асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан"
план-конспект занятия (развитие речи, старшая группа) по теме
башҡорт халыҡ әкиәте менән таныштырыу; әкиәтте тыңларға, схема ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү; диалогик телмәр үҫтереү, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; йәмғиәт урынында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
et_nisek_huzha_tapkan.docx | 18.86 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: «Эт нисек үҙенә хужа тапҡан?
(дәрес-театр).
Маҡсат: башҡорт халыҡ әкиәте менән таныштырыу; әкиәтте тыңларға, схема ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү; диалогик телмәр үҫтереү, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; йәмғиәт урынында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.
Һүҙлек эше: арыҫлан, һунарсы.
Типик грамматик конструкциялар: Эт урманда йөрөй. Бүре эткэ осрай. Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай. Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.
Йыһазландырыу: театр өсөн битлектәр, һөйләмдәр схемаһы, барабан.
Дәрес барышы
- Балалар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән театрға барабыҙ. Театрҙа «Эт нисек үҙенә хужа тапҡан?» әкиәте менән танышасаҡбыҙ һәм үҙебеҙ уйнап ҡарайбыҙ. Театрҙа беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейешбеҙ?
- Тыныс, шауларға ярамай. Театрҙа ҡысҡырып һөйләшмәйҙәр һ. б.
- Афарин, балалар! Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, театрға барайыҡ. (Балалар менән театр мөйөшөнә килеү. Театр мөйөшөндә уларҙы Мәскәй әбей ҡаршы ала.)
- Һеҙ кемдәр ул? Нимәгә килдегеҙ? Бында бер нәмә лә, бер кем дә юҡ.
- Беҙ әкиәт менән танышырға килдек.
- Әйттем бит инде, бында бер кем дә, бер нәмә лә юҡ!
- Нисек инде юҡ?
- Мин уларҙың барыһын да юҡ иттем.
- Ә бәлки, һин асыу тотаһыңдыр? Беҙ һиңә ярҙам итә алырбыҙ.
- Әгәр ҙә минең өс үтенесемде үтәһәгеҙ, бәлки, минең күңелем дә күтәрелеп китеп, барыһын да кире ҡайтарып бирермен.
- Әйҙә, улай булғас, әйт үтенесеңде, беҙ балалар менән уларҙы үтәргә әҙербеҙ. Улайһа, бында бер әкиәт яҙылған, мин шул әкиәттең йөкмәткеһен белгем килә. Әллә миңә шуның йөкмәткеһен уҡып ишеттерәһегеҙме?
- Була ул. Әйҙәгеҙ, балалар, һеҙ ҙә иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ һәм был әкиәттә кемдәр ҡатнаша, ни эшләгәнен иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. (Әкиәт уҡыу, «Йәйғор» китабы.)
- Был әкиәттә ниндәй геройҙар осрай?
- Әкиәттә эт, бүре, айыу, арыҫлан, һунарсы осрай.
- Әһә, белдем, рәхмәт, балалар, апайығыҙға ла рәхмәт. Беренсе үтенесем үтәлде. Икенсеһе, икенсеһе ни, бына бында әллә ниндәй һүрәттәр төшөрөлгән, схемалар ята? Ошо схемалар ярҙамында миңә һөйләмдәр төҙөгөҙ.
- Була ул. Әйҙәгеҙ, балалар, иғтибар менән ҡарайыҡ һәм һөйләмдәр төҙөйөк.
Эт урманда йөрөй.
Бүре эткә осрай.
Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай.
Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.
Һунарсы эт, бүре, айыу, арыҫландан ҡурҡмай.
- Әйҙәгеҙ, эт, бүре, айыу, арыҫлан, һунарсы һүҙҙәрен ижектәргә бүлегеҙ (сәпәкәй итеп, һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм нисә ижектән тороуҙарын әйтеү).
- Мин һеҙгә ҡарап ултырҙым да, һеҙҙең аҡыллы булы- уығыҙ миңә бик оҡшаны һәм күңелем күтәрелеп китте. Мин һеҙгә битлектәрҙе бирәм инде. Әйҙәгеҙ, кейегеҙ, ҡыуанығыҙ, уйнағыҙ.
Кемгә ниндәй битлек эләгә, шуға ҡарап ролдәр бүленә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан",инсценировка
Эт урманда йөрөй. Бүре эткэ осрай. Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай. Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була...
Уртансы төркөмдә көҙгө иртәлек "Ҡырмыҫҡа нисек итеп йәйҙе үткәргән"
Сценарий осеннего утренника для средней группы на башкирском языке...
Сценарий осеннего утренника в средней группе на башкирском языке "Балалар нисек итеп Көҙһылыуҙы эҙләгәндәр"?
Сценарий осеннего утренника в средней группе на башкирском языке...
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…
Баланы яҡшыраҡ аңлау һәм ыңғай тәрбиә биреү өсөн ата-әсәләргә түбәндәге ҡанундарҙы онотмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ:...
Ата -әсәләр өсөн консультация" Балалар баҡсаһына нисек баланы әҙерләргә?"
Балаларҙы нисек балалар баҡсаһына әҙерләү?...
Йәнлектәр нисек ҡышлай?
Балаларға уҡығыҙ...
Баланы автомобилдә нисек дөрөҫ йөрөтөргә
Баланы автомобилдә нисек дөрөҫ йөрөтөргә Ете йәштән кесерәк балаларҙы машина салонында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ – туҡталыу урынында бала менән бергә бәлиғ кеше ҡалырға тейеш....