Йәнлектәр нисек ҡышлай?
книга по художественной литературе (подготовительная группа)
Предварительный просмотр:
ЙӘНЛЕКТӘР НИСЕК ҠЫШЛАЙ?
(Хикәйә)
Әмир атаһы менән саңғыла йөрөргә сыҡты. Урманда рәхәт, саф һауа!
— Атай, ҡара әле, ниндәй эҙҙәр ул? — тип һораны Әмир.
— Сысҡан эҙҙәре, улым, — тине атаһы.
— Ә сысҡандар ҡышын йоҡламаймы ни?
— Урман сысҡаны ағас төбөн өс метрға тиклем соҡоп, өң яһай. Шунда үҙенә ҡышҡылыҡҡа төрлө орлоҡтар ташып, йыйып ҡуя. Аҙығы бөтөп китһә, ер өҫтөнә сығып ашарға эҙләй. Ҡырмыҫҡалар ҙа үҙҙәренең иләүендә ҡышты үткәрә. Тәрән итеп иләүҙе ҡаҙалар, алдан аҙыҡ әҙерләйҙәр.
— Ә айыу өңөнә инеп йоҡлаймы икән?
— Көҙ көнө йығылған ағас төбөндә йәки текә яр буйында бик тәрән соҡор яһап, төбөн мүк, ағас япраҡтары менән түшәп ҡуя тайыш табан. Уңайлы, ҡоро өңөндә йоҡлап, яҙын ғына сыға. Терпекәй иһә ҡыш көнө ҡоро япраҡтар менән ҡапланған ҡуйы ҡыуаҡлыҡ төбөндә йомарланып йоҡлай.
— Атай, ҡара әле, ағас башында тейен ултыра! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Әмир.
— Эйе шул! Тейен йоҡоға китмәй, ҡышҡы һалҡындарҙы ғына йылы ояһында үткәрә.
— Әйҙә, беҙ ҙә үҙебеҙҙең өңгә ҡайтайыҡ, атай! Беҙҙең өң ул — өйөбөҙ! Унда йылы, рәхәт!
Миңлегөл ТАЙСИНА.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан",инсценировка
Эт урманда йөрөй. Бүре эткэ осрай. Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай. Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була...
УМК буенча физик эшчәнлектә куллану өчен тематик план
"Татарча өйрәнәбез" укыту-методик комплектының сүзлек минимумын физик эшчәнлектә кулланып, балаларга тел үзләштерергә ярдәм итү....
«Урман йǝнлектǝре»
Тема: «Урман йǝнлектǝре» Маҡсат: Урман йǝнлектǝре менǝн таныштырыуҙы дауам итеү hǝм уларҙыӊ ҡайҙа йǝшǝүҙǝрен (урманда) ǝйтергǝ ɵйрǝтеү; Дɵйɵмлǝштереүсе h...
“Коммуникация өлкәсен төрле эшчәнлектә куллану”
ldquo;Коммуникация өлкәсен төрле эшчәнлектә куллану” Балаларны кечкенәдән ...
Гадәти булмаган чаралар аша балаларда милли хисләр тәрбияләү. (Балалар бакчаларында зурлар төркеме һәм ата-аналар белән эшчәнлектә куллану өчен) Авторлык программасы
Авторская программа для детей старшего дошкольного возраста...
Йәнлектәр тураһында шиғырҙар
Йәнлектәр тураһында шиғырҙар...
«Лоскутлы йәнлектәр»
дәрес конспекты...