Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү
консультация по развитию речи (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа)

Каримова Ямиля Сайфулловна

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бәйләнешле телмәр  фекер  менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы – фекерҙең бәйләнешле булыуы тигән һүҙ. Сөнки бәйләнешле телмәрҙә баланың фекерләү логикаһы сағыла. Бала үҙенең фекерен телмәр ярҙамында аңлайышлы итеп башҡаларға еткерә ала.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

        

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Практика күрһәтеүенсә махсус өйрәтмәйенсә мәктәпкәсә йәштәге балалар телмәрҙең тасуирлығына төшөнөп  етмәйҙәр.  

Нимә  һуң ул – бәйләнешле телмәр? Һеҙ уны нисек аңлайһығыҙ?

Бәйләнешле телмәр ниндәй ҙә булһа билдәле йөкмәткене аңлайышлы, эҙмә – эҙлекле, логикалы, грамматик яҡтан дөрөҫ  һәм образлы итеп әйтә  белеү  тигәнде аңлата.

                Шулай булғас һәр балаға  үҙ фекерен таҙа, йөкмәткеле, грамматик яҡтан дөрөҫ  һәм эҙмә – эҙлекле  әйтергә өйрәтеү беҙҙең бурыс

        Бәйләнешле телмәр  фекер  менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы – фекерҙең бәйләнешле булыуы тигән һүҙ. Сөнки бәйләнешле телмәрҙә баланың фекерләү логикаһы сағыла. Бала үҙенең фекерен телмәр ярҙамында аңлайышлы итеп башҡаларға еткерә ала.

 Ә инде уның үҙ фекерен дөрөҫ еткерә алыуы  телмәр үҫеше кимәленә бәйле.          Баланың мәктәптә уңышлы уҡып китеүе лә уның бәйләнешле телмәре  үҫеше кимәленә бәйле иәкнен дә оноторға ярамай.  

        Әгәр ҙә баланың телмәре үҫешкән булһа  ул башҡалар менән еңел аралаша ала, тартынмай, үҙ - үҙенә ышанысы арта.

Тимәк бәйләнешле телмәр – һүҙҙәр йәки һөйләмдәр теҙмәһе генә түгел, ә фекерҙең үҙмә – эҙлеге.

Бәйләнешле телмәрҙең төп функцияларын әйтегеҙ?

Эйе, дөрөҫ. Бәйләнешле телмәргә  диалогик телмәр һәм монологик телмәр  инә. Уларҙың һәр береһенең айырым үҙенсәлектәре бар.

Диалогик телмәр формаларын һанап китегеҙ.

 Диалогик телмәрҙең төрҙәре- тулы булмаған һөйләмдәр, ымлыҡтар – спонтан тойғолар йәки реакцияларҙы белдереүсе һүҙ  (междометие), ҡысҡырыу тауыштары (восклицание), ым – ишаралар.

Диалогик телмәр үҫтереү өсөн балаларға һорауҙы дөрөҫ бирергә кәрәк. Шул ваҡытта бала  һорауға ярашлы яуап бирә, әңгәмәлә ҡатнашыусыларҙы төҙәтә ала, бәхәсләшә, уйлай  һәм фекер йөрөтә.

Монологик телмәрҙең үҙенсәлеге нимәлә?

Монолог – бер кешенең телмәре. Монологик телмәр тулылыҡты, асыҡлыҡты һәм һөйләмдәр араһында үҙ- ара бәйләнеш булыуын  талап итә.

Монолог, хикәйәләү, аңлатыу  кешенән фекер туплауҙы һәм шул уҡ ваҡытта эмоциональ, образлы булыуҙы талап итә.

Балалар баҡсаһында ошо монологик телмәр үҫтереү аҡһай ҙа инде.  

Тәрбиәселәр монологик телмәр үҫтереүгә иғтибар итмәй, ә диалогик телмәрҙә һорауҙарға тулы яуап талап итә. Был дөрөҫ түгел минеңсә. Баланың үҙ телмәре үҫешкән булырға тейеш, шул ваҡытта бала һорауҙарға ла тулы яуап бирә ала. Ә диалогик телмәрҙә был мөһим түгел.  

Монологик телмәрҙә әйткән уй – фекерҙең төп характеристикалары нимәлә һуң?

  • Темаға тап килеүе;
  • Ирекле һәм планға ярашлы булыу;
  • Логик яҡтан бәйле булыуы;
  • Аңлайышлы булыуы;
  • Грамматик яҡтан бәйләнешле булыуы.  

Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү маҡсаты- йәш үҙенсәлектәренә ярашлы дөрөҫ һәм таҙа һөйләү телмәре үҫтереү.

Ә инде бәйләнешле телмәрҙең төп функцияһы – коммуникатив функция, йәғни аралашыу.  Был функция телмәрҙең ике функцияһында ла тормошҡа ашырыла: диалогик һәм монологик.  

Бәйләнешле телмәрҙең ике формаһы ла балаларҙың дөйөм телмәрҙәрен үҫтереүҙә ҙур урын алып тора.  Бәйләнешле телмәр үҙ туған телебеҙҙе, уның өндәр төҙөлөшөн, һүҙлек составын һәм грамматик төҙөлөшөн  үҙләштереүҙе үҙ эсенә ала.

Бәйләнешле телмәр  мөһим социаль функциялар ҙә үтәй: балаға үҙен уратып алған кешеләр менән бәйләнеш тоторға ярҙам итә, йәмғиәттә тәртип нормаларын билдәләй. Былар барыһы ла баланы шәхес итеп үҫтерергә ярҙам итә.

 Телмәр үҫтереүҙә балаларға талаптар нимәнән ғибрәт?        

  • Аңлайышлылыҡ, йәғни бала нимә һөйләгәнен үҙе аңларға тейеш;
  • Тулылыҡ, йәғни һөйләгәндә  логика һаҡланырға тейеш;
  • Эҙмә – эҙлелек, йәғни һөйләмдәр бер – береһе менән бәйле булыуы мөһим;
  • Һөйләмдәрҙә һүҙлекте киң ҡулланыу, сифаттар, ҡылымдар, алмаштар, рәүештәр,   синоним, антонимдарҙы  һәм башҡаларҙы иркен ҡулланыу;
  •  Дөрөҫ ритм тотоу, оҙайлы  паузалар булмауы.

                                        

Белеүебеҙсә, бәйләнешле телмәр үҫтереү фекерләү үҫеше менән бәйле. Шуға күрә һәр йәш буйынса айырым талаптар бар. Был талаптар “От рождения до школы” инновацион программаһында һәм  “Баласаҡ” программаһында  асыҡ бирелгән.         

Программаларға ярашлы монологик һәм диалогик телмәр үҫтереү эштәре планлаштырыу мөһим.

Диалогик телмәр – аралашыу күнексәмәле үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Программала  һәр йәш төркөмөндә диалогик телмәр үҫтереү йөкмәткеһе лә асыҡ билдәләнгән.

Ә бына монологик телмәр үҫтереүгә туҡталып китеү мөһим, сөнки монологик телмәр үҫтереү бурыстарын һәм йөкмәткеһен аңламай тороп балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереп булмай.

Монологик телмәр үҫтереү бурыстары һәм йөкмәткеһе

Монологик телмәр төрҙәрен һанап китегеҙ?

  • Тасуирлау (описание)- предметҡа характеристика биреү;
  • Хикәйә  (повествование)– ниндәй ҙә булһа хәл- ваҡиға  тураһында һөйләү;
  • Фекер йөрөтөү (расуждение)- ниндәй ҙә булһа материалды логикаға ярашлы тәфсирләү(изложение),  иҫбатлау;
  • Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләп биреү  (пересказ)- ниндәй ҙә булһа әҫәрҙе үҙ һүҙҙәрең менән һөйләп биреү;
  • Хикәйә (рассказ)- билдәле йөкмәткене үҙ аллы  тәфсирләү (изложение)

Тәҡдим ителгән монолгик телмәр төрҙәре  һәр йәш төркөмөндә төрлө урын биләй.

Иртә йәш төркөмөндә монологик телмәр үҫтереүгә тәү шарт һалына.  Өсөнсө  йәш менән барған балаларҙы  ҡыҫҡа хикәйәләрҙе, әкиәттәрҙе тыңларға  өйрәтәләр, айырым репликаларҙы һәм фразаларҙы оҡшатып ҡабатларға өйрәтәләр.

Кескәй төркөмдәрҙә (младшая гр.) монологик телмәр үҫтереү маҡсатҡа ярашлы башҡарыла. Балаларға  таныш булған  хикәйләрҙе һәм әкиәттәрҙе  тәфсирләргә, һөйләп бирергә өйрәтәләр, тағы ла уйынсыҡтарҙы тасиурларға, һүрәт буйынса балаға таныш булған сюжет буйынса һөйләргә өйрәтәләр.Индивидуаль аралашыу барышында балалаҙы үҙ тәжрибәһенән сығып һөйләргә ынтылдыралар (үҙе, ғаилә, уйынсыҡтар һәм ял итеү тураһында).Уйын – драматизациялар аша  һөйләргә өйрәтеү ҙә ҡарала. Тәрбиәсе ярҙам итә: бабай әбейҙе..., эт бесәйҙе,    тарталар – тарталар....

Уртансылар төркөмөндә таныш хикәйләр, әкиәттәр  йөкмәткеһен һөйләп кенә ҡалмайҙар, ә яңы ғына ишеткәнде лә һөйләп бирә алалар.  Картинкалар һәм уйынсыҡтар тураһында һөйләгәндә  тәүҙә тасуирларға өйрәнәләр.

Һөйләгәндә төрлөсә башларға өйрәтәләр: бер ваҡыт, ҡасандыр, борон – борон заманда һ.б. . Тәрбиәсе үҙе башлап ебәрә, һәм хикәйәне дауам итергә тәҡдим итә: Бер ваҡыт.... йәнлектәр яланға йыйылғандар. ...Улар..... Ҡапыл.... Шунан йәнлектәр .....  Шул ваҡыт.....  

                  Һөйләгәндә балаларға ҡатнашыусыларҙы, геройҙарҙы, тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеү һәм эҙмә – эҙлелек һаҡларға өйрәтеү мөһим. Уҡыу йылы аҙағына балалар тәрбиәсе ярҙамында сериялы сюжетлы һүрәттәр  буйынса һөйләй алалар: бер бала бер һүрәт буйынса һөйләй, икенсеһе артабан дауам итә, ә тәрбиәсе бер һүрәттән икенсеһенә күскәндә  бәйләнеш булдыра («Һәм шул ваҡытта», «Шунан » һ.б.).

        Системалы эш алып барғанда  балалар үҙ тәжрибәһенән сығып ҡыҫҡа йөкмәткеле хикәйләр төҙөп һөйләй алалар, тәүҙә улар картинкаларға йәки уйынсыҡтарға таянып һөйләй, аҙаҡ  күргәҙмәлекһеҙ һөйлә алалар.

Өлкән төркөмдәрҙә балалар монологик телмәрҙең төп төрҙәрен үҙләштерәләр:

  • Хикәйә төҙөү (рассказ);
  • Әҫәрҙе үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү (пересказ)

Хикәйә төҙөү һәм рассуждение  монологик телмәрҙең иң ауыры һанала.

Хикәйә төҙөү төрҙәре:

  • Һүрәт буйынса һөйләү;
  • Сериялы һүрәттәр буйынса һөйләү;
  • Үҙ тәжрибәңдән сығып һөйләү;
  • Ижади хикәйләр төҙөү: хикәйәне һөйләп  бөтөр, таблица буйынса һөйлә, тәрбиәсе биргән планға (темаға) ярашлы һөйлә, схемаларға ярашлы һөйлә һ.б.

 Әлбиттә балаларға  хикәйә төҙөү схемаһы аңлатыла: башы, уртаһы, аҙағы.

Һығымта

Шулай итеп, монологик телмәр үҫтереүгә  балаларҙы махсус  өйрәтергә кәрәк.

Диалогик телмәр үҫтереүҙең төп шарты -  телмәр үҫтереү мөхите булдырыу.

Монологик телмәр үҫтереү буйынса төрлө алымдар һәм технологиялар ҡулланырға мөмкин. Был инде айырым тема. Минең маҡсат  бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса белемдәрегеҙҙе байытыу, системаға һалыу һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү төрҙәре менән таныштырыу ине.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!  

Ә хәҙер практик эш тәҡдим итәм.

1 команда. Сюжетлы һүрәт буйынса хикәйә төҙөү.

98245313_large_4979214_j177078_1270404974

2 команда.  Сериялы һүрәттәр буйынса һүрәт төҙөү.

        E:\СЕРИИ КАРТИН\93411188_Risunok__14_.jpg

         

E:\СЕРИИ КАРТИН\93411130_Risunok__13_.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә сторителлинг технологияһы

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы шәхес итеп формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.  Тап бәйләнешле телмәрҙә телдең иң мөһим функцияһы (коммуникатив  функция) тормошҡа ашырыла ...

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы  белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...