Баланы автомобилдә нисек дөрөҫ йөрөтөргә
материал по обж
Баланы автомобилдә нисек дөрөҫ йөрөтөргә
Ете йәштән кесерәк балаларҙы машина салонында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ – туҡталыу урынында бала менән бергә бәлиғ кеше ҡалырға тейеш.
Ете йәшкә тиклемге баланы уның ауырлығына һәм буйына тап килгән махсус тотоп тороусы ҡоролмала йөрөтөгөҙ.
Ете йәштән 12-гә тиклем балалар өсөн ошондай ҡоролма еңел машинаның алғы ултырғысында йәки машинала хәүефһеҙлек ҡайышы булмағанда мотлаҡ. Тимәк, артҡы ултырғыста баланы машиналағы ғәҙәти ҡайыш менән эләктереү ҙә етәрлек.
Шуның менән бергә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһы балала рҙы ете йәше тулғандан һуң да тотоусы ҡоролмаларҙа йөрөтөргә кәңәш итә.
«Балаларҙы тотоусы ҡоролмалар менән ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге бихисап тикшеренеүҙәр менән раҫланған, мәҫәлән, бындай ҡоролмалар дүрт йәшкә тиклемге балаларҙың йәрәхәт алыу хәүефен – 80 процентҡа, биш йәштән туғыҙға йәшкә тиклемгеләрҙең 52 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә».
Юл уйын урыны түгел
Ҡалала кешеләрҙең юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул, йәйге ял осоронда йыш күҙәтелә.
Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү фажиғәгә илтеүе ихтимал.
Эшкә ҡабаланып, йә ҡағиҙәләрҙе һанламай машиналар геүләп торған юл аша йүгереп сыҡҡан ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә балаға йыш ҡына насар өлгө күрһәтә.
Ололарҙың был ҡылығы бала күңеленә “тимәк, ярай” тигән орлоҡ һала, битарафлыҡ арҡаһында меңләгән баланың ғүмере өҙөлә.
Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтә
1.Фәҡәт тротуар буйлап ҡына бар һәм бер ҡасан да машина юлынан йөрөмә.
2. Юл аша тейешле урындан ғына сыҡ һәм һис ҡасан рөхсәт ителмәгән урындан атлап сыҡма.
3. Урам аша светофорҙың бары тик йәшел уты янғанда ғына сығырға ярай һәм һис тә ҡыҙыл утҡа ҡаршы сығырға ярамай.
4. Машина юлынан һәр ваҡыт ситтәрәк булырға тырыш, сөнки берәй машина яңылыш тротуар өлөшөнә менергә мөмкин.
5. Йәшел ут яныуға уҡ юл аша сығырға ашыҡма, сөнки берәй автомобиль туҡтап өлгөрмәҫкә мөмкин. Шуға күрә көтөп тор, барлыҡ машиналар һәм мотоциклдар туҡтағанына ышан, ә һуңынан тыныс ҡына сыҡ.
6. Юл аша кешеләр төркөмө менән сығырға тырыш, бергә барғанда күпкә ҡурҡынысһыҙыраҡ.
7. 14 йәше тулмаған балаларға машина юлынан велосипедта йөрөү тыйыла.
8. Тротуарҙа кескәйҙәргә генә балалар велосипедында йөрөргә рөхсәт ителә.
9. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре велосипед рулен тотмайса йөрөүҙе тыя.
10. Бер кемде лә рам өҫтөнө йәки багажникка ултыртып йөрөмә.
11. Машинаға тротуар яғынан ултырырға һәм, машина бөтөнләй туҡтағас ҡына, тротуар яғындағы ишектән төшөргә кәрәк.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
mashina.docx | 1.11 МБ |
Предварительный просмотр:
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан",инсценировка
Эт урманда йөрөй. Бүре эткэ осрай. Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай. Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була...
асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан"
башҡорт халыҡ әкиәте менән таныштырыу; әкиәтте тыңларға, схема ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү; диалогик телмәр үҫтереү, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; йәмғиәт урынында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ...
Уртансы төркөмдә көҙгө иртәлек "Ҡырмыҫҡа нисек итеп йәйҙе үткәргән"
Сценарий осеннего утренника для средней группы на башкирском языке...
Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…
Баланы яҡшыраҡ аңлау һәм ыңғай тәрбиә биреү өсөн ата-әсәләргә түбәндәге ҡанундарҙы онотмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ:...
Ата -әсәләр өсөн консультация" Балалар баҡсаһына нисек баланы әҙерләргә?"
Балаларҙы нисек балалар баҡсаһына әҙерләү?...
«Интернет-бәйлелектән баланы нисек һаҡларға?»
laquo;Интернет-бәйлелектән баланы нисек һаҡларға?»...
"Баланы нисек бар,шулай яратығыҙ..."
Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр...