"Алфавитлы шығырҙар" -Әсхәл-Әхмәт Хужа
книга по развитию речи

Янбердина Зарина Фаритовна


Детские стихи

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stikhi.docx23.5 КБ

Предварительный просмотр:

    А

 Аттарҙа алышҡанда

Аҫау айғырға  атланған  Айрат.

Азат алданған: арый ажар ат.

Арғымағанда алға атылыр,

Алдынғылыҡты алды Азат.

    Б

 Болонлоҡта

Бөгөн барса балалар

Болонлоҡҡа баралар:

Балтырғанды,

Бәпембәне бағалар.

Болонлоҡта-

Балан бар.

Баланлыҡта-

Болан бар.

Балан булғас-

Ботаҡ бар.

Болан булғас-

Бапаҡ бар...

Бирешмәҫтәр бапаҡҡа

Бикә,

Билал,

Банаттар!

БЮүләк,

Баныу,

Басирҙән

Бүғламаҫтар-

Батырғар!

Барабанға бәрерҙәр,

Бапаҡты биҙҙерерҙәр:

Бах,бах,бах!

  В

Вертолет

Выж-выж,

Выж-выж

Выжылдайҙыр

Вышкалағы верталет...

Верталетта – Вәкил, Вәсил,

                       Ваһап,Вил,

                       Вафир, Вәлит.

     Г

Гөлбаҡсабыҙ гөрләй

Гөлбаҡсабыҙ  ғөрләүектәй  гөрләй,

Гөлбаҡсабыҙ ғөжләй, геүләй гел-гел,-

Гәпләшһәләр Гөлнур,Гөлдәр,Гөлкәй,

Гәпләшһәләр Гәүһәр, Гөлшат, Гөлгөл.

   

    Ғ

Ғауға

Ғауғалашты Ғәйшә, Ғаяз, Ғәндәлип,-

Ғәҙәттәге ғәмһеҙ Ғәббәстә ғәйеп...

Ғәмәлдәсе:

Ғәзимә-ғәжәпләнә,

Ғайсар- ғазаплана,

Ғүмәр- ғәрләнә.

  Д

Диктант

Дүртенсе дәрестә- диктант,

Дөрөҫләйбеҙ  “д” ларҙы:

Даға.

Донъя.

Даръя.

Дәңләт-

Дуҫы Динарҙыҙың».

Дәлилдәрҙе дәфтәрендә

Диләфруз дә дауамлай:

«Диккәтһеҙләнгән Дауытты

Доктор Дилә дауалай».

     Ҙ

Ҙурлау

Ҙуринәйҙәрҙе ҙурлайбыҙ,

Ҙурлайбыҙ ҙуратайҙы:

Ҙурайтҡандар ҙур-ҙур,

Ҙурҙан-ҙур ҙураттарҙы!

Беҙ

Беҙ бейейбеҙ

Беҙ йырлайбыҙ

Беҙ көләбеҙ

Беҙ илайбыҙ

Беҙ  уйнайбыҙ

Беҙ  уйлайбыҙ

Беҙ  иҫәнбеҙ-

Беҙ  үҫәбеҙ!

    Е

Еүәйрә

Епшек елдә еүешләнмәҫ,

Еңмешләнмәҫ Еүәйрә...

Еүеклеләге еңгәһе

Емеш-еләк епбәрә,

Егәҙеләге еҙнәһе

Ебәк елән ебәрә.

Еңмешләнмә, Еүәйрә!

       Ж

Жәүәт

Жыйтлап  килеп сыҡҡас ҡуя

Ҡапҡаһынан һарайҙың,

Жыу итеп ҡалды йөрәге

Жәуәт атлы малаәҙың.

Тертләп ҡото алынһа ла,

Һыр ҙа   бирмәне Жаүәт:

«Эй ҡуян, - ти, -

Жый бынан, - ти, -

Ҡойроғоң күрһәт йәһәт!

Ҡойроғоң күрһәт йәһәт!

Ҡасып ҡотол тиҙерәк ти, -

Эй ҡуян, ҡурҡаҡ ҡуян,

Юғиһә, ана, мөмөшкә

Хәҙер баҫтырып ҡуям!

    З

Зоопарк

Зоопаркта-

Зиндандағылай-

Заяннан- зая зарығышалар

Зыян-зарарһыҙ зәғиф зебралар,

Зыян- зарарһыҙ зарлы зубрҙар...

Зоопаркта-

Зиннәтле залда -

Зыулап-зыулаша Зилә, Зарифтар

Затлы  зонтиклы Зифа, Зөһрәләр,

Зауыҡлы  значоҡлы  Заһир, Забирҙәр.

     И

Илаҡты ирештереү

Илаҡты ирештерәйек,

Илаһын-

Ишетмайек!

Илаҡты икенселәйгә-

Инәлһен-

Иш итмәйек!

      Й

Йомабай

Йырҙар йырлай,

Йомоштарға

Йүгереп йөрөй,

Йыбанмай-

Йәшәүебеҙ йыуанысы,

Йортобоҙ йәме

Йомабай.

     К

Көләс

 Көләс кеткекелдәп көлә...

Кемде күргән көҙгөлә?

Күркәмләнеп   киткән Көләс,

Көйәҙләнеп киткән Көләс,

Күкһел  күлдәген  кейгәс!

Кәүҙәләре – килешле,

Күткрәксәһе – көмөшлө,

 Күтәрелде күңеле...

Күреүҙәре – күңелле!

Күлдәген күреп көҙгөлә,

Көләс кинәнеп көлә.

Кәҙерһеҙ ҡурсаҡ

Ҡарамағас,

Ҡайғыртмағас

Ҡупшы ҡыҙ Ҡәмәр, -

Ҡурсағы Ҡатыҡҡа ҡатҡан

Ҡашына ҡәҙәр.

      Л

Ләкин ләззәтләнерлекҡме?

Ластыр-  лостьор  ләззәтләнә

Лайланы ләмдә

Лыҡама  лысма Ләбибә,

Лыҡама  лысма Ләбибә,

Ләпелдәйҙер:

«Лә-лә, дә-лә,

Лә-лә, лә-лә-лә!»

     М

Мажара

Мажаралыр  Мәҙинәгә,

Мәрәкәлер Мөборәккә:

Мазһар муйылға менгәндә

Мәтәлләгән мөгәрәпкй.

      Н

«Ниҙең ниенә ни нитҡән»

« Ниҙең ниенә ни нитҡән,

Ниҙе нисек нитәйек?»

Нил!

Нилә!

Нияз!

Ниәтша!

Нисәмә «ни»-

Нишләйек?!

      О

Олотайым

Осрағанда  олатайым

Ороша оноҡтарын:

«Остандап  осонмағыҙ!

Ололарҙан  оялырға,

Ололарҙы ололарға

Онотмағыҙ!

Онотмағыҙ!»

      Ө

Өләсәйем

Өйҙәгеләрҙе  өҙлөкһөҙ

Өйрәтә  өләсәйем:

«Өлкәндәр өгөт өләшә-

Өгөттәр өләшәйем!

Өлкәндәр өмөт өләшә-

Өмөттәр өлөшәйем!»-

Өҙөлөп-оҙөлөп,

Өҙөлөп-өҙөлөп

Өндәшә  өләсәйем.

       П

Пәрүәзи-пәһлеүән

Пәһлеүән тип аптырарһың!

Паровозды этәреп,

Пассажирҙарҙы күтәреп,

Поезды эләктереп,

Тып-тып,тып-тып,

Тып-тып, тып-тып,

Шәп толпарын ярһытып,

Сапты Пәрүәзи тоҡойоп,

Пистолетын,

Пистондарын...

Паркет буйлатып...  ҡойоп.

     Р

Рита

Радиоалғыс  ритмдары

Рухландыра  Ританы,

Рәхәтләнә:

«Рита-рита,

Рита-рита-ритайым!

Рита-рита,

Рита-рита,

Рита-рита-ритайым!»

         С

Салауат скульптураһына сәйәхәт

                        1

Сәмлеләрҙән-сәмле Салауат,

Сәсәндәрҙән-сәсән Салауат,

Саяларҙан-сая Салауат,

Сапсандарҙан-сапсан Салауат.

                       2

Саҡматояҡ  саптарыда

Сосланып сапҡан салауат,

Сәхрәләрҙә,

Сағылдарҙа

Сатҡылар саҡҡан Салауат...

                        3

Самолеттар   сорғолалар-

Сәләмләйҙәр  Салауатты!

Сңыйырсыҡтар сыңырайҙыр-

Сәләмләйҙәр Салауаттә!

Сәскәләр сөйөп  сабыйҙар-

Сәләмләйҙәр Салауатты!

           Һ

Һәүәҫкәрҙәр-баҫыуҙа

Баҫ, баҫ, Аҫылбикә!

Баҫ, баҫ, Аҫылбикә!

Әҫәрләнеп баҫмайынса,

Тәьҫирләнеп баҫмайынса

Иләҫләнеү  баҫылмай.

            Т

Түңәрәктә тороусыға туп тейҙерешеү тураһында

Тротуарға төшөрөлгән түңәрәк.

Теҙелгәндәр  түңәрәкте

Тирәләп

Тәтәй  төҫлө туптар тотҡан

Тәнәйҙәр,-

Түңәрәккә туп ташларға

Теләйҙәр:

«Түм-түм-түңәрәк,

Түм-түм- түңәрәк...

Түңәрәккә  Тимур торһон

Тәүҙәрәк!

Түңәрәктә Тимур торһон

Түрҙәрәк!»

Тәнәйҙәр,

Тәнәйҙәр

Туп ташларға

Теләйҙәр:

«Теймә, тупҡа,

Теймә ташҡа,

Теймә тимер –томорға,

Тей тиҙерәк,

Тей тиҙерәк,

Теәсе, тупҡаә, Тимурға!»

Тырышалар

Тәү тапҡырҙар

Тимурға туп тейһенг тип,

Тәтелдәйҙәр:

«Тимуртүҙһен,

Тимур түҙһен,

Түҙһен!- тип.

Тәтелдәйҙәр:

«Теәмә, тупҡаә,

Теймә тимер –томорға,

Тей тиҙерәк,

Тей тиҙерәк,

Теәсе, тупҡаә, Тимурға!»

Тәненә тик тилбер Тимур

Туп тейҙермәй,

Тейҙермәй:

Тиҙ тайшана,

Тыпырсына,

Туҡтап,

Тыныс тик тормай...

Туп та-

Тыңлауһыҙ:

Тыпылдап

Тәгәрәлә-

Тик торимаә,

Тып-тып,

Тып-тып,

Тып-тып,

Тәгәрәләй-

Тоттормаә.

Туптар теймәй,

Туптар теймәй,

Туптар теймәй Тимурға,

Туптар төшә,

Туптар төшә,

Төшә тимер-томорға...

Тимурыбыҙ тинтәк түгел Тимурыбыҙ Тимурыбыҙ

Тубығына,

Теҙҙәренә,

Түбәһенә,

Түшенә,

Табанына,

Терһәгенә,

Тамағына,

Тешенә...

Туп тейҙереп торорға,

Туп

Тейҙереп

Торорға!

      У

Уйынсыҡ уйнағанда

Уйынсыҡтар.

Уйынсыҡтар.

 Уйынсыҡтар уйнайым.

Уйынсыҡтар уйнағанда,

Уйынсыҡтар уйнағанда

Уйҙарымды уйлайым.

Урамдағы уҙағтарым,

Уйындарым-

Уйымда.

Урмандағы уҫаҡтарым,

Умырзаям-

Уйымда.

Уҡшишмәнән

Уйҙарымда

Уҫлап-уҫлап  уртлайым.

Урау-урау  Уралтауҙы

Уйҙарымда урайым.

Ултырамын уфтап-уфтап.

Ут урғыла усаҡта.

Уйлайым:

Уҫал Усманды

Уҙасаҡмын уҫмаҡта!

Уйынсыҡтар...

Уйынсыҡтар...

Уйынсыҡтар уйнағанда,

Уйынсыҡтар уйнағанда

Уйҙарымды уйлайым.

       Ү

Үҙебеҙҙең  үгеҙебеҙ

Үкерә үгеҙ, үкерә,

Үҙенән-үҙе үкерә:

Үткенселәргә үкерә,

Үҫммерҙәпгә  үкерә,

Үлмәҫбикәгә үкерә,

Үлмәҫбайға үҡерә,

Үрмәнселәргә үкерә,

Үләндәргә үкерә...

Үрештәрҙә үкерә,

Үҙәндәрҙә үкерә.

Үкерә үгеҙ, үкерә,

Үҙенән-үҙе үкерә:

Үпкәһенән,

Үңәсенән

Үтәнән-үтә,

Үтәнән-үтә

Үт –ткәндәй үкерә.

Үрәпсепме үкерә?!

Үсләшепме үкерә?!  

Үкергәнгә үгеҙебеҙ-

Үпкәләйбеҙ  үҙебеҙ.

Үҙекәйен үсекләһәп,

Үтенеп-үтенеп үпәсләһәк,

Үҙгәрә үгеҙебеҙ:

Үтә үрнәкләнә үҙе,

Үтә үшәнләнә үҙе,

Үтенесебеҙҙе  үтәй-

Үкермәй үгеҙебеҙ.

Үртәнмәйбеҙ үҙебеҙ.

         Х

Хәлилдең хыялдары-халҡыбыҙ хаҡында

Халҡыбыҙ – хазина!

Хайранмын халҡыма!

Хөрмәтем,

Хәстәрем,

Хыялым,

Хистәрем-

Халҡыбыҙ хаҡына,

Халҡыбыҙ хаҡына!

Һөйөнөс

Һикереп- Һикереп һөйөнәләр:

Һағынғандар,

Һағынғандар!

Һағыҙаҡтай  һырып,

Һырығып,

Һонолалар,

Һарылалар!

Һөйкөмлөләр,

Һоҡланғыстар

Һәүбән, Үылыуҡай, Үөйөндөк,

Һәҙиә,-

Һөйләнәләр,

Һөйләшәләр,

Һаулыҡ һорашалар һәр һүҙҙә:

-Һаумыһығыҙ!

-Һаумыһығыҙ!

                ***

«Сырҡ-сырҡ! Сырҡ-сырҡ!»  килеп,

Пыр туҙышып, ана,

Емдәр эҙләп таба  турғайҙар.

«Цирк! Цирк! Цирк! Цирк!»  - тиеп,

Зыҡ ҡубышып, ана,

Циркка ҡарай саба Юлайҙар.

«Мин дә сабайым!» -  тип,

«Тар шул һорайым...» - тип,

Уйнаҡлап та тора тай-тулаҡ.

«Бөгөн- «Чапаев», - тип

«Кино ҡарайым!» - тип,

Уй уйлап та тора Айбулат.

«Си! Си! Си!» - тип, сыйнай,

«Тиҙерәк ҡасайыҡ!» - тип,

Йүгереп йөрөй ҡурҡаҡ сысҡандар.

«Щи! Щи! Щи!» - тип сеңләп,

«Тиҙерәк ашайаҡ!» - тип

Тилмереп йөрөй илаҡ Искәндәр.

        Ш

Шалҡан

Шаулашығыҙ!

Шаярығыҙ!

Шатланығыҙ!

Шундай шәп шул,

Шундай шәп шул шалҡаныбыҙ!

Шаяр, Шәфәҡ!

Шаула, Шамил!

Шаһит, шатлан!

Шундай шәп шул шәрбәт шалҡан,

Шифа шалҡан!

        Ы

Ырылдай

Ыҙалары  Ырылдаҡтың ысындыр,-

Ығағынан  Ырылдаҡты ысҡындыр!

Ыңрышмаһын, ызғырмаһын ысыҡта,

Ырғый-ырғый ыңғайлаһын ышыҡҡа!

Ытырғаныс-с ырышҡы-ы...

Ыр-р- р!

Утъярандар, меңьяпраҡтар...

Ҡыштар китте лә төньяҡҡа-

Ҡояш көлдө көньяҡта...

Гөлгә биҙәлде тәбиғәт

Беҙ тыуған-үҫкән яҡта.

Шәльяулыҡлы Шәһерьямал,

Алъяпҡыслы Аҡъямал

Сәскә  йыйырға барҙылар

Түбәньяҡҡы аҡланға.

Утъярандар, меңьяпраҡтар

Аръяҡта ла бирьяҡта, -

Алып ҡайтҡас,

Өйҙө йәмләп

Нур сәсерҙәр түрьяҡта.

       Э

Экскурсияла

Эре-эре элгестәргә

Эйәрҙәр эленгән...

Эйәрҙәрҙе эшһөйәрҙәр

Эшләгән электән.

Эре-эре элгестәргә

Эленгән эйәрҙәр...

Экскурсия эйәһенә

Энеләр эйәргән.

        Ә

Әҡлимәнең әйткәне

Әҙәплеккә әйҙйһендәр әкиәттәрем!

Әйләнәмдә әйләһендәр  әхирәттәрем!

Әҙәймәһен, әҙәймәһен әпәкәйгенәм!

Әрнемәһен- әсенмәһен әсәкәйгенәм!

       Ю

Юртаҡтар

Юнысҡынан юртаҡ юндым.

Юртағы  юҡ Юландың.

Юртағымды  юрғалатып,

Юландарға юлландым.

Юлдың-юлы,

Юлдың-юлы,

Юлдың-юлы – юнысҡы...

Юрға юртағым юлайҡан

Юлыҡтарҙы Юнысты.

Юныс юртағы – юнысҡы.

Юлландыҡ Юлдаштарға;

Юлда юрамал юлыҡтыҡ

Юҡағас юртаҡтаға...

Юҡ, юҡ, юҡҡа юлыҡҡанбыҙ

Юҡағас юртаҡтарға, -

Бл юғалттыҡ Юландарға,

Юл юйҙыҡ Юлдаштарға.

       Я

Ямғыр, яу!

Яу, ямғыр, яу!

Яҙын яу!

Яҙылып яу!

Яйлы яу!

Ярҙарға яу!

Япраҡҡа яу!

Яҡында яу!

Яйлап яу!

Яу , ямғыр, яу!

Ябай яу!

Яғымлы яу!

Ялһыҙ яу!

Ялғашҡа яу!

Ялҡынға яу!

Янғынға яу!

Ярһып яу!

Яу, ямғыр, яу

Яратып!

Яу, ямғыр, яу

Яңратып!

Яу, ямғыр, яу,

Яу яланға!

Яума, ямғыр,

Яманға!

Яума, ямғыр,

Яланға!

Яума, ямғыр,

Ялғанға!

Яума, ямғыр,

Янъялсыға,

Ярамһағға,

Ялҡауға!

Яума, ямғыр,

Яума, ямғыр,

Яума, ямғыр,

Яуызлыҡҡа!

Яу, ямғыр,яу,

Яу, ямғыр,яу,

Яу, ямғыр,яу

Яҡшылыҡҡа!

 

     

                                   

   

     

   Балалар

              баҡсаһы

          (Алфавитлы шиғырҙар)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан",инсценировка

Эт урманда йөрөй. Бүре эткэ осрай. Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай. Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була...

асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан"

башҡорт халыҡ әкиәте менән таныштырыу; әкиәт­те тыңларға, схема ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү; диалогик телмәр үҫтереү, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; йәмғиәт урынында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ...

Почему ребёнок хуже всего ведёт себя с мамой?

Один из самых частых запросов родителей в консультировании звучит так: почему мой ребенок ведет себя со мной хуже всего?Он прекрасно ведет себя в саду. К нему нет вопросов у педагогов на занятиях. И т...

Консультация для родителей: "Почему ребенок хуже всего ведет себя с мамой?"

Один из самых частых запросов родителей  звучит так: почему мой ребенок ведет себя со мной хуже всего? Он прекрасно ведет себя в саду. К нему нет вопросов у педагогов на занятиях. Няня говорит: ...

ПОЧЕМУ РЕБЁНОК ХУЖЕ ВСЕГО ВЕДЁТ СЕБЯ С МАМОЙ

Один из самых частых вопросов родителей звучит так: почему мой ребенок ведет себя со мной хуже всего? Он прекрасно ведет себя в саду. К нему нет вопросов у педагогов на занятиях. Няня говорит: «...

Асхаль Ахмат-Хужа. Сказки

Азамат менән ҡуян балаһыШулай,Азамат тигән малайҙыебәрәләр саҡырырға ҡунаҡ,ауыл буйлап әйтеп сығырғайүгереп йөрөй - уйнап:- Рәхим итһенфәлән олатайың менән фәлән өләсәйең!Рәхим итһенфәлән ҡартат...

Асхаль Ахмат-Хужа. Сказки

Азамат менән ҡуян балаһыШулай,Азамат тигән малайҙыебәрәләр саҡырырға ҡунаҡ,ауыл буйлап әйтеп сығырғайүгереп йөрөй - уйнап:- Рәхим итһенфәлән олатайың менән фәлән өләсәйең!Рәхим итһенфәлән ҡартат...