Башкирские сказки
материал по развитию речи (старшая группа)

Хуснутдинова Эльзида Рафаэловна

Сказки на родном языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkortsa_kittr.docx13.86 КБ

Предварительный просмотр:

Башкорт халыҡ әкиәте

Бүре менән Төлкө

Борон-борон заманда, йәшәгән ти бүре менән төлкө. Бер ваҡыт бүре төлкөнән:

-        Нимә ашап был хәтле һимерҙең?

Төлкө уға:

-        Күл буйындағы мал-тыуар менән туҡланам!- ти икән

-        Ул малдарҙы нисек тотаһың? – тип һораған бүре.

Төлкө:

-        Ҡамыш араһына барып ят та, өҫтөнә шатырҙап килеп менмәйенсә торма. Яныңа килеп еткәс кенә, тот та ал! – тигән.

Бүре төлкө әйткәнсә эшләгән: ҡамыш араһына барып ятҡан да, күҙен йомоп көтә башлаған.

Уғаса булмай, төлкө ҡамыштың бер башына ут төртөп ебәргән. Ҡамыш шатыр-шотор яня-яна, бүрегә табан килә икән. Бүре һаман ята биргән. Инде сыҙар хәле ҡалмағас ҡына күҙҙәрен асып ебәргән. Ҡараһа, йөндәре янып бөткән була.

Ә был арала төлкө, тиҙ генә көлгә барып аунап, төҫөн үҙгәрткән дә, яр буйына килеп ултырған.

Ах та ух булып, уның янына теге бүре сабып килгән дә:

-        Харап булдым, хәҙер ни эшләргә инде? – тигән.

-        Ниңә харап булдың? – тип һораған төлкө.

-        Бер ҡыҙыл төлкө алдап, ут төртөп китте. Эх, тотайым гына мин уны! –тип зарланған бүре.

-         -  ӘӘӘӘӘ, ул ҡыҙыл төлкө мине лә алдап киткәйне, -тигән булды, ти төлкө

Бүре:

-        Инде ни эшләйем икән?

-        Һе, , аптырап тораһың тағы. Боҙға барып аунаҡла! – тип аҡыл өйрәткән төлкө. Бүренең боҙға барып ятыуы ла булған, шунда йәбешеп тә ҡалған ти.

Бына шулай. Бөтәһен дә тыңла, ләкин барыһына ла ышанма.

Тамағың менән тыңлама- Ҡолалағың менән тыңла тиҙәр.

. Бер төлкө ете бүрене алдар.

Төлкө бүренән туғыраҡ.

Бесәй менән тургай

Борон-борон заманда йәшәгән ти - бәләкәй генә турғай. Бер ваҡыт турғай аҙыҡ эҙләп, бер йорт эргәһенә осоп килгән ти. Ул үләндән һикерә-һикерә ем сүпләй башлаған.

Шул ваҡыт бесәй килеп сыҡҡан да, уны мөйөштән генә күҙәтергә ултырған ти. Турғай, эй рәхәтләнеп ем сүпләй икән. Бесәй ҡарап ултырған-ултырған да, түҙмәгән, тиҙ генә турғайға һикергән. Уны ҡанатынан эләктереп алып:

-        М-РРРРР, ай-һай, һиңә генә тамаҡ туйҙырырғамы ни? Мин дә асыҡтым, хәҙер мин һине ашайым!- тигән.

-        Һеҙ нимә, һеҙ нимә, Мыраубай! – ҡысҡырып ебәргән турғай. – Мине әллә, ысынлап та ашарға итәһегеҙме?

-        Ә ниңә, һиңә ҡарап, һоҡланып ултырайыммы ни? Мин ныҡ асыҡтым – тигән бесәй.

Бесәй ауыҙын асам тигәндә генә турғай:

-        Туҡта-туҡта, Мыраубай! Һеҙ тәпәйегеҙҙе йыуырға оноттоғоҙ бит! Ашар алдынан мотлаҡ ҡулдарҙы йыуыр кәрәк!

-        Эйе шул, дөрөҫ әйтәһең! – тигән бесәй. Һәм йыуынам тип ҡулдарын күтәреп ебәреүе була, турғай,, һоп,, итеп осоп сығып та китә.

Бесәй инде асыуланған, мырылдап-мырылдап:

-        Юҡ инде, мине башҡа алдай алмаҫһың!– Кешеләр әйҙә, үҙҙәренсә эшләһендәр, ә мин башта тамаҡ ялғаясаҡын, ә һуңынан инде йыуынырмын!!!

Шул ваҡыттан алып, бөтә бесәйҙәр ҙә ашап бөткәс кенә йыуыналар икән.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Постановка башкирской сказки "Как собака искала себе хозяина"

Постановка башкирской народной сказки "Как собака искала себе хозяина"...

Конспект занятия по развитию речи в старшей группе. Тема: «Чтение башкирской сказки «Ястреб и петух» с использованием игровых технологий

использование игровых технологий дает возможность полностью донести до детей смысл сказки...

Сценарий башкирской сказки "Легенда о курае"

Мы живем в БашкортостанеНа богатой и красивой земле.Мы легенды, сказки изучаемИ одну из них покажем мы тебе....

В гостях у башкирской сказки "Как собака искала себе хозяина"

Конспект итоговой организационной образовательной деятельности по художественно - эстетическому развитию "В гостях у башкирской сказки" (по мотивам народной башкирской сказки "Как собака искала себе х...

Башкирские сказки.18.06.2020

Сказки – произведения большого искусства. Знакомясь с ними, не замечаешь их сложного построения – настолько они просты и естественны.Исследования многих учённых показывают на то что во&rlm...