Конспект мастер – класса Тема : «Кейеҙ баҫыу» В рамках конкурса «Педагог года 2021-2022»
материал (старшая группа)

Гульнара Камсовна Хасанова

Башҡорт орнаменттары менән таныштырыуҙы дауам итеү, кейеҙҙе башҡорт тамғалары ярҙамында биҙәргә ойрәтеү. Кейеҙ баҫыу тураһында мәғлүмәтлекте нығытыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon master_klass.docx.doc40.5 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное автономное дошкольное

Образовательное учреждение Детский сад №3 «Светлячок»

Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан

Конспект мастер – класса

Тема : «Кейеҙ баҫыу»

В рамках конкурса «Педагог года 2021-2022»

        Подготовила:

Хасанова Гульнара Камсовна

Воспитатель первой

квалификационной категории

Учалы, 2021

Маҡсаттар:

Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеу аша халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт тәрбиәләу.

Белем биреу маҡсаты:

башҡорт орнаменттары менән таныштырыуҙы дауам итеү, кейеҙҙе башҡорт тамғалары ярҙамында биҙәргә ойрәтеү. Кейеҙ баҫыу тураһында мәғлүмәтлекте нығытыу.

Һуҙлек эш: тамға,биҙәк.

Эш алымдары: эңгәмә,  тамғалары,иллюстрация күрһәтеу, видеоматериал ҡарау, практик эш.

Йыһаҙландырыу:

Видеоматериал, башҡорт көйө, нетбук,  алдан баҫылған кейеҙ, ҡара һәм аҡ йөн, уҡлау, алъяпҡыстар, яулыҡтар,полителен пленка, тастар, йылы һыу, япмалар.

Әҙерлек эш:  кейеҙ баҫыу өсөн аҡ һәм ҡара йөн, алъяпҡыстар әҙерләү,техник-санитар ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ файҙаланыуҙы иҫкә төшөрөү.

Индивидуаль эш: ойоштороу өлөшө.

Эш барышы:

Бөгөн  беҙ һеҙҙең менән онотолоп барған боронғо кәсептәрҙең береһе  кейеҙ баҫыу йолаһы менән танышып китмәксебеҙ.

Кейеҙ - ул беҙҙең тарихи үткәнебеҙ, ә үткәнде белмәй тороп, киләсәккә юл юҡ.

Бөтә яңы әйбер - онотолған иҫке әйбер - тип бушка әйтмәгәндәр.

Башҡорт халҡының йолалары бик күп, шундай йолаларҙың береһе - кейеҙ баҫыу. Халҡыбыҙ бер нимәне лә әрәм итмәгән табиғи материалдан төрлө кәрәк-яраҡ әйберҙәр эшләгәндәр. Уның дауалау киммәттәрендә   яҡшы белергә кәрәк: йөрәк, тире ауырыуҙарынан, тын юлдарын даулағанда ла кейеҙ ҡулланғандар.

Кейеҙҙең бер нисә төрө бар:

тирмә кейеҙе, кейеҙ бишек, кейеҙ-тоҡ һәм башҡалар

Башҡорт юлға сыҡһа, бер ҡасан да кейеҙен ҡалдырмаған - ергә түшәп ятһа, уға йылан, төрлө бөжәк яҡын килмәгәнен белгән. Хатта йыртҡыс хайуандар ҙа кейеҙгә уранып ултырған кешегә теймәй икән. Һарыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙҙе тергеҙеу - халыҡтың һаулығы һәм тормошо тураһында хәстәрлек ул.

Кейеҙ баҫыу еңелдән түгел, ҡатмарлы һәм ауыр эш һанала. Уны яңғыҙ башҡарыу һис тә мөмкин түгел. Шуға ла кейеҙҙе кумәкләп өмә яһап баҫҡандар,ләкин беҙ кейеҙҙе бәләкәй итеп эшләгәс,  һәр беребеҙ үҙе лә эшләй ала ..

Кейеҙ  баҫыу презентацияһына иғтибарҙы йүнәлтәйек.

Эште башҡарыр өсөн беҙгә аҡ һәм ҡара йөн кәрәк буласаҡ.уҡлау,йылы һәм

эҫе һыу.тас,полиэтилен пленка,япма,һыу һиптергес һәм алъяпҡыс.

Кейеҙ өсөн мотлаҡ көҙғө йөн алына. Яҙғы йөн, иләу, бәйләүҙә ҡулланыла. Яҙғы йөндө алдан йыуыу, шунан тетеп әҙерләһәләр, көҙгө йөн бөтөнләй йыуылмай. Бары тик суп-сарҙан ғына ентекләп таҙартып яҡшылап ҙур яулыҡҡа тигеҙләп йәйергә кәрәк.

Кейеҙгә төрлө төҫкә буялған йөндән биҙәк  һалыу электән таралған. Боронғо замандарҙа кесерткән япраҡтарын кайнатып йәшел буяу эшләгәндәр, һуған ҡабығы төнәтмәһе йөнгә һары төҫ биргән.

Кейеҙ биҙәктәре.

Башҡорт кейеҙенең биҙәлеше йәғни орнамент ябай: өсмөйөш, ромб,түңәрәк.тулҡын .Шулай уҡ, тәкә мөгөҙөнә оҡшатып ,биҙәк эшләһәң дә бик матур килеп сыға. Йөндө ҡулда әуәләп кәрәкле реүешкә индереп, йәйелгән йөнгә һалып  ҡуша баҫалар.

Шунан ҡоролай ғына уҡлауға урайҙар ҙа  тәгәрәтәлөр. "Нисек ябаһың -шулай табаһың"- тигән мәкәл бар.

Туҡыма аша йөн өҫтөнә ҡайнар һыу һибәләр һәм таяҡҡа урайҙар. 3-4 мәртәбә тәгәрәтеп тикшерәләр. Туҡмас йәйгәндәге кеуек кейеҙҙе урап тәгәрәтәләр. Шунан ипләп кенә асып, таяҡһыҙ урайҙар.

                       Төп эш.

-Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә эшләп ҡарайыҡ әле шул кейеҙҙе.

-  Ә хәҙер артығыҙҙа ултырғыста эленеп торған алъяпҡыстарҙы бәйләп алайыҡ та, эшкә тотонайыҡ. Һеҙҙең ултырғыс аҫтарында аҡ сепрәккә уралған йөндәр ята, шул төргәкте ипләп кенә сығарып һалығыҙ янығыҙға.

Башта, йөндө тетер алдынан, һайлап алырға кәрәк, таҙартып бысрағынан, сүбен алып ташлап, шунан тетә башлайбыҙ.

Йөндө әҙләп кенә алабыҙ ҙа, бына ошолайтып һуҙабыҙ. Ул шулай тетелеп кенә сепрәккә төшөп торорға тейеш. Әнә нисек йөндәр ҡабарып китте.

Инде ҙур сепрәккә бөтә теткән йөндө һалабыҙ, тикшереп сығам: буш ере ҡалмаһын , ҡалыныраҡ, тығыҙыраҡ булһын . Алдыбыҙҙа ҡара йөн дә бар шунан биҙәк эшләп ҡарайыҡ. Ә хәҙер өҫтөнә сепрәк һалып, эҫе һыу ҡойоп, таяҡҡа урайбыҙ ҙа тәгәрәтәбеҙ.Ни тиклем оҙағыраҡ тәгәрәтһәң, шул тиклем нығыраҡ баҫыла бара.

Элек боронғолар эш эшләгәндә йырлап,таҡмаҡ әйтеп торғандар.Беҙ ҙә таҡмаҡ йырлап алайыҡ әле:

"Кейеҙ баҫыу йыры"

Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы?

Беҙҙә кейеҙ баҫалар

Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай

Бейеп куңел асалар.

Аҡ та була, кук тә була

Беҙҙең баҫҡан кейеҙҙәр

Һойәһеңме, һөймәйһеңме,

Һөйә тигән булалар.

Эх кейеҙ, кейеҙ, кейеҙҙәр

Шулай тигән булалар

Ап-аҡ була, йомшаҡ була

Беҙҙең баҫҡан кейеҙҙәр.

 Инде кейеҙҙе асып, тағы ла һыу һибәйек. Шулай итеп 2-3 тапҡыр тәгәрәтәләр.

Яңы баҫылған кейеҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса йыуыу мотлаҡ. Таҙа ғына һыуҙа ипләп кенә сумыралар. Ҡояш төшкән урынға һалып ҡына киптерәләр.

Бына был кейеҙ баҫыу ,хатта физик кәмселектәре булған балалар өсөн дә бигерәк тә файҙалы,бармаҡтар моторикаһын үҫтереү өсөн файҙалы булып һанала.

-Һеҙгә кейеҙ баҫыу шөғөле оҡшанымы? Кемдең кейеҙе матурыраҡ килеп сыҡты? Ни өсөн?

Был матур йоланы һаҡларға кәрәк, киләсәктә лә йолаларҙы онотмайыҡ.

Иҫтәлек өсөн һеҙгә ошо кейеҙ баҫыу схемаһын бүләк итәм .

«Һау булығыҙ туғандар,

Имен булһын донъялар,

Осрашырға тағы ла

Яҙһын киләһе йылда».


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект проведения открытой образовательной деятельности «По следам Снежной Королевы» в рамках конкурса «Педагог года МАДОУ №5 «Звёздочка»

Образовательная деятельность по логопедии для детей старшего дошкольного возраста, носит обобщающий характер по теме "Животные Севера"...

Мастер-класс "Волшебные краски" в рамках конкурса "Педагог года - 2020 г."

Цель мастер класса: Ознакомление педагогов с техникой рисования жидким, цветным, солёным тестом, как одним из эффективных видов формирования художественно - творческих способностей у детей дошкол...

Мастер - класс с педагогами в рамках участия конкурса "Педагог года -2022"

Цель: повышение профессионального мастерства педагогов в процессе активного педагогического общения, освоение опыта работы по конструированию, как средства развития творческих способностей ребенк...

Конспект родительского собрания во 2 младшей группе на начало учебного года 2021-2022 «Стали мы на год взрослее»

Цели: расширение контакта между педагогами и родителями; обсуждение планов, перспектив на новый учебный год; повышение педагогической культуры родителей....

Мастер-класс в рамках конкурса "Педагог года - 2023" Тема: Башкирское национальное украшение "Сәсмәүер".

Изучение башкирских национальных  женских  украшений  через изготовление «Сәсмәүер» (сулпылар)- косоплётка или накосник....

Конспект ООД "Зимующие птицы" в рамках конкурса "Педагог года - 2023"

Формирование экологической культуры у детей и закрепление знаний о зимующих птицах родного края на  основе игровых приемов  с использованием дидактических пособий....

Конспект конкурсного испытания "Педагогическое мероприятие с детьми" в рамках конкурса "Педагог года в дошкольном образовании 2022 - 2023 гг.."

Вашему вниманию представлен план конспект педагогического мероприятия с детьми по познавательно-речевому развитию "Конкурс снежных скульптур" с использованием авторского дидактического пособ...