Сөмбөлә байрамы
план-конспект занятия (средняя группа) на тему

Даутова Люция Азаматовна

Маҡсат. -“Сөмбөлә” байрамы тураһында белешмә биреү, һүҙлек запасын арттырыу, аң-белемдәрен үҫтереү, халыҡ ижады өлгөләренә, йолаларыбыҙға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл sombol_bayramy.docx18.99 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты

Мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы

“Сөмбөлә байрамы” темаһына

дәрес эшкәртмәһе.

(Уртансы төркөм өсөн иртәлек)

                                                        Башҡарҙы: Әбйәлил районы

Асҡар ауылының “Миләш” балалар

баҡсаһы тәрбиәсеһе Дауытова Л.А.

Өфө – 2018

“Сөмбөлә” байрамы.

Маҡсат. -“Сөмбөлә” байрамы тураһында белешмә биреү, һүҙлек запасын арттырыу, аң-белемдәрен үҫтереү, халыҡ ижады өлгөләренә, йолаларыбыҙға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: ҡарасҡы, акрап, мул, муллыҡ, уңыш.

Йыһазландырыу: Япраҡтар, йәшелсәләр, “түтәл”, Сөмбөлә, ҡарасҡы кейеме.

Дәрес барышы.

Зал байрамса биҙәлгән. Бүлмәнең бер яғы баҡсаға оҡшаған, “түтәлдә” йәшелсәләр ята. Балалар теҙелеп тора, ҡулдарында төҫлө япраҡтар. Япраҡтарын артҡа йәшергәндәр.

Алып барыусы. Ҡайһы арала йәй үтте,

Матур булып көҙ етте.

Шатлыҡ тулы байрамды

Беҙ инде күптән көттөк.

-Балалар, беҙ бөгөн “Сөмбөлә” байрамын үткәрергә йыйылғанбыҙ. Был байрам 22 сентябрҙә, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, уңыш йыйыу тамамланғас, көҙгө сәсеү бөткәс үткәрелә. Байрамдың хужабикәһе Сөмбөлә исемле алтын сәсле ҡыҙ. Уның башында алтын башаҡтарҙан эшләнгән башлыҡ.

1 –се бала. Бөгөн беҙҙә ҙур байрам-

Уңыш байрамы.

Алып килдек байрамға

Япраҡ бәйләме. (Балалар ҡулдарындағы япраҡтарын ергә һибәләр)

2-се бала. Килеп етте тағы көҙ көнө, 
Ябай түгел - көҙҙөң алтыны. 
Саған ағастары ғәжәйеп: 
Яна ялҡын төҫлө талпынып. 
3-сө бала. Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола 
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә, 
Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең, 
Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә. 
4-се бала. Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар 
Шыбырланы минең ҡолаҡҡа: 
Османыҡ бит бына йыраҡҡа, 
Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.  
5-се бала.
Көҙ килгән, көҙ килгән, 
Көҙ быйыл бик тиҙ килгән. 
Ҡайындар, тирәктәр, талдар 
Һарынан күлдәк кейгән. 
6-сы бала. Көҙ килгән, тиҙ килгән, 
Тиҙ килгәнен кем белгән? 
Көҙ бит, һорап та тормайса, 
Баҡсаға барып ингән. 
7-се бала. Игендәр урылған, 
Уңыштар йыйылған, 
Бесән дә сабылған, 
Эҫкерттәр ҡойолған. 
Алып барыусы. Зифа буйлы, етен сәсле,

Зәңгәр күҙле был ҡыҙҙың

Исемдәре кем икән

Әйтегеҙсе, кем белә?

Балалар. Сөмбөлә, Сөмбөлә.

Сөмбөлә (инә). Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Бер үҙем моңайып, ағастарҙа ҡалған һуңғы япраҡтар менән һөйләшеп йөрөнөм. Ҡоштарҙы изге юлдар теләп оҙатып ҡалдым. Ҡолағыма шат тауыштар ишетелде лә, һеҙҙең эргәгеҙгә йүгерҙем.

Алып барыусы. Рәхим ит, Сөмбөлә. Түрҙән урын ал. Ҡыҙҙар һиңә бүләк әҙерләне. (“Япраҡтар” бейеүе)

Сөмбөлә. Ай-һай, матур бейенегеҙ.

Алып барыусы. Сөмбөлә, һиңә балаларҙың әйтер һүҙҙәре бар.

1-се бала. Атай кеүек тырыш көҙ,

Әсәй кеүек йомарт көҙ.

Көҙҙәр йомарт булғанға,

Бик бәхетле, бик шат беҙ. (“Көҙ етте” йырын йырлау)

Сөмбөлә. Афариндар. Бейергә лә, йырларға ла һәләтле икәнһегеҙ. Ә бына көҙҙөң ниндәй билдәләрен беләһегеҙ? Нимәгә ҡарап көҙ етеүен әйтә алаһығыҙ? (Балаларҙың яуаптары)

Сөмбөлә. Эйе. Бик иғтибарлы икәнһегеҙ. Бына боронғо замандарҙа ла ата-олатайҙарыбыҙ тәбиғәткә бик иғтибарлы булғандар. Тәбиғәткә ҡарап һауа торошон әйтә алғандар. Улар һынамыштар тип атала. Кем ниндәй һынамыш белә?

Балалар. Бесәй моронон йәшереп йоҡлаһа, көн боҙола.

Ҡайын япраҡтары өҫтән һарғая башлаһа, яҙ иртә килә, Аҫтан һарғайһа – һуң килә.

Аҡрап (октябрь) башында ҡар яуһа, ҡырҡ көн ҡар ятмаҫ.

Сейә япраҡ ҡоймайынса ҡар ятмаҫ һ.б.

Сөмбөлә. Был һынауҙы ла уңышлы үттегеҙ. Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ. (“Япраҡтар” уйыны). Балалар, ә хәҙер йәшелсәләрҙе йыйып алайыҡ. (Баҡсаға яҡынлашалар)

(Баҡса ҡарасҡыһы инә)

Ҡарасҡы. Кш, Кш, ҡарҡылдап туйманығыҙмы? (Балаларҙы күреп ҡала) Ой, һаумыһығыҙ! Ә һеҙ бында нимә эшләйһегеҙ?

Сөмбөлә. Ҡарасҡы, был мин – Сөмбөлә. Уңыш йыйыр ваҡыт етте. Тырыш хеҙмәтең өсөн һиңә рәхмәт.

Ҡарасҡы. Шулаймы ни? Ҡарғаларҙы ҡыуа-ҡыуа көҙ еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын. Быйыл уңыш бик мул ғына. Балалар, минең баҡсала төрлө-төрлө йәшелсәләр бар. Йомаҡтарҙы сисһәгеҙ, витаминға бай йәшелсәләрҙе йыя аласаҡһығыҙ. (Дөрөҫ яуап биргән өсөн йәшелсәләр бирә)

Йомаҡтар.

Йәшелсә - витаминдар, 
Ашайым да ҡуямым. 
Йәшелсәләр хаҡында мин 
Һеҙгә йомаҡ ҡоямын. 

Бер-береһенән уҙышып 
Үҫәләр гел бер өйҙә. 
Өйҙәрен төп тип атайым, 
Сығалар өйҙән көҙгә. /картуф/ 

Ҡып-ҡыҙыл ғына күлдәкте 
Ҡайҙан ала ... ? 
Күлдәге матур булғас ни, 
Уға хатта ер аҫтында 
Һис күңелһеҙ түгелдер. /сөгөлдөр/ 

Ерҙән ҡаҙып алалар, 
Аш, бәлешкә һалалар. 
Көлгә күмә малайҙар, 
Иҙеп ашай бабайҙар. /картуф/ 

Әбей түгел, бабай түгел, 
Үҙе ҡат-ҡат тун кейә, 
Һыуҙар һибеп үҫтерәбеҙ- 
Ул дымлы ерҙе һөйә. 
Йәшкелтем һәм аҡ төҫтә, 
Шытырлап тора тештә, 
Ә исеме - ... . /кәбеҫтә/ 

Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ, 
Эсе тулы халыҡ. /ҡыяр/ 

Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ. /кишер/ 

Ҡат-ҡат тунлы, 
Ҡарыш буйлы. /кәбеҫтә/ 

Бабай ҡат-ҡат тун кейгән, 
Сисендерһәң – иларһың. /һуған/ 

Үҙе генә ашалмай, 
Унан башҡа аш бармай. /һуған/ 

Келәте бар, малы юҡ, 
Балаһының һаны юҡ. /ҡыяр/ 

Үҙе һимеҙ – майы юҡ, 
Тиреһе ҡалын – йөнө юҡ. /шалҡан/ 

Йәшкелт аҡһыл төҫтә ул, 
Ҡатлы-ҡатлы күлдәкле, 
Әсәй турап ашҡа һала, 
Ашағанда бик тәмле. /кәбеҫтә/ 
(Ғүмәр Ғайсин)

Ҡуян бик ярата икән 
Ул ҡыҙыл йәшелсәне, 
Ҡыш көнөндә Ҡар-бабайҙың 
Танауы ул - беләһеңме? /кишер/ 

Әрсей ҡалһаң, йәһәт кенә 
Күҙ йәштәрен ағыҙа. 
Уны ашаһаң сирләмәйһең,- 
Кәрәк түгел дарыу ҙа. /һуған/ 
Ҡарасҡы. Һай, афариндар. Бына йәшелсәләрҙе йыйып та бөттөгөҙ. Арынығыҙмы? Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ. (“Уңыш йыйыу” уйыны).

Ҡарасҡы. Уңыш быйыл мул ғына. Балалар, был йәшелсәләрҙән нимәләр бешерәсәкһегеҙ? (Балалар йәшелсәнән бешерелгән аш-һыуҙарҙы һанайҙар)

Алып барыусы. Һин, Ҡарасҡы, ял итеп ал. Беҙ һиңә күстәнәскә бейеү алып килдек. (Малайҙар бейеү башҡаралар).

Ҡарасҡы. Бигерәк оҫта бейейһегеҙ икән. Беҙгә китергә ваҡыт. Уңыш йыйылғас, ял итеп, киләһе йылға көс йыяһы ғына ҡалды.

Сөмбөлә. Беҙ Ҡарасҡы бабай менән һеҙгә күстәнәс ҡалдырырға булдыҡ. Бына һеҙгә ҙур ҡабаҡ. Уның эсендә күстәнәстәр бар.

Сөмбөлә. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә.

Алдағы көндәрҙә лә

Теләйбеҙ ҙур уңыштар.

Муллыҡта, рәхәт тормошта,

Йәшәгеҙ, минең дуҫтар!

Һау булығыҙ.

Балалар.Һау булығыҙ.




По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

Бал байрамы

Данный  сценарий  будет  интересен  музыкальным  руководителям, воспитателям и педогогам  дополнительного  образования...

Нардуған байрамы

Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...

КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»

познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического  народа Крыма. Познакомить с культурой,  с ремеслами крымс...