ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР
картотека

Алибаева Амина Надировна

Арҡаланып йәшәр өсөн  ҡанын бүлгән АТАЙ кәрәк,  иркәләнеп йәшәр өсөн  йәнен бүлгән ӘСӘЙ кәрәк!

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gail_monsbttre_turahynda_mkldr.docx15.78 КБ

Предварительный просмотр:

ҒАИЛӘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Арҡаланып йәшәр өсөн  ҡанын бүлгән АТАЙ кәрәк,  иркәләнеп йәшәр өсөн  йәнен бүлгән ӘСӘЙ кәрәк!

Татыу ғаилә – ил күрке.

Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.

Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.

Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.

Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.

Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.

Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.

Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.

Ҡыҙы барҙың наҙы бар.

Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.

Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.

Бала - ата-инәгә алтын бағана.

Мин бәхетле – әсәйем бар…

Мин бәхетле – ҡояшым бар,

Ул йылмайып, көлөп тора,

Зәңгәр күктән ер өҫтөнә

Алтын нурын һибеп тора.

Мин бәхетле – әсәйем бар.

Ул иркәләп, наҙлап тора.

Йөрәгемдә ниҙәр барын

Күҙҙәремдән аңлап тора.

Мин бәхетле ил ҡыҙы, тип

Ғорурланып өндәшәмен.

Бәхетле, шат тормош өсөн

Тынғы белмәй көрәшәмен.

(Зөлфиә Ханнанова)

АТАЙЫМ

Бер кем дә юҡтыр

Атайым төҫлө –

Ул бик тә батыр,

Ул бик тә көслө!

(Ф.Рәхимғолова)

АТАЙ КЕҮЕК БУЛАМ МИН!

Мәрәкә күреп минән

Баш ҡатыралар

Шул һорау менән:

* Үҫкәс, кем булаң?

Яуаплай алам.

* Мин атай кеүек

Шәп кеше булам!

(З. Аҡбутина.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...

Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....

Яңы йыл тураһында шиғырҙар

ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...