Мастер-класс «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы аша үҫтереү»
методическая разработка
Познакомить педагогов с использованием нетрадиционных техник рисования на занятиях по изобразительной деятельности для детей дошкольного возраста.
Формирование у детей дошкольного возраста художественно-творческих способностей через творческие задания с использованием в работе интересной и необычной изобразительной техники, неизвестного материала.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
masster_klass.docx | 25.96 КБ |
Предварительный просмотр:
Педагогтар өсөн мастер-класс «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы аша үҫтереү»
1 слайд
Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар!
Минең мастер-класымдың темаһы:
“Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы аша үҫтереү.”
2 слайд
Рәссамдың һүрәт төшөргөһө килә,
Ә уға ҡағыҙ бите бирмәйҙәр....
Ҡайҙа һүрәт төшөрөп була,
Ул шунда төшөрә.
Шуның өсөн дә ул рәссам.
Таяҡ менән ергә,
Ҡышын бармаҡ менән тәҙрәлә,
Күмер менән обойҙа һыҙа.
Рәссам, рәссам инде
Бар ерҙә һүрәт төшөрә.
Кем рәссамға ҡамасаулай,
Шул ерҙе матурлыҡтан мәхрүм итә.
3 слайд
Һүрәт төшөрөү – ултырыш, сабырлыҡ, диҡҡәт, иғтибарлыҡ, ғәжәп, фекерләү һәләттәре кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләүсе, балаларҙың иң яратҡан шөғөлдәренең береһе булып тора. Быларҙың барыһы ла балаларға артабанғы тормоштарында кәрәк буласаҡ.
4 слайд
Маҡсат: тәрбиәселәрҙе мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникалары менән таныштырыу.
«пластилинография»,
«граттаж»
5 слайд
Бурыстар:
- художестволы-эстетик үҫеш йүнәлешендә педагогик оҫталыҡтарҙы камиллаштырыу.
- Тәрбиәселәрҙең ижади потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
- традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаларын балалар менән эштә оҫта ҡулланыу.
Традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы –
ул төрлө материалдар менән һүрәттәр төшөрөү ысулдары:
Һорау: Был традицион булмаған техника менән эшләгәндә ниндәй материалдар ҡулланыу мөмкин?
6 слайд
поролон, йомарланған ҡағыҙ, еп, парафинлы
шәм, ҡоро япраҡ; ус менән һүрәт төшөрөү, бармаҡтар, йәйенке
ҡәләм осо, мамыҡ таяҡсалар һәм башҡалар.
Һорау: Традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы нимәгә булышлыҡ итә?
7 слайд
Традицион булмаған техника менән һүрәт төшөрөү:
- балалар ҡурҡыуҙы бөтөрөүгә булышлыҡ итә;
- үҙеңә ышаныс көсөн үҫтерә;
- киңлек фекерләүен үҫтереү;
- баланың үҙ фекерен иркен белдерергә өйрәтеү;
- балаларҙа ижади эҙләнеүҙәр һәм ҡарарҙар уята;
- балаларҙы төрлө материалдар менән эшләргә өйрәтә;
- композиция хисен үҫтереү, ритм, төҫтәр - ҡабул итеү;
- ҡулдарының ваҡ моторикаһын үҫтереү;
- ижади һәләтен үҫтерә;
- балалар эш ваҡытында эстетик ләззәт ала.
Һорау: Традицион булмаған техниканы йәш буйынса төркөмдәргә бүлеп ниндәйҙәрҙе алырға була?
Йәш буйынса төркөмдәргә бүлеү.
Кесе төркөм балалары өсөн файҙаланыу тәҡдим ителә:
Бармаҡтар менән һүрәт төшөрөү;
Картуфтан эшләнгән ҡалыптар;
Ус менән һүрәт төшөрөү.
Уртансы төркөм тәрбиәләнеүселәре менән әлбиттә бер аҙ ҡатмарлыраҡ техникалар алырға мөмкин:
—ярым ҡаты бумала менән төртөү.
— поролон менән эҙҙәр сығарыу;
— тығын менән эҙҙәр сығарыу;
— кәрәҙ ҡәләмдәр+ акварелдәр;
— шәм + акварелдәр;
- Кипкәп япраҡтар менән эҙҙәр сығарыу;
— ус менән һүрәттәр;
мамыҡ таяҡсалар менән һүрәт төшөрөү;
— диск мамыҡ ярҙамында һүрәт төшөрөү;
—кляксография.
Ә инде мәктәпкәсә өлкән йәштәге балалар тағы ла ауыр ысулдар һәм техникалар үҙләштерергә мөмкин:
Ҡом менән һүрәт төшөрөү;
Һабынлы һыу менән;
Йомарланған ҡағыҙга һүрәт төшөрөү;
кляксография;
монотипия пейзаж;
трафарет буйынса сығарыу;
витраж буяуҙары менән һүрәт
ябай кляксография;
пластилинография.
Балалар менән эшемдә ҡулланылған техникалар:
Кляксография ысулы;
Дымлы ҡағыҙҙа пейзаж монотипияһы;
Мамыҡ таяҡсалар менән һүрәт төшөрөү;
Штрихлау ысулы менән хайуанды ялбыр күрһәтеү;
Ябай ҡәләм менән штрихлау һәм юйғыстар менән һүрәт төшөрөү;
Каракулеграфия – ниндәйҙер каракулдән хайуанды төшөрөп бөтөрөү .
Ә хәҙер һеҙҙең менән дә бер нисә техника менән танышып китәйек.
«Танышайыҡ» уйыны
Өҫтәлдә ятҡан йөрәктәрҙе берәрҙән алығыҙ. Һәм был яҡҡа сығығыҙ.
Үҙегеҙҙең исемдәрегәҙҙе әйтегеҙ һәм йөрәктәрҙә яҙылған һорауға яуап бирегеҙ.
Һорауҙар:
Минең өсөн иң ҙур шатлыҡ – ул....
Минең өсөн иң мөһиме...
Балалар баҡсаһы минең өсөн...
Мин үҙен ышаныслы тоям ....
Мин барыһынан да нығыраҡ яратам ...
Минең эшем минең өсөн ....
Минең кәйефем яҡшы саҡта мин ....
Бына беҙ һеҙҙең менән таныштыҡ та инде. Дуҫтарса атмосфера, ышаныс, бер-беребеҙ менән асыҡтан-асыҡ аралашыу булдырҙыҡ.
Мастер-кластың барышы.
Мин оҫтахананы астым.
Һоҡланығыҙ - бына ниндәй!
Бөтәгеҙҙе саҡырам
Бергә эшләү күңелле!
Ҡыйыу һәм ныҡышмал ғына
маҡсатына табан бара.
Һеҙҙең менән танышасаҡ беренсе техника ул:
Пластилинография
Балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ылыҡтырыусы техника.
Пластилинография традицион булмаған нәфис техникаға ҡарай, ул ҡатырғаға пластилин менән һүрәт төшөрөү була. Фон һәм персонаж һүрәт төшөрөү ярҙамы менән түгел, ә әүәләү ярҙамы менән һүрәтләнә, шул уҡ ваҡытта объекттар ҡабарынҡы, рельефлы күренә.
Пластилиндан әүәләү техникаһы бик ябай. Үҙебеҙгә кәрәкле төҫлө пластилиндан бәләкәй өлөштәр өҙөп алырға һәм уларҙы бәләкәй шар формаһында йомарларға, артабан алдан әҙерләнгән һүрәтле фонға һалына һәм бармаҡтар менән аҙ ғына баҫыла.
Был бик уңайлы техника, сөнки шаблонда хаталарҙы төҙәтеү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Пластилинлы картина эшләгәндә киләһе ысулды таяныу мөһим.
Эштә иң яҡшыһы сағыу, йомшаҡ материал ҡулланыу. Был тәрбиәләнеүселәрҙең артыҡ нығынып өлгөрмәгән ҡулдарына үҙенең беренсе һүрәттәрен булдырыуға булышлыҡ итә.
Тәрбиәләнеүселәр яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн, күнекмәләрҙе нығытыу һәм әкренләп үткәрергә кәрәк:
- башта пластилинды нығыраҡ баҫырға өйрәтеү мөһим, аҙаҡ ситкә һәм уртаға һыларға, артабан берләштерергә.
Пластилинография беренсе сиратта, мускулдар көсөргәнешен бөтөрөүгә, уй-фекерен үҫтереүгә, художестволы һәм арауыҡ фекерләү, фантазия, үҙаллылыҡ уята .
Пластилинлы картина эшләү өсөн материалдар:
- шаблон менән һыҙылған һүрәтле ҡатырға.
- пластилиндар
- ҡулдарҙы һөртөү өсөн салфетка
- стектар,
- тәбиғәт материалдары
- әүәләү өсөн таҡта
13-14 слайд
Киләһе техника: Граттаж
Графика – ул һынлы сәнғәт төрө. Был предметты һыҙыҡтар, штрихтар менән буяуһыҙ һүрәтләү сәнғәте. Графиканың төрҙәре күп, тик беҙ шуларҙың берәүһе менән танышасаҡбыҙ – ул граттаж.
Граттаж – ул ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған техника.
ГРАТТАЖ – француз һүҙенән алынған «gratter». Ул тырнау тигәнде аңлата. Күптәргә ул "цап-царапки" тиеп билдәле. Балаларға ошо көлкө атама ла оҡшай, әлбиттә хәтерҙәрендә еңел ҡалдыралар.
Беренсе этап : ҡалын ҡағыҙ битен тулыһынса кәрәҙле буяуҙар менән буяйбыҙ. Төҫөн оҡшағанса алабыҙ.
Икенсе этап: ҡара төҫтәге гуашҡа бер тамсы шыйыҡ һабын йәки шампунь һәм ошо смесь менән яҫы бумала йәки губка менән яңы ғына буяу менән буялған ҡағыҙ битен буяйбыҙ, киптерәбеҙ.
Өсөнсө этап: теш таҙалағыс менән тырнау ысулы ярҙамында һүрәт төшөрәбеҙ.
Был эште башҡарыу өсөн иғтибарлыҡ һәм бөхтәлек талап ителә. Эште башлайбыҙ, һыҙыҡтарҙы ныҡ баҫмай, штрихлау ысулын ҡулланыу кәрәк.
Ә хәҙер мин һеҙгә фантазияғыҙҙы уятып, үҙегеҙҙең картинаһын булдырырға мөмкинлек бирәм.
Афарин! Бөгөн һеҙ үҙ тәжрибәгеҙҙә күрҙегеҙ , ижад итеү, ижадсы булыу – был ҡыҙыҡлы, күңелле шөғөл ижади кеше потенциалы үҫешенә булышлыҡ итә, бигерәк тә, мәктәпкәсә йәштә. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
«Создание условий для развития творческих способностей дошкольников посредством использования традиционных и нетрадиционных техник продуктивной деятельности. (мастер-класс)
традиционные и нетрадиционные техники продуктивной деятельности...
Мастер - класс для педагогов «Изготовление традиционной ненецкой куклы в технике налеп»
[[{"type":"media","view_mode":"media_large","fid":"17390311","attributes":{"alt":"","class":"media-image","height":"320","width":"480"}}]][[{"type":"media","view_mode":"media_large","fid":"17390...
Изготовление традиционной ненецкой куклы в технике налеп Мастер-класс для педагогов
Изготовление традиционной ненецкой куклы в технике налеп Мастер-класс для педагогов...
Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе уйындар.
Башҡорт балалар баҡсаһында балалар өсөн бармаҡ уйындары...
Фракталь һүрәт төшөрөү ысулын мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади яҡтарын үҫтереү өсөн ҡулланыу ( яңы технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу)
яңы технологиялар ҡулланыу эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу....
“Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү” темаһына мастер-класс.
ldquo;Музыка аша балаларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү” темаһынамастер-класс....
Мастер-класс «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы аша үҫтереү»
Познакомить педагогов с использованием нетрадиционных техник рисования на занятиях по изобразительной деятельности для детей дошкольного возраста.Формирование у детей дошкольного возраста художественн...