр, ике биҙрә ҡар менән, буранка балалар һаны буйынса,батмус, ике өс литрлы банка һыу менән)

Һүҙлек эше: ҡыш, ҡар бөртөгө, ҡар ирей,буранка, бысраҡ, тәбиғәт, экология - тереклектең тирә-яҡ мөхит менән бәйләнешен өйрәнеүсе фән, боҙҙар, Антарктида, эсергә яраҡлы һыу(сөсө һыу),  таҙартыу ҡоралмалары.

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлегенең барышы.

-Балалар, минең эргәмә түңәрәккә баҫабыҙ. Ниндәй йыл миҙгеле башланды?

-Дөрөҫ, ҡыш! Ә хәҙер мин һеҙгә бер уйын уйнарға тәҡдим итәм. “Ҡар бөртөгөн  усыңа ал- ҡышҡы тәбиғәт тураһында һөйлә” (ҡар бөртөгөн сиратлап түңәрәк буйлап йөрөтәбеҙ, балаларға иғтибар менән тыңларға, бер үк яуапты ҡабатламаҫҡа, ҡышҡыһын иң оҙон төн, иң ҡыҫҡа көн, көндәр һыуына, ҡояш яҡтырта,тик йылытмай; ҡоштар йылы яҡҡа осоп киттеләр; бөжәктәр ағас ҡабығы аҫтына йәшенделәр; йылға менән күл өҫтө боҙҙар менән ҡапланды; урманда хайуандарға аҙыҡ табыу ауырлаша; айыу өңөндә яҙға хәтлем йоҡлай)ҡар бөртөгө тәрбиәсегә тиклем барып етә.

-Ҡыштың иң матур биҙәге –ҡар.Балалар һеҙ ҡар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ. (аҡ, еңел, йомшаҡ, епшек ҡарҙан ҡар бабай яһарға була, ҡарҙы көрәк менән көрәйҙәр.)

-Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ерҙә бөтә ҡарҙа таҙа,аҡ, саф, матурмы? ( балаларҙың яуаптары)

-Бөгөн мин һеҙгә, ике урындан алынған ҡарҙар килтерҙем. Тәүге биҙрәлә ҡала майҙанынан алынған ҡар, ә икенсе биҙрәлә  беҙҙең балалар баҡсаһының майҙансығынан алынған. (иртәнсәк биҙрәлә ҡар ятыуын балаларҙың иҫенә төшөрәм)

-Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Хәҙер ниңә ҡар урынында биҙрәлә һыу? (ҡар ирегәс һыуға әйләнә)

-Балалар, әйҙәгеҙ ике биҙрәләге һыуҙы сағыштырайыҡ.

(балалалар тамғаларға ҡарап үҙ урындарына үтәләр, алъяпҡыс кейәләр)

-Балалар, һеҙ теләйһегеҙме, ҡайһы биҙрәләге ҡар таҙараҡ икәнен ҡарарға?(балаларҙың яуаптары) Ҡарҙың таҙалығын тикшереү өсөн беҙ иртәнсәк индерелгән ҡарҙың һыуын буранка аша үткәрәбеҙ. Ә буранканың төбөндә мамыҡ.(балалар буранкаларын тотоп тәрбиәсе эргәһенә киләләр ҙә , ике буранканы сағыштырып ҡарайҙар)

-Буранканың төбөндәге мамыҡтың таҙалығы бер үкме? Айрыламы? Ниңә улай, бер үк көндә яуған ҡар бит.

- Бигерәк тә кем ҡар ашарға ярата, шул балалар һеҙ нығыраҡ ҡарағыҙ әле. Күпме бысраҡ был ҡар һыуында. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, әгәр һеҙ көн һайын бер ус ҡар ашаһағыҙ күпме бысраҡ һеҙгә зыян килтерәсәк. Ә ҡыш беҙҙә оҙон.

-Балалар, был бысраҡ ҡайҙан килеп сыҡты икән? Ҡар бит аҡ ҡына булып ята ине мин алғанда. (машиналарҙан, фабриканан)

-Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ҡар ауылдамы, әллә ҡалала таҙараҡмы? (Ҡалала ҡар бысраҡ, сөнки унда транспорттар күп йөрөй; заводтар һәм фабрикалар бар)

-Өлкән кешеләр  ҡар таҙа булһын өсөн нимәләр эшләргә тейеш? (Завод менән фабрикаларҙа  таҙартыу ҡоралмаларын төҙөйҙәр; машиналарға һауаны бысратмаҫ өсөн махсус фильтрҙар ҡуялар)

-Физминутка: Һыу өс төрлө була шыйыҡ, боҙ, пар. (балалар тәрбиәсене тыңлап һыуҙың өс төрлө хәлен күрһәтәләр)

-Балалар, глобусҡа ҡараһаҡ иң күбе зәңгәр төҫ- ул һыу. Тик диңгеҙ, океан һыуҙарын эсеп булмай, сөнки ундағы һыу тоҙло. (Балаларҙың теленә тамыҙғыс  менән тоҙло һыу тамыҙып сығам)

-Оҡшанымы, һеҙгә диңгеҙ һыуы? Шул һыуҙы ҡулланып ашханаҡсылар  һеҙгә компот, сәй ҡайнатһалар  тәмле буламы?(Юҡ,...)

Тәрбиәсе ике банка менән һыу күрһәтә:

-Беренсе банкала  бөтә ер шарындағы һыу (банка тулы)

Икенсе банкала эсә торған сөсө һыу ( банканың төбөндә биш см бейеклектә)

-Балалар, күрәһегеҙме эсә торған һыу сағыштырмаса бик аҙ, шуға күрә эсергә яраҡлы һыуға һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ. (ҡулды йыуғанда кран ныҡ асмайбыҙ, йыуынғандан һуң кранды яҡшы итеп ябабыҙ, унан тамсылап ағып торорға тейеш түгел).

-Балалар, ҡулдарҙы йыуып, ә дежурныйҙар өҫтәлде йыйыштырып алырға ярҙам итәләр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.

                Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт Маҡсат: - балалар менән  берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:- балаларҙың...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Занятие для младшей группы по познавательной деятельности...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....