Тема: Ә өнөн ҡабатлау.
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа)
Развитие связной речи является наиважнейшим условием будущей успешности обучением ребёнка в школе. Только обладая хорошо развитой связной речью, он может давать развёрнутые ответы на сложные вопросы школьной программы, последовательно и полно, аргументировано и логично излагать свои собственные суждения, воспроизводить содержание текстов из учебников, произведений художественной литературы и устного народного творчества, наконец, непременным условием для написания программных изложений и сочинений является достаточно высокий уровень развития связной речи ребенка.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
telmr_useshe.docx | 262.96 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Ә өнөн ҡабатлау.
Маҡсат: балаларҙы Ә өнө менән таныштырыуҙы дауам итеү, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен нығытыу; һөйләм төҙөргә өйрәтеү.
Белем биреү бурысы: Һуҙынҡы, йомшаҡ һәм ҡаты тартынҡы өндәрҙе ҡабатлау; өндәр анализы төҙөүҙе дауам итеү; яңы һүҙҙәр менән телмәрен байытыу.
Үҫтереүсе бурыс: балаларҙың телмәр аппаратының һығылмалылығын, хәрәкәтсәнлеген, хәтерен, иҫтә ҡалдырыу һәләтен, бәйләнешле телмәрен, үҫтереү.
Тәрбиәләү бурысы: балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, иғтибарлылыҡ, ярҙамсыллыҡ сифаттарын тәрбиәләү.
Белем биреү эшмәкәрлеге барышы
1.Ойоштороу моменты
Тәрбиәсе: Балалар, тышҡа ҡарағыҙ әле. Нимә күрәбеҙ? Тышта ҡояш күренмәй, әйҙәгеҙ ҡояшты сәләмләп уятайыҡ.
Һаумы, алтын ҡояш!
Һаумы, зәп - зәңгәр һауа!
Һаумы, шаян елкәй!
Һаумы, кескәй имән!
Сәләмләйбеҙ барығыҙҙа ла!
-Кәйефегеҙ нисек? (бик яҡшы)
-Афарин балалар!
2. Артикуляция күнегеүҙәре.
“Айрат нисек итеп өләсәһенә барған?”. ( “Тылсымлы өндәр” методик ҡулланма)
- Афарин!
- Әйҙәгеҙ, телде, ирендәрҙе уйнатып, телмәребеҙҙе шымартып алайыҡ.
Тел төҙәткестәр әйтеү. (хор менән, индивидуаль).
Сә-сә-сә – сәйнүк.
Се-се-се – сейә.
Мә-мә-мә – кәзә кеүек йөрөмә.
Гә-гә-гә - көстө түгәйек бергә.
-Бик яҡшы, телмәребеҙ эшмәкәрлеккә әҙер.
Таҡталағы һүрәттәргә иғтибар итегеҙ (әтәс, алма, сейә, миләш)
-Бында нимәләр күрәһегеҙ? Артыҡ предмет бармы? (алма)
- Ни өсөн “ алма” һүҙе артыҡ тип уйлайһығыҙ?
(Балалар яуабы: Бөтә һүҙҙәр нәҙек, “ алма” һүҙе ҡалын.)
-Ни өсөн һүҙҙәр нәҙек? (сөнки ә өнө нәҙек)
-(ә) өнөнә характеристика бирегеҙ (һуҙынҡы, нәҙек)
- Был һүҙҙәрҙә ә өнө ҡайҙа ишетелә: һүҙҙең башындамы, уртаһындамы, әллә аҙағындамы?
Әтәс- һүҙҙең башында, уртаһында.
Сейә – аҙағында
Миләш- уртала.
- Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүләйек әле.
Балалар яуабы.
Ял минуты «Әсәй»
Мин әсәйемде яратам ,(ҡулдар менән йөрәк эшләү һәм йөрәккә алып килеү )
Һәр ваҡыт ярҙам итәм: ( атлау)
Йыуам, сайҡатам,(хәрәкәттәр текст буйынса)
Һыуҙы ҡулдан һелкетәм,
Иҙәнде лә һеперәм,
Утынды ла мин ярам.
Әсәйемә ял итергә,
Йоҡлап алырға кәрәк.
Мин аяҡтар осонда,
Бер һүҙ әйтмәй йөрөйөм.
- Төп өлөш
- Балалар, иғтибар менән шиғырҙы тыңлағыҙ әле.
Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға,
Бәхетле көнөбөҙ.
Әсәйҙәр бер генә
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
-Шиғыр кемдәр тураһында?
-Эйе, автор әсәйҙәргә шундай йылы һүҙҙәр әйткән, ә беҙ әсәйҙәребеҙгә ниндәй яғымлы һүҙҙәр әйтербеҙ икән.
“Яғымлы һүҙҙәр” уйыны.( түңәрәктә)
- “Баланың бармағы ауыртһа, әсәнең йөрәге ауыртыр” мәҡәлен нисек аңлата алаһығыҙ.
- Афарин!
- Ә хәҙер “әсәй” һүҙенә өн анализы яһайыҡ
1-се өн ә – һуҙынҡы
2-се өн с – нәҙек тартынҡы
3-сө өн ә – һуҙынҡы
4 –се өн й – тартынҡы.
Таҡтала бер бала , ә башҡалар урында эшләй.
а) Был һүҙҙә нисә өн? Нисә һуҙынҡы өн?
б)“Әсәй” һүҙенең беренсе өнө ниндәй? Был өндө йырлап, һуҙып әйтеп була, тимәк ул ниндәй? (һуҙынҡы)
- Нәҙекме, ҡалынмы?
в) Ижеккә бүлеү.
Ял минуты.
- Схема – таблица ( мнемотаблица) буйынса һөйләмдәр төҙөү.
Коллектив эш.
- Ә өнөн һүҙҙәрҙә дөрөҫ әйт.
Икмәк
бәрәс
әрем
тәрилкә
тәгәрмәс
бейәләй
хәрәкәт
мәрйен
бәпембә
рәхмәт
йәшелсә
бәләкәй
эшләпә
шишмә
Йомғаҡлау.
Нимә өйрәндек, ул ниндәй өндө белдерә.
Үҙеңдең эшеңде нисек баһалайһың?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Домашние задания для родителей по лексическим темам. Тема «Транспорт". Тема "Посуда".
Предлагаемые задания помогут расширить словарный запас ребенка, сформировать грамматический строй речи, развить внимание, вербальную память, логическое мышление....
Тема: «Времена года. Осень».Тема: «Времена года. Зима».Тема: «Времена года. Весна».
Формирование представлений детей о времени года (зима).Формирование представлений детей о времени года (весна).Формирование представлений детей о времени года (осень)....
2020-2022 гг: Тема по самообразованию №1 за 2020г; Тема по самообразованию № 2, 3 за 2021 г; тема по самообразованию № 4 за 2022 г.
ГБОУ Школа №1400 8ДКМладшая группа № 2Воспитатель- Фролова Елена Владимировна Тема по самообразованию 2020-2021 уч. год. ...
Тема недели: Птицы осенью Конспект НОД по ознакомлению с окружающим миром на тему: «Почему не все птицы улетают на юг? Как птицы к зиме готовятся?» (РК) Тема : Птицы Алтая осенью»
Тема недели: Птицы осенью Конспект НОД по ознакомлению с окружающим миром на тему: «Почему не все птицы улетают на юг? Как птицы к зиме готовятся?» (РК) Тема : Птицы Алтая осенью» Цель: закрепить ...
Игра на тему "Космос" в 1 младшей группе №1 «Медвежата» Конспект игры-путешествия для детей 2-3 лет. Тема: «Космос» Тема: Путешествие в космос. 20.10.2021 г.
Игра на тему "Космос" в 1 младшей группе №1 «Медвежата»Конспект игры-путешествия для детей 2-3 лет. Тема: «Космос»Тема: Путешествие в космос.Цель: сфо...
АНАЛИЗ ТЕМЫ ПО САМООБРАЗОВАНИЮ ЗА 2021-2022 УЧЕБНЫЙ ГОД по теме по теме «Развитие эмоционального интеллекта у детей дошкольного возраста»
Еще пару лет назад об эмоциональном интеллекте никто и не говорил. А сегодня в том, что понимание своих и чужих эмоций, целей, желаний - необходимое умение, нет никаких сомнений....