Мостай Кәримдең ижады.
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа)

Кутлубердина Гульфия Рафиковна

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "М.Кәрим ижады" темаһына арналған ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл m.krim_.obbe_.docx15.83 КБ

Предварительный просмотр:

          Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының  "  Ҡояшҡай"  берләштерелгән   балалар баҡсаһы  

                                           муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

           

                    Телмәр үҫтереү өлкәһендә

            " Мостай Кәримдең ижады  "темаһына

       ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

                                                                  Үткәрҙе тәрбиәсе:

                                                                                             Ҡотлобирҙина Г.Р.

                                           

                                                 Сибай

Бурыстар:

 Өйрәтеүсе:

-Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт халыҡ шағиры М.Кәрим менән таныштыруҙы дауам итеү;

-тыуған ҡала тураһында белемдәрен нығытыу.

Үҫтереүсе:

-Балаларҙың логик фекерләүҙәрен, иғтибарҙарын, хәтерҙәрен, уйлау һәләттәрен үҫтереү;

 -белем алыуға ынтылыш формалаштырыу,

- бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү.

Тәрбиәүи:

-Балаларҙы үҙ – ара дуҫ булырға, татыу уйнарға өндәү, йылы мөнәсәбәт булдырыу;

- бер – береһенә ярҙам итеү теләге уятыу,

- эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу тойғолары уятыу,

- Тыуған илгә ергә, тыуған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү

Йыһазландырыу:

 М.Кәрим портреты, уның китаптары , компьютер,магнитофон, флешка.

Тәрбиәсе ( ҡурсаҡ менән инә):

-Балалар ҡарағыҙ әле,  беҙгә бөгөн шундай матур, ҡояшлы көндә  ҡунаҡҡа Әлфиә исемле ҡыҙ һәм  ҡунаҡтар килгән.Әйҙәгеҙ балалар уларҙы сәләмләйек әле.

Балалар:

-Һаумы ҡояш,

Һаумы яҡты көн,

Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар.

Мин сәләмәт, мин матур

Салауат кеүек матур.

Тәрбиәсе:-Рәхмәт балалар. Һәр ваҡыт шулай һау сәләмәт, матур булайыҡ.Әлфиә һеҙҙең менән танышырға теләй, әйҙәгеҙ уға исемдәребеҙҙе әйтеп , танышып китәйек( ҡурсаҡты ҡулдан ҡулға ебәрәбеҙ иемдәрҙе әйтеп).

Балалар , әйтегеҙ әле, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Ә беҙҙең Сибай ҡалаһында беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа сәйәхәт итә алабыҙ?

( балаларҙың яуаптары: музейға, театрға һ.б.)

-Балалар, мин һеҙгә хәҙер йомаҡ әйтәм, тыңлағыҙ әле, нимә була ул?

Теле юҡ, һүҙе бар,

Күҙе юҡ, күрһәтә,

Бар нәмәне өйрәтә. ( китап)

Африндар, дөрөҫ.Ә китаптар беҙҙең ҡайҙа йәшәй әле? ( китапханала)

Бөгөн Әлфиә һеҙҙе китапханаға сәйәхәткә саҡыра.Әйҙәгеҙ беҙ унда атлап,  барайыҡ.

Бына балалар, беҙ һеҙҙең менән бәләкәй генә китапханаға ла килеп еттек.Әйҙәгеҙ әле, иң тәүҙә китапханала үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ҡабатлап китәйек ( балаларҙың яуаптары).

-Афариндар, бик дөрөҫ әйттегеҙ.Ҡарағыҙ әле, бында бына беҙ шағирҙарҙың портреттарын күрәбеҙ, кемдәрҙе унда таныйһығыҙ ?( яуаптар- А.Игебаев, З.Биишева һ.б)

Ә бөгөн беҙ һеҙҙең менән шағир, яҙыусы, драматург М.Кәрим менән яҡыныраҡ танышып китәйек.Бына уның портретына ҡарағыҙ әле.Әгәрҙә ул тере булһа уға октябрҙа 100 йәш тулған булыр ине.М. Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры.Әйҙәгеҙ әле ҡабатлап китәйек ( Башҡортостандың халыҡ шағиры - 2 тапҡыр)

Был исем һәр кемгә лә бирелмәй балалар.Уның ботә доньяға билдәле шиғырҙары, повесть - хикәйәләре өсөн бирелгән уға был исем.Хәҙер әйҙәгеҙ әле, өҫтәл артына ултырып, видеояҙма ҡарап алайыҡ.Был видеояҙмала ул үҙе яҙған шиғырын башҡорт халҡына арнап уҡый.Беҙ уның тере тауышын ишетәйек.

Видеояҙма тыңлау.

-М.Кәрим төрлө темаларға арнап шиғыр ҙар яҙа.Ул бигерәк тә тыуған илен, телен , милләтен уйлап шул турала бик күп шиғырҙар яҙа.Балалар , беләһегеҙме, М.Кәрим Бөйөк ватан һуғышынд, Тыуған илен фашистарҙан азат итеүҙә  лә ҡатнаша.Ә бөгөн Әдилә менән Арслан беҙ һеҙҙең менән уҡыған шиғырҙарҙы яттан һөйләп ишеттерәләр.

Әдилә менән Арслан шиғыр һөйләйҙәр.

Рәхмәт.Балалар, беҙҙең дә бит тыуған илгә, ергә, телгә  һөйөү ғаиләнән, балалар баҡсаһынан башлана.Ошо һөйөүҙе әйҙәгеҙ беҙ  Бер тигәс тә ни яҡшы тигән һүҙәйтеш уйынында күрһәтәйек.

Уйын :"  Бер тигәс тә ни яҡшы ?"( туп менән).

Афариндар.Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, М Кәримдең исемен хөрмәтләп, ҡәҙерләп беҙҙең республикала бик күп урындар уның исемен йөрөтә.Әйҙәгеҙ шул турала  беҙгә Әлфиә слайд ҡарап алырға саҡыра .

Слайд ҡарау.

Әйҙәгеҙ әле балалар, М.Кәримде ниндәй кеше тип әйтеп була, шул һорауға яуап биреп ҡарайыҡ әле.

Балаларҙың яуаптары( бөйөк шағир, якшы кеше һ.б.)

-Шулай итеп балалар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән кем тураһында әңгәмә алып барҙыҡ. Кем булған ул ?( ҡабатлау- Башҡортостандың халыҡ шағиры)

Әлфиә һеҙҙең менән бик ҡәнәғәт.Ул һеҙгә буш килмәгән, күстәнәскә тип

М.Кәримдең "Урманда" исемле -хикәйәһен һеҙгә күрһәтә.

Музыкаль залға барып хикәйә буйынса бәләкәй генә тамаша ҡарау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Ижад емешем "Тыуған илем"

Үҙем ижад иткән шиғырҙарымдың береһе. "Рух ҡошо" проектында ҡатнашты...

Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)

Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы  “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...

Мастер-класс «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы аша үҫтереү»

Познакомить педагогов с использованием нетрадиционных техник рисования на занятиях по изобразительной деятельности для детей дошкольного возраста.Формирование у детей дошкольного возраста художественн...

Ата - әсәләр өсөн кәңәштәр: "Халыҡ ижады аша балаларҙы тәрбиәләү"

Халҡыбыҙҙың ауыҙ -тел ижады – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина....

М.Кәримдең "Көҙ" шиғырын өйрәнәбеҙ

Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең ижады мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ауыр бирелә, шуға күрә  уның әҫәрҙәрен мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн компьютер техналогияларын ҡулланып яраҡлаштыр...