Башҡорт халыҡ уйындары
картотека (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Башҡорт халыҡ уйындары
Алыш— балалар уйыны Уйнаусылар сүкәйгән килеш тубыҡтарына ҡайыш йәки йүкәнән яһалған дүңгәләк кейәләр. Ҡулдар тубыҡ аҫтына ҡыҫтырыла. Балалар шул килеш һикергеләп йөрөй һәм бер-береһен, ҡулбаштары менән төртөп, йығырға тырыша. Йығылғаны уйындан сыға бара. Кем аунамай ҡала, шул еңеүсе була. Был уйынды икегә бүленеп тә уйнарға була. | Аяна алтын, кейенә көмөш – балалар уйыны. Уйнарға теләүселәр түңәрәккә баҫа. Һанашмаҡ әйтеп, бер көтөүсе һайлана. Уны уртаға сығарып, күҙен бәйләйҙәр. Түңәрәк ҡап уртаға бүленеп, ике рәт барлыҡҡа килтерә һәм ҡара-ҡаршы әйтешәләр: – Күктә-күктә ниҙәр бар? – Буҙ сәкмәнле йылан бар. – Күкрәгендә ниҙәр бар? – Тәңкә менән йофар бар. – Тәңкәләрен бир миңә? – Ниңә бирәйем һиңә. – Йофарҙарын бир миңә? – Ник бирәйем мин һиңә. Ике рәт бер юлы: “Аяна алтын, кейенә көмөш”,- ти ҙә төрлө яҡҡа таралышып ҡаса. Шул ваҡытта күҙе бәйләнгән көтөүсе берәйһен тотоп ҡалырға тырыша. Тота алһа, тотолғандың күҙен бәйләйҙәр, тота алмаһа, үҙе тағы көтөүсе булып ҡала. Уйын яңынан башлана. |
Аҡ тирәк-күк тирәк Балалар уҙаҡлашып икегә бүленеп бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар: Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ, Ат башында кимерсәк. Аҡ тирәк- күк тирәк беҙҙән һеҙгә кем кәрәк? Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр: Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ, Ҡабырсығым кимерсәк, Уҡ аттым, батманы, Һәмгелсәгем ҡатманы, Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк, Энә менән еп тә кәрәк, Аҡ тирәк күк тирәк Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк, Беҙгә иң матур йырсыбыҙ Алма атлы ҡыҙ кирәк. Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә. | Ҡара-ҡаршы әйтешеп уйнау — Күккә осҡан. |
Бәшмәк йыйыу (урыҫ. Сбор грибов) — башҡорт милли балалар уйыны. Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйынсыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙҙәрен бәйләй. күҙе бәйләнгәндәрҙең аяҡ аҫтына "бәшмәк" рәүешендәге бер нисә әйбер ҡуйыла. уйынды ойоштороксы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә "бәшмәктәр"ҙе йыйып бөтөрөргә ҡуша. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә "бәшмәк" йыя башлайҙар. Кем билдәләнгән ваҡытта күп "бәшмәк" йыйып өлгөрә, шул еңе-се тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға. Был уйынды ике тигеҙ төркөмгә бүленеп тә уйнарға була. | Кем алда өлгөрә? (урыҫ. Кто успеет опередить?)— башҡорт милли балалар уйыны. Ике бала, ҡара-ҡаршы тороп, бауҙың остарын тота. Уларҙың һәр береһе яғында, ике метр алыҫлыҡта, берәр түмәр ултыртыла. Сигнал булыу менән, уйнаусылар икеһе лә бер-береһен үҙ яғына тарта башлай һәм һыңар ҡулы менән түмәрҙе тотоп алырға тырыша. Кем үҙ яғындағы түмәрҙе элегерәк тотоп өлгөрә, шул еңеүсе була. Бау тартышырғә йәнә ике кеше сыға. |
Кикрикүк – балалар уйыны. Был уйынды урамда йәки яланда уйнарға мөмкин. Уйнаусылар ике рәт булып бер-бер артлы баҫалар, алда ишһеҙ бер бала була. Ул: “Аҡтыр, күктер, бөтәгеҙ ҙә йүгеректер, кикрикүк!” – тип ҡысҡыра. Был һүҙҙәрҙән һуң иң арттағы иш икеһе ике яҡтан алға йүгерә, ә “кикрикүк” тигән бала уларҙың береһен тоторға тейеш. Теге иш тоталмай яңынан ҡауышһа, баҫтырған бала яңынан көтөүсе була булып ҡала. Көтөүсе береһен тотһа, тотолғаны менән рәттәр алдына барып баҫа, ә ишен юғалтҡан бала, көтөүсе булып, иң алда тора һәм уйынды дауам иттерә. | Төлкө һәм тауыҡтар — балалар уйыны. Балалар үҙҙәре араһыннан «төлкө», «әтәс» һайлап ҡуялар. Ҡалғандары «тауыҡтар» була. Төлкө бер ситкә китеп үҙенә оя билдәләй. Тауыҡтар ҙа шаҡмаҡ һыҙып һарай яһайҙар һәм шунда урынлашалар. Шул вакыт әтәс ҡысҡырып ебәрә, тауыҡтар уянып һарайҙан сығалар. Әтәс тауышына үҙ ояһында йоҡлап ятҡан төлкө уяна һәм тауыҡтарға һөжүм итә башлай. Төлкөнө күргәс, әтәс тауыҡтарҙы һарайға саҡыра, ә үҙе төлкө менән көрәшкә сыға. Әгәр төлкө берәр тауыҡты тотһа, ул тауыҡ төлкөгә әйләнә, төлкө иһә тауыҡ була. Тауыҡ тотолған һайын, яңы «әтәс» билдәләнә, алдағы әтәс тауыҡҡа әүерелә. Төлкө булмайынса ҡалған тауыҡ еңеүсе була. |
Ыҫмалабаш – балалар уйыны. Ҡаҙ ҡанатынан ике ҙур ҡауырһынды алып, уларҙы һырттары менән бергә ҡуйып бәйләйҙәр. Йоҙороҡтай ыҫмаланы йомарлап, уға ҡауырһындарҙың башын теркәйҙәр. Был уйын ҡоралы тулайым ыҫмалабаш тип атала. Уны сәпкә атып, алыҫҡа ташлап йәки һауаға сөйөп уйнайҙар. Кем ыҫмаланы сәпкә тейгеҙә йәки иң алыҫҡа ырғыта, йә булмаһа иң бейеккә сөйә, шул иң мәргән һәм көслө уйнаусы була. | Әбәк-көбәк (урыҫ. Абак-кубяк)— башҡорт милли балалар уйыны. Уйнаусылар араһынан көтөүсе һайлана. балалар бер-бер артлы теҙелешеп тора. көтөүсе алда торған баланың усына һуғып: Әбәк-көбәк, алтын табаҡ, Етә алһаң, көмөш ҡалаҡ, Етә алмаһаң, артыңа Етмеш көрәк көл!- ти ҙә йүгереп ҡаса, ә тегенеһе уны баҫтыра. көтөүсе, ҡасып барып, теҙелгән төркөмдөң артына баҫа алһа, баҫтырылған бала көтөүсе була. Ә инде ҡаса алмай баҫтырған балаға тотолһа, яүынан үҙе көтөүсе була; баҫтырып тотҡаны төркөмдөң артына барып баҫа. Уйын шул тәртиптә дауам итә. |
“Айыу-бүре юҡ икән” Еләк йыям, ҡаҡ ҡоям Әсәйемә бүләккә. Бында еләк күп икән, Айыу-бүре юҡ икән. “У медведя во бору” У медведя во бору Грибы, ягоды беру. А медведь сидит И на нас рычит. | “Гуси-гуси”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар ҡайтығыҙ” - Гуси, гуси! -Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ! - Га – га – га. – Беҙ ҡайтырға ҡурҡабыҙ. - Есть хотите? - Һеҙ нимәнән ҡурҡаһығыҙ? - Да – да – да! - Яман күҙле бүренән! - Ну, летите! - Бүре ни эшләп ултыра? - Нет! Нет! Не - Тешен ҡайрап ултыра, - Серый волк Беҙҙе тешләп үлтерә. Под горой - Дәртегеҙ булһа, Не пускает Осоғоҙ ҙа ҡайтығыҙ! Нас домой! - Ну, летите, Как хотите, Только крылья Сбрегите! |
Балдаҡ атыш (урыҫ.стрельба в кольцо) — башҡорт балалар уйыны. Башҡорт халҡы борондан уҡ балаларҙы кесе йәштән үк мәргәнлеккә өйрәткән. Был уйын шуларҙың береһе. Уйын урыны Ауыл ситендәге тигеҙ ялан. Әҙерлек Уйнарға теләүселәр 4-5 баланан артып китһә, был уйынды уҙаҡлашып (ишләшеп) ике тигеҙ төркөмгә бүлергә мәмкин. Һәр бер уйнаусыла йәйә йәки уғатар мылтыҡ һәм бер нисә башаҡлы уҡ булырға тейеш. Сәп урынына бүрәнә ағастан бысылған тәгәрмәсте алалар. Уның диаметры 15-20 см, ҡалынлығы 3 см тирәһе. Ул тәгәрмәсте ергә ныҡ итеп ҡаҙап ҡуйылған ағастың осона беркетәләр. Атыу һыҙығы сәптән 10 м самаһы алыҫлыҡта булырға тейеш. Яҡтарға бүленеп уйнаған саҡта, ике сәп яһарға һәм уларҙың араларын 3-4 м ҡалдырып,йәнәш итеп ергә ҡаҙап ҡуйырға кәрәк. һәр яҡтың үҙенең бер баш уҡсыһы була.Йәш ағастан бысып алынған тәгәрмәстең йөҙөндәге ысын сәпкә оҡшаған түңәрәк һыҙыҡтар-бүлкәттәр бар. Ошо түңәрәк бүлкәттәрҙе өлөштәргә бүлеп сығырға кәрәк. Ул саҡта унынсы өлөш ағас үҙәгенә тура килергә тейеш. Сәпте түңәрәк бүлкәттәргә бүлеү ике тигеҙ төркөмгә | бүленеп уйнағанда кәрәк.Сөнки был осраҡта яҡтар араһындағы ярыштың һөҙөмтәһе мәрәй иҫәбе менән билдәләнәсәк. Уйындың аңлатмаһы Уҡсыла, билдәләнгән урындан тороп, ағас тәгәрмәстең үҙәгенә төбәп, тейгеҙергә тырышалар. Кемдең уғы сәптең иң үҙәгенә барып ҡаҙала, шул иң мәргән атыусыларҙан һанала. Ә үҙәктән ситәрәк тейгеҙгәндәре уртансылар була. Бөөтөнләй яҙа атҡандары насар уҡсылар була. Ҡағиҙәләр Ярыш башланғанда бөтә уҡсылар ҙа уҡ атҡан һыҙыҡ янына туплана.Сәптең арт яғында бер йән эйәһелә булырға тейеш түгел. Уҡтарҙың барыһы ла атылып бөткәс кенә, сәп янына барырға рөхсәт ителә. Һәр уҡсы үҙ уҡтарын таный белергә тейеш. Бер атҡанда нисәшәр уҡ атыуҙы алдан билдәләргә кәрәк. Яҡтарға бүленеп уйнағанда,уҡ атыуҙы сиратлап уҙғарырға кәрәк.Уҡ атыуҙар тамамланғас, ярыш һөөҙөмтәһен һәр яҡтың баш уҡсылары бергәләп тикшерә. Уйындың әһәмиәте Ҡул мускулдарын көсәйтә, мәргәнлекә өйрәтә, күҙҙең осҡорлоғон яҡшырта, ғәйрәтлек, үҙ көсөнә ышаныу тәрбиәләй |
Осто-осто | Сөрәкә уйыны. -Был уйын өсөн ике таяҡ кәрәк була. Береһен һалаһың, ә икенсеһе менән шул таяҡҡа һуғаһың. Әгәр шул һуҡҡан таяҡ ике тапҡыр әйләнеп сыҡһа, һин еңеүсе булаһың. Шулай итеп, таяҡты әйләндергән һайын берәр мәрәй йыйыла. Уйындың әһәмиәте: Уйын баланы көслө итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән. Физик яҡтан ыңғай тәьҫир иткән |
Кәнсир. -Берәй кәнсир* эсенә 12-24 таш һалаһың да өҫтөнә ҡуяһың, ә таҡтаны бүрәнә өҫтөнә һалаһың. Кәнсирҙе таҡтаның бер осона ҡуяһың да ҡалҡып торған икенсе осона ныҡ итеп баҫаһың. Кәнсир эсендәге таштар төрлө яҡҡа тарала. Шуны берәйһе йыя, ә ҡалғандар йәшенәләр. Йыйыусы йәшенеүселәрҙе эҙләй. Әгәр йыйыусы эҙләгән ваҡытта, әле табылмаған берәй йәшенеүсе сығып кәнсирҙе туҙҙырһа, йыйыусы киренән эҙләй башлай. Һәр бер кеше тапҡан һайын таҡтаға һуға бара. Уйын шулай дауам итә. Уйындың әһәмиәте: Йәшенмәк уйынының бер төрө булараҡ, уйын баланы иғтибарлылыҡҡа өйртһә, икенсе яҡлап һибелгән таштарҙы йыйғанда уйынсыларға тағы ла әүҙемерәк булыуҙы талап итә, яй ҡуҙғалыусан, ололар әйткәндәй, аяҡ өҫтө йоҡлап йөрөй торған кеше булһаң, был уйында йәшенгәндәрҙе эҙләүсе булып тик йөрөйһөң | Бишташ -Бишташ уйынын уйнар өсөн иң беренсе биш таш алырға кәрәк. Уларҙың берәүһен алаһың, ә ҡалған дүртәүһен иҙәнгә теҙеп һалаһың. Теҙгәндә дүрт ташты дүрт мөйөшкә һалыпға кәрәк. Шунан ҡулыңдағы ташты өҫкә сорғотаң* һәм шул ваҡытта икенсе ташты бергә алып өлгөрәһең. Шулай итеп дүрт ташты алып бөтәһең. Тағы таштарҙы икешәрләп һалып, тағы алаһың. Өсөшәрләп һалып тағы ла шулай алаһың. Дүртәүһен бергә һалып алаң. Ошоларҙы алып бөтөргәс, ул дүрт ташты кәртәгә индерәләр. Кәртәгә индереү шулай уҡ башҡарыла. Ошолайтып уйнайһың инде был уйынды |
Йөҙөк һалыш. Теҙелешеп ултыраһың. Һәр кемдең алдына һалған һымаҡ итәһең дә, берәүһенә генә һалып китәһең. Шанан: Ҡырҡташ. 40 таш алына. Нисә кеше була, улар һәр береһе үҙҙәренә ат алалар. Улар бер-береһенән аттарын алырға тейештәр. Әгәр берәйһе икенсеһенең атын ала икән, шул атынан яҙған кеше атын һатып ала. 40 таштың әҙерәген усына ала һәм ҡулының һыртын ҡуя. Һибелгән таштарҙың бөтәһен дә ҡул һырты менән кире алырға тейеш була. Әгәр берәйһен төшөрһә, икенсе кеше дауам итә. Бер кеше бөтәһенең дә аттарын алып бөтмәйенсә һәм 40 ташты ла бөткәнсе алмайынса уйын бөтмәй. Кем 40 ташты ла йыя, шул был уйындың еңеүсеһе була. Иҫкәрмә: 40 таш та аҡ төҫтә булырға тейеш. Уйындарҙың әһәмиәте: таштар менән уйнау иғтибарлылыҡты, сослыҡты үҫтерә. Дөрөҫ һанарға, билдәле бер тәртипкә күнегеүгә өйрәтә. | Себен уйыны. Биш-алты утын ағасы оҙонлоғонда таяҡ алғандар һәм ергә тағы бер таяҡ ҡаҙап ҡуйғандар. Уның башына “себен” итеп тағы бер таяҡ ҡуйғандар. Шул ергә ҡаҙалған таяҡтан алып 5-6 һыҙыҡ һыҙғандар. Һәм бер кеше таяҡтарының береһе менән иң яҡын һыҙылған һыҙыҡта тороп “себен”гә бәргән. Әгәр таяҡ “себен” торған таяҡҡа тейеп, “себен” төшә икән, һин мәрәй йыяһың һәм икенсе һыҙыҡҡа баҫып бәрәһең. Унда ла тейһә - өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә һәм башҡаларына баҫып ташлайһың. Әгәр уйын ваҡытында таяғың тейеп “себен”де төшөрмәһә, икенсе кеше уйынды башлай. Тағы ла һиңә сират килеп етһә, туҡтаған ереңдән түгел, ә киренән башлайһың. “Себен” ҡуйылған таяҡ янында бер кеше торорға тейеш. Ул көтөүсе була. Уйын шулай дауам итә. Уйындың әһәмиәте: Был уйын шулай уҡ унда ҡатнашыусыларҙы йыйнаҡлыҡҡа, төҙ итеп бәрә белеүгә өйрәтә. |
Кәнсир. -Берәй кәнсир* эсенә 12-24 таш һалаһың да өҫтөнә ҡуяһың, ә таҡтаны бүрәнә өҫтөнә һалаһың. Кәнсирҙе таҡтаның бер осона ҡуяһың да ҡалҡып торған икенсе осона ныҡ итеп баҫаһың. Кәнсир эсендәге таштар төрлө яҡҡа тарала. Шуны берәйһе йыя, ә ҡалғандар йәшенәләр. Йыйыусы йәшенеүселәрҙе эҙләй. Әгәр йыйыусы эҙләгән ваҡытта, әле табылмаған берәй йәшенеүсе сығып кәнсирҙе туҙҙырһа, йыйыусы киренән эҙләй башлай. Һәр бер кеше тапҡан һайын таҡтаға һуға бара. Уйын шулай дауам итә. Уйындың әһәмиәте: Йәшенмәк уйынының бер төрө булараҡ, уйын баланы иғтибарлылыҡҡа өйртһә, икенсе яҡлап һибелгән таштарҙы йыйғанда уйынсыларға тағы ла әүҙемерәк булыуҙы талап итә, яй ҡуҙғалыусан, ололар әйткәндәй, аяҡ өҫтө йоҡлап йөрөй торған кеше булһаң, был уйында йәшенгәндәрҙе эҙләүсе булып тик йөрөйһөң | Туп – соҡор уйыны: Туп – соҡор уйынын уйнар өсөн иң тәүлә һыйырҙың баҡтаһын* алып туп эшләйҙәр. Шунан һәр бер уйнаусы тигеҙ урында бәләкәй генә итеп соҡор ҡаҙый, аҙаҡ тупты тәгәрәтәләр, кемдең тубы шул соҡорға төшә - шул кеше уйындан сыға бара, кемдеке төшмәй - шул кеше үҙенә мәрәй йыйып бара. Кемдеке күберәк мәрәй - шул еңеүсе. Уйындың әһәмиәте: Был уйын да ҡатнашыусыларҙың әүҙем һәм етеҙ булыуҙарын талап итә. Тубыңды тәгәрәтеп ебәргәндә, тиҙлек менән иҫәпләшеү кәрәк: шәп барған туп соҡорға төшмәй, уйынысыға мәрәй килтерәсәк |
Мәскәй – әбей. - Бер кеше әсәй, бер кеше Мәскәй әбей, ҡалғандары балалар булып бүленәләр һәм түңәрәккә торалар, әсә кеше балаларҙы уратып йөрөй: «Тимер ситән үрәйем Мәскәй әбей инмәҫкә»,- тип һамаҡлай ҙа һөткә китә, шул ваҡыт Мәскәй әбей тыңлап тора ла балаларҙы баҫтырып тота башлай, кем тотола - шул Мәскәй әбей затына әүерелә бара. Уйын шулай дауам итә. Уйындың әһәмиәте: Шулай уҡ тормошсан уйын. Яуыз заттарға ышанмаҫҡа, юҡһа үҙең дә шундай хәлгә ҡаласағыңды төшөндөрә. Етеҙлек, көс, иғтибарлылыҡ талап ителә был уйында. | Йәмле таш: -Бүрәнә алып, шуның өҫтөнә таҡта һалаһың, шул уҡ таҡтаның да бер яҡ осона күп кенә итеп таш һалаһың. Бер кеше таҡтаның теге яҡ осона баҫһа, таштар тирә - яҡҡа һирпелә, шунан таштарҙы һирпкән кеше, кире йыйып һалырға тейеш. Уйындың шарты: һанап һәр ташты һалырға кәрәк. Уйындарҙың әһәмиәте: Ҡурсаҡтар тормошҡа әҙерләһә, таштар менән уйын иғтибарлылыҡты, йылғырлыҡты үҫтергән. |
Гөргөлдәк - йәшенер алдынан әйтелгән һанашмаҡҡа бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән уйын исеме:гөр-гөр гөр әтәс, ике тауыҡ бер әтәс тип һанашмаҡ әйтелгән арала уйында ҡатнашыусылар йәшенеп бөтөргә тейештәр. Һәпәләк - эҙләүсенең күҙен бәйләп баҫҡан урынында бер –икене өйөрөлтөп,башҡалар эргәһенән китә,эҙләүсе тотолоусының кем икәнлеген әйтергә тейеш була. Ашыҡ- эре мөгөҙлө малдың тояғынан алынған һөйәк Бура һуғыу- бер тигеҙ генә,утын ағасы кеүек ағастарҙы теҙеп ҡуйып алыҫтан тороп икенсе бер ағас менән бәреп йығыу. Сәкән һуғыу - хоккей уйыны һымаҡ Сорғотаң - өҫкә сөйөү тигәнде аңлата Кәнсир - консерва ҡалайы Сүрәтендә - төҫлө,һүрәтендә тигән һүҙ Баҡта - малдың яҙғыһын ҡойола торған “ҡышҡы туны” | «Һуҡыр тәкә» уйыны |
«Күҙбәйләш» уйыны | Йәшерәм яулыҡ. Йәшәрәм яулыҡ |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ уйындары
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.
“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1. Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...
Башҡорт халыҡ уйындары.
Башҡорт (туған) теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү...
Хәрәкәтле халыҡ уйындары.
Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә хәрәкәтле халыҡ уйындары ойоштороуҙа гендырлы алым....
"Башҡорт халыҡ уйындары" мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн картотека
Башҡорт халыҡ милли уйындарын, һүҙле - хәрәкәтле уйын аша , кескәйҙәрҙең телмәрен үҫтереү, байытыу; уйын аша телгә һөйөү уятыу...