Интегрированное занятие.
план-конспект занятия (средняя группа)

Салишева Зульфира Нурулловна

Интегрированное занятие в средней группе "В гостях в белой юрте" для средней группы, на башкирском языке.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ak_timl_kunakta_-_urtansy_torkom_balalary_oson_dres.docx20.33 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:«Аҡ тирмәлә - ҡунаҡта».

        Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Федоровка районы  Бала Сытырман ауылының муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы “Алтын асҡыс”  балалар баҡсаһы.

Тәрбиәсе: Сәлишева Зөлфирә Нурулла ҡыҙы,юғары категориялы тәрбиәсе

Төркөм : уртансы. 

Эшмәкәрлек төрө: танып белеү,йәбештереү.

Интеграция: художестволы-эстетик үҫеш, телмәр үҫеше, танып белеү үҫеше.

Бурыстар: -  Башҡорт халҡының  үткәне тураһында тәүге мәғлүмәттәр биреү,ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, башҡорт орнаменты менән таныштырыуҙы дауам итеү,ҡайсы,елем менән эш итеүҙе,йәбештереү күнекмәләрен нығытыу,төҫтәрҙе һиҙемләү тойғоһон үҫтереү.

Йыһазландырыу: тирмә макеты, проектор, ноутбук, ҡурсаҡтар башҡорт кейемендә,  тирмә формаһында киҫелгән аҡ төҫтәге ҡағыҙ биттәре; шаҡмаҡ,төрлө төҫтәге (һары,йәшел,ҡыҙыл,зәңгәр)ҡағыҙҙар,елем,ҡайсы,ҡыл ҡәләм.

        Һүҙлек эше:тирмә, күсмә тормош, биҙәк.

        Методтар һәм алымдар: әңгәмә, практик эш, презентация ҡарау, һорауҙарға яуап биреү,  художество – продуктив эшмәкәрлек, ял минуты,уйын.

Алдан башҡарылған эш:  уҡыу, йомаҡтар сисеү,  башҡорт орнаменты тураһында альбом ҡарау.

Йыһазландырыу: уйынсыҡ тирмә, башҡорт кейемендә ҡыҙ һәм малай ҡурсаҡтар.

        Дәрес барышы:    Ҡурай моңо аҫтында балалар залға керәләр. Төп стена алдында балаҫ  түшәлгән, унда бәләкәй генә аҡ тирмә тора, эргәһендә башҡорт халыҡ кейемендә ҡурсаҡтар тора.Тәрбиәсе балаларҙың ихтибарын тирмәгә йүнәлтә:

-Балалар, беҙ  һеҙҙең  менән матур йәшел аҡланға килдек.Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур аҡ тирмә тора был йәшел аҡланда.Кем йәшәй икән был тирмәлә.Әйҙәгеҙ  эле бергәләп һорайыҡ кем йәшәгәнен.

-Аҡ тирмә, аҡ тирмә, был тирмәлә кем йәшәй?

Ҡурсаҡтар исеменән, тәрбиәсе:

  • Һаумыһығыҙ, балалар, был тирмәлә беҙ йәшәйбеҙ.Мин –Айгөл булам.Мин –Айнур.
  • Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Тәрбиәсе:

  • Балалар, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә иҫәнләшеп, исемдәребеҙҙе әйтеп ,танышып үтәйек әле.

Балалар һәр береһе  иҫәнләшеп,үҙ исемен әйтеп үтә:

  • Һаумыһығыҙ,мин Сабина, мин Марат...

Тәрбиәсе,балаларҙың ихтибарын тирмәгә йүнәлтә: ҡ

-Ҡарағыҙ әле, Айгөл менән Айнур ниндәй матур тирмәлә йәшәйҙәр.

-Балалар, әйтегеҙ әле һеҙ ниндәй йорттарҙа йәшәйһегеҙ?

-Ағастан, кирбестән һалынған, бер ҡатлы, күп ҡатлы йорттарҙа йәшәйбеҙ.(3-сө слайд).

- Айгөл менән Айнурҙыҡы кеүек торлаҡтарҙа йәшәгән кешеләр бармы хәҙерге заманда?

- Юҡ, бындай торлаҡты тик байрамдарҙа күрәбеҙ. Элек башҡорттар күсмә тормош алып барғандар.Башҡорт халҡы электән төрлө шөғөлдәр менән шөғөлләнгәндәр: солоҡсолоҡ, мал көтөү, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ – был эштәр менән ир – егеттәр шөғөлләнгәндәр. Ә ҡатын – ҡыҙҙар йортта булышҡандар: ҡул эштәре менән, бала ҡарау, йорт эштәре менән шөғөлләнгәндәр.  Йылы көндәр башланыу менән башҡорттар тәбиғәт ҡосағына күскәндәр. Шул ваҡытта тирмә бик уңайлы булған. Тирмә тиҙ генә йыйылған һәм ҡоролған. Ағас тирәстең өҫтөн кейеҙ менән япҡандар. Тирмәне сағыу биҙәкле балаҫтар һәм келәмдәр биҙәгән. Ҡунаҡтар өсөн ошондай яҡты ,матур аҡ тирмәләр ҡорғандар.(4,5,6,7-се слайдтар).

-Айгөл менән Айнур беҙҙе ҡунаҡҡа көткәндәр күрәһең,матур аҡ тирмә ҡороп ҡаршы алалар.

- Тирмәнең биҙәктәрен ҡарап үтәйек әле.Ниндәй биҙәктәр менән биҙәлгән тирмә? Был башҡорт халыҡ милли орнаменты.Башҡорт орнаментында — , геометрик,үҫемлек элементтар ҡулланылған (8,9-сы слайдтар).

Кейемдәрҙе,көнкүреш әйберҙәрҙен, ҡоралды, туҡыманан эшләнгән әйберҙәрҙе,интерьерҙы биҙәү өсөн милли орнамент  ҡулланылған.Башҡортостан гербында ла милли орнамент төшөрөлгән(10,11 слайдтар).

-Ниндәй биҙәктәр бар орнаментта? Ниндәй төҫтәр ҡулланылған?

Бында биҙәктәр һары, йәшел,ҡыҙыл,зәңгәр төҫтә, ә формалары нимәгә оҡшаған.Был биҙәк кәзәмөгөҙ тип атала, был өсмөйөш...

  • Балалар, ҡурсаҡтар әйтәләр, әйҙәгеҙ беҙҙең йәшел аҡланға үҙегеҙҙең тирмәләрегеҙҙе матур итеп биҙәп ҡуйығыҙ әле ,тиҙәр.

Тәрбиәсе: - Балалар, әйҙәгеҙ әле башҡорт халыҡ биҙәктәрен киҫеп тирмәләрҙе биҙәп ҡуяйыҡ. Тик башта ял итеп алайыҡ әле. (12 слайд).

“Тирмә” уйыны.

  • Балалар көй аҫтында түңәрәктә йөрөйҙәр

-Беҙ күңелле, шат балалар,

Уйнайбыҙҙа, көләбеҙ.

Ҙур түңәрәктә йөрөйбөҙ,

Матур тирмә төҙөйбөҙ.

-Афарин , бик матур тирмәләр ҡорҙоғоҙ.

-Бына шундай уҡ матур тирмәләр биҙәп ҡуяйыҡ әле .

-Ә хәҙер өҫтәлдәр артына ултырып,тирмәләрҙе биҙәйбеҙ.Эш тәртибен, хәүефһеҙлек сараларын аңлатабыҙ.

Тирмә формаһында киҫелгән ҡағыҙҙарға өсмөйөштәрҙән биҙәктәр йәбештереү.Әҙер эштәрҙе стенаға элеп күмәкләп ҡарау, баһалау.

-Балалар, эш бөткәс уйнарға ярай,ти халыҡ мәҡәле, әйҙәгеҙ беҙҙә уйнап алайыҡ.

Хәрәкәтле уйын “Тирмәкәй”.

-Тирмә-тирмә, тирмәкәй,

Был тирмәлә, кем йәшәй.(Түңәрәк буйлап йөрөйҙәр)

-Һикерек тәлмәрйен йәшәй, (балалар һикерәләр, баҡа кеүек).

-Кескенә сысҡан йәшәй(балалар аяҡ остарында йүгерәләр).

-Шеш ҡолаҡ ҡуян  йәшәй(ҡуян кеүек һикерәләр).

- Һоро тун бүре йәшәй(бүре булып хәрәкәт итәләр). 

-Хәйләкәр төлкө йәшәй(төлкө кеүек атлайҙар). 

-Тайыш табан айыу килгән(айыу булып атлайҙар). 

- Ак тирмәне ауҙарған(аяҡ тибеү).

-Йәнлектәр дәррәү ҡасҡан(балалар тирә йүнгә йөгөрәләр)

Балалар хушлашып төркөм бүлмәһенә китәләр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект интегрированного занятияв младшей группе «В гостях у Курочки Рябы». Совместное интегрированное занятие музыкального руководителя:Мишина Елена Анатольевна и воспитателя Слав Марианна Савельевна и Богданова Елена Анатольевна.

Конспект интегрированного занятия в младшей группе«В гостях у Курочки Рябы». Совместное интегрированное занятие музыкального руководителя Мишина Елена Анатольевна и  воспитателя Слав Марианн...

Конспект интегрированного занятия по хореографии по теме "Музыкальный счёт". Самоанализ интегрированного занятия по хореографии по теме "Музыкальный счёт".

Конспект интегрированного занятия по хореографии для детей подготовительной к школе группы по теме "Музыкальный счёт"Самоанализ интегрированного занятия по хореографии для детей подготовительной к шко...

Интегрированное занятие: «В гостях у сказки» Интегрированное занятие по познавательно-речевому развитию при помощи ИКТ «В гостях у сказки»

Интегрированное занятие: «В гостях у сказки»Интегрированное занятие  по познавательно-речевому развитию при помощи ИКТ «В гостях у сказки»Образовательные области: познават...