Хәрәкәтле халыҡ уйындары.
консультация (младшая группа)

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна
Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә хәрәкәтле халыҡ уйындары ойоштороуҙа гендырлы алым.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл vystuplenie_na_rmo.docx23.63 КБ

Предварительный просмотр:

Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә хәрәкәтле халыҡ уйындары ойоштороуҙа гендерлы алым

Хәҙерге балалар буш ваҡытын күберәк компьютер, телевизор ҡаршында уҙғара, йә булмаһа тағы ла яңыраҡ техник уйынсыҡтар – планшет, сенсор телефоннарҙа уйындар уйнап күңелен аса. Иң ҡурҡынысы шунда – был техник прогресс мәктәпкәсә йәштәге балаларға ла ҡағыла. Йыш ҡына күҙәтергә мөмкин: бала әле тәпәй ҙә китмәгән, ә үҙе компьютерҙан, йә булмаһа планшеттан мультик ҡарап ултыра, хатта уйындар уйнарға тырыша. Был, әлбиттә, беҙҙең, бары тик өлкәндәрҙең ғәйебе!

Ниндәй генә бала булмаһын, малаймы ул, ҡыҙмы, ауылда йәшәйме ул, ҡалаламы, уйнарға ярата, уйын – уның балалыҡ, хатта йәшүҫмерлек осороноң бер өлөшө. Хәҙерге заманда йыш ҡына балалар майҙансыҡтарында ошондай картинаны күрергә мөмкин: сабыйҙар ҡомлоҡтарҙа уйнай,  тағанда атына, ә әсәйҙәр, атайҙар эскәмйәләрҙә ултырып ситтән генә балаларын күҙәтәләр, үҙ темаларына һөйләшәләр. Балалар менән берәй уйын уйнап алырға тигән уй береһенең дә башына ла инеп сыҡмай хатта. Сөнки был әсәйҙәр һәм атайҙар үҙҙәре лә ошолай үҫкән. Ҡалала бит урамға сығып, күмәкләшеп йыйылып, халыҡ уйындары уйнау ҡаралмаған. Ярай әле йәй көндәрендә 6-10 йәшлек ҡыҙҙар йыйылып “Йәшенмәк”, “Баҫтырышмаҡ”, “Бесәй менән сысҡандар” кеүек халыҡ уйындарын уйнағанын һирәк кенә булһа ла күрергә мөмкин.

Ә бына ауылдарҙа йәшәйеш ҡала тормошонан ныҡ ҡына айырыла. Бында саф һауаға сығып, балаларҙың әсәйҙәр, бигерәк тә атайҙар менән етәкләшеп йөрөү мөмкинселеге юҡ! Атай-әсәйҙәрҙең бала-саға менән урам буйында йөрөргә бөтөнләй тийәрлек ваҡыты юҡ! Шуға күрә мәктәпкәсә йәштәге балалар буш ваҡыттарында күберәк өлкән апайҙары, ағалары ҡарамағында, йә булмаһа күрше-тирә өлкәнрәк балалар менән уйындалар. Ҙурыраҡ балалар төрлө күмәк уйындар уйнайҙар, кесерәктәре ситтән генә күҙәтеп, өйрәнеп ултыралар, олоғая төшкәс улар да уйынға ҡушылалар. Был – ауылдағы традиция, бик күп ауылдарҙа әле лә шулай дауам итә. Ауылбалалары аҙмы-күпме халыҡ уйындары менән таныш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдарҙа ла хәҙер күмәк уйындар, бигерәк тә халыҡ уйындары – һирәгәйә барған күренеш. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән.  Йәшәү өсөн төп сығанаҡ булған хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, төрлө ҡоштарҙы аулау, уларҙы эйәләштереү боронғо кешеләр өсөн бик үк еңелдән булмаған. Былар барыһы ла һунарсынан мәргәнлек, етеҙлек, иғтибарлыҡ, түҙемлек, маҡсатҡа ярашлы ынтылыш талап иткән. Физик һәм әхлаҡи яҡтан сыныҡтырыуға ҡоролған халыҡ уйындары, асылда, һунарсының, малсының, балыҡсының көндәлек хеҙмәте өсөн мотлаҡ күнекмә булып торған.

Шулай итеп, халыҡ уйындары халыҡтың тормошона һәм шөғөлөнә тығыҙ бәйләнеп барлыҡҡа килгәндәр, улар борон-борондан баланы, ҡыҙҙы ла малайҙы ла донъя көтөргә әҙерләү сараһы булып хеҙмәт иткән. Халыҡ уйындары, хәрәкәт төрҙәрен камиллаштырыу менән бер рәттән, балаларҙы үҙ халҡының мәҙәниәтенә ылыҡтыра, намыҫлылыҡ, ғәйрәтлелек, батырлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй, халыҡ фольклоры менән таныштыра. Был уйындар лидерлыҡты, дуамаллыҡты, үпкәләште, әләкләшеүҙе яратмай, шуға күрә бала, үҙе лә һиҙмәҫтән, һабыр, түҙем булырға өйрәнә, ыңғай әхлаҡ сифаттары тәрбиәләнә. Әйтеп үтеүемсә, хәҙерге ата-әсәләрҙең балалар менән халыҡ уйындары уйнарға ваҡыты ла, йыш ҡына теләге лә юҡ. Шуға күрә халыҡ мираҫының был өлөшө, бары тик балаларға тәғәйенләнгән – халҡыбыҙҙың борон заманынан килгән уйындары менән сабыйҙарҙы таныштырыу, буш ваҡыттарында ла был уйындарҙы уйнарға ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныуҙарын уятыу – әлеге лә баяғы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һәм башланғыс кластары уҡытыусылары елкәһенә төшә. Бигерәк тә ҡала балалар баҡсаларындағы тәрбиәселәр һәм физкультура инструкторҙары был эште әүҙем алып барырға тейештер.

Был эште ойоштороуҙа балаларҙың йәшен генә түгел, социаль енеҫен дә иҫәпкә алып эш итергә кәрәк. Гендер тип социаль енеҫте атайҙар, сит ил ғалимдәре менән бер рәттән Рәсәй ғалимдәре лә үткән быуаттың аҙағында уҡ баланы тәрбиәләгәндә тәү сиратта уның ҡыҙ йә малай булыуына ҡарап тәрбиә ыҫулдарын һайларға тәҡдим иттеләр. Был ҡағиҙә бигерәк тә физик тәрбиә алымдарын һайлағанда күҙ уңында тотолорға тейеш, сөнки малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың физик үҫеше ныҡ айырыла. Балалар баҡсаһында хәрәкәтле халыҡ уйындары ойоштороу да физик тәрбиәнең ҙур бер өлөшө булып тора, уларҙы уйнатҡанда балаларҙың гендер үҙенсәлектәренән сығып эш итеү бик кәрәктер.

Халыҡ уйындары, йөкмәткеләренән сығып, ике ҙур төркөмгә бүленә: драмалы (сюжетлы йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле (ҡағиҙәле) уйындар. Бынан тыш, балалар уйыны йыл миҙгелдәренә ҡарап та төркөмләнә, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре – ҡыш, икенселәре – яҙ, өсөнсөләре йәй һәм көҙ көндәрендә генә уйнала. Уйындарҙы балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап та айырып була. Бәләкәйҙәр өсөн, мәҫәлән, драмалы, сюжетлы уйындарҙың ябай төрҙәре хас, сөнки улар ҡағиҙәле хәрәкәтле уйындарҙы аңлап бөтмәҫкә мөмкин.  Гендер үҙенсәлектәренән сығып бүлгәндә, малайҙар уйындары тип һөйәк уйындарын, шар, бура, сүрәкә уйындарын, туп уйындарын, уҡ атыш уйындарын һанап китергә мөмкин, ә ҡыҙҙарға хаҫ уйындарға килгәндә йәшенмәктәр, йүгерешле, баҫтырышмаҡ уйындарын, бейеүле-таҡмаҡлы уйындарҙы әйтергә мөмкин.

Халыҡ уйындары – күп вариантлы, универсаль уйындар. Уларҙы ҡышын-йәйен, байрамдарҙа, урамда һәм спорт залдарында үткәреп һәм төрлө йәштәге балаларға ла тәҡдим итеп була. Бер үк уйын менән баланы төрлөсә тәрбиәләргә мөмкин:

  • сәләмәтлеген нығытыу;
  • тормошта кәрәкле хәрәкәт күнекмәләрен үҙләштереү;
  • ижад итеү һәләтлеген үҫтереү;
  • ыңғай әхлаҡ сифаттарын, ихтыяр көсөн булдырыу;
  • үҙаллылыҡ, активлыҡ, ойоштороусанлыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һ.б.   тәрбиәләү яғынан.

Халыҡ уйындарын уйнатҡанда бигерәк тә түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

  1. уйынды, хәрәкәт комплексын балаларҙың йәшенә ҡарап һайлау;
  2. балаларға уйын ҡағиҙәләрен, уның маҡсатын алдан аңлатыу;
  3. физик йөкмәткене балаларҙың мөмкинлектәренә, гендер үҙенсәлектәренә ҡарап һайлау;
  4. уйынға кәрәкле инвентарҙарҙы алдан һайлап, әҙерләп ҡуйыу;
  5. төркөмдәргә бүлергә, йә көтөүсе һайларға кәрәк булһа һанашмаҡ ҡулланыу.

Беренсе кескәйҙәр төркөмөндә эшләүсе тәрбиәсе булараҡ шуны әйтә алам, халҡыбыҙ мираҫы, уның ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы уйын аша башлап ебәреү, 2-3 йәшлек балаларҙы ла тыуған тел, уның бабаларҙан ҡалған  матур уйындары, йыр-таҡмаҡтарына йәлеп итеү матур һәм кәрәкле күренештер.  Әлбиттә, кескәйҙәр өсөн халыҡ  уйындарының ҡағиҙәләрен, талаптарын ябайлаштырыу кәрәк, ваҡытын бер аҙ кәметеү ҙә мөмкин, бала уйындан арырға тейеш түгел, киреһенсә, уйнағандан һуң ул үҙендә илһам һәм яңы көс, дәрт тойһон.

Халыҡ “Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт” тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Сөнки балалар өсөн уйын ҡоро хәрәкәт кенә түгел, бәлки донъя көтөргә әҙерләгән хәрәкәт.

Слайдтар буйынса беренсе кескәйҙәр төркөмөндә уйнаған халыҡ уйындарын күрһәтеү.

Мин һеҙгә төрлө йәштәге балалар өсөн бер нисә халыҡ уйыны тәҡдим итмәксемен. Беренсе кескәйҙәр һәм кескәйҙәр төркөмдәре өсөн “Бесәй менән сысҡан” уйыны. Иң тәүҙә һанашмаҡ ярҙамында бесәй һайлана.

Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем,

Ул миңә йомортҡа бирҙе.

Уны һалдым ҡазанға,

Лағыр –лоғор ҡайнарға.

Үҙем киттем базарға

Алтын йөҙөк һайларға.

Аҡ суҡ, ҡара суҡ,

Бында торма, йүгереп сыҡ!

Бесәй һайланғас, ул  ситтә торған өйөнә оҙатыла, күҙҙәрен ҡаплап, сүгәләп ултырырға тейеш. Ә сысҡандар шым ғына аяҡ остарына баҫып йөрөйҙәр, бесәйҙе уятмаҫҡа тырышалар. Бесәй тороп аяғына баҫыу менән сысҡандар сүгәләп ултырып ҡатып ҡалырға тейештәр. Бесәй сысҡандар араһында йөрөп ошондай һүҙҙәр әйтә, йә булмаһа тәрбиәсе ярҙам итә:

Бесәй сыҡҡан һунарға,

Ҡомаҡ- сысҡан  ауларға.

-  Хәҙер барып тотам, - ти,

-  Ҡабам  да  йотам! – ти.

Ошо һүҙҙәр әйтелеү менән сысҡандар бесәйҙән ҡасалар, ә бесәй уларҙы тоторға тырыша. Тотолған сысҡандарҙы бесәй үҙ өйөнә илтә, уйын яңынан башлана. 2-3 тапҡыр бер үк бала бесәй булып уйнағас, сысҡандар һанала, унан икенсе бесәй һайлана.  

Урта төркөмдәргә тура килгән “Тирмә”  уйыны. 

Балалар һанашмаҡ ярҙамында, йә булмаһа төҫлө фишкалар ярҙамында 3-4 төркөмгә бүленә. Һәр төркөмдөң үҙенең матур, башҡорт биҙәге төшөрөлгән яулығы булырға тейеш.

Бөтә балалар ҙа бер түңәрәктә йырлап бейейҙәр:

Беҙ күңелле балалар,

Йыйылдыҡ беҙ уйынға.

Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә,

Бигерәк күңелле беҙгә.

Йырлап бөткәс тә балалар һәр кем үҙ төркөмөнә йүгерә һәм улар яулыҡтарын, тирмәгә оҡшатып, баш өҫтөнән күтәрәләр. Кемдең төркөмө беренсе булып баҫа – шулар еңеүсе булып сыға. Йәки икенсе төрлө итеп, еңелгәндәрҙе уйындан сығарып, уйынны дауам итергә мөмкин, ул саҡта – еңеүсе булып иң күп тапҡыр тирмә “төҙөп” өлгөргән төркөм таныла.

Урта һәм өлкәндәр төркөмдәре өсөн тағы ла бер уйын, Һабан туйҙарында йыш ҡына үткәрелә торған “Ҡалаҡ менән йүгереү” уйыны. 

Уйын ике команда менән үткәрелә. Сафҡа ике яҡлап теҙелеп баҫып торалар. Сафта иң алда тороусыларҙың һуҙылған ҡулдарында ағас ҡалаҡтар. Уларҙың эсендә теннис шары. Уйнаусылар сигнал буйынса 20-30 метр алыҫлыҡҡа йүгереп, кире әйләнеп килә. Шул ваҡытта ҡалаҡ эсенән шар төшмәҫкә тейеш. Шар төшкән хәлдә, уйнаусы уны кире ҡалаҡ эсенә һалып йүгерә. Шул ваҡытта ул штраф ала. Икенсе уйнаусы уйынды дауам итә. Ҡайһы төркөм алдан бөтә – шул еңеүсе була.

Урта, өлкәндәр, мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә иң традицион уйындарҙың береһе  “Йәшерәм яулыҡ”.

Был уйынды айырыуса ҡыҙҙар яратып уйнай. Һанашмаҡ әйтеп көтөүсе һайланыла. Башҡалар түңәрәк яһап ултыралар. Көтөүсе ҡулына яулыҡ ала. Ул түңәрәк ситенә сыға ла бөтә балалар менән йырлай башлай:

Йәшерәм-йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

Йыр бөткәс кенә балалар арттарына боролоп ҡарайҙар, кем артында яулыҡ – шул көтөүсе артынан йүгереп китә. Ҡыуып тотһа, үҙ урынына ултыра, тота алмаһа ул көтөүсе була. Шул рәүешле уйын дауам итә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ уйындары

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.

“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1.     Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...

Башҡорт халыҡ уйындары.

Башҡорт (туған) теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү...

Башҡорт халыҡ уйындары

Башҡорт халыҡ уйындары...

"Башҡорт халыҡ уйындары" мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн картотека

Башҡорт халыҡ милли уйындарын, һүҙле - хәрәкәтле уйын аша , кескәйҙәрҙең телмәрен үҫтереү, байытыу; уйын аша телгә һөйөү уятыу...