"Икмәк-ил байлығы" сара конспекты
план-конспект занятия по развитию речи

Конспект мероприятия для старших дошкольников.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ikmk_avtosohranennyy.docx18.75 КБ

Предварительный просмотр:

Республиканская научно-практическая конференция

“Киекбаевские чтения”

Конспект мероприятия длядетей старших групп “Икмәк-ҙур байлыҡ” по направлению “Обучение детей дошкольного возраста родному(башкирскому)языку

               Юсупова Гулира Разаковна,воспитатель   МАДОУ комбинированного вида детский сад “Сказка”города Баймак РБ

                                        Икмәк-беҙҙең байлыҡ

Шөғөл: әйләнә-тирә менән таныштырыу буйынса комплекслы эш.

Программа эстәлеге:

-Балаларға икмәктең көн дә кәрәк ризыҡ икәнлеген төшөндөрөү, уның ҡайҙан килеп сығыуын аңлатыу.

-Икмәккә һаҡсыл ҡараш,уны үҫтереүсе хеҙмәт эйәләренә хөрмәт тәрбиәләү.

-Икмәктең кешеләр өсөн төп ризыҡ булып тороуын төшөндөрөү,нығытыу.

-әүәләү алымдарын нығытыу: ике ус араһында әүәләү, һуҙыу, өлөштәрҙе тоташтырыу, өлөштәр тоташҡан урынды ҡыҫып нығытыу.

Алдан эшләнгән эш: Икмәк тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр уҡыу, рәсемдәр ҡарау.

Йыһазландырыу: презентация,тәрилкә менән он, китаптар күргәҙмәһе, һәр балаға ҡамыр, салфетка,таҡта.

                               Дәрес барышы:

  Ойоштороу өлөшө. Балаларҙың залға инеүе, дәрескә әҙерлек.

Сәләмләү.    Сәләмләйбеҙ ҡояшты

                        Йылылыҡ булһын өсөн,

                         Сәләмләйбеҙ һауаны

                        Именлек булһын өсөн,

                        Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

                        Татыулыҡ булһын өсөн,

                         Сәләмләйбеҙ ҡунаҡтарҙы

                         Шат йылмайһындар өсөн.

Бер -беребеҙгә йылмайыу ебәрәйек әле.

Тәрбиәсе: ҡыҙҙар,малайҙар,хәҙер мин һеҙгә бер йомаҡ әйтәм, яуабын табығыҙ әле.

                     Үҙе түңәрәк,урыны түрҙәрәк,

                     Эсе тулы күҙәнәк.

                      Әскелтем дә сөскөлтөм

                      Бар нәмәнән дә өҫтөн.

Балалар: икмәк!

Тәрбиәсе: әйе, был икмәк.  Беҙҙең табыныбыҙ икмәкһеҙ булмай, һәр ваҡыт иң беренсе икмәкте ҡуябыҙ. Ә һеҙ икмәкте яратаһығыҙмы. Ул нимәнән эшләнә?  Дөрөҫ, ҡамырҙан.

Ә икмәккә бәйле ниндәй халыҡ әкиәттәрен беләһегеҙ?

  • “Икмәкбай”, “ Йоморо икмәк”, “ Ҡамыр батыр”.
  • Ниндәйҙер тауыш ишетелә түгелме? Кем килә икән? (ат сапкан тауыш ишетелә

Ҡамыр  батыр: һаумыһығыҙ,балалар! Мин – Ҡамыр батыр. Һеҙҙең икмәк хаҡында һөйләшеүегеҙҙе ишетеп ҡалдым әле. Уның тураһында тағы ла күберәк белгегеҙ киләме? Улайһа,  мин һеҙҙе ауылға өләсәйем янына ҡунаҡҡа алып ҡайтайым, өләсәйем бик күпте белә.

 

Тәрбиәсе: ауылға нимә менән барабыҙ һуң?

Ҡамыр батыр: ат менән.Сабабыҙ, беҙ сабабыҙ,

                                               Беҙ ауылға барабыҙ.

Тәрбиәсе:  әйҙәгеҙ телтөҙәткестәрҙе әйтеп алайыҡ.

Ға-ға-ға- барабыҙ беҙ ауылға,

Гә-гә-гә-кемгә? Өләсәйгә.

Ҙа-ҙа-ҙа-эй сабабыҙ аттарҙа!

Ға-ға-ға-килеп еттек ауылға.

Ҡамыр батыр: һеҙ күренмәй тороғоҙ, мин өләсәйгә һөйөнсөләп сығайым.

Өй артында тауыштар.

Ҡамыр батыр: өләсәй, һөйөнсө! Һөйөнсөгә нимә бирәһең?

Өләсәй: бер самауыр сәй, улым,әйтә һал һөйөнсөңде!

Ҡамыр батыр:әйҙә тышҡа, күрерһең! Мин һиңә ҡунаҡтар алып килдем.

 Өләсәй менән иҫәнләшеү.

Тәрбиәсе: өләсәй, балалар икмәк тураһында белергә теләйҙәр, ҡамыр батыр һине бик күпте белә тигәйне. Тик һеҙҙе тыңлар алдынан саҡ ҡына ял итеп алайыҡ,атыу балалар юлда арынылар. Түңәрәккә баҫығыҙ,уйын уйнап алайыҡ.(түңәрәккә баҫып, бер-береһенә туп бирешеп икмәктең сифатын әйтәләр)

-икмәк ниндәй ул?

- тәмле,йомшаҡ,ҡара,аҡ, хуш еҫле....

Балалар ултыра.

Өләсәй:  бик яҡшы, тағы ла нимәләр беләһегеҙ икмәк тураһында?

Балалар:  икмәк төрлө була, улар барыһы ла тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы.

Тәрбиәсе: әйе,икмәктә В витамины бар,ул нерв системаһын,хәтерҙе яҡшырта, аппетитты күтәрә.

Өләсәй: балалар,һеҙ ниндәй башаҡлы үҫемлектәр беләһегеҙ?

(бойҙай,арыш)

-улар ҡайҙа үҫә?(баҫыуҙа)

-әйе,бөтә башаҡлы үҫемлектәр ҙә баҫыуҙа үҫә(слайд “иген баҫыуы”).

Тәрбиәсе: өләсәй,беҙҙең ҡыҙҙар “башаҡтар” бейеүен беләләр, һеҙгә лә бейеп күрһәтһендәр.

( “башаҡтар “бейеүе).

Өләсәй: һай,афарин!   Ҡамыр батыр, аттарҙы ашатып алып ҡайт,улым, бар.

 Ә бойҙай, арыштан нимә бешерәләр икән? (бутҡа,икмәк)

Эйе,икмәк беҙгә бик кәрәк, ләкин ул үҙенән-үҙе ,юҡтан ғына өҫтәлгә килмәй. Уға әллә күпме кешенең хеҙмәте, көсө, тырышлығы һалына. Ошо схемаға ҡарап кемдең нисек икмәк үҫтереүгә ярҙам итеүен һөйләйек:

 

-тракторсы ер һөрә, тырмата,ерҙе сәсеүгә әҙерләй.

Слайд.

-агроном орлоҡтарҙы , ерҙе тикшерә,ҡасан орлоҡтарҙы сәсергә кәрәклеген әйтә.(балалар агроном һүҙен ҡабатлай).

Слайд.

-комбайн иген ура. Ә кем игенде ура?(комбайнсы).

Слайд.

-Машина игенде  ырҙын табағына илтә.машинаны кем йөрөтә?(шофер). Бойҙайҙы ырҙын табағында (элеваторҙа) киптерәләр,тирмәнгә оҙаталар.

Слайд.

 -Тирмәнсе он тарта, тоҡтарға һала. Бына ондо тотоп ҡарағыҙ әле, ул ниндәй? (йомшаҡ, таралып тора)

Слайд.

-Ондан икмәк бешереүсе ҡамыр баҫып ,формаларға һалып, мейескә ҡуя, икмәк бешеп сыҡҡас, уны магазинға илтәләр, һатып алыусылар һатып ала. Өйҙә әсәйҙәрегеҙ ҙә тәмле икмәктәр бешерә,шулай бит.  Бына купме эш башҡарырға кәрәк тәмле икмәк өҫтәлдә булһын өсөн.

 Тәрбиәсе: балалар, иҫегеҙҙә ҡалдымы? Кем схемаға ҡарап һөйләп күрһәтер?

(бер-ике  баланан һөйләтеү)

-Әйтегеҙ әле ондан тағы ла нимәләр бешерәләр? (май икмәк, сөсө икмәк, бәлештәр, торт,вафли,печенье,бауырһаҡ, һалма...)

 Ял минуты. “Икмәк”.

  • Әйтегеҙ әле балалар,ондо  нисек иләйҙәр?
  • Бына шулай, бына шулай, шулай ондо иләйҙәр.
  • Әйтегеҙ әле,балалар, нисек икмәк баҫалар?
  • Бына шулай,бына шулай, шулай икмәк баҫалар.
  • Әйтегеҙ әле балалар ,нисек һалма йәйәләр?
  • Бына шулай,бына шулай,шулай һалма йәйәләр.
  • Әйтегеҙ әле, балалар, нисек күңел асалар?
  • Бына шулай, бына шулай,беҙҙә күңел асалар.

Уйын уйнау.”Ондан әҙерләнгән ризыҡтарҙы кәрзингә йый”.

(Еңелеүсегә икмәк тураһында мәҡәл әйтеү язаһы бирелә).

-Икмәк-алтындан ҡиммәт.

-Ауыҙҙа икмәк – ҡулда көс.

-Икмәк- бөтәһенә лә баш.

-Икмәктән оло аш юҡ.

Ишек шаҡыйҙар.

Ашнаксы: Һаумыһығыҙ, өләсәйгә ҡунаҡтар килеүен ишеткәс, ҡамырымды тотоп килеп еттем әле.

Өләсәй: ҡалай йәтеш булды, мин самауыр ҡуя торайым,сәй табыны әҙерләйем. (өйөнә инеп китә)

Ашнаҡсы:  ә беҙ һеҙҙең менән ҡаластар әүәләйек, ҡулдар йыуылған, альяпҡыстаҙы кейеп алығыҙ, таҡталар әҙер. Өҫтәл эргәһенә килегеҙ,ҡаластар әҙерләп бергәләп сәй эсербеҙ. Иғтибар менән ҡарағыҙ, күрһәтәм. Таҡтаға һалып оҙон таяҡ әүәләйбеҙ, ике осон тоташтырып ныҡ итеп ҡыҫабыҙ. Әҙер ҡаластарығыҙҙы табаға теҙегеҙ, мин мейескә оҙатайым. Күмәкләгән –яу ҡайтарған, тип, ҡалай тиҙ генә эште лә бөттөк.

Тәрбиәсе:Ҡаластар бешкәнсе икмәк тураһындағы шиғырҙарыбыҙҙы  иҫкә төшөрәйек.

Ҡоймаҡтар” уйыны.

Сәй табыны.

Өләсәй: Ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ ҙа сәй эсеп алайыҡ, ҡаластарығыҙ ҙа әҙер, ҡоймағым да, икмәгем дә, бәлештәрем дә өҫтәлдә, рәхим итегеҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект открытого занятия в подготовительной к школе группе Конспект открытого занятия в подготовительной к школе группе Конспект занятия в подготовительной группы педагога-психолога со слабослышащими детьми

Дата проведения:  21  февраля  2012  г. Участники:   дети подготовительной группыПроводит:  педагог-психолог Панова  М.М.Цель:способствовать формиров...

Конспект комплексного занятия по математике и конструированию во второй младшей группе Конспект комплексного занятия по математике и конструированию во второй младшей группе Конспект занятий

Познакомить детей с числом и цифрой 6.Совершенствовать навыки счета и сравнения совокупностей предмета.Формировать умение детей различать понятия вчера, сегодня, завтра.Закреплять знания о геоме...

Конспект проведения комплексного занятия «Грибной дождь», Конспект проведения комплексного занятия «Первы снег», Конспект проведения комплексного занятия «Снег идёт»и Физкультминутка«БУРАТИНО»

1. Проведения занятия, учить детей замечать изменения происходящие в природе.2. Проведения занятия, учить детей группировать предметы по цвету и форме.3. Проведения занятия, Развивать у детей целостно...

Конспект НОД " Азбука безопасности" .Конспект НОД: Тема «Азбука безопасности» Составила : Рахимова Зарифа Тахировна. К конспекту прилагается презентация.

Составила : Рахимова Зарифа Тахировна.Цель: Обобщить и систематизировать знания о безопасности в доме.Задачи:Образовательные:— Формировать умения видеть вокруг себя потенциальные опасности в доме...

Конспект целевой прогулки «Наблюдение за сезонными изменениями: весеннее пробуждение природы» (старший дошкольный возраст) Конспект целевой прогулки «Наблюдение за сезонными изменениями: весеннее пробуждение природы» (старшая группа) Конспект целевой про

Конспект целевой прогулки «Наблюдение за сезонными изменениями: весеннее пробуждение природы» (старший дошкольный возраст)Конспект целевой прогулки «Наблюдение за сезонными изменениями: весеннее пробу...

праздника Конспект по сказке «Теремок» Веселится народ, праздник Пасхи у ворот. Конспект совместной деятельности педагогов с детьми с ОВЗ «Звуки весны», План - конспекта Тема: Совместная образовательная деятельность «Рукавичка" и другие

Методическая разработка праздника «По дорожке весело наши ножки шли»для детей со сложным дефектом совместно с родителями.Праздник посвящается Дню Матери.Цели и задачи:Коррекционно-ра...

Конспект занятия «Путешествие в Африку. Как помочь удаву?» план-конспект занятия по математике (подготовительная группа) на тему план-конспект занятия по окружающему миру (подготовительная группа)

Конспект занятия «Путешествие в Африку. Как помочь удаву?»Программное содержание: 1. Образовательные: учить пользоваться условной меркой при  определении величины предметов....