"Яратҡан уйынсығым"
план-конспект занятия по развитию речи (средняя группа)
Телмәр үҫтереү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 17.2 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһының
«50-се дөйөм үҫеш төрөндәге балалар баҡсаһы»
муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
«Уйынсыҡ тураһында хикәйә төҙөү.
Дидактик күнегеү «Нимә нимәнән?»
Телмәр үҫтереү буйынса шөғөл конспекты
Уртансылар төркөмө
Тәрбиәсе: Асҡарова Л.Р.
Тема: «Уйынсыҡ тураһында хикәйә төҙөү. Дидактик күнегеү «Нимә нимәнән?».
Өҫтөнлөклө өлкә: телмәр үҫеше.
Маҡсаты: Яңы һүҙ, һөйләмдәрҙе үҙләштереү, балаларҙын фонетик ишетеүен, хәтерен, телмәрен үҫтереү, үтелгәнде нығытыу, һаҡсыл булырға өйрәтеү,балаларҙың иҫтә ҡалдырыу һәләтен үҫтереү, нәфис әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Инеграцияланған өлкәләр: соиаль- коммуникатив, танып белеү, художестволы- эстетик, физик үҫеш.
Эшмәкәрлек төрҙәре: Уйын эшмәкәрлеге, әхләҡи аралашыу, музыкаль хәрәкәтле эшмәкәрлек, әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү.
Эш формалары:
Әңгәмә, дидактик уйын: «Нимә, нимәнән?», ял минуты: «Был нимә», предметтарҙы күрһәтеп хикәйә һөйләү.
Йыһазландырыу: ТСО, уйынсыҡтар, уйынсыҡ һүрәттәре.
Һүҙлек эше: ҡурсаҡ, туп, машина, вертолет, был, ниндәй.
Шөғөл барышы :
1.Уныш ситуацияһын ойоштороу (1 слайд)
Һаумы, ҡояш, яҡты көн!
Һаумы, яратҡан баҡсам!
Башҡортса һөйләшергә
Йыйылдыҡ беҙ бергәләп!
2. Уҡыу мәсьәләнһен ҡуйыу
Әңгәмә.
Таҡтала: ҡурсаҡ, туп, машина, вертолет һ.б. һүрәттәре (2 се слайд)
- Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?
- Һүрәткә ҡарап әйтегеҙ әле, беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
3. Дидактик күнегеү «Нимә, нимәнән?”
Уйынсыҡтар атамалары менән таныштырыу: машина, вертолет, самолет, шар, барабан, паровоз.(4 се слайд).
- Балалар, һеҙ нимәгә иғтибар иттегеҙ?
- Рус һәм башҡорт телендә был һүҙҙәр нисек әйтелә?
4. Яны һүҙҙәрҙе үҙләштереү.
Дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш (5 се слайд)
Уйынсыҡ – игрушка
Был – это
Ниндәй – какой
Ҡурсаҡ – кукла
Туп – мяч
5. Уйынсыҡ тураһында хикәйә төҙөү. Һүҙбәйләнештәрҙән, һөйләмдәр төҙөү:
Яңы һүҙҙәр менән һорауҙар ярҙамында һөйләмдәр төҙөү:
- Был нимә? (уйынсыҡ)
- Алһыу нимә эшләй? (Алһыу ҡурсаҡ менән уйнай)
- Бына туп. Ул ҡайҙа ята?( туп шкаф эсендә ята)
- Был ҡурсак. Был Алһыуҙың ҡурсағы. Ҡурсаҡ матур, уның йәшел күлдәге бар, сандалийы, сәсендә матур аҡ бантиктар бар.
6. Әңгәмә ойоштороу
- Балалар, ә һеҙҙең яратҡан уйынсыҡтарығыҙ бармы? Кем һөйләргә теләй?
Ял минуты
«Был нимә?» (туп менән уйнау).
Рефлексив анализ, баһалау
- Бөгөн дәрестә беҙ нимә менән таныштыҡ?
- Ниндәй яңы һүҙҙәр иҫегеҙҙә ҡалды?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
![](/sites/default/files/pictures/2017/09/28/picture-117278-1506615484.jpg)
Мин яратам сине-Татарстан
Материал "Мин яратам сине -Татарстан"провели в старших группах.Праздник к 1000 летию Казани,к дню города посвещен.Опуликован в Республиканской издательстве.Полностью авторская-своя разработка....
![](/sites/default/files/pictures/2019/01/20/picture-1104914-1547971009.jpg)
Күңел асыу сараһы «Минең яратҡан уйынсығым» (Сценарий итогового мероприятия "Моя любимая игрушка")
Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау әргә-тирәне уратҡан әйберҙең (уйынсыҡтарҙың) атамаларын ҡабатлау;Үҫтереү бурыстары: һаулыҡ һорашыу, һаубуллашыу ғәҙәттәрен нығытыу; уйындар...
![](/sites/default/files/pictures/2020/12/10/picture-1210787-1607626778.jpg)
Уйынсыҡ ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?
Игра – самостоятельная детская деятельность, в которой ребенок формируется как личность. Игра развивает и радует ребенка, делает его счастливым, развитым, активным. В игре ребенок делает пе...
![](/sites/default/files/pictures/2022/06/04/picture-1410336-1654343630.jpg)
Ата-әсәләр өсөн консультация. «Театр уйынсыҡтарының балалар үҫешенә йоғонтоһо»
Төркөмдә үҙ ҡулдарың менән эшләгән уйынсыҡтар, бигерәк тә яратҡан экиәттәренең персонаждары булһа. Балаларға ҡыҙыҡ та, күңелле лә була....
![](/sites/default/files/pictures/2021/07/31/picture-1340285-1627717704.jpg)
Ата-әсәләр өсөн консультация" Әгәр бала уйынсыҡтарын йыйырға баш тартһа"
Ата-әсәләр өсөн консультация...
Ата-әсәләр өсөн кәнәштәр.Уйынсыҡ ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш.
Игра – самостоятельная детская деятельность, в которой ребенок формируется как личность. Игра развивает и радует ребенка, делает его счастливым, развитым, активным. В игре ребенок делает пе...