Ата - әсәләр өсөн кәңәштәр: "Баланың тыуған телен өйрәнеүе һәм үҙләштереүе"
консультация

Кадаева Гулия Нурисламовна

Башҡорт теле хәҙерге көндә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, үҫешкән, көндән - көн алға китеүсе культура тармаҡтары һанала. Балаларға белем биреүҙә туған телдең әһәмиәте ҙур, мөмкмнселектәре киң. Бала үҙ туған телендә һөйләшә, фекер йөрөтә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл knsh_uz_telen_oyrneu.docx85.48 КБ

Предварительный просмотр:

https://pp.userapi.com/c841023/v841023641/2616f/DkBNOMgi_lI.jpgБаланың тыуған телен өйрәнеүе һәм үҙләштереүе

Башҡорт әҙәби теле – илебеҙгә туғандаш телдәр менән хоҡуҡлы милли тел. Башҡорт теле - башҡорт милли культураһының нигеҙе. Башҡорт теле хәҙерге көндә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, үҫешкән, көндән - көн алға китеүсе культура тармаҡтары һанала. Балаларға белем биреүҙә туған телдең әһәмиәте ҙур, мөмкмнселектәре киң. Бала үҙ туған телендә һөйләшә, фекер йөрөтә.

Ошо тел аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт күренештәрен күреп, танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.

Туған тел баланың психикаһына туранан-тура йоғонто яһай, унда кире һәм ыңғай эмоциялар тыуҙыра, туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта. Тыуған телде өйрәнеү баланың үҙ-аллы фекер йөрөтөү, һөйләү телмәрен үҫтереү, байытыу һәм формалаштырыуҙа берҙән-бер ҡорал булып тора.

Үҙ халҡының тарихы, йыр-моң күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә тәрбиәләнгән, тыуған ерен, ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән бергә типкән, халҡы рухы менән, уның маҡсаты, үҙ хыялы, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең байлығына эйә булып, уның нескәлектәрен аңлаған, үҙенең бөтә булышын халҡына бағышлаған кеше генә тәрбиәле һәм белемле шәхес була ала.

Ғалимдар фекеренсә, бала туған телендә алған белемде бер ҡасан да онотмай. Тәүҙә балалар баҡсаһында, унан мәктәпкә киңәйтә, тәрәнәйтә, нығыта бара. Шулай итеп балаларҙа үҙ туған еренә, халҡына, унан үткәненә, ғөрөф-ғәҙәтенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, ихтирам уятыу, милли рухҡа нигеҙ һалыу, милли йыр-уйын-бейеү, мәҡәлде туған телдә өйрәтеү мәктәпкәсә йәштән үк балаға йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, улар ҡабул итә алған тиклем кимәлдә өйрәтелһә киләсәктә үҙенең кем икәнлеген белгән, ныҡлы рухлы булған быуын үҫәсәк, сөнки бала саҡтағы ишеткәндәр онотолмай, бала үҙенең саф, таҙа күңеленә һеңдерә, тәүге бураҙналар һалына. Башҡорт балаһына үҙ телендә белем биреү, телгә һөйөү уятыу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

Балалар баҡсаһында бала өсөн уйын-төп эшмәкәрлек, уйын-ысынбарлыҡ. Бала уйында йәшәй, сыныға, үҙаллыҡҡа өйрәнә. Тәрбиә, уҡытыу эшен уйынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуның өсөн белемгә өйрәтеү ҙә уйынһыҙ мөмкин түгел. Баланың әүҙемлеген арттырыу өсөн уйын алымын индереү, ҡулланыу киң таралған.

Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә, “телдең рухын” үҙләштерә.

Туған телгә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим бурысы булып балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү тора. “Баланың мейеһе бармаҡтарының осонда урынлашҡан”, -тигән әйтем бар.

Ысынлапта бармаҡтар ни тиклем күберәк күнегеү башҡарһа, улар шул тиклем аҡыллыраҡ була. Шулай уҡ бармаҡ хәрәкәте менән телмәр үҫеше араһында бәйләнештәр бар. Шуның өсөн, “бармаҡ уйындарын” ҡулланып телмәрҙе лә, бармаҡ эшмәкәрлегендә үҫтереп була, балала ҡыҙыҡһыныу ҙа көсөйә.

Бала нимә күрә, ишетә, күҙәтә-барыһы ла уның телмәрендә сағыла. Уның өсөн һөйләгән һүҙе-асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.

Телмәр үҫтереүҙә шиғыр юлдарын хор менән һөйләү мөһим роль уйнай. Ысынлап та, әгәр кескәйҙәр төрлө сараларҙа башҡалар менән бер тиң ҡатнашмаһа, үҙ-үҙенә ышаныс юғалыуы, кәмһенеү тойғоһо уяныуы ихтимал.

Балаға туған телде өйрәткәндә бик күп алымдар ҡулланырға була һәм эш барышында тел ҡәҙерен аңлай белергә, туған телгә, уның матурлығына һөйөү уятырға бурыслыбыҙ.

Әгәр баланы бала саҡтан уҡ телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала.

Ә инде “экологик һуҡмаҡ” буйлап йөрөп бөжәк, сәскә, үҫемлектәр донъяһы менән танышалар, уларҙы һындырмаҫҡа, тапамаҫҡа, дөйөм алғанда, тәбиғәттә үҙ-үҙен тоторға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәнәләр, әкиәт батырына өйрәтәләр.

Туған телде өйрәнеүҙә төрлө мәҙәни саралар, иртәлектәрҙең дә роле ҙур. Мәҫәлән, “Ҡаҙ өмәһе” “Нардуған” ..... һ.б. балалар туған телдә шиғыр, бейеү, уйын өйрәнә.

Мәҡәл аша яҡшылыҡты ямандан айырырға өйрәнә. Ғөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк!

Әҙерләне

тәрбиәсе Ҡадаева Гөлиә Нурисламовна.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәхнәләштерү эшчәнлеге аша балаларның сөйләм телен үстерү

Сәхнәләштерү эшчәнлеген алып барганда, hәр бала үзенең кичерешләрен, тойгыларын, теләкләрен, карашларын гадәти сөйләшкәндә генә түгел, ә чит тыңлаучылар алдында күрсәтә алырлык шартлар тудырырга hәм я...

Лексик -грамматик категорияләрне үзләштерү буенча зурлар торкеме балалары (сөйләм теленең гомуми үсешендә кимчелекләре булган ОНР балалар) белэн үткэрелгэн шогыль “ Язгы урманга сәяхәт

Коррекцияле-белем бирү:  Балаларның яз фасылы турындагы белемнэрен тирәнәйтү, язның төп билгеләре белән таныштыруны дәвам итү ,сүз байлыкларын   активлаштыру, бәйләнешле сөйләмне...

Сәхнәләштерү эшчәнлеге аша балаларның сөйләм телен үстерү (Мәктәп методик берләшмә киңәшмәсе өчен доклад үрнәге)

Иҗади сәләтне үстерү, балаларның үзара дуслыкларын ныгытуны сәхнәләштерү эшчәнлеге аша үткәрү әйбәт нәтиҗәләр бирә. Бу төр тәрбия чарасы балаларны кыю, бердәм булырга өйрәтә....

Сәхнәләштерү аша сөйләм телен үстерү.

Сәхнәләштерү аша сөйләм телен үстерү....

ТАТАР ТЕЛЕН ҮЗЛӘШТЕРҮ ӨЧЕН ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ КАРТА

Исеме: «Минем оем, минем гаиләм». Максат: балаларны татар телендә дөрес һәм яхшы итеп сөйләшергә өйрәтү. Бурычлар: - бәйләнешле сөйләм телен үстерү;-  куелган сорауларга тулы җөмләләр...

Үз белемемне күтәрү өстендә эш планы "Кул чуклары хәрәкәтен камилләштерү аша сөйләм телен үстерү"

Бармакларны хәрәкәтләндерү аша хәтерне, игътибарлылыкны, логик фикер йөртү сәләтен, күзәтүчәнлекне, сөйләм телен үстерү...