Конструирование по теме "Метро"
план-конспект занятия по конструированию, ручному труду (подготовительная группа) на тему

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Конспект занятия по конструированию в подготовительной группе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konstruirovanie_metro._zanyatie.docx22.17 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Метро

Ҡоролмалар ҡороу. Онлайн-экскурсия.

Маҡсат:

  • Метро тураһында дөйөм төшөнсә биреү;
  • Һүҙлек запасын байытыу;
  • Балаларҙың бәйләнешле телмәрен, аң-белем кимәлен үҫтереү;
  • Ҡоролмалар ҡороу материалдары менән метро төҙөү;
  • Үҙ эшеңде үҙ аллы баһаларға өйрәтеү һәм ғорурланыу тойғоһо уятыу;
  • Ҡоролмалар ҡороу материалдарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
  • Төҙөүселәр эшенә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Интеграция: танып белеү, телмәр үҫтереү.

Йыһаз: Ҡоролмалар ҡороу өсөн махсус материалдар (кубик, лего, конструктор, политрон һ.б.), картон, А4  форматындағы аҡ ҡағыҙҙар, М хәрефе яҙылған ҡағыҙар, лего кешеләре, уйынсыҡ машиналар, конструктор ағастары, әҙер тимер юл(уйынсыҡ). Метро, поезд һүрәттәре, экран, ябай ҡәләмдәр, ватман.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу

Сәләмләү-ойоштороу уйыны.

Уң ҡул бик уңған икән,

Һулаҡай ялҡау булған.

Ә шулай ҙа был икәү

Бергәләшем дуҫлашһа

Бөйөрҙәргә таянып

Бейергә оҫта икән.

Ҡулға ҡул тотоношоп

Түңәрәктә әйләнә икән.

Бер-береңә йылмайғанда

Арҡанан һөйә икән.

Осраған һәр кешене

Сәләмләргә онотмай икән!

Һаумыһығыҙ, балалар!

Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

Кәйефтәрегеҙ нисек?

Бик шәп!

Ҡарағыҙ әле, балалар. Беҙгә ҡунаҡтар килгән. Улар үҙҙәре менән бергә зәңгәр экрандар ҙа алып килгәндәр. Зәңгәр экрандар беҙгә нимә әҙерләгән икән был юлы? Бының өсөн беҙ иң тәүҙә ултырғыстарҙа урын алабыҙ, мтаур итеп, дөрөҫ итеп ултырабыҙ.

  1. Яңы теманы асыҡлау.
  1. Белешмә биреү. Белемдәрҙе тикшереү.

Тәүҙә шуны асыҡлап алайыҡ: Ниндәй транспорт төрҙәре була?

Яуап: Һауаға оса торған, ерҙә йөрөй торған, һыуҙа йөҙә торған.

Ерҙә йөрөй торған транспорттарҙы миңә атап үтегеҙ әле.

Яуаптар: Еңел машина, грузовик, автобус, поезд, мотоцикл, трактор...

Ә бына һеҙ етеп үткән поезд, трамвай, паровоз, электровоздар ниндәйюлдан йөрөй әле ул?

Яуап: тик улар өсөн генә махсус юл була – тимер юл.

Тимер юл ер өҫтөндә генә түгел, ә ер аҫтында ла була, шулаймы. Ә уны нисек атағандарын кемегеҙ белә икән?

Яуап: Метро.

Тулы итеп әйткәндә, нимә ул Метро?

Яуап: Метро – ул ер аҫтындағы имер юл. Ул юл буйлап шулай уҡ поездар йөрөй.

Һүҙлек эше: Метро.

Метро беҙҙә – Баймаҡта – бармы ул?

Юҡ

Ә Сибайҙа бармы?

Юҡ

Баш ҡалабыҙ Өфөлә бармы?

Ә ҡайҙа бар һүң метро?

Яуап: Метро тик ҙур ҡалаларҙа ғына була. Мәҫәлән, Мәскәүҙә.

Әйе. Ҙур ҡалаларҙа, кешеләрҙе йөрөтөү өсөн ер өҫтөндәге генә транспорт етмәгәс, ер аҫтында ла юлдар һалалар икән.

Һүрәттәр таратыу. Метро һәм поезд.(Метролағы поезд, ерөҫтөндәге поезд)

  1. Онлайн-экскурсия.

Ә хәҙер зәңгәр экрандарға күҙ һалайыҡ. Метро, төҙөлөшө менән, әлбиттә, ябай түгел. Ер аҫтындағы тимер юлға төшөр өсөн, ҡала урамдарындағы “М” хәрефе төшөрөлгән махсус урындарҙы – үтә ҙур булмаған биналарҙы эҙләр кәрәк (Слайд 1). Унда инеү өсөн бер-нисә ишек була.

Ә бына “М” хәрефе нимәне аңлата икән һуң?

Яуап: Метро. Метроға төшә торған урын.

Унда ингәс, баҫҡыстар һине аҫҡа табан алып төшәләр. (Слайд 2) Унан һуң инде беҙҙе экскалаторҙар көтәләр. Эскаларҙа йөрөр  өсөн, махсус турникет аша үтер кәрәк.(Слайд 3 ) Турникет беҙҙе үткәрһен өсөн жетондар кәрәк, йәки вай-файлы карталар ҡулланыла. (Слайд 4). Жетонды кәрәкле урынға төшөрәһең, картаны кәрәкле урынға терәп ҡуяһың.Турникеттар эскалаторҙың йә төшә торған өлөшөндә, йә күтәрелә торған  өлөшөндә генә була. Шунан һуң метро вестибюленә эскалароҙа төшәбеҙ (Слайд 5). Эскалатор һикәлтәһенә баҫаһың да, ул беҙҙе үҙе алып төшә. Эскалаторҙар, ғәҙәттә, икәү була. Уның береһе тик аҫҡа ғына алып төшә, ә икенсеһе тик өҫкә ҡарай ғына йөрөтә.

Һүҙлек эше.

Ә нимә ул эскалатор?

Яуап: Аҫҡа йә өҫкә үҙе йөрөтә торған баҫҡыс.

Ҡабатлайбыҙ: эскалатор, жетон, турникет, вестибюль, станция.

Станция – ул туҡталыш, беҙ уны вокзал менән сағыштып күҙ алдына килтерә алабыҙ.

Эскалаторҙын төшкәс, артыбыҙға әйләнеп ҡарайыҡ. Унда ниндәй күренеш икән?! (Слайд)

Метро вестибюленә иғтибар итәйек. Төрлө станцияларҙа улар төрлө була. Матур итеп биҙәлгән стеналар, түбәлә матур люстралар, кешеләргә ял итеү урындары, эскәмйәләр, сауҙа нөктәләре һ.б. Түбә менә иҙәнде тоташтырып тороусы биҙәкле колонналар. Ҡайҙы бер станцияларҙа аквариумдар була. (Слайдтар) Бына беҙ килгән станция вестюбелендә аквариум бар икән.Ундағы балыҡтар, әллә беҙ күмәк булғанға, һыуҙан сығып һикерешә башланылар. Улар аквариум стенаһына бәрелеп имгәнеп ҡуймаһындар өсөн, әйҙәгеҙ уларҙы сәпәкәйләп тынысландырайыҡ. Балыҡтар һикергән һайын бер тапҡыр сәпәкәй һуғабыҙ.

Физминутка “Балыҡтар”

Бына кешеләр ҡайҙалыр ыңғайлай башланы. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уларҙың артынан. Поезд туҡтай торған урынға килдек. Бында иҙәндә һыҙыҡ бар, иғтибар итегеҙ әле. Бына шул һыҙыҡтан, поезд килеп туҡтағансы, үтергә ярамай икән. (Слайд)

Поезд тоннелдән килеп сыҡты, туҡтаны, ишектәрен асты. Ә кем йөрөтә һуң был поезды?.

Яуап: поезды машинист йөрөтә

Поездың тәүге өлөшөндә машинист ултыра, артабан вагондар теҙелеп киткән.

Әйҙәгеҙ ултырайыҡ әле беҙ ҙә поезд вагонына. Поезд эсенә күҙ һалайыҡ. Унда кешеләр ултырып та баралар, тороп тотоноп та баралар. Оҙаҡ барыусылар гәзит уҡый, кемдер телефон ҡарай, кемдер уйланып бара, берәүҙәр музыка тыңлай. (Слайд)

Бына поезд туҡтаны, күрәһең икенсе станцияға килеп еткәндер. Беҙ ҙә төшәйек. Был станцияла ла шулай уҡ вестибюль, һаҡ булығыҙ – иҙәндә һыҙыҡ бар. Артҡа әйләнеп поездың киткән юлына ҡарайыҡ. Ул тоннелгә инеп юғалды. Тоннель ошолайыраҡ була.(тоннель эсе - слайд)

Һүҙлек эше: вестибюль, тоннель

Артабан эскалаторҙа өҫкә күтәреләбеҙ, баҫҡыс буйлап сығыу уынына килеп еттек. Ишектән сыҡһаҡ – ҡала урамын килеп сығабыҙ. Ә ҡала урамында юл буйлап төрлө машиналар йөрөй, остановкалар, төрлө биналар, кешеләр йөрөй, магазиндар  һ.б.

Мәскәүҙә метроларлар ҡәҙемге генә. Уларҙың схемаһы бына ошондар. Һәр төҫтәге юлдан бер гена поезд йөрөй. Түңәрәк формаһындағыһының атамаһы ла – Кольцевая.

Бына ниндәй сәйәхәт ҡылдыҡ беҙ. Ошо беҙ күреп, белеп, йөрөп ҡайтҡан урындарҙың барыһын бергә – метрополитен тип атайҙар.

Һүҙлек эше: метрополитен.

Тимәк метрополитен нимәул? Ул станци, метро, поезд, эскалатор, турникет, вестибюль, тоннельдың берлеге.

  1. Ҡоролмалар ҡороу

Ошолраҙың барыһын да күреп, белеп ҡайтҡас, әйҙәгеҙ, Баймағыбыҙҙа метро төҙөйөк! Беҙҙең ҡулыбыҙҙан килерме икән?

Иң тәүҙә метро, метрополитен схемаһын һыҙып алайыҡ, аҙаҡ шул һыҙма буйынса төҙөлөш эштәрен башҡарырбыҙ.

Ватман, ябай ҡәләмдәр, юйма таратыу.

Ошо аҡ ҡағыҙға Мәскәүҙең Кольцевая метроһына оҡшатып һыҙмалар һыҙайыҡ. Беҙ хәҙер архитектор, инженер, проектировщиктарҙың ролен башҡарабыҙ.

Ошо схеманы элеп ҡуяйыҡ та, шуның буйынса төҙөлөш эштәрен башҡарайыҡ. Хәҙер беҙ төҙөүселәр.

Эште башлар алдынан түңәрәккә тороп көс туплайыҡ. Бер, ике, өс – беҙҙә бөтә көс!

Эшләр эштәребеҙҙе бүлешәйе. Ҡыҙҙар станцияларҙа эшләйҙәр. Малайҙар тимер юл һалалар.

Станциялар, ишектәр, эскалатор, вестибюль, эскәмкәләр, поезд юлы, тоннель, поезд, кешеләр, машиналар, ағастар теҙеп ҡуйыу.

  1. Йомғаҡлау.

Төҙөлөш эштәрен бөттөк. Беҙҙең төҙөлгән объектыбыҙ схемаға тап килдеме?

Төҙөү эше һеҙгә оҡшанымы?

Түңәрәккә тороп үҙебеҙҙе маҡтап алайыҡ, күршебеҙҙе лә онотмайыҡ. (Түңәрәктә тороп, уң ҡул менән үҙеңде күкрәктән, күршеңде һул ҡул менән арҡаһынан ҡағыу.) Кем афарин? Беҙ афарин! Беҙ Баймаҡтар бит әле! Ошондай аҡыллы, зирәк, эшһөйәр ҡыҙҙарға һәм малайҙарға бай яҡтан!

Ә хәҙер баҫып торған урыныбыҙға ултырышайыҡ. Бына беҙҙең Баймағыбыҙҙа ла хәҙер метро бар! Һеҙгә ауыр булдымы метро төҙөүе? Метро төҙөгәндә һеҙ нимәләр ҡулландығыҙ?

Яуаптар: Ҡоролмалар ҡороу өсөн материалдарҡулландыҡ: ҡағыҙ, картон, эре модулдәр, конструкторҙар, төҙөлөш материалдары.

Ял минуты. Тын алыу гимнастикаһы.

Балаларға дөрөҫ тын алырға өйрәтеү. Танау менән тын алыу һәм ауыҙҙын тынды сығарыу. Тынды сығарғанда “у” өнөн һуҙыу. Икее тапҡыр ҡабатлау. Өснсө тапҡырҙа “ту”- “ту”- “туууу” тауышын сығарыу.

Балалар, ҡарағыҙ әле, поезд яҡынлаша түгелме? Әйҙәгеҙ ролдәрҙе бүлешеп алайыҡ та, поезға ашығайыҡ, беҙгә ҡайҙалыр барыр кәрәк бит.

Ҡунаҡтар менән хушлашыу. Һау булығыҙ!.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Конструированию объёмных коллажей для инсценирования сказок., конструированию объёмных коллажей»

Для оформления стен групп, я использую как детские работы, так и коллажи на темы сказок.  При изготовлении коллажей можно использовать различный упаковочный материал для подарков и цветов: фетр,...

Конспекты занятий по конструированию "Домики для зверюшек", "Веселая улица", "Построение разных зданий", сюжетно- ролевая игра с элементами конструирования Мы заботливые мамы и папы!"

Конспекты занятий по конструированию "Домики для зверюшек", "Веселая улица", "Построение разных зданий", сюжетно- ролевая игра с элементами конструирования Мы заботливые мамы и папы!"...

Конспект комплексного занятия по математике и конструированию во второй младшей группе Конспект комплексного занятия по математике и конструированию во второй младшей группе Конспект занятий

Познакомить детей с числом и цифрой 6.Совершенствовать навыки счета и сравнения совокупностей предмета.Формировать умение детей различать понятия вчера, сегодня, завтра.Закреплять знания о геоме...

Конспект занятия по конструированию "Дом, который построю Я» (образовательная область «Познание» (конструирование)) Для детей старшего дошкольного возраста

Конспект занятия по конструированию "Дом, который построю  Я» (образовательная область «Познание» (конструирование)для детей старшего дошкольного возраста...

Виды конструирования и формы обучения конструированию дошкольников.

В работе с дошкольниками применяется два вида конструирования - это техническое и художественное....

Конспект комплексного НООД по конструированию и развитию речи в первой младшей группе. «Теремок». Конструирование «Домик».

Хочу поделиться своим опытом по разработке конспекта комплексного занятия по развитию речи и конструированию  в первой младшей группе детского сада. Цель моего конспекта: учить малышей слушать ск...

Конструирование оригами из бумаги с элементами художественного конструирования для детей старшего дошкольного возраста

Тема занятия  «Наши любимые питомцы»Интеграция образовательных областей: познавательное, художественно-эстетическое, речевое, физическое, социально-коммуникативное развитие.Познавател...