Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…
материал
Баланы яҡшыраҡ аңлау һәм ыңғай тәрбиә биреү өсөн ата-әсәләргә түбәндәге ҡанундарҙы онотмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ:
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ata-slrg_knshtr2.docx | 25.77 КБ |
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр
Баланы яҡшыраҡ аңлау һәм ыңғай тәрбиә биреү өсөн ата-әсәләргә түбәндәге ҡанундарҙы онотмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ:
- Баланы ярат.
- Баланы кәмһетмә!
- Баланы ихтирам ит.
- Балаға хуплау һүҙҙәре йәлләмә.
- Бала һау - сәләмәт булһын өсөн барыһын да эшлә.
- Баланың һәр уңышына ҡыуан.
Кескәйҙәр нисек һөйләшә
Кескәйҙәр бик шаян, тиктормаҫ һәм ҡыҙыҡһыныусан була. Уларҙы бер урынға ултыртып ҡуйырмын, тимә. Бигерәк тә уларҙың телмәрен үҫтереү буйынса. Ике-өс йәшлектәргә һүҙлек һаҡламаһын күбәйтеү һәм телмәр бәйләнешен үҫтереү бик мөһим. Бындай уйындарға күберәк ваҡыт бүлһәк, баланың телмәре һәйбәт үҫешәсәк һәм уға артабан мәктәптә лә еңелерәк буласаҡ.
Ҡурсаҡ театры ойоштороу. Тәүҙә, мәҫәлән, «Йомро икмәк» әкиәте. Шунан балаға ҡурсаҡ-бейәләйҙәрҙе тотоп ҡарарға, ҡулына кейергә рөхсәт итегеҙ. Йомро икмәк иң тәүҙә ниндәй йәнлекте, артабан нимәне осратҡанын күрһәтеүен һорағыҙ. Һәр ҡайһыһы булып тауыштар сығарып ҡараһын. Йомро икмәктең йыры тураһында ла онотмағыҙ. Аҙаҡтан ғаиләлә кемгә булһа ла ошо әкиәтте икәүләп күрһәтеп ҡарағыҙ.
Ярма менән тулы һауыттан тәтәй эҙләү – бик һәйбәт уйын. Ваҡ ҡына уйынсыҡтарҙы һауыт эсенә йәшерегеҙ. Балағыҙ уларҙы ярма араһынан эҙләп ала ла нимә икәнен әйтеп, өҫтәлгә һала. Һуңынан һеҙ ҡушҡан эштәрҙе үтәй: «Төлкөнө айыу янына һал», «Тәүҙә – машинаны, шунан тупты ал» һәм башҡалар.
Балаларға кәрәк түгел!
Күп ата-әсәләр балаларына иң һәйбәт әйберҙәрҙе алырға тырыша. Әммә был нәмәләр уларға кәрәкме – ошо хаҡта әллә ни уйланмайҙар. Ә бит ҡайһы бер әйберҙәр кәрәкмәй генә түгел, хатта зыянлы ла. Мәҫәлән:
1. Планшетлы компьютер. Психологтар раҫлауынса, йәш быуындың заманса гаджеттарға бәйле булыуы баланы үҫтереүсе уйындарға талабын тормошҡа ашырырға ирек бирмәй. Шуға күрә планшетлы компьютерҙар бала өсөн файҙа бирмәй.
2. Уйын приставкалары. Балалар психологтары һәм педиатрҙар әйтеүенсә, уйын приставкалары үҫмерҙәрҙә һәм бәләкәстәрҙә бәйлелек тыуҙыра. Саф һауала әүҙем уйындар менән мауыҡмаған балаларҙың һаулығы ҡаҡшауы тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
3. Телевизор. Ата-әсәләр балалары өсөн йыш ҡына махсус телевизорҙар һатып ала. Белгестәр шуны иҫкәртә: бындай осраҡта бала күп ваҡытын дәрескә түгел, ә телевизор ҡарауға бүлә. Йәнә бер хәүеф: ғалимдар асыҡлауынса, бүлмәләрендә телевизор булған балалар башҡаларға ҡарағанда өс тапҡыр йышыраҡ артыҡ кәүҙә ауырлығы менән яфалана.
4. Автомобиль. Һуңғы ваҡытта махсус балалар автомобилдәренә мода барлыҡҡа килгән. Билдәле маркалағы автоконцерндар шундай авто сығара башлаған, һәм улар өлкәндәрҙекеләрҙән һис тә арзан тормай. Был, әлбиттә, үтә байҙар өсөн уйынсыҡ. Бәләкәстәр бит барыбер әлегә уларҙа йөрөй алмай, үҙҙәренең ихаталарында ғына йөрөмәһә инде. Шуға бындай ҡиммәтле уйынсыҡҡа балаларҙың мохтажлығы ла юҡ. Тик быны аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән өлкәндәрҙең генә аңлауы шарт.
Интернет-бәйлелектән баланы нисек һаҡларға?
Атай-әсәйҙәргә балаһының интернетҡа бәйлелеге барлыҡҡа килеүен нисек булдырмаҫҡа, тиһегеҙме? Бының өсөн бер нисә кәңәште үтәү мөһим.
- Балағыҙ менән йыш аралашығыҙ. Ата-әсә иғтибарынан мәхрүм булмағандар үҙ-үҙен яңғыҙ тоймай, йыуанысты ла интернета эҙләмәй.
- Дәрестән һуң ваҡытын бушҡа уҙғармаһын өсөн ниндәйҙер секция-түңәрәккә яҙҙырығыҙ. Компьютер артында ултырғансы, файҙалы шөғөл менән мәшғүл булһын. Шуныһы мәғлүм, спорт йәки сәнғәт менән шөғөлләнгән балаларҙың 90 процентының компьютер уйындарына ваҡыты ҡалмай.
- Компьютер уйындары менән мауыҡҡанға асыуланмағыҙ, әрләмәгеҙ. Барыһын да яҡшылап аңлатырға тырышығыҙ.
- Ысын дуҫтары, атай-әсәйе, уҡыуы барлығын баланың хәтеренә төшөрөп тороғоҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың 80 проценты, ысын тормошта аралашыу етешмәгәнлектән, компьютер уйындары, интернетҡа әүрәй.
- Ул-ҡыҙҙарығыҙ үҙен ышаныслы, ауыр саҡта ярҙамға килер кешеләре барлығын тойһон өсөн, һөйөү һәм хәстәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан",инсценировка
Эт урманда йөрөй. Бүре эткэ осрай. Айыу бер кемдән дә ҡурҡмай. Арыҫландан айыу ҡурҡып ҡаса.Эй, кешенән дә көслөһө юҡ икән был донъяла!.. Батыр хужаға тоғро хеҙмәт итергә, уның менән йәшәргә була...
асыҡ дәрес "Эт нисек хужа тапҡан"
башҡорт халыҡ әкиәте менән таныштырыу; әкиәтте тыңларға, схема ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү; диалогик телмәр үҫтереү, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; йәмғиәт урынында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ...
Уртансы төркөмдә көҙгө иртәлек "Ҡырмыҫҡа нисек итеп йәйҙе үткәргән"
Сценарий осеннего утренника для средней группы на башкирском языке...
Ата -әсәләр өсөн консультация" Балалар баҡсаһына нисек баланы әҙерләргә?"
Балаларҙы нисек балалар баҡсаһына әҙерләү?...
Баланы автомобилдә нисек дөрөҫ йөрөтөргә
Баланы автомобилдә нисек дөрөҫ йөрөтөргә Ете йәштән кесерәк балаларҙы машина салонында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ – туҡталыу урынында бала менән бергә бәлиғ кеше ҡалырға тейеш....
«Интернет-бәйлелектән баланы нисек һаҡларға?»
laquo;Интернет-бәйлелектән баланы нисек һаҡларға?»...
"Баланы нисек бар,шулай яратығыҙ..."
Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр...