Развитие речи
план-конспект занятия (подготовительная группа)
Балалар менән башҡорт халҡының мәҙәниәтен, уйындарын өйрәнеүҙе дауам итеү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
razvitie_rechi_bashk_nats.igry_.docx | 21.78 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан республикаһы Салауат ҡалаһының
«50-се башҡорт балалар баҡсаһы»
муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә телмәр үҫтереү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.
Темаһы: Башҡорт халыҡ уйындары.
Әҙерләне:
тәрбиәсе Мәсәғүтова Г.Х.
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә телмәр үҫтереү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.
Темаһы: Башҡорт халыҡ уйындары.
Төп белем биреү өлкәһе: Телмәр үҫтереү.
Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, уйындарын өйрәнеүҙе дауам итеү.
Бурыстар:
Белем биреүсе: балаларҙа милли мәҙәниәттең тәү сығанағын өйрәнеүгә нигеҙ булдырыу; уйындарына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Үҫтереүсе: балаларҙың телмәрен, иғтибарлыҡтарын үҫтереү; һүҙлек запасын байытыу.
Тәрбиәләүсе: үҙ милләтеңә, теленә, уйындарына һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
Белем биреү эшмәкәрлеге барышы.
1.Ойоштороу моменты.
Баҡсабыҙға бөгөн,
Саҡырылған ҡунаҡтар.
Ҡунаҡтарҙың килеүенә
Беҙ бешерҙек ҡоймаҡтар.
- Балалар, әйҙәгеҙ, “Ҡоймаҡ бешерәбеҙ” уйынын уйнап алайыҡ.
Бер ҡулдың усы өҫтөндә икенсе ҡулдың һуҡ бармағы менән болғау хәрәкәттәре яһап: болғайым-болғайым тип әйтергә. Шунан устарын бер-береһенә шапылдатып һуғып – “ҡоймаҡ бешереп” – беште-беште, үҙе эҫе-эҫе тип һамаҡлайҙар. Уйын ике тапҡыр ҡабатлана.
Тәрбиәсе: Башҡорттар борон-борондан ҡунаҡсыл халыҡ. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, балалар, ҡунаҡтарыбыҙ менән һаулыҡ һорашайыҡ һәм сәләмләйек.
Балалар: Һаумыһығыҙ!!!
Һаумы, алтын ҡояшым! (ҡулдар менән түңәрәк яһау)
Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (ҡулдарҙы болғау)
Иҫәнме һин, елкәйем, - (биткә ел елпеү)
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем! (ҡулдарҙы ҡыҫыу)
Тәрбиәсе: Афарин, әйҙәгеҙ бергәләп телде, ирендәрҙе уйнатып матур итеп һөйләшергә әҙерләп алайыҡ әле.
Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,
Са-са-са – тыпырлап күңел аса,
Са-са-са – дәртләндерәм: “Их, ас-са!”
Са-са-са – бейей шулай башҡортса.
Тәрбиәсе: Афарин. Балалар, ҡарағыҙ әле, был беҙ йәшәгән илдең картаһы.(һүрәт-карта)
-Беҙҙең илебеҙ нисек атала? (Рәсәй)
-Дөрөҫ. Беҙ шундай ҙур, күп милләтле Рәсәйҙә йәшәйбеҙ. Һәм унда иҫ киткес бер республика бар.
-Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ? (Башҡортостан)
(картанан күрһәтеү)
- Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ.(һөйләмен хор менән ҡабатлау)
-Эйе, дөрөҫ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙҙең башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм уйындары менән танышасаҡбыҙ.
Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?
Тәрбиәсе: Сәйәхәткә нимә менән барырға була? ( Балалар яуабы)
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, был нимә икән?
Эйе, балалар, был йомғаҡ. Бөгөн беҙ бына ошо йомғаҡ артынан сәйәхәткә сығабыҙ. Йомғаҡты тәгәрәтеп ебәрәбеҙҙә, артынан эйәрәбеҙ.
Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә тағы ла бер ҡунаҡ килгән икән. Кем ул? (ҡурсаҡ, ҡыҙыҡай).
Тәрбиәсе: беҙҙең ҡунаҡ ҡурсағыбыҙҙың исеме Ләйсән. Ҡарағыҙ әле, ул ниндәй матур кейем кейгән. Башҡорт халҡы борондан өҫ кейеменә өҫтөнлөк биргән.
- Ләйсән нимәләр кейгән һанап, атап сығайыҡ. (Балалар яуабы)
Уларҙы үтә зауыҡ менән тегеп, нәзәкәтле итеп биҙәгәндәр.
- Был милли кейемдәрҙә башҡорт халҡы ҡайҙа йөрөгәндәр икән? (Балалар яуабы)
-Ниндәй байрамдар менән беҙ таныш әле? (Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Һабантуй)
(Слайд )
-Афарин, дөрөҫ.
-Ололар эш менән булғанда,балалар уйын уйнаған. Ниндәй уйындарҙы беләһегеҙ? ( Йәшерәм яулыҡ, Аҡ тирәк-күк тирәк, Алырым ҡош, бирмәм ҡош, Күмер йөҙөк...)
-Ҡайһылай уйындарҙы күп беләбеҙ беҙ. Әйҙәгеҙ, “Ҡап та ҡоп” уйынын уйнап алайыҡ.
( ҡағиҙә буйынса беренсе булып көлгән баланан шиғыр һөйләтәбеҙ)
Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.
Ҡоштар, урман тауышы сыға.
Тәрбиәсе: Ишетәһегеҙме? Был ниндәй тауыш? (Балалар яуабы)
Тәрбиәсе: Тыуған яғыбыҙ иҫ киткес тәбиғәтенең төрлөлөгө менән бар кешене йәлеп итә. Әгәр Башҡортостаныбыҙҙы ҡоштар осҡан бейеклектән ҡараһаҡ тауҙарын һәм үҙәндәрен, йылға һәм күлдәрен, урмандарын күрергә мөмкин. (слайдтар ҡарау)
- Нимәләр күрҙек? Кем миңә һөйләм төҙөп күрһәтер?
- Афарин. Балалар, ҡоштар кеүек ҡанат елпеп әйҙәгеҙ, беҙ “Осто, осто...” уйынын уйнап алайыҡ. Уйындың ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ.
“Осто, осто...” уйыны.
-Афарин, оҙаҡлап киттек, әйҙәгеҙ артабан киттек.
Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.
Ҡурай моңо ишетелә...
-Балалар, тыңлағыҙ әле, ишетәһегеҙме, ниндәйҙер моң яңғырай? (Ҡурай моңо)
-Тыуған яғыбыҙҙа хатта үләндәр ҙә йырлай. Ниндәй үлән тураһында һүҙ бара?
( ҡурай үләне)
- Уны үҫеп ултырған еренән ипләп кенә ҡырҡып алып, киптереп, бер яғынан бер. Икенсе яғынан дүрт тишек эшләйҙәр һәм бына ошондай музыка ҡоралы килеп сыға. (ҡурай үләнен, шул үләндән эшләнгән музыка ҡоралын күрһәтеү)
-Ә бына был инде ағастан эшләнгән әҙер ҡурай, уны магазиндан һатып алырға була.
-Ҡурай, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булараҡ, башҡорттарҙың ете ырыуы менән берләштерелеп, ете таж менән һүрәткә төшөрөлә. (ете тажлы ҡурай һүрәтен ҡарау).
Ҡурайҙың ете тажы буйлап, халҡыбыҙҙың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыяйыҡ. Йыяйыҡ та йәнле ынйыларҙан хуш еҫле бер кәрәҙ ҡояйыҡ.
-Борон халыҡ ҡурайҙы нисек йөрөткән? ( Билбауға ҡыҫтырған, йә итек ҡунысына тыҡҡан)
Тәрбиәсе: Эйе, балалар дөрөҫ.
Әйҙәгеҙ, ҡурай беҙҙе уйынға саҡыра. Ҡунаҡ ҡыҙыбыҙ Ләйсәндең дә һеҙҙең менән уйнағыһы киләлер, бергәләп уйнап алайыҡ.
“Ҡурай” уйынын уйнау
Ҡурайсыны билдәләү. Бер бала һанашмаҡ әйтә.
Ары аласыҡ, бире аласыҡ,
Ялан ҡапҡаһы шар асыҡ.
Унда сыпсыҡ, бында сыпсыҡ,
Һин дә торма, йүгереп сыҡ!
Кемдә туҡтап ҡала, шул бала ҡурайсы булып ҡурай менән уртаға баҫа.
Тәрбиәсе: Бергәләп йырлайбыҙ
Ҡурай беҙҙе саҡыра,
Түңәрәккә баҫырға – 2 тапҡыр
Әйҙә һин һыҙҙырт, ҡурайсы, ҡурайҙа
Иң оҫта бейеүселәрҙе баҫтыр уртаға – 2 тапҡыр
Тәрбиәсе: Йомғағыбыҙ балалар баҡсаһына ла килеп етте, тимәк сәйәхәтебеҙ бөгөнгә тамам. Беҙ һеҙҙең менән сәйәхәттә рәхәтләнеп уйнаныҡ та, йырланыҡ та, бейенек тә. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Консультация для родителей по развитию речи «Развитие речи в домашних условиях, через развитие мелкой моторики»
Развитие речи ребенка с помощью подручных материалов. Значение развития мелкой моторики. ...
Развитие речи как средством общения и культуры, развитие речевого творчества, развитие звуковой и интонационной культуры речи
Теоретические аспекты формирования детского словотворчества...
Методическая разработка Конспект непосредственно - образовательной деятельности по развитию звуковой культуре речи в первой младшей группе. «Путешествие на ферму» по развитию речи звуковая культура речи. Звук «К»
Методическая разработка Конспект непосредственно - образовательной деятельности по развитию звуковой культуре речи в первой младшей группе. «Путешествие на ферму» по развитию р...
Конспект непрерывной образовательной деятельности по развитию речи в средней группе по мотивам сказки «Три медведя» Интегрированное занятие по развитию речи, познавательному развитию в средней группе.
Развитие речи детей по средствам игровой деятельности...
Цель и задачи работы: Целью работы является - развитие речи детей с помощью загадки. Достижению цели способствует решение следующих задач: - Выяснить, какую роль играют загадки в развитии речи детей; - Объединить усилия педагогов и родителей по развитию
Цель и задачи работы:Целью работы является - развитие речи детей с помощью загадки.Достижению цели способствует решение следующих задач:- Выяснить, какую роль играют загадки в развитии речи детей;- Об...
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА КОРРЕКЦИОННОГО КУРСА РАЗВИТИЕ РЕЧИ Для дошкольников 6-7 лет с тяжелыми нарушениями речи (общим недоразвитием речи II – III уровня речевого развития). Подготовительная группа
Муниципальное бюджетное дошкольное образовательное учреждение«Детский сад № 322 «Морозко» Принята решением...