Уйынсыҡ ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?
консультация
Игра – самостоятельная детская деятельность, в которой ребенок формируется как личность. Игра развивает и радует ребенка, делает его счастливым, развитым, активным. В игре ребенок делает первые шаги к открытиям. В игре, мы уже с вами знаем, развивается фантазия, воображение. Но нужно всегда помнить, уважаемые родители, что для хорошей, веселой игры вашему ребенку обязательно потребуется и хорошая игрушка.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
uyynsy_1185_nind_1241_y_talaptar_1171_a_yauap_birerg_1241_teyesh.doc | 180.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Уйынсыҡ ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?
Медицина һәм экологик талаптар
Уйынсыҡтың нимәнән яһалыуына, зарарлы матдәләр һәм ағыулы буяуҙар менән ҡулланмауына иғтибар итегеҙ. Сөнки бәләкәстәр, ғәҙәттә, уйынсыҡты ауыҙына ҡабырға, ҙурыраҡ балалар, мәҫәлән, ҡыҙҙар, ҡурсаҡтарын үбергә, йоҡлағанда үҙҙәре менән алып ятырға ярата.
Педагогик талаптар
Машина, самолет, өй кеүек нәмәләр ҡора торған, тегеләй – былай бороп, төрлө һындар эшләп булған уйынсыҡтар бәләкәстәрҙе күңелләндерә, уйларға өйрәтә. Пирамида сыҙамлылыҡты һәм хәрәкәт координацияһын камиллаштыра, туп – Физик яҡтан нығыта.
Психологик һәм әхлаки талаптар
Яңы уйынсыҡ балала төрлө тойғо уята: нескәлек, агрессивлыҡ, кемделер хәстәрләү йәки ҡулындағы уйынсыҡ пистолеттан атыу… Ғөмүмән, бер нисә бала бергә уйнай алырлыҡ уйынсыҡтар күпкә файҙалыраҡ. Миҫалға спорт уйындарын йәки конструкторҙарҙы алырға мөмкин. Бындай уйындар балаларҙы бер –береһе менән хеҙмәттәшлек итергә өйрәтә.
Эстетик талаптар
Оло кешенең уйынсыҡ формаһындағы бүләге балала яҡшы сифаттарҙың формалашыуна булышлыҡ итә. Шуға, күңел йылыһын һалып, үҙ ҡулығыҙ менән эшләгән, теккән уйынсыҡ, һатып алынғанына ҡарағанда ҡәҙерлерәк булыр.
Уйынсыҡ һайлауҙың ҡағиҙәләре:
- Уйынсыҡтар бик күп булырға тейеш түгел. Ике йәшкә тиклемге балаға бер юлы өс- биш уйнсыҡты бирергә ярамай. Сөнки тәтәйҙәрҙең күплеге баланың иғтибарын тарҡата, концентрацияһының үҫешенә,әйберҙәрҙе ентекле өйрәнеүенә ҡамасаулай. Артыҡ уйынсыҡтарҙы йәшереп торорға кәңәш ителә. Бер айҙан бала уларҙы яңы итеп ҡабул итер.
- Уйынсыҡтар бер –береһен тулыландырырға тейеш, улар тағы ла ҡатмарлыраҡ сюжетлы уйындарға ҡыҙыҡһыныу уята. Әгәр малайығыҙҙың ҙур йөк машинаһы бар икән, тейәп йөрөтөргә кубиктар, шофер урынына ултыртырлыҡ ҡурсаҡ йә йәнлек, шулай уҡ гараж яһарлыҡ ҡап та булһын.
- Бәләкәй балаларға тәғәйенләнгән уйынсыҡтар ысын предметтарға оҡшаһын. Йәғни ҡурсаҡтарҙы кейендереп, сисендереп булһын, машина йөрөһөн, краны күтәрелһен, ишектәре асылып – ябылһын, һүтелеп – йыйылһын. Уйынсыҡ ни тиклем күп деталдәрҙән торһа, файҙаһы шул тиклем күберәк.
- Төрлө материалдарҙан эшләнгән уйынсыҡтары булһын. Әйтәйек, пластмасса менән бер рәттән ағас, тире һәм резина, төрлө туҡымалар, керамик, металл һәм хатта таш уйынсыҡтар.
Белгестәр фекеренсә, балаларҙың йәшенә ҡарап, һайланылған уйынсыҡтар уларҙың дөрөҫ тәрбиәләнеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Кайсы транспорт нинди хезмәт күрсәтә
Кайсы транспорт нинди хезмәт күрсәтә - презентация. Балалар өчен күрсәтмә материал...
Тема: Мин кем - мин нинди? Максат: Балаларга психологик уңай халәт тудыру.”Мин” образын формалаштыру. Күзаллауны, хәтерне яхшырту, игътибарлылыкны, иҗади уйлау, фикерләү сәләтен үстерү,
Максат: Балаларга психологик уңай халәт тудыру.”Мин” образын формалаштыру. ...
Гаиләдә баланы тәрбияләү Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , гаиләдә формалаша.
Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , г...
Күңел асыу сараһы «Минең яратҡан уйынсығым» (Сценарий итогового мероприятия "Моя любимая игрушка")
Белем биреү бурыстары: осор темаһына йомғаҡ яһау әргә-тирәне уратҡан әйберҙең (уйынсыҡтарҙың) атамаларын ҡабатлау;Үҫтереү бурыстары: һаулыҡ һорашыу, һаубуллашыу ғәҙәттәрен нығытыу; уйындар...
Ата-әсәләр өсөн консультация "Әгәр бала уйынсыҡтарын йыйырға баш тартһа..."
Ата-әсәләргә кәңәштәр...
Ата-әсәләр өсөн консультация. «Театр уйынсыҡтарының балалар үҫешенә йоғонтоһо»
Төркөмдә үҙ ҡулдарың менән эшләгән уйынсыҡтар, бигерәк тә яратҡан экиәттәренең персонаждары булһа. Балаларға ҡыҙыҡ та, күңелле лә була....
"Яратҡан уйынсығым"
Телмәр үҫтереү....