«Башҡорт халыҡ уйындары» Тәрбиәселәргә консультация.
консультация (старшая группа)

Масалимова Равиля Равиловна

    Халыҡ уйындары, хәрәкәт төрҙәрен камиллаштырыу менән бер рәттән, балалароҙы үҙ халкының мәҙәниәтенә ылыҡтыра. Хәрәкәтле халыҡ уйындары көнкүреш һәм хезмәт менән тығыҙ бәйләнештә барлыҡҡа килгәндәр, улар намыҫлыҡ, ғәйрәтлелек, батырлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй, халыҡ фолклоры менән таныштыра. Халыҡ уйындары - күп вариантлы, универсаль уйындар. Уларҙы ҡышын -йәйен, байрамдарҙа. Урамда һәм спортзалларында үткәреп һәм төрлө йәштәге балаларға ла тәҡдим итеп була. 

   Тәҡдим ителә башҡорт халыҡ һанашмаҡтары һәм уйындары.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл olgo_konsult_bashkort_haly_uyyndar.docx37.59 КБ

Предварительный просмотр:

Тәрбиәселәргә консультация.  

Тема: «Башҡорт халык уйындары»

Эҙерләне: Мәсәлимова Р.Р.

             Халыҡ уйындары, хәрәкәт төрҙәрен камиллаштырыу менән бер рәттән, балалароҙы үҙ халкының мәҙәниәтенә ылыҡтыра. Хәрәкәтле халыҡ уйындары көнкүреш һәм хезмәт менән тығыҙ бәйләнештә барлыҡҡа килгәндәр, улар намыҫлыҡ, ғәйрәтлелек, батырлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй, халыҡ фолклоры менән таныштыра. Халыҡ уйындары - күп вариантлы, универсаль уйындар. Уларҙы ҡышын -йәйен, байрамдарҙа. Урамда һәм спортзалларында үткәреп һәм төрлө йәштәге балаларға ла тәҡдим итеп була.

              Башҡорт халыҡ уйындарын ойоштороуға методик талаптар:

- уйында, хәрәкәт комплексын балаларҙыңйәштәренә карап һайлау.

- балаларға уйын ҡағиҙәләрен, уның маҡсатын алда аңлатыу.

- Физик йөмәткәне балаларҙың мөмкинлекләренә ҡарап һайлау.

- уйыеға кәрәкле инвентарҙарҙы алдан һайлап, әҙерләп куйыу.

- төркөмдәргә бүлергә кәрәк булһа, һанышмаҡ ҡулланыу.

Башҡорт халыҡ һанышмаҡтары тәҡдим ителә:

1.Бер, ике, өс, дүрт, биш.

Ҡуян ҡасты, ҡолаҡ шеш.

Һунарсы килеп сыҡты,

Мылтығын тоҫҡап атты.

Бах-бах, әй-әй-әй!

Бахыр ҡуян тәгәрәй.

Беҙ уны өйгә алдыҡ

Һәм дауаларға һалдыҡ.

Һикереп торҙо ҡуян –

Ул бит үлмәгән булған!

2. Бер бабай юлға сыҡҡан,

Тәгәрмәсе боҙолған

Тәгәрмәсен йүнәтергә,

Нисә сөй кәрәк булған?

3. Ак сук, кара сук,

Бында торма, йугер сык!

1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9, 10,

Ундан – уймак,

Табала – коймак,

Мейестэ – бэлеш,

Сык та йэбеш.

4. Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем,

Ул миңә йомортҡа бирҙе.

Уны һалдым каҙанға,

Лағыр –лоғор ҡайнарға.

Уҙем киттем баҙарға

Алтын йөҙөк һайларға.

     Тәҡдим ителә башҡорт уйындары:

«Бастырыш»

      Балалар парлашып түңәрәккә баҫа. Баҫтырыусы, түңәрәккә инмәйенсә, икенсе баланы баҫтыра. Ул ниндәйҙер бер пар алдына барып торырға тейеш. Өсөнсө – артыҡ булып ҡалған булып ҡалған бала үҙе йүгереп урын эҙләй. Баҫтырыусы уға барып тейеп өлгөрһә, улар ролдәре менән алыша.

«Әбәк-көбәк»— башҡорт милли балалар уйыны.

      Уйнаусылар араһынан көтөүсе һайлана, балалар бер-бер артлы теҙелешеп тора,  көтөүсе алда торған баланың усына һуғып:

Әбәк-көбәк, алтын табаҡ,

Етә алһаң, көмөш ҡалаҡ,

Етә алмаһаң, артыңа

Етмеш көрәк көл!-

ти ҙә йүгереп ҡаса, ә тегенеһе уны баҫтыра. көтөүсе, ҡасып барып, теҙелгән төркөмдөң артына баҫа алһа, баҫтырылған бала көтөүсе була. Ә инде ҡаса алмай баҫтырған балаға тотолһа, яүынан үҙе көтөүсе була; баҫтырып тотҡаны төркөмдөң артына барып баҫа. Уйын шул тәртиптә дауам итә.

«Аҡ тирәк-күк тирәк»

     Балалар уҙаҡлашып икегә бүленеп бер-берһенән 20 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:

Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,

Ат башында кимерсәк.

Аҡ тирәк- күк тирәк

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:

Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,

Ҡабырсығым кимерсәк,

Уҡ аттым, батманы,

Һәмгелсәгем ҡатманы,

Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,

Энә менән еп тә кәрәк,

Ҡашығаяҡ йыуылмаған,

Аҡ тирәк күк тирәк

Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,

Беҙгә иң матур йырсыбыҙ

Алма атлы ҡыҙ кирәк.

    Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.

 Ҡара-ҡаршы әйтешеп уйнау

— Һике аҫтында май ҡайҙа?

— Сысҡан ашаған.

— Сысҡан ҡайҙа?

— Һалам аҫтында.

— Һалам ҡайҙа?

— Үгеҙ ашаған.

— Үгеҙ ҡайҙа?

— Һаҙға батҡан.

— Һаҙ ҡайҙа?

— Һайыҫҡан соҡоған.

— Һайыҫҡан ҡайҙа?

— Кәртә башында.

— Кәртә ҡайҙа?

— Утта янған.

— Ут ҡайҙа?

— Көл булған.

— Көл ҡайҙа?

— Күккә осҡан

«Бәшмәк йыйыу»

       Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйынсыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙҙәрен бәйләй. Күҙе бәйләнгәндәрҙең аяҡ аҫтына "бәшмәк" рәүешендәге бер нисә әйбер ҡуйыла.

   Уйынды ойоштороксы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә "бәшмәктәр"ҙе йыйып бөтөрөргә ҡуша. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә "бәшмәк" йыя башлайҙар. Кем билдәләнгән ваҡытта күп "бәшмәк" йыйып өлгөрә, шул еңе-се тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға.

Был уйынды ике тигеҙ төркөмгә бүленеп тә уйнарға була.

«Осто-осто»

        Уйынсылар теҙелешеп ултыра йәки баҫып тора. Алып барыусы оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе буташтырып әйтә лә ҡулын күтәрә:

-Осто-осто – торналар осто.

-Осто-осто – тырмалар осто.

-Осто-осто – ҡарғалар осто.

-Осто-осто – арбалар осто.

      Башҡалар тик осоусы әйбер әйтелгәндә генә ҡул күтәрергә тейеш. Кем осмай торған әйбер әйтелгәндә ҡулын күтәрә, шул йә алып барыусыны алмаштыра, йә уйындан сығарыла, йә берәй “яза”ға тарттырыла: йырлай, бейей, шиғыр уҡый һ.б.

«Йөҙөк һалыш»

     Теҙелешеп ултыраһың. Һәр кемдең алдына һалған һымаҡ итәһең дә, берәүһенә генә һалып китәһең. Шуннан:

— Йөҙөк кемдә? Әйт, — тиһең, көтөүсе эҙләй. Тапмаһа, уйын дауам итә, тапһа, кемдән таба, шул кеше көтөүсе була, һин уның урынына ултыраһың.

«Ҡырҡташ»

        40 таш алына. Нисә кеше була, улар һәр береһе үҙҙәренә ат алалар. Улар бер-береһенән аттарын алырға тейештәр. Әгәр берәйһе икенсеһенең атын ала икән, шул атынан яҙған кеше атын һатып ала. 40 таштың әҙерәген усына ала һәм ҡулының һыртын ҡуя. Һибелгән таштарҙың бөтәһен дә ҡул һырты менән кире алырға тейеш була. Әгәр берәйһен төшөрһә, икенсе кеше дауам итә. Бер кеше бөтәһенең дә аттарын алып бөтмәйенсә һәм 40 ташты ла бөткәнсе алмайынса уйын бөтмәй. Кем 40 ташты ла йыя, шул был уйындың еңеүсеһе була.

Иҫкәрмә: 40 таш та аҡ төҫтә булырға тейеш.

Уйындарҙың әһәмиәте: таштар менән уйнау иғтибарлылыҡты, сослыҡты үҫтерә.  Дөрөҫ һанарға, билдәле бер тәртипкә күнегеүгә өйрәтә.

«Күҙбәйләш»

     Уйынсылар түңәрәкләп баҫа. Урталағы икәүҙен күҙе бәйләнә. Уйынсылар шым ғына тора. Урталағының береһе: «Һин ҡайҙа?» — тип, икенсеһен эҙләй. Күҙе бәйләнгән уйынсыны түңәрәктән ситкә сығарырға ярамай. Ҡалған уйынсылар уны кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәреп торалар. Тоторға тырышыусы уйынсыларҙы уларҙың аяҡ тауышы, тын алыш буйынса эҙләй. Күҙе бәйләнгәне кемде тота, артабан шуның күҙен бәйләйҙәр: һуҡыр килеш башҡаларҙы ул эҙәрләй башлай. Уйын шулай дауам итә. Иң ҡыҙығы шунда: тегеләр бер-береһен эҙләгәндә, түңәрәк яһап тороусы уйынсылар ҡасып китеп бөтөргә лә мөмкин.

“Тирмә”

      Балалар һанашмаҡ ярҙамында, йә булмаһа төҫлө фишкалар ярҙамында 3-4 төркөмгә бүленә. Һәр төркөмдөң үҙенең матур, башҡорт биҙәге төшөрөлгән яулығы булырға тейеш.

Бөтә балалар ҙа бер түңәрәктә йырлап бейейҙәр:

Беҙ күңелле балалар,

Йыйылдыҡ беҙ уйынға.

Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә

Бигерәк күңелле беҙгә.

      Йырлап бөткәс тә балалар һәр кем үҙ төркөмөнә йүгерә һәм улар яулыҡтарын, тирмәгә оҡшатып, баш өҫтөнән күтәрәләр. Кемдең төркөмө беренсе булып баҫа – шулар еңеүсе булып сыға. Йәки икенсе төрлө итеп, еңелгәндәрҙе уйындан сығарып, уйынны дауам итергә мөмкин, ул саҡта – еңеүсе булып иң күп тапҡыр тирмә “төҙөп” өлгөргән төркөм таныла.

        Эшегеҙҙә уңыштар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1.     Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...

Башҡорт халыҡ уйындары.

Башҡорт (туған) теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү...

Башҡорт халыҡ уйындары

Башҡорт халыҡ уйындары...

Хәрәкәтле халыҡ уйындары.

Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә хәрәкәтле халыҡ уйындары ойоштороуҙа гендырлы алым....