Урок по экономики
план-конспект занятия (старшая группа) на тему

Мурзабаева Гульфия Валеевна

Экономика

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_ekonomika.docx17.17 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрес барышы:

Музыка яңғырай,  елдең тауышы:

-Тәрбиәсе: (аптырай) был нимә ул,  балалар? (Шул сак Гном -аҡса килеп инә.)

- Гном- аҡса :Абау был нимә? Мин ҡайҙа эләктем?

Тәрбиәсе:  балалар, беҙҙең төркөмгә ниндәй герой осоп инде (балалар : . Тәрбиәсе уйын аша балаларҙы дәрескә әйҙәй. (Тәрбиәсе Гномды уратып ҡарай, аптырай, ҡалған балаларҙың иғтибарын йәлеп итергә тырыша). Һин кем? Һин бында нисек килеп эләктең? Һинең исемең нисек?

Гном : Эконом -аҡса.

Тәрбиәсе: әәәә  Эконом-акса! Ниндәй таныш һүҙ! Шулаймы балалар? Һеҙ аксаны беләһегеҙме? беҙ балалар баҡсаһында уйнаған уйындарҙа ла аҡса тураһында бар.  Беҙ аксаға бәйле, аҡсаға ҡағылышлы ниндәй уйындар уйнайбыҙ?  (Балаларзың яуабы) краска, һатыусы парикмахер һ.б.

Гном Эконом-аҡса: (ҡыҙыҡһынып) Эйеме? Ысынлап шулаймы?  Ә һеҙ экономика-акса тураһында нимә беләһегеҙ? (балаларзың яуабы) ( акса кагыз,тимер. ниндёй хурат тошоролган нисек тотонахын).

Гном Экономика- аҡса: (аптырап) Ҡыҙыҡ! Ә мин белмәгәйнем дә. Күпме йәшәйем, яңы ғына исемемдең нимә аңлатҡанын аңланым. Гном Эконом-акса! Ҡыҙыҡ, ҡыҙыҡ! Тимәк, һеҙ экономика, аҡса тураһында өйрәнәһегеҙ.

Тәрбиәсе:  Эйе Серле гном, беҙ экономика уйнайбыҙ. Уйында күп ҡыҙыҡлы нәмәләр беләбеҙ, йәшәргә өйрәнәбеҙ. Әгәр теләгең булһа, әйҙә беҙҙең менән уйнарға.

Гном Эконом: -минең менән күңелһеҙ хәл булды: мин ямғырға эләктем һәм минең тылсымлы таяғым еүешләнде, мин быға бик ҡайғырҙым. Хәҙер мин уның менән эш итә алмайым. Мин ағайыма ҡунаҡҡа йыйына инем, хәҙер бара алмайым инде. Ағайыма нисек әйтергә икән?

Тәрбиәсе: балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Гномға нисек ярзам итабез, нима эшларга кәрәк? (телефондан шылтыратырға)

Гном эконом- аҡса: минең телефоным юҡ. Магазинға инеп алайым тигәйнем дә, миңә бирмәнеләр.Бирегез телефон тип ёй иналдем ёй иналдем бирманелар

Тәрбиәсе: Балалар һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Гном Экономға магазинда телефон бирмәгәндәр?  (Сөнки магазинда бөтә әйберҙәр  аҡсаға һатыла) Аҡсаһы булмаған.

Гном Эконом: минең аҡсам барҙа ул, тик улар бөтәһелә карточкала! Мин бит аксаны банкта һаҡлайым.

Тәрбиәсе: балалар, Гном Эконом ағаһына шылтырата алһын өсөн телефон һатып алырға ярҙам итәбеҙме? (Эйе). Аҡса алыу өсөн ҡайҙа барабыҙ? (банкка).

Физминунка:

Урам буйлап, урам буйлап барабыҙ беҙ парлашып

Бына боролош, бына боролош китмайек аҙашып

Юл буйлап барып еттек ,туҡтаныҡ һәм ҡараныҡ

Банк тиган ҙур бинага килеп индеек кыуанып...(тәрбиәсе водитель булып балаларҙы уратып алып килә!)

Тәрбиәсе: Банк бик яҡын урынлашҡан икән, хатта килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Банктан аҡса алыу өсөн һорауҙарға яуап биреп алайыҡ. (Балалар банкка инә., урындарына ултыра) Балалар, ә һеҙ ниндәй банктар беләһегеҙ? Атай-әсәйҙәрегеҙ менән ниндәй банкта булғанығыҙ бар? Унда улар нимә эшләйҙәр? Ә, банкта кемдәр эшләйҙәр? (кассир, охранник, инкасаторҙар) Аҡсалар ҡайҙа һаҡлана? (банкоматта) унан нисек алалар? уның өсөн нимәләр кәрәк?(иң беренсе карточка, карточкала аҡса, аҡсаны алыр өсөн пин код).

Тәрбиәсе: Картала аҡса нисек барлыҡҡа килә...Мәҫәлән, һеҙҙең ата-әсәйҙәрегеҙҙең хеҙмәтенә эш хаҡы түләйҙәр. Эш хаҡы ул хеҙмәт өсөн түләнгән аҡса. Яҡшы уҡыған өсөн дә эш хаҡы түләйҙәр – ул стипендия. Өлкән йәштәге олатай – өләсәйҙәр пенсия алалар. Пенсия ул күп йылғы хеҙмәт өсөн түләнгән аҡса. Атай – әсәйҙәрҙең эш хаҡынан, олатай- өләсәйҙәрҙең пенсияһынан беҙҙең ғаиләләрҙә аҡса була

(Банкоматтан аҡса алыуҙы күрһәтеү)

Тәрбиәсе: балалар беҙ аҡса систек Хәҙер   магазинга барабыҙ.  Гном аксага телефон алырға. Исянголда ниндай магазинда телефон хатыла(балалар яуап бира) Магазин алыҫ ҡына шуның өсөн беҙ автобусҡа ултырып барабыҙ.(балалар ултырган килеш эшлай. водитель булып имитируют).

Тәрбиәсе: магазинга ингас нима эшлайбез?(Хаумыхыгыз)балалар был магазинда кемдәр эшләй...(Балаларҙың яуабы) Кем Гном аксага телефон һайларға ярҙам итәйек? кем һатыусы була?(Бер бала һатыусы була).

(беҙгә ошо телефонды бирегеҙ әле. рәхмәт)

Гном Эконом: Уй, ҙур рәхмәт ҡалай һеҙ афарин балалар. Һеҙ миңә ярҙам иттегеҙ. Ҡарағыҙ әле минең тылсымлы таяғым кипкән бит , яңынан тылсымы ҡайтҡан. Хәҙер минең тылсымлы таяғым эшләй һәм яңы кеҫә телефонымда бар.Хез мина ауыр сакта ярзам иттегез.Хез минен дустарым.

Буш ҡайтып китмәйем һеҙгә әкиәт һөйләп китәм (картинала әкиәтте һөйләй)

 Гном аҡса Ә миңә һеҙҙең менән хушлашырға ла ваҡыт етте. Ағайыма ҡунаҡҡа барайым. Һау булығыҙ.

Һау булығыз гном аҡса .Балалар без бөгөн ҙур ярҙам курһәттек дуҫыбыҙға. Аҡса тураһында ла күп нәмә белдек. Афарин балалар. Дәрес бөттө.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок СБО в 6 классе по теме: « Властелин вкуса» Тип урока: нестандартный урок – игра( урок проводится с использованием игровой ситуации – соревнование КВН между двумя командами.

Занятия по СБО направлены на практическую подготовку детей к самостоятельной жизни и труду, на формирование у них знаний и умений, способствующих социальной адаптации, на повышение уровня общего разви...

Проект «Первые уроки царицы Экономики»

Актуальность проекта «Первые уроки царицы Экономики» по формированию основ финансовой грамотности у детей старшего дошкольного возраста   обусловлена значимостью   прав...

Презентация по экономике " Товары и услуги. Уроки тетушки Совы"

Предлагаю вашему вниманию презентацию - занятие ,Она поможет познакомить ваших детей с понятиями : товары и услуги. Люди, каких профессий производят товар, а кто оказывает услуги. К сожалению, не смог...

Сценарий НООД по формированию финансовой грамотности "Урок в школе "Экономики"

Данный материал подходит для воспитанников подготовительной к школе группе. Может проводиться как для показа родителям, так и для обмена опытом педагогам. Мною проводился в рамках проекта "Сказоч...

«Первые уроки экономики» методическое пособие для воспитателей

В пособие подобран практический материал по финансовой грамотности для детей, родителей, педагогов, которые помогут лучше понять и запомнить предлагаемый материал. А главное — с ним вы научитесь...

«Первые уроки царицы Экономики»

Презентация проекта "Первые уроки царицы Экономики"...