Мәктәпкә әҙерлек
консультация (подготовительная группа)

Гульдар Абдулловна Баимова

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөнөң ата-әсәләренә кәңәштәр

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mktpk_zerlek.docx19.85 КБ

Предварительный просмотр:

                                                Мәктәпкә әҙерлек

                 Алты йәшлек балаһы булған һәр кеше, балалар баҡсаһында һуңғы йыл икәнлеген белә. Һәм уларҙы ошондай һорауҙар борсой. Балам мәктәпкә әҙерме? Ҡайһы мәктәпкә уҡырға бирергә? Нисек уҡыр?

Әлбиттә, һәр ата-әсә мәктәпкә әҙерлекте үҙенсә күҙ алдына килтерә: һанай белһә, уҡый-яҙа белһә- шул еткән тип уйлай. Бындайҙар, ысынлап та бик күп.

Икенселәре иһә ниндәйҙер бер фекерен туплап, күрһәтмәләр аша үтәй белһә, уҡырға әҙер тип уйлай. Өсөнсөләре, баланың төрлө өлкәгә ҡараған мәғлүмәт байлығы һәм белеме киң икән- ул мәктәпкә әҙер тип уйлай, һуңғылары –тыңлаусанлығына, ололарҙың талаптарын үтәй белеүенә ҡарап билдәләй балаһының уҡыусы була алыу һәләтен.

Һәр кем был тапҡырҙа үҙенсә хаҡлы. “Мәктәпкә әҙерлек” төшөнсәһенә килгәндә был төшөнсәне бер төрлө генә аңлау мөмкин түгел, сөнки был мәктәпкә әҙерлек кимәлен баланың үҫеше, мөмкинселеге, уҡыу шарттары һәм талаптары билдәләй. Атай-әсәйҙең бурысы шул: ошо шарттарҙа кескәйҙәрҙе ҡыйынһынмай, етерлек кимәлдә мәктәп программаһын үҙләштереүгә әҙерләү бурысы тора.

Баланың мәктәпкә әзерлеге бер нисә күрһәткестән тора:

  1. Физик яҡтан әҙерлек.

Бала мәктәптә яҡшы укыһын өсөн ул тейешле дәрәжәлә физик яҡтан ныҡ һәм әҙерлекле булырға тейеш. Күп кенә ата – әсә беренсе урынға баланың сәләмәтлеген нығытыуға, булған ауырыуҙарҙы мәктәпкә барғансы йә бөтөнләй дауалап бөтөрөргә, йә өлөшләтә генә булһа ла ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тырыша. Был  маҡсаттан сығып түбәндәге сараларҙы үткәреү зарур:

  • Балалар табибы менән даими элемтәлә булыу
  • Ауырыған осраҡта ауырыуҙы мөмкин тиклем аҙағына ҡәҙәр дауалау, йәғни хроник ауырыуға әйләндермәү.
  • Шифаханаларҙа  дауаланыу.
  • Дөрөҫ туҡланыуға әһәмиәт биреү.
  • Спорт менән шөғәлләнеү.
  • Ғаиләлә ыңғай психологик мөхит булдырыу.
  • Балаға бары ыңғай яҡтан үрнәк күрһәтеү.

Шулай ук көндәлек режимды тотоу, уны боҙмау әһәмиәтле. Балалар баксаһына йөрөгән балалар кейенә, һауыт-һабаларҙы дөрөҫ ҡуллана, билдәле ваҡытта йоҡларга ятырға, ваҡытында иртәнге аш, көндөҙгө аш, киске аш ашарга, уйнарга, саф һауала йөрөргә өйрәнгән. Шул ук режимды бала мәктәптә лә теүәл үтәргә тейеш. Дөрөҫ ойошторолған көн  – сәләмәтлек нигеҙе. 6-7 йәшлек бала тәүлегенә 11-12 сәғәт йокларға тейеш. Төнгө йоҡо балаға алған белемдәрен системалаштырырға, стресстарҙан арынырға ярҙам итә. Көндөзгө йоҡо ла бала өсөн мөһим.

Статистика буйынса уҡырға барыу ваҡыты уртаса 6 йәштә 9 ай тирәһе һанала.Ошонан сығып ҡайһылыр баланың 6 йәштә үк әҙер булыуын, ҡайһылыр баланың 7-һе тулғас ҡына әҙер булыуын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Алты йәшлектәр тип беҙ, биш йәш ярымдан алты йәш ярымға тиклемге балаларҙы күҙ уңында тотабыҙ. Был донъяға килгәндән алып ,ошо арауыҡта йәшәү осоро баланың, йәғни– паспорт йәше. Быны балалар менән эшләүселәр генә түгел, ата-әсәләргә лә белеү мөһим.

Мәктәпкә әҙерләү осоронда баланың пасторт йәшенән тыш, биологик яҡтан үҫешен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Бала организмының физик һәм биологик яҡтан үҫеш кимәлен аңлата биологик йәш.Паспорт һәм биологик йәш айырмаһы йәш ярымдан ике йәш ярымға тиклем булырға мөмкин. Ошонан сығып ғалимдар мәктәпкә әҙерләү эшен 1,5-2 йыл ҡалғас башлау яҡшыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк икәнлеген иҫбатлаған.

Нәҫел ебе аша бирелгән генетик һыҙаттар, бала йәшәгән мөхиттең таҙалығы, балаларҙың көн режимы дөрөҫ һәм тейешле кимәлдә ойошторолоуы һәм бүтән шарттарҙың тәьҫире –баланың биологик үҫешендәге индивидуаль үҙенсәлектәре.

Беҙҙең халыҡта биологик яҡтан үҫешеп етеүен ябай ғына итеп һөт тештәренең алмашыныуы менән дә билдәләйҙәр. Алмашынған икән,тимәк бала мәктәпкә әҙер. Тештәр әле төшмәгән икән – әле иртәрәк.Был ғалимдар тарафынан да раҫланған. Ә физик яҡтан үҫеш кимәлен төрлө тестар ярҙамында тикшерәләр. Филиппин ғалимдарының тестары ябай һәм иң дөрөҫө. Был тест бала кәүҙәһе үҫешенең пропорцияларына бәйле: вертикаль рәүештә туп –тура торған бала уң ҡулын үҙенең баш түбәһе аша һул ҡолағының осона тейҙерә ала икән, тимәк,ул үҙенең физик яҡтан үҫеш кимәле менән мәктәпкә барырға өлгөргән тип һанала.Уң ҡул һәм уның суҡтары баш өҫтөндә тығыҙ ятырға тейеш.

Тимәк, мәктәпкә әҙерлек төшөнсәһе –ул кескәйҙәрҙең билдәле бер кимәлдәге белеме генә түгел,ә уның физик яҡтан һәм фекерләү һәләтенең үҫешкән булыуы ла икән. Психологик яҡтан әҙерлеге- иң мөһиме булып тора,бала һәр яңылыҡты аңларға һәм белергә тырышырға,эш яратырға, түҙемле булырға, ихтияр көсө үҫешкән һәм тәрбиәле булырға тейеш.

Тирә-йүн менән таныштырыу, уйын, хеҙмәт, музыка, һынлы сәнғәт эшмәкәрлеге, ололар һәм тиҫтерҙәре менән аралашыу аша балалар баҡсаһына йөрөгән балалар түбәндә һыналғандарҙың барыһын да ала. Ә бына өй шарттарында тәрбиәләнеүсе балалар менән күп осраҡта бындай дәрестәр алып барылмай. Атай-әсәйҙәр араһында мәктәпкә әҙерлекте тик хәрефтәр менән таныштырыуҙы, көсләп уҡытыуҙы, яҙырға өйрәтеүҙе, ҙур күләмле шиғырҙар, әкиәттәр ятлатыуҙы, мәсьәләләр систереүҙе күҙ уңында тотҡандар ҙа осрай.

Бындай күнекмәләр мәктәп методикаһы буйынса һәм күп осраҡта баланың ихтиярынан тыш үткәрелә.

Балаларын көсләп уҡырға өйрәтергә теләүселәргә түбәндәгеләрҙе әйтке килә:

-Хөрмәтле атай-әсәйҙәр! Балағыҙҙы ваҡытынан алда мәктәп ҡалыптарына индерергә тырышмағыҙ! Бала үҙенең алтын бала сағын ләззәтләнеп, ҡыуанып, шатланып-рәхәтләнеп,уйнап –көлөп үткәрһен!

Үҙенең тирә-яҡ мөхитен, төрлө күренештәрҙе, ысынбарлыҡты уйындар аша уйнап, ололар һәм тиҫтерҙәре менән аралашып, үҙ тәжрибәһе аша белә, төрлө теләген шулай ҡәнәғәтләндерә балалар. Ошо аралашыу, уйындар аша баланың иғтибары,хәтере, зиһене, фекерләү ҡеүәһе, бәйләнешле телмәре лә үҫешә һәм мәктәпкә әҙерлектең төп урыны булып балала ошо сифаттарҙы тәрбиәләү тора.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.                                ...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәтеМаҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтере...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Көҙ байрамы

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Көҙ байрамы...

Мәктәпксә әҙерлек төркөмө балалары өсөн дәрес –сәйәхәт

Балаларҙы театр төрҙәре менән таныштырыу, музыкаль театрҙар тураһында күҙаллауҙар булдырыу, тирә-йүнде , сәнғәт  әҫәрҙәрен таныу,  тирә-яҡ мөхиткә эстетик ҡараш тәрбиәләү. Музыка, матур әҙәб...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә музыка дәресе

Конкурсное музыкальное занятие...