Белем биреү эшмәкәрлеге
план-конспект занятия

Ижбаева Лилия Курмангалиевна

Предварительный просмотр:

Тема:Батырҙар онотолмай. Яҡташыбыҙ Ф.Ғ.Шәмиғолов.

Маҡсат: а.Балаларҙың Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның  геройҙары тураһында белемдәрен  арттырыу.Яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Ф.Ғ.Шәмиғолов менән таныштырыуҙы дауам итеү.Балаларға батырҙы өлгө итеп ҡуйыу.Етеҙлек, сослоҡ сифаттары үҫтереү

б.Телмәр үҫтереү, шымартыу.

в.Тыуған илгә һөйөү,ветерандарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.Ф.Ғ.Шәмиғоловҡа оҡшарға теләк уятыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

Йыһазландырыу:компьютер,мультипроектор,дәреслек,слайдтар.

Дәрес барышы:

Һаумыһығыҙ балалар!Хәйерле көн!

Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ,һеҙгә бөгөнгө дәрестә  уңыштар теләйем. Хәҙер килгән ҡунаҡтарға ҡарап һаулыҡ һорашабыҙ.Ултырығыҙ!

-Иғтибар менән шиғырҙы тыңлайбыҙ.

Сафта килә олатайҙар,

Орден миҙал  таҡҡандар.

Шул бөркөттәр дошман ҡырып,

Еңеү яулап ҡайтҡандар.

-Хор менән ҡабатлау).

-(Берәмләп ҡабатлау).

-Был шиғырҙа кемдәр тураһында һүҙ бара?(олатайҙар)

-Улар нимә таҡҡандар?(орден.миҙалдар).

-Ни өсөн миҙал бирелгән?(еңеү яулап ҡайтҡан өсөн)

-миҙал кемгә бирелә?(батырҙарға)

-Тимәк беҙ кемдәр тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ?(Батырҙар тураһында).

-Башҡорт халҡының ниндәй батырҙарын белһегеҙ?(С.Юлаев,Шайморатов генерал).

-Күгәрсен районынан сыҡҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ниндәй батырҙарҙы беләһегеҙме? (Эйе ул һеҙҙең һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарығыҙ)

                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                  

 -Ә һеҙҙең өсөн батыр кем ул? (Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ , иле өсөн йәнен аямаған кеше һуҡышта ҡатнашыусы олатайҙар)

-Ә һеҙҙең олатайҙарығыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡанмы?

Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ?

олатайҙары тураһында һөйләү.

СЕРЛЕ ҠУМТА.

-Балалар,был ҡумтала нимә ята икән?Мизалдар һәм һуғыштан килгән хат.Хатты уҡыу.Миҙалдарҙы ҡарау.

 Афарин,уҡыусылар!Олатайҙарығыҙҙы  онотмайһығыҙ.Батырҙар онотолмай.

ФИЗКУЛЬТМИНУТКА.Ерҙән  һалдат атлай  

Хәҙер мәҡәлдәрҙе тыңлағыҙ әле.

 Батырҙар яуҙа һынала

 Егет ҡәҙерен ил белер. (бергәләп мәҡәлдәрҙе ҡабатлау)

  Батырҙар онотолмай.

- Батырҙар онотолмай тигән мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?Герою нет смерти.

Бөгөн беҙ тағы ла һуғыш батырҙары тураһында һөйләшеүҙе  дауам итәбеҙ. Яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы геройы Ф.Ғ.Шәмиғолов тураһында һөйләшәсәкбеҙ. (Фотоһын күрһәтеү,

Биографияһы, фотолар ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү менән  оҙатылып барыла)

-Ф.Ғ.Шәмиғолов 1940 й Ялсы ауылында тыуа. Хәрби училищела уҡый. 20 йәшендә рота командиры итеп тәғәйенләнә,22 йәшендә батальон , 23 йәшендә полк менән етәкселек итә. 1945 йылда Польшаны азат иткән саҡта батырҙарса һәләк була. Бик күп наградаларға лайыҡ була. Үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.Уның тыуған ауылында йорт музейы, һәйкәле бар.Һәм беҙҙең балалар баҡсаһы урынлашҡан урамға уның исеме бирелгән.

-Балалар, бына шундай ҙур батырлыҡтар күрһәтә беҙҙең яҡташыбыҙ Ф.Ғ.Шәмиғолов. Батырҙар онотолмай.

-Балалар, ниндәй батырлыҡтар күрһәтә Ф.Ғ.Шәмиғолов

-Батырлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәрҙе беләбеҙ

-Егет ҡәҙерен ил белер.

  Батырҙар онотолмай.

-Эйе.Ф.Шәмиғолов- батыр .Уның исеме  беҙҙең хәтерҙә. Батырҙар онотолмай . Беҙ уларҙы белергә тейешбеҙ. 

                                                                                                



Предварительный просмотр:

                                      Күгәрсенем- тыуған ерем (асыҡ сара)

Социализация: Балаларҙы тыуған ер, тыуған ауыл төшөнсәһе менән нығыраҡ таныштырыу. Башҡорт халҡының тормошо, сәнғәте, көнкүреше, байрам-йолалары менән менән таныштырыуҙы дауам итеү. Күп милләтле Тыуған илебеҙгә һөйөү, милләт-ара татыулыҡ тойғолары тәрбиәләү. Күгәрсен районының флагы, гербы тураһындағы белемдәрҙе нығытыу.

 Коммуникация: Хәтер, фекерләү, интонация, телмәр тасуирилығын, эстетик тойомлауҙы үҫтереү. Балаларҙың телмәрен башҡортса һүҙҙәр менән тулыландырыу (ҡурай, камзул, тәңкә һ.б).

Мәғлүмәт: Әйләнә-тирәләге донъя: тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу.

Музыка: Милли музыкаль ҡоралыбыҙ (ҡурай) менән таныштырыу. Музыкаль әҫәрҙәр тыңлау, йырлау, музыкаль-ритмик хәрәкәттәрҙе өйрәнеү.

 Йыһазландырыу: 1. Һүрәтле кубиктар:  Башҡортостан Республикаһы картаһы  Мораҡ ауылының иҫтәлекле урындары  Күгәрсен районының гербы  Күгәрсен районының флагы  милли кейемдәге кешеләр  музыкаль ҡоралдар  «Һабантуй» байрамы 

Музыкаль оҙатыу. Алдан башҡарылған эш. Башҡортостан халыҡтары, Башҡортостан Республикаһы, тыуған яҡ, Күгәрсен районы тураһында әңгәмәләр;  Башҡорт һәм рус телдәрендә яттан шиғырҙар һөйләү.¬

Башҡортса музыка яңғырай, балалар үҙәк стена буйлап теҙелешә.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн үҙебеҙҙең Күгәрсен районы

– Ҡарағыҙ әле, беҙҙең залыбыҙҙа ғәҙәти булмаған кубиктар ҡуйылған. Беҙ уларҙан «Дуҫлыҡ йорто» төҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Тәүге кубикка ниндәй һүрәт төшөрөлгән икән? (Башҡортостан  картаһы)

– Картабыҙға диҡҡәт менән ҡараһаҡ, беҙ бында бөтә ҡалаларҙы, ауылдарҙы, тыуған районыбыҙ Күгәрсен районын, баш ҡалабыҙ Өфөнө, урман-тауҙарҙы, йылғаларҙы күрә алабыҙ. Тыуған ил тураһында шиғырҙар уҡып үтәйек.

Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына.

 Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

 Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –

Шундай йәшел, юғары.

(М. Кәрим)

2. Там, где сладко пахнет смородиной,

Там, где дом и родная семья –

 Это все называется родина,

Дорогая родная земля!

Даже солнце здесь светит теплее,

И ромашки красивей растут,

И горжусь я землею своею,

Здесь хорошие люди живут.. (Гузель Терегулова)

Тыуған ил тураһында йыр яңғырай.

Алып барыусы: Тағы ла бер кубикты ҡуябыҙ. Нисек уйлаһығыҙ: бында нимә төшөрөлгән икән? (Өфө ҡалаһы)

 – Новый день над городом рождается,

И по свету катится молва:

С монумента «Дружбы» начинается,

С дружбы начинается Уфа.

– Башҡорт шағирҙары үҙҙәренең шиғырҙарында Өфөгә нисек итеп дан йырлайҙар икән? Шиғырҙарҙы рус теленә тәржемәлә тыңлап үтәйек.

Бала. Как люблю тебя, Уфа,

Ты – моя столица,

И красива, и стройна,

Мы с тобой гордимся.

Наши парки и дома

 И светлы, и чисты.

Ну, а жители дружны

 Честь тебе столица! (М. Карим)

Алып барыусы: Балалар, ә һеҙ республикабыҙҙың тағы ла ниндәй ҡалаларын , райондарын  беләһегеҙ? (Балаларҙың яуаптары).

Ә беҙ йәшәгән район нисек атала? (Күгәрсен районы ).

К үгәрсен районы  тураһында шиғыр тыңлап үтегеҙ.

Ағиҙел һәм Эйек уртаһында 
Йәйрәп ята изге илгенәм. 
Күгәрсенем- ғәзиз ерем минең 
Иң яҡыным, берҙән-бергенәм 
                        (Рәмил Йәнбәк) 

Алып  барыусы герб төшөрөлгән кубикты күрһәтә:

 – Һүрәттә нимә күрәһегеҙ? (Күгәрсен районы  гербы)

-Күгәрсен районы гербында зәңгәр фонында ҡанаттарын йәйгән көмөш төҫтәге күгәрсен төшөрөлгән.

- Ә нимә һуң күгәрсен

-Күгәрсен -ул ҡош.Ул өйҙәр янында йәшәй. Күгәрсен тыныслыөҡ ҡошо.

Күгәрсен- дуҫлыҡ  һәм тыныслыҡ символы. 

Күгәрсен-ҡош-тыныслыҡ билдәһе
Шуға халҡым тыныс-һәләтле,
Эшләй ҙә ул, ял да итә белә
Иҫтән сығармайынса әҙәпте.
( В. Мәғизов)

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ бергәләп күгәрсендәр бейеүен ҡарап китәйек. (Видео)

Алып барыусы тағы ла бер кубикты ҡуя.

 – Бында нимә һүрәтләнгән? (Флаг) .Күгәрсен районыныҡы.Ул ниндәй матур!Флагтың уртаһында күгәрсен.Күгәрсен-таҙалыҡты, тыныслыҡты аңлата. Флаг менән герб – былар дәүләт символикаһы. Символикаға гимн – байрамдарҙа баҫып тыңланыла торған тантаналы музыка ла инә.

Алып барыусы милли кейемдәге кешеләр һүрәте төшөрөлгән кубикты күрһәтә.

– Бында кемдәр төшөрөлгән? (Милли кейемдәрҙәге кешеләр).

– Беҙҙең тыуған еребеҙ бик бай һәм матур. Беҙҙәге тауҙар, йылғалар, күлдәр, урмандар иҫ киткес. Шулай ҙа районыбыҙҙың төп байлығы – кешеләр. Беҙҙең район  территорияһында ниндәй халыҡ вәкилдәре йәшәй? (башҡорттар, татарҙар, рустар, мариҙар, сыуаштар һәм башҡалар) Эйе, районыбыҙҙа бик күп халыҡ вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй.

Алып барыусы: Беҙҙең тәрбиәселәребеҙ башҡарыуында татар халыҡ бейеүен ҡарағыҙ.

 Алып барыусы башҡорт музыка ҡоралдары төшөрөлгән кубикты күрһәтә.

– Был кубикта ниндәй уйын ҡоралын күрәһегеҙ? (Ҡурай)

Ул нимәнән эшләнгән? (Ул ҡурай үләненең һабағынан эшләнгән).

Әйҙәгеҙ, ҡурай тураһында шиғырҙар тыңлап алайыҡ.)

Ҡурайҙы мин бик беләм:

Ағайым уйнай гелән.

 Бейетеп тә, йырлатып

Була ул ҡурай менән. (М. Ғәли)

Алып барыусы: Хәҙер мин һеҙгә «Ҡурай» уйынын уйнарға һәм беҙҙең ҡунағыбыҙ тарафынан башҡарылған ҡурай моңон тыңларға тәҡдим итәм. (Уйын 2 тапҡыр үткәрелә).

Алып барыусы Һәр халыҡтың үҙенә генә хас уйын ҡоралы бар. Мариҙар, мәҫәлән, бик тә тальян гармунда уйнарға яраталар. (Мари бейеүен  ҡарау видео).

Алып барыусы: Рус халҡы ағас ҡалаҡтар ярҙамында көйҙәр сығарыуға әүәҫ. (Өлкән төркөм балалары рус бейеүен башҡара).

 Алып барыусы киләһе кубикты ала: Бында «Һабантуй» байрамы һүрәтләнгән. Был байрамда төрлө уйындар, бәйгеләр үткәрелә. (Ярыштар, көрәш, аттарҙа сабышыу, бағанаға менеү, тоҡтар кейеп йүгереү һәм башҡалар). Бына беҙгә лә әҙерлек төркөмөнән ҡунаҡтар килгән, улар «Үҙ тирмәңде тап!» тигән уйынды уйнап күрһәтәсәктәр.

 Алып барыусы: Ҡарағыҙ әле, ҡәҙерле балалар, беҙ һеҙҙең менән Дуҫлыҡ йортон төҙөп тә ҡуйҙыҡ. Йортобоҙҙо биҙәр өсөн, әйҙәгеҙ, башҡорт орнаменттары менән балаҫ һуғайыҡ. («Балаҫ һуғыу» бейеүе).

Алып барыусы: Афарин, балалар, бергәләшеп тырыша торғас, бына ниндәй күркәм Дуҫлыҡ йорто төҙөнөк. Әйҙәгеҙ, рус телендә «Дом дружбы» йырын башҡарайыҡ (Н. Гизбрехт шиғыры һәм музыкаһы).

Алып барыусы: Беҙ бөгөн һеҙҙең менән тыуған Күгәрсен районыбыҙ тураһында һөйләштек.Беҙҙең уртаҡ теләгебеҙ ошо: Районыбыҙҙа һәр саҡ тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ хөкөм һөрһөн!



Предварительный просмотр:

Башкортостан  Республикаһы  

«Уралҡай» балалар баҡсаһы

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү

Бюджет учреждениеһы

Танып белеү өлкәһендә “Ҡаһарман олатайҙар” темаһына балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөм өсөн план-конспект.

                                                                           

Әҙерләне: тәрбиәсе Ишбаева Л.Ҡ

                                     Мораҡ-2019й.

Тема:”Ҡаһарман олатайҙар”.

Маҡсат: Балаларҙың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемдәрен киңәйтеү.Еребеҙҙе дошмандарҙан һаҡлаусы туғандар өлгөһөндә ил һаҡсыһының ниндәй булырға тейешлеген асыҡлау.Логик фекерләүҙе үҫтереү. Балаларҙың олатайҙары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: интерактив сәйәхт “Бөйөк Ватан һуғышы”компьютер,мультипроектор, музыка “Олатайым миҙалдары”, коммуникатив әңгәмә “Минең олатайым”, балаларҙың олатайҙарының фотолары.

                     Дәрес барышы:

Һаумыһығыҙ балалар!Хәйерле көн!

Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ,һеҙгә бөгөнгө дәрестә  уңыштар теләйем. Хәҙер килгән ҡунаҡтарға ҡарап һаулыҡ һорашабыҙ.Ултырығыҙ!

-Иғтибар менән шиғырҙы тыңлайбыҙ.

Сафта килә олатайҙар,

Орден миҙал  таҡҡандар.

Шул бөркөттәр дошман ҡырып,

Еңеү яулап ҡайтҡандар.

-Хор менән ҡабатлау).

-(Берәмләп ҡабатлау).

-Был шиғырҙа кемдәр тураһында һүҙ бара?(олатайҙар)

-Улар нимә таҡҡандар?(орден, миҙалдар).

-Ни өсөн миҙал бирелгән?(еңеү яулап ҡайтҡан өсөн)

-миҙал кемгә бирелә?(батырҙарға, еңеүсе кешегә)

-Ә һеҙҙең өсөн батыр кем ул? (Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ , иле өсөн йәнен аямаған кеше һуҡышта ҡатнашыусы олатайҙар)

-Тимәк, беҙ кемдәр тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ?(Һуғышта батыр һуғышҡан, ҡаһарман олатайҙарыбыҙ тураһында).

Тәрбиәсе һалдат формаһындағы , түштәренә миҙал таҡҡан һалдаттарҙың фотоларын  таҡтаға элә.

-Был минең олатайым- Дәүләтбаев Файзулла Ғөбәйет улы. Ул Бөйөк Ватан һуғышы  ветераны.

-Ә кем һуң ветеран?

-Һуғышта ҡатнашҡан олатайҙар.

-Ә һеҙҙең олатайҙарығыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡанмы?Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ?

(Олатайҙары тураһында һөйләү. Фотолары таҡтаға эленә)

СЕРЛЕ ҠУМТА.

-Балалар,был ҡумтала нимә ята икән?Мизалдар һәм һуғыштан килгән хат. (Хатты уҡыу.Миҙалдарҙы ҡарау.)

Тәрбиәсе хатты ентебләберәк күрһәтә.Иғтибар менән ҡарағыҙ әле.

Балалар, нимә ул хат?  Уны күргәнегеҙ бармы?

-Хатты һеҙҙең күргәнегеҙ юҡтыр тип уйлайым.Элек, кәрәҙле телефондар булмаған саҡта, алыҫҡа киткән кешеләр бер- береһенең хәлен хат аша белешкәндәр. Хаттарҙың тышына адресын яҙғандар.Шул адрес буйынса хат килеп еткән.Бына минең ҡулымдағы был хатты яу яланынан ебәргәндәр.Был һалдат хаты.Әйҙәгеҙ, бергәләп уҡыйыҡ әле.

-Был хат ниндәй формала?

-Өсмөйөшлө хат.

-Ҡасан яҙылған икән был хат?

-Бик күп йылдар элек яҙылған.

-Ә кем яҙған был хатты?

-Һалдат яҙған һуғыштан.  

 

ФИЗКУЛЬТМИНУТКА. Ял минуты.

Етеҙҙәр кеүек йүгерәбеҙ,

Состар кеүек һикерәбеҙ,

Мәргәндәр кеүек атайыҡ,

Батырҙар кеүек көс йыяйыҡ.

Хәҙер мәҡәлдәрҙе тыңлағыҙ әле.

 -“Батыр үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә”.(Ҡабатлау)

Был мәҡәлдең мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

Һәр бер кеше донъяға үҙе өсөн , туғандары өсөн тыуа, ә аҡыллы, белемле кешеләр генә иле, халҡы өсөн хеҙмәт итә һәм ғүмерен бирергә әҙер.

-“Батырҙан дан ҡала”(Бергәләп ҡабатлау)

Батыр үҙе үлһә лә уның исеме, даны халыҡтың хәтерендә ҡала, халыҡ үҙ батырҙарын онотмай.

“Олатайым миҙалдары” йырын йырлау.

Балалар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында һөйләштек.Нимәләр белдегеҙ?

-Ветеран олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары тураһында белдек.

-Кемдәрҙе беҙ 9 май-Еңеү көнөндә ҡотлаясаҡбыҙ?

-Ветеран-олатайҙарыбыҙҙы.

Мин һеҙгә Георгий таҫмаһы бүләк итәм.Ниндәй төҫтәр бар был таҫмала? Нимә аңлата?

-Ҡара төҫ-төтөн, ҡыҙғылтһары-ут.Был таҫмаларҙы ғорурланып тағып йөрөгөҙ.Беҙҙең олатайҙарыбыҙҙың һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын онотмағыҙ. Батырҙар онотолмай.

                                                                                                



Предварительный просмотр:

                       Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү .

                             Тема: “Ҡыш-Батшабикә” .

Маҡсат:Ҡыш тураһында шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу,балаларҙың һүҙ байлығын, бәйләнешле телмәрен , фекерләү кимәлен үҫтереү, “Ҡ”, “Ш” өндәрен  һүҙҙәрҙә дөрөҫ әйтеү, балаарҙа ҡышҡы тәбиғәткә ҡарата һөйөү, күҙәтеңсәнлек тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: ҡарлы-буранлы, ҡар бабай.

Йыһазландырыу: дидактик уйындар, ҡыш тураһында һүрәттәр.

                                   Дәрес барышы.

Ҡулдарға беҙ тотондоҡ,

Бер-беребеҙгә йылмайҙыҡ.

Йылы күсте ҡулдарға,

Рәхәт булды дуҫтарға.

Артикуляцион гимнастика.

- тын юлдарына гимнастика ( водалаз, шар тултырыу, эҫе сәй, сәскәләр.)

- ауыҙ, ирен, телгә гимнастика ( тауышһыҙ көлөү, йылмайыу, энә, тәмле варенье, сәғәт, торба)

- фонетик зарядкалар (тамаҡты врачҡа күрһәтеү, ҡурсаҡты йоҡлатыу, бүре нисек олой, йылан нисек ыҫылдай, ҡаҙҙар нисек ҡысҡыра, һүҙһеҙ йырлау)

Балалар, бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа  Ҡыш- Батшабикә ҡунаҡҡа килде. Бына ул.Ҡарағыҙ әле, ул ниндәй матур. Ысынлап та, быйылғы ҡыш бик матур.Ҡары ла күп, бураны ла бар. Бына  мин дә был иҫ киткес матурлыҡты күреп, шиғыр яҙыу теләге тыуҙы. Һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме?

Тел шымартҡыс.

Ш-Ш-Ш

Йылмая күктә... ҡояш (һүрәт күрһәтәм)

Ша-ша-ша

Әйтерһең ул ... һары шар (һүрәт күрһәтәм)

Шы-шы-шы

Тәҙрәбеҙ янында

Үҫеп ултыра ...шыршы (һүрәт күрһәтәм)

Шыу-шыу-шыу

Әйҙә бында ултырма,

Санала, саңғыла ...шыу (Һүрәт күрһәтәм).

Төп өлөш.

1.Шиғыр өҫтөндә эш. Х.Ғиләжев. “Ҡыш”

Осо күктә, оса күктә

Күбәләкме, ҡармы?

Йәй ҙә үтте, көҙ ҙә үтте,

Шундай ваҡыт бармы?

Бар икән, бар икән,

Яуғаны аҡ ҡар икән.

Ҡар икән, ҡар икән,

Шундай ваҡыт бар икән.

Әңгәмә:

-Ниндәй ваҡыт тураһында һүҙ бара?

 -Ҡыш тураһында һүҙ бара.(Картина ҡуйыла)

- Һүрәттә ниндәй миҙгел төшөрөлгән?

-Был һүрәттә ҡыш миҙгеле төшөрөлгән.

-Ә ни өсөн ҡыш миҙгеле тип уйлайһығыҙ?

-Ер өҫтө ап-аҡ ҡар менән ҡапланған.

-Ҡар ниндәй?

-Ҡар һыуыҡ, аҡ, йомшаҡ.

Балалар, һеҙ ҡышты яратаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ ҡыш тураһында һөйләшеп алайыҡ. Мин һеҙгә һүрәттәр күрһәтәм һеҙ тулы һөйләмдәр төҙөп  яуап бирерһегеҙ. Ниндәй һөйләм төҙөргә була?

1.Ҡыш көнө йыш ҡына ҡар яуа.

2.Ҡар ағас ботаҡтарында ята.

3. Шыршы ағасы йәйен дә , ҡышын да йәшел була.

4.Ҡышҡыһын йылғаларҙа һыу туңа һәм боҙға әйләнә.

5.Ҡуян ҡышҡыһын тунын аҡ төҫкә алмаштыра, ә йәй һоро төҫтә була.

6.Ҡоштарға ҡышҡыһын һыуыҡ була. Улар үҙҙәренә ем таба алмайҙар.

7.Балалар ҡоштарға тағараҡтар эшләйҙәр. Ем һалалар.

8.Балаларсанала, саңғыла, конькиҙа шыуалар.

Ял минуты.

Тәрбиәсе балаларҙы ике төркөмгә бүлә. Бер төркөм елде, икенсеһе ҡар бөртөктәрен һүрәтләй. Ел өрә, ҡар бөртөктәре өйрөлөп осалар.Ел өргәндә”Ш” өнөн нығытып үтәләр. (2 тапҡыр).

Ҡыш-батшабикә беҙгә эштәр алып килгән. Әгәр уларҙы эшләй алмаһаҡ , ул беҙҙе туңдырасаҡ.

Дидактик уйын “Һүрәтте йыйыу”

Һүрәттәргә иғтибар итеп ҡарағыҙ әле.

-Бында нимәләрҙе күрәһегеҙ?(Ҡыш айы һүрәтләнгән, ҡар бик күп яуған, балалар ҡоштарға ярҙам итәләр).

Мин  карточкаларҙы таҡтаға эләм. Һөйләмдәр әйтәп, һеҙ ошо һөйләмгә ярашлы карточканы табып миңә күрһәтергә тейешһегеҙ.

1.Ҡыш етте, күп ҡар яуҙы. (Ошо һөйләмде аңлатҡан карточканы тап әле)

2.Ҡоштар ҡар аҫтынан  үҙҙәренә ем таба алмайҙар.

3.Балалар тағараҡ эшләнеләр.

4.Тағараҡты ағасҡа элделәр.

5.Тағараҡҡа икмәк валсыҡтары, кипкән емештәр һалдылар.

6.Тағараҡҡа  ҡоштар осоп килделәр.

7.Ҡоштар ашап бөткәс күңелле итеп йырлай башланылар.

Карточкалар ярҙамында беҙ бәләкәй генә хикәйә  төҙөнөк.

Ҡыш- Батшабикәнең икенсе уйыны ла бар. “Уйлап тап” тип атала.

Иркәләү һүҙҙәрен табып әйтәйек әле.

Сана- санаҡай, тау- тауҡай, ҡыш- ҡышҡай,боҙ- боҙҡай.

Артабанғы уйыны “Тере һүҙҙәр” тип атала.Кем һүҙҙәр булырға теләй?

Бына ҡарағыҙ әле, был ҡар ул мамыҡ кеүек йомшаҡ була, аҡ ҡағыҙ кеүек аө була, ойролоп-өйрөлөп яуа.

Бер бала “йомшаҡ”, икенсе бала “аҡ”, өсөнсө бала “ҡар” , дүртенсе бала “яуа” һүҙҙәре булалар. “Һүҙҙәр” эҙмә-эҙлекле теҙелеп килеп торалар. Һөйләм төҙөйҙәр.

Йомшаҡ, аҡ, ҡар яуа.

-Ниндәй һөйләм төҙөнөк?

-Йомшаҡ, аҡ ҡар яуа.

Балалар, беҙ һеҙҙең менән ҡыш тураһында йыр ҙа беләбеҙ.”Тышта ҡар яуа” йыры.

Дөйөмләштереү.

-Балалар бөгөн ниндәй миҙгел тураһында һөйләштек?

-Ҡыш айы тураһында һөйләштек.

-Ҡыш айҙары (декабрь, ғинуар, февраль)

-Ҡыш ниндәй? (ҡыш һыуыҡ, ҡарлы, буранлы.)

Ҡар-Батшабикә беҙгә бүләк алып килгән. Ҡышҡы урман һүрәтләнгән һүрәт. Һеҙ был һүрәтте һуңынан буйап ҡуйырһығыҙ.



Предварительный просмотр:

Тема: “Мораҙым тарлауығына сәйәхәт.”

Маҡсат:Тыуған яҡ тәбиғәте тураһындағы белемдәрен нығытыу.

Бурыстар:

Белем биреүсе:тыуған яғыбыҙ урмандарында йәшәгән йәнлектәр, ҡоштар менән таныштырыуҙы дауам итеү,  балаларға аңлайышлы булған элементарь экологик белем биреү.

Үҫтереүсе:Баларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, иғтибарлылыҡ үҫтереү, һүҙ байлыҡтарын арттырыу.

Тәрбиәүи: Йәнле тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү.

Эшмәкәрлек төрө: уйын, нәфис әҙәбиәт, коммуникатив, хәрәкәт активлығы

Йыһазландырыу:экран, проектор, презентация Ҡышҡы урманға сәйәхәт. Ҡурсаҡ Айгөл,ҡоштар тауышы

                             

                           Дәрес барышы:

Балар түңәрәктә торалар.” Маша һәм айыу” йәнһүрәтенән музыка уйнай.

Ҡурсаҡ Маша: Һаумыһығыҙ, балалар!Һеҙ мине танынығыҙмы?

Эйе, мин “Маша һәм айыу”йәнһүрәтенән килдем. Мин ауылда йәшәйем. Әһеҙ балалар, ҡайҙа йәшәйеһегеҙ?

Балалар: Беҙ Мораҡ ауылда йәшәйбеҙ.

Маша: Һеҙгә был ауылда йәшәүе оҡшаймы?

Балалар:Эйе.

Маша: һеҙҙең ауылда ниндәй матур урындар бар?

Балалар: З.Биишева исемендәге парк, Оло Эйек йылғаһы, Мораҙым тарлауығы.

Маша: Һеҙ атай-әсәйҙәрегеҙ менән ҡайҙарҙа  ял итергә яратаҙығыҙ?

Балалар: Паркта фонтан янында, урманда.

Маша: Мораҙым ауылы эргәһендәге тарлауыҡтың исеме нисек атала?

Балалар: Мораҙым тарлауығы.

Маша: Ул тарлауыҡҡа нисек барырға була?

Балалар: машинала, саңғыла, аттарҙа.

Тәрбиәсе: Ә мин һеҙгә сәйәхәткә саңғыла барырға тәҡдим итәм.

Хәрәкәт уйыны “ Беҙ саңғыла урманға барабыҙ”

Саңғыларҙа еләйек,

Урмандарҙы гиҙәйек.

Ҡышҡы тәбиғәттең

Матурлығын күрәйек. ( саңғыла йөрөгән хәрәкәттәрҙе ҡабатлайҙар)

Ҡышҡы ҡарҙар осалар,

Көслө елдәр иҫәләр.

Урман янында ҡуяндар

Шатланып һикерәләр. (Балалар һикерәләр)

Төп өлөш. Презентация менән оҙатылып барыла.

Тәрбиәсе: Бына беҙ ҡышҡы урманда!

Һаумы, серле,тылсымлы урман!

Уйын. “Әйт әле, урман ниндәй?”

Тәрбиәсе урман тураһында матур һүҙҙәрҙе һайларға тәҡдим итә.

Балалар һүҙҙәр уйлайҙар: матур, ҡарлы, ҙур, һыуыҡ, серле, тылсымлы, ҡараңғы.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар! Ҡышҡы урман тураһында ҡалай күп матур һүҙҙәр әйттегеҙ! Ә мораҙым тарлауығы эргәһендә ниндәй ағастар үҫәләр?

Йомаҡтарҙы сисегеҙ.

 Йәшел төҫлө кейемдәрен
Кейеп тора ағайҙар.
Йәйҙәр үтә, көҙҙәр үтә -
Һис бер уны һалмайҙар. /шыршы/

Уңмай көндә - ҡояшта,
Йәшел була ул ҡыш та.
Оҙон буйлы бер ағай –
Күпте күргән ... . /ҡарағай/

Тәрбиәсе: Шыршы менән ҡарағай нимәһе менән  оҡшаштар?

Балалар: Шыршы һәм ҡарағай икеһе лә йәшел төҫтә. Уларҙың икеһенең дә энәләре бар.

Тәрбиәсе:Энәләрен икенсе төрлө ылыҫ тип атайҙар. Әгәрҙә урманда ҡарағайҙар һәм шыршылар үҫә икән ул урманды ылыҫлы урман тип атайҙар.Ә  шыршы менән ҡарағайҙың ылыҫтары оҡшаштармы әллә айырылалармы?

Балалар: Энәләре оҡшаш: сәнскеле һәм йәшел.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ әле, ниндәй ағастан тубырсыҡ төштө икән?

Баларға ҡарағай һәм шыршы тубырсыҡтары таратылып бирелә. Ҡарағай тубырсыҡтарын күк төҫтәге кәрзингә, ә шыршы тубырсыҡтарын ҡыҙыл кәрзингә һалалар.

Тәрбиәсе: Һеҙгә был уйын оҡшанымы? Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Тағы нимәләрҙе осратырға була урманда?

Балалар: йәнлектәрҙе.

Йәнлектәр тураһында йомаҡтар.

Ҡойроғо көлтә кеүек,
Яратҡаны сәтләүек,
Ҡыуышҡа яһай өйөн,
Был ни, әлбиттә,… . /тейен/

Ҡара морон, һарғылт йөн,
Көлтә ҡойроҡ, хәйләкәр,
Тауыҡ итен бик ярата,
Ялан, урманда йәшәр. /төлкө/
(Ғүмәр Ғайсин)

Борсаҡтай ғына күҙҙәре,
Морон осо ҡап-ҡара.
Яҡын килһәң, йоморлана,
Энәле - тотоп ҡара!
Кем белә, кем белә,
Йә әйтегеҙ тиҙ генә. /терпе/

Йәйен - һоро, ҡышын - аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойороҡ, шеш ҡолаҡ. /ҡуян

Тәрбиәсе: Беҙҙең күҙҙәребеҙ арынылар. Уларҙы ял иттереп алайыҡ.

Күп эшләнем, күп күрҙем

Арынылар күҙҙәрем.

Йомам күҙем , ял итһен

Асам күҙем, күп күрһен.

Тағын йомам һәм асам.

Бер йомам да, бер асам

Күҙҙәр хәрәкәте менән

Бик ҙур түңәрәк һыҙам.

Унан төбәйем күҙҙәремде

Имән бармаҡ осона.

Кинәт ҡарайым тышта үҫкән

Бейек ағас башына.

Тәрбиәсе: Маша миңә үҙенең ҡыйыу, шаян булыуы тураһында һөйләне. Ул урманда яңғыҙ йөрөргә, усаҡ яғыуы, сәскәләр өҙөүен, ял иткәндә ҡысҡыртып йыр тыңлауын әйтте.Бер ваҡыт урмандан терпене лә алып ҡайтҡан!!!Ул дөрөҫ эшләгәнме?

Эйе, урманда бер үҙең йөрөү ҡурҡыныс. Әгәр ҙә урманға барһаң, унда үҙеңде дөрөҫ тоторға кәрәк. Әйҙәгеҙ, беҙ Машаны урманда үҙеңде нисек тоторға өйрәтәйек.

Тәрбисе балалар менән урманда үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен ҡабатлайҙар.( һүрәттәр күрһәтелә): ағастарҙы, сәскәләрҙе һындырмаҫҡа, ҡош ояларын туҙырмаҫҡа, усаҡ яҡмаҫҡа, урман йәнлектәрен өйгә алып ҡайтмаҫҡа.

Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. “ яҡшы – насар” уйыны уйнап алайыҡ.

Балалар торалар. Тәрбиәсе һүрәт күрһәтә.Әгәр ҙә һүрәттәге персонаж үҙен дөрөҫ тотһа, балалар ҡул сабалар, әгәрҙәперсонаж дөрөҫ тотмаһа, балалар аяҡ менән тыпырлайҙар.

1.Малай рогатка менән ҡоштарға ата.(тыпырлайҙар)

2.Ҡыҙыҡай ҡоштарға ем һала.(ҡул сабалар)

3.Балалар сәскәләргә һыу һибәләр.(ҡул сабалар)

4Балалар усаҡ яғалар.( тыпырлайҙар)

Тәрбиәсе:Афарин, балалар! Барығыҙ ҙа хәтерләп ҡалдығыҙмы!

Бына беҙҙең сәйәхәтебеҙҙә тамамланды.Балалар баҡсаһына ла ҡайтырға ваҡыт етте.

Дәйәмләштереү.

Урманда күмәкләшеп

Саңғылар менән шыуҙыҡ.

Күҙҙәрҙе асып йомғансы,

Баҡсабыҙға беҙ ҡайттыҡ.

Тәрбиәсе: Балалар, беҙ бөгөн саңғыларҙа  ҡайҙа барҙыҡ?

Балалар: урманға.

Тәрбиәсе: Беҙ Маша менән нимәләргә өйрәндек?

Балалар:Урманда үҙеңде нисек тоторға өйрәндек.Сөнки урман – беҙҙең байлығыбыҙ. Урманды һаҡлвңарға кәрәк.

Маша: Балалар, миңә лә һеҙҙең менән сәйәхәт итергә бик тә оҡшаны. Рәхмәт һеҙгә! Һаубулығыҙ!



Предварительный просмотр:

                               Белем биреү өлкәһе. Телмәр үҫтереү.

                     Тема:Г.Ситдыҡова “Беренсе президент” әкиәте менән таныштырыу.

Танып-белеү, художестволы- эстетик, коммуникатив эшмәкәрлек.

Маҡсат һәм бурыстар: Г.Ситдыҡованың “Беренсе президент”әкиәте менән таныштырыу,Башҡортостандың тәүге президенты тураһында белемдәрен киңәйтеү; һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтеү, фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү буйынса күнекмәләр үткәреү, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:М.Ғ.Рәхимов тураһында альбомдар, портреты , буяу ҡәләмдәре, аҡ альбом бите.

                                                     Дәрес барышы:

   Артикуляция күнегеүҙәре.

1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.

2. Тиҙәйткестәр әйтеү.

Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм,                                   Өммөгөлсөм өләсәйем
Ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тамсы тама.                            
Өлөштәрен өләшә.
Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,
Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.
Әлимә, Әсмә, Әлиә                                                          
Миңлеғәле ҡурайының
Сәй эсәләр күмәкләп.                                                      
Моңдарын мин  тыңланым.

Тәрбиәсе:Балалар, һеҙ хәҙер башҡорт исемдәре тураһында күп беләһегеҙ, уларҙың мәғәнәләрен дә, нимә аңлатҡандарын әйтә алаһығыҙ.Әйтегеҙ әле, беҙ кемдәргә ҡунаҡҡа барҙыҡ?

Балалар: Айгөлгә, Азаматҡа ҡунаҡҡа барҙыҡ.

Тәрбиәсе: Был исемдәр нимәне аңлата?

Балалар:Айгөл- ай сәскәһе, Азамат- бөйөк, ғорур ир арыҫланы тигәнде аңлата.

Тәрбиәсе: Балалар, әйтегеҙ әле, кешегә исем ни өсөн кәрәк?
Балалар: Исем иң элек кешегә мөрәжәғәт итеү, өндәшеү өсөн кәрәк.

Тәрбиәсе:Эйе, дөрөҫ, балалар. Һәр бер кешенең шәхси исеме була. Сабый донъяға килеү менән, уға ата–әсә исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ ала.Һәр бер исемдең үҙенең мәғәнәһе була.Ә һеҙҙең исемдәр нимәне аңлата?

Балаларҙың яуаптары.

Тәрбиәсе: Бөгөн мин һеҙгә Гүзәл Ситдыҡованың “ Президент исеме” тигән әкиәт менән таныштырам.

Әкиәт менән  таныштырыу, әкиәттең йөкмәткеһе менән таныштырыу, тыңлау.

Физминутка

Бер, ике, беҙ баҫтыҡ,
Сәп-сәп итеп ҡул саптыҡ.
Аяҡтарҙы бер урында
Тып-тып-тып итеп баҫтыҡ.
Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ,
Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ,
Инде бер аҙ хәл алдыҡ,
Тыныс ҡына ултырҙыҡ.

Тәрбисе: Балалар, әйтегеҙсе, кем ул президент?

Балалар: Ул башлыҡ, етәксе. Республикала иң ҙур кеше.

Тәрбиәсе: Был әкиәттә кем тураһында һүҙ бара?

Балалар:Башҡорт халҡының тәүге президенты булыр бәпестең тыуыуы тураһында әйтелә.

Тәрбиәсе :Буласаҡ ил башлығының олатаһының исеме нисек атала?

Балалар: Малайҙың олатаһының исеме – Рәхим.

Тәрбиәсе: Был исемдең мәғәнәһе нисек аңлатыла?

Балалар: Мәрхәмәтле, шәфҡәтле, аяусан тигәнде аңлата.

Тәрбиәсе: Атаһының исеме нисек атала?

Балалар: Атаһының исеме - Ғөбәйҙулла,

Тәрбиәсе: Был исемдең мәғәнәһе нисек аңлатыла?

Балалар: Атаһының исеме - Ғөбәйҙулла, Алла ҡоло тигәнде аңлата. Иманлы, бик яҡшы кеше тигәнде аңлата.

Тәрбиәсе: ә малайға исемде кем тип атайҙар?

Балалар: Мортаҙа  исеме  таман булыр. Мәғәнәһе - һөйөклө, һайлап ҡуйылған, артыҡ күрелгән тигәнде аңлата

Тәрбиәсе:Балалар,кем тураһында был әкиәттә һүҙ барҙы?

Балалар:Башҡортостандың беренсе президенты М. Ғ.Рәхимов тураһында һүҙ барҙы.

Тәрбиәсе М.Ғ.Рәхимов тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә. Фотолар ярҙамында оҙатыла.

Мәҡәлдәр:”Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән”, “Халҡым “ тигән ир – алтын.

Тәрбиәсе: Балалар, ошо мәҡәлдәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

Балаларҙың яуаптары.

Тәрбиәсе:Эйе, башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә “Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән” , “Халҡым тигән – ир алтын” тип дөрөҫ әйткәндәр.Сөнки М. Рәхимов ябай ауыл малайы.Ошо ауыл малайы тырышып завод директоры, һуңынан Президент булып китә.Халҡым тип йәшәй, илде күтәрә.Үҙ тыуған яғын ярата , хөрмәт итә.Шуға ла халыҡ уны әле лә онотмай, оло ихтирам күрһәтә, уны ярата.Сөнки ул Республика өсөн бик күп эштәр башҡарҙы, Башҡортостаныбыҙҙы күтәрҙе.

Тәрбиәсе: Балалар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башғортостандың беренсе президенты М.Ғ.Рәхимов тураһында һәйләштек. Дәрес һуңында, әйҙәгеҙ , беҙ уның портретын эшләйек.

Һуңынан балалар һүрәттәрҙе эшләп бөткәс,  үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашалар.


                               

                                              Президент исеме
- Өләсәй, ә һин Президент тураһында әкиәт беләһеңме? – тип һораны Һәҙиә.
- Белмәйем, белмәһәм дә һөйләйем, - тип шаяртып яуапланы ул һәм теҙеп алып китте:
- Йәшәй, ти, бар, ти, Исемдәр батшалығы. Һәр халыҡтың исемдәре урам-урам булып йәшәй, ти. Ваҡыт-ваҡыт кеше телен белгән матур алтын ҡоштар осоп килә лә, берәүһен кешеләр араһына алып китә. Ҡайһы саҡ ҡанатлы ҡунаҡтар бик оҙаҡ һайлана - иң-иң шәп исем әллә ҡайҙа йәшенә лә ҡуя, ти.
Бер көндө башҡорт урамы ҡоштар һайрауына сумған.
- Беҙгә бөгөн бик яуаплы эш тапшырылды: был халыҡтың тәүге президенты булыр бәпес донъяға килде, - тип сутылданы, ти, ҡоштар башлығы.
- Ундай сабыйға берәй ғәҙәти булмаған исем ҡушырға кәрәк. Бәлки бүтән халыҡтар урамынан эҙләп ҡарарбыҙ? - тигән Исемдәр батшаһы. Бындай тәҡдимгә башлыҡ риза булмаған:
- Халҡына, халҡы биләгән ерҙә йәшәгән һәммә милләттәргә етәксе булыр башҡортҡа бүләкте үҙенең урамынан алабыҙ. Исем кешегә юҡҡа ғына бирелмәй бит, ә яҙмышын билдәләй. Беренсе президент донъяға килер нәҫелде беҙ күптән билдәләп ҡуйғанбыҙ инде. Шуға ла малайҙың олатаһына Рәхим тип ҡуштыҡ. Мәрхәмәтле, шәфҡәтле, аяусан булһын, тинек.
Атаһының исеме - Ғөбәйҙулла, Алла ҡоло тигәнде аңлата. Иманлы, бик яҡшы кеше, тимәк.
Ә үҙенә Мортаҙа исеме таман булыр. Мәғәнәһе - һөйөклө, һайлап ҡуйылған, артыҡ күрелгән.
Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы Рәхимов - күпме аҫыл сифаттар бирәсәк был исемдәр үҙенең эйәһенә!
Ошолай тип тамамлаған ҡоштар башлығы һүҙен һәм сабыйға тәғәйенләнгән иң һәйбәт исемде суҡышына ҡыҫтырып Башҡортостанға юл алған.
"Аҡбуҙат" - 2008, №10
Гүзәл Ситдиҡова



Предварительный просмотр:

               Художестволы-эстетик белем биреү өлкәһе.

Йәбештереү. “Тәүәкәндең ҡаҙ фермаһы” Коллектив эш.

Маҡсаттар һәм бурыстар:Балаларҙы ҡағыҙҙы өҙөп алып йәбештереү техникаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү.Һәр өлөштөң пропорцияһын һаҡлап ҡағыҙ битнә урынлаштырыуҙы дауам итеү. Күҙаллауҙы, уҙаллылыҡты, ижади фантазияны, логик фекерләүҙе үҫтереү.

Йыһазландырыу: Тәүәкән ҡаҙ фермаһы тураһында фотоһүрәттәр, слайдттар.

                               А.Йәғәфәрова шиғыры, өй ҡаҙҙары, ҡыр ҡаҙҙары фотолары.

                                     Дәрес барышы:

Тәрбиәсе: Балалар, мин һеҙгә йомаҡ әйтәм.Тыңлағыҙ әле, был нимә икән?

Әсәй көтә был ҡоштарҙы,

Улар тоя һөйөү, наҙ.

Бәпкәләрен сығарғанда

Шатланып бейей ...(ҡаҙ)

2-се йомаҡты тыңлағыҙ.

Һыуҙа йыуынып алды

Өҫтө ҡоро ҡалды. Был нимә? (Ҡаҙ)

Тәрбиәсе: Афарин , балалар! Дөрөҫ әйттегеҙ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡаҙ тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Тәрбисе:Балалар, әйтегеҙ әле, себештәр нисек һөйләшәләр?

Балалар: сип-сип-сип

Тәрбиәсе: Ә ҡаҙҙар нисек һөйләшәләр?

Балалар:Ҡаҡаҡ-ҡаҡаҡ-ҡаҡаҡ

Тәрбиәсе:Ә һеҙҙең уҫал ата ҡаҙ күргәнегеҙ бармы?Ул нимә эшләй?

Балалар: ҫ-ҫ-ҫ-ҫ ыҫылдай.

Тәрбисе: Ауылдағы ата ҡаҙҙан ҡурҡаһығыҙмы?

Балалар:Эйе ҡурҡабыҙ. Оҙон муйынын һуҙып килә башлаһа,  уҫал эттәр ҙә ҡурҡалар.

Тәрбиәсе: Ауылдағы ҡаҙҙар уҫал шул. Бына тарихта ла һиҙгер ҡаҙҙар Боронғо Римде дошман яуынан һаҡлап ҡалған ти.

Тәрбисе: А.Йәғәфәрова исемле шағирә ҡаҙ тураһында шиғыр яҙған. Бына тыңлағыҙ әле.

Ҡаҙҙар төшкән йылғаға

Йәшел үләнле ярға.

Күңелле һөйләшәләр

Ға-ға-ға ла, ға-ға-ға. (Бергәләп ҡабатлау)

Тәрбиәсе: Ә һеҙ беләһегеҙме ҡаҙҙарҙың төрҙәре лә бар.

Бына улар: ҡыр ҡаҙы, йорт ҡаҙы(Фотоһүрәттәр күрһәтеү)

 Ҡыр ҡаҙҙары  күл буйҙарында, йылға буйында йәшәйҙәр.Ә йорт ҡаҙҙары ҡыр ҡаҙына ҡарағанда йыуашыраҡ. Кәүҙәгә лә ҙурыраҡ, муйыны ла оҙонораҡ. Йорт ҡаҙҙарын кешеләр ҡарай, тәрбиәләй.

Тәрбиәсе: Ҡаҙҙарҙың ниндәй файҙаһы бар?

Балалар:мамыҡ бирә, итен ашайҙар, йомортҡа һала.

Тәрбиәсе: Ә бына ҡаҙҙарҙы ауылда ғына түгел, ә ҡошсолоҡ фермаларында ла тоталар.Ҡошсолоҡ фермаһы беҙҙең Күгәрсен районында ла бар. Әйҙәгеҙ, бергәләп һеҙҙең менән сәйәхәткә барайыҡ.

Ял минуты

Автобусҡа ултырҙыҡ
Сәйәхәткә йыйылдыҡ.
Бип-бип-бип, бип-бип-бип
Сәйәхәткә йыйылдыҡ.
Барабыҙ урман аша,
Беҙгә ҡояш йылмая.
Бип-бип-бип, бип-бип-бип
Беҙгә ҡояш йылмая.

Тәрбиәсе: Бына беҙ килеп тә еттек. Үҙ урындарыбыҙға ултырҙыҡ. Экранға иғтибар менән ҡарағыҙ әле.

1 слайд М.Рәхимов фотоһы.

Тәрбиәсе:Әйтегеҙ әле, балалар, был кем?

Балаларҙың яуаптары.

Тәрбиәсе: Эйе был  М.Ғ.Рәхимов .Ул беҙҙең яҡташыбыҙ. Беренсе Президент. Күренкле шәхес.

2 слайд .Тәүәкән ауылы фотоһы.

Тәрбиәсе: Был ниндәй ауыл?

Балаларҙың яуаптары.

Тәрбиәсе: Был Тәүәкән ауылы. Был ауылда М.Ғ.Рәхимов тыуған.Был ауыл бик матур ауылдарҙың береһе. Бында спорт- һауыҡтырыу үҙәге бассейны ла бар, китапхана, мәҙәниәт йорто, мәсет, балалар баҡсаһы, мәктәп тә, хатта ҡошсолоҡ фермаһы ла бар.Быларҙың барыһында М.Ғ.Рәхимовтың иғтибары, тырышлығы арҡаһында булдырылды.

Тәрбиәсе: Ошо ауылда урынлашҡан Ҡошсолоҡ фермаһы менән яҡындан танышайыҡ. (ҡошсолоҡ фермаһы слайдттар менән оҙатыу)

Күҙҙәрҙе ял иттереү.

Тағы йомам һәм асам,
Бер йомам да бер асам.
Күҙҙәр хәрәкәте менән
Бик ҙур түңәрәк һыҙам.

Шунан күҙҙәремде төбәп
Баш бармаҡтың осона,
Ҡапыл ҡарайым тышта үҫкән
Бейек ағас башына.

Уң күҙеңде ҡыҫып ал да
Һул күҙеңде ҡыҫып ал,
Шунан тәҙрә аша
Күк офоҡҡа күҙең һал.

Ике күҙеңде йом да
Бер минуттай йоҡлап ал.
Уңға, һулға башың сайҡа,
Бына шулай була ял.

Тәрбиәсе: Оҡшанымы, ҡошсолоҡ фермаһы һеҙгә?Әйҙәгеҙ ,беҙ һеҙҙең менән матур ғына йыртылған ҡағыҙҙарҙан ҡаҙ һүрәтен яһайыҡ.Бының өсөн беҙгә аҡ ҡағыҙ һәм елем кәрәк буласаҡ. Ватмандағы ҡаҙға ҡауырһындар йәбештереп сығайыҡ. Ҡағыҙҙы өҙөп алабыҙ ҙа, елем менән йәбештерәбеҙ.

Балалар эшләйҙәр. Тәрбиәсе ярҙам итә.

Тәрбиәсе: Афарин!!! Бөгөнгө эшебеҙ бик матур килеп сыҡты.

Әйтегеҙ әле, бөгөн беҙ ҡайҙа сәйәхәт иттек?

Балалар:Тәүәкән ауылындағы ҡошсолоҡ фермаһына сәйәхәт иттек.

Тәрбиәсе: Ә был ауылда кем тыуған?

Балалар:М.Ғ.Рәхимов. Беренсе Президент.

Тәрбиәсе :Рәхмәт, балалар!



Предварительный просмотр:

МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ «Уралҡай балалар баҡсаһы

     Белем биреү эшмәкәрлеге: Тирә-яҡты өйрәнеү

Тема:«Һыу ниндәй ул

7pEVdLgDLYI

                                                   Үткәреүсе: кескәйҙәр төркөмөндә          

                                                    эшләүсе тәрбиәсе

                                                    Л. Ҡ. Ишбаева

                                                 

                                                    Үткәреү көнө: 03.11.2017 йыл

Маҡсат:төҫлө һүрәттәр ҡулланып балаларҙың һыу тураһында белемдәрен нығытыу, эксперемент эшенә ылыҡтырыу, һыуға һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу.

Белем биреү өлкәләре:танып белеү, социаль-коммуникатив үҫеш, физик үҫеш, телмәр үҫтереү.

Бурыстар.

Үҫтереүсе:иғтибарлыҡты, хәтерҙе, аң-зиһенде үҫтереү.

Өйрәтеүсе:яңы төшөнсәләрҙе нығытыу.

Тәрбиәүи: балаларҙа таҙалыҡты, уҙаллыҡты тәрбиәләү.

Эшмәкәрлек төрҙәре: әңгәмә, уйын, танып белеү.

Алдағы эш: һыу тураһында әңгәмә, һүрәттәр ҡарау.

Ҡулланылған материалдар:һыу, стакандар, таш,буяу,уйынсыҡ айыу.

                        Дәрес барышы:

Тәрбиәсе. Һаумыһығыҙ, балалар! Беләһегеҙме бөгөн беҙгә ҡунаҡ килде, бына ул - айыу. Әйәгеҙ, айыу менән һаулыҡ һорашып алайыҡ. (балалар айыу менән һаулыҡ һорашалар).Айыу шул тиклем һыу менән уйнарға ярата. Ләкин ул бөгөн нишләптер бойоҡ, сөнки ул һыу менән уйнарға яратһа ла һыу тураһында бер нәмә лә белмәй һәм беҙҙән ярҙам һорай. Ул һыу тураһында белгеһе килә. Ярҙам итәбеҙме, балалар? Мин шуға ла Айыуҙы дәрескә саҡырҙым, беҙ уға һыуҙың ниндәй икәнлеген күрһәтербеҙ, һыу менән уйнап алырбыҙ. Һеҙ шуға ризамы балалар?

Тәрбиәсе Айыуға: Айыуҡай, һин беҙҙе ҡарап, тыңлап ултыр аңламаһаң һорарһың йәме.

Тәрбиәсе. Ә беҙ балалар менән һүрәттәргә таянып һиңә һыу тураһында һөйләп үтәйек, ә һуңынан эксперименттар күрһәтербеҙ.

Балалар, һыу ҡайҙа бар әйтегеҙ әле. (Балаларҙың яуаптары).

Беҙгә нимә өсөн һыу кәрәк, нисек уйлайһығыҙ? (Балаларҙың яуаптары).

Беҙгә һыу:

-йыуыныр өсөн

-эсер өсөн

- бешерер өсөн

- кер йыуыр өсөн

- гөлдәргә ҡойор өсөн кәрәк.

Балалар, кешегә һыу бик кәрәк тағы ла кемдәргә кәрәк икән һыу(балалрҙың яуаптары).

Эйе, һыу кешеләргә, хайуандарға, үҫемлектәргә бик кәрәк, шуның өсөндә һыуҙы һаҡлар кәрәк, мәҫәлән, йылғаларға ҡый ташламаҫҡа, буштан-бушҡа кранды асмаҫҡа.

Балалар, айыуҡай беҙгә үҙенең ҡайҙа йәшәгәнлеген күрһәтәм ти.

Әйҙәгеҙ, бергәләп ял итеп алайыҡ.

Һоро ғына айыуҙар

Урманда бит йәшәйҙәр.

Урманда бит йәшәйҙәр ҙә

алпан-толпан атлайҙар.

Бына шулай, бына шулай,

алпан-толпан атлайҙар.

Ағасты һелкеткәндәр,

Унан бал эҙләгәндәр.

Бына шулай,бына шулай,

Ағасты һелкеткәндәр.

Шунан барып шишмәнең

Һыуын алып эскәндәр.

Бына шулай, бына шулай,

Һыуын алып эскәндәр.

Балалар, бына айыуҙар урмандағы шишмәнән һыу эскәндәр. Шишмәнән һыу эсергә яраймы?

Юҡ.

Ни өсөн эсергә ярамай.

Сөнки шишмәлә һыу бысраҡ. Таҙартып, йәки ҡайнатып ҡына эсергә кәрәк.

   Опыт. Һыуҙы нисек таҙартырға

Опыт - эксперемент яһайбыҙ. Буш стакан алабыҙ.Воронка ҡуйып, өҫтөн  марля менән ҡаплап шишмәнән алынған һыуҙы ҡоябыҙ. Марляла бысраҡ тороп ҡала.

Айыуҡай, һин беҙҙе ҡарап ултыр һәм иҫеңә һалып бар, беҙ хәҙер балалар менән һыуҙың ниндәй икәнен тикшереп үтәбеҙ.

эксперимент

Стаканды һыу менән тултырам..

Тәрбиәсе. Балалар, стакандарығыҙға һыу тултырҙыҡ. Әйтегеҙ әле, һыу ҡатымы әллә шыйыҡмы? Ҡайҙан белдек шыйыҡ икәнен. Сөнки һыуҙы түгеп, ҡойоп була. Һыу шыйыҡ.

2 эксперимент

Тәрбиәсе. Балалар, һыу тулы стыканға ташты төшөрәм. Беҙ ташты күрәбеҙме ул? Эйе, таш күренә. Һыу төҫһөҙ. Ҡабатлау, индивидуаль ҡабатлатыу.

3 эксперимент

Тәрбиәсе. Мин һеҙгә һыуҙы буяп ҡарарға тәҡдим итәм. Алдымда ятҡан краскаға кисточка тығып алайыҡ та стакандағы һыуға болғатайыҡ әле. Һыу нимә эшләне? Балаларҙың яуаптары.

Эйе, һыуҙың төҫө үҙгәрҙе. Беҙ һыуға нндәй буяу һалабыҙ һыу шул төҫкә буяла.(Ҡабатлау, индивидуаль ҡабатлатлау)

Тәрбиәсе айыуҡайға ҡарап:

 Айыуҡай, бөтәһелә аңлашыламы?

- Эйе, эйе!

Тәрбиәсе. Балалар, бөгөн беҙгә кем килде ҡунаҡҡа?

Әйҙәгеҙ әле, хәҙер беҙ айыуҡайға һүрәттәр ярҙамында, бөгөн нимә тураһында нимәләр эшләгәнебеҙҙе иҫкенә төшөрөп үтәйек, ә һин, айыуҡай, иғтибар менән тыңла!

Һыу беҙгә нимә өсөн кәрәк?

Һыу ниндәй ул? (һыу- шыйыҡ, аға,  һыу төҫө юҡ, һыуҙың төҫөн үҙгәртеп була).

Ә хәҙер Айыуҡай, һеҙгә бүләк алып килгән шуларҙы тарата. Һыу тамсылары. Афарин балалар! Рәхмәт һиңә , айыуҡай!

Күңелле музыка. Балалар һыу тамсылары менән бейейҙәр.



Предварительный просмотр:

Башкортостан  Республикаһы  

«Уралҡай» балалар баҡсаһы

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү

Бюджет учреждениеһы

Танып белеү өлкәһендә “Яҡташ батырҙар” темаһына балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмө  өсөн план-конспект.

                                                                           

Әҙерләне: тәрбиәсе Ишбаева Л.Ҡ

                                     Мораҡ-2019й.

Тема:Яҡташ батырҙар. Яҡташыбыҙ- Ф.Ғ.Шәмиғолов.

Маҡсат: а.Балаларҙың Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның  геройҙары тураһында белемдәрен  арттырыу.Яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Ф.Ғ.Шәмиғолов менән таныштырыуҙы дауам итеү.Балаларға батырҙы өлгө итеп ҡуйыу.Етеҙлек, сослоҡ сифаттары үҫтереү

б.Телмәр үҫтереү, шымартыу.

в.Тыуған илгә һөйөү,ветерандарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.Ф.Ғ.Шәмиғоловҡа оҡшарға теләк уятыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

Йыһазландырыу:компьютер,мультипроектор,дәреслек,слайдтар.

                     Дәрес барышы:

Балалар ярым түңәрәк булып ултыралар.

Һаумыһығыҙ, балалар!Хәйерле көн!

Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ,һеҙгә бөгөнгө дәрестә  уңыштар теләйем. Хәҙер килгән ҡунаҡтарға ҡарап һаулыҡ һорашабыҙ.

-Балалар, беҙҙең ауыл нисек атала?(Мораҡ)

-Ә районыбыҙ нисек атала?(Күгәрсен)

-Беҙ йәшәгән Республика нисек атала? (Башҡортостан)

-Беҙ ниндәй илдә йәшәйбеҙ? (Рәсәй)

-Ниндәй байрам яҡынлашып килә?(Еңеү көнө)

Дидактик уйын “Һүҙҙәр ниндәй булалар”

-Балалар, әйтегеҙ әле, беҙҙең тирәлә һүҙҙәр күпме әллә әҙме?(Күп һүҙҙәр беҙҙе уратып алған)

-Эйе, беҙҙе тирә –яғыбыҙҙа күп һүҙҙәр уратып алған. Мин һеҙгә шул һүҙҙәр араһынан “Иң тәмле” һүҙҙәрҙе эҙләргә тәҡдим итәм.

( кәнфит, шоколад, торт, һут, шәкәр)

-Ә хәҙер “Иң күңелле” һүҙҙәрҙе атағыҙ. ( Байрам, тыуған көн, цирк, бүләктәр, йылмайыу)

-Күңелһеҙ һүҙҙәр ҙә булалар. Ниндәй күңелһеҙ һүҙҙәрҙе әйтә алаһығыҙ? (Күҙ йәштәре, ауырыу, укол, һаубуллашыу)

-Тағы ла бер ҡурҡыныс һүҙ бар – һуғыш һүҙе.

Ә ни өсөн ул “Ҡурҡыныс” һүҙ? (Сөнки кешеләр һуғышта үләләр, асығалар, ауырыйҙар, бик күп күҙ йәштәре күрәләр, түгәләр).

Һуғыш осорондағы һәм тыныс тормоштағы төрлө тауыштарҙы тыңлап сағыштырыу.

-Әйҙәгеҙ әле, тәҙрәне асайыҡ. Урамда ниндәй тауыштар ишетелә?(Ҡоштар һайрай, йылы ел иҫә,машина тауышы ишетелә, кешеләр күңелле һөйләшәләр)

-Бик күп йылдар элек, бөгөнгө ҡояшлы тыныс бер көн кеүек көндә беҙҙең илебеҙгә дошмандар баҫып инәләр.Бына шулай һуғыш башлана.Дошман самолеттары оса башлайҙар,танктар тауышы ишетелә, бомбалар ярыла, дошман һалдаттары ҡорал менән ут аса.(Шартлау тауыштары яңғыраған, илаған тауыштар яҙылған яҙма тыңлау)

-Һуғыш тауыштары һеҙгә оҡшанымы?(ЮҠ)

Был һуғыш тауыштары.

-Был иң аяуһыҙ һуғыштарҙың береһе була.Дошмандар беҙҙең илебеҙҙең баш ҡалаһы-Мәскәүгә  тиклем килеп етәләр.Беҙҙең тыуған илебеҙҙҙе дошмандарҙан һаҡлап бик күп ағайҙар, олатайҙар яуға киткәндәр.Был һуғыш 4 йыл буйы бара. Бөйөк Ватан һуғышы тип атала.(Экранда һуғыш осоро картиналары)

Беҙҙең райондан да бик күптәр һуғышҡа китәләр һәм күптәре яу яландарында ятып ҡалалар.

-Күгәрсен районынан сыҡҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройҙарын беләһегеҙме?

Экранға ҡарағыҙ әле.

Күгәрсен ере 9 советтар Союзы Геройын биргән. Бына улар:

1.М.Г.Аминев

2.В.С.Бекетов

3.С.Х.Суфьянов

4.Н.Г.Ежов

5Ф.Г.Шамгулов

6.В.Д. Копылов

7. П.А. Жувасин

8. М.И. Еремин

7.Г.И.Шубин

-Балалар, кем ул Советтар Союзы Геройҙары?

-Улар батырҙар.

- Ә ниндәй батырлыҡ эшләгәндәр?

-Тыуған илде дошмандарҙан һаҡлағандар.Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәй һуғышҡандар.

- “Батырҙар онотолмай” тигән мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?

 Беҙҙең илебеҙ өсөн үҙҙәрен аямай һуғышҡан, һәр саҡ ҡыйыу булған, ғүмерҙәрен биргән һалдаттарыбыҙҙы онотмаясаҡбыҙ, һәр ваҡыт хәтерләп торасаҡбыҙ.Күп кенә һалдаттарыбыҙ яу яландарынан әйләнеп ҡайтманылылар. Беҙ уларҙы онотмайбыҙ, уларҙы хәтерләрләргә һәйкәлдәр янына киләбеҙ. Сәскәләр һалабыҙ.

“Батырҙар Һәйкәле” йырын тыңлау

БАТЫРАРҘАР ҺӘЙКӘЛЕ
Таш бағананын йөҙөнә
Бик күп исем уйылған.
Ә иң өҫкә ҡыҙыл ғына
Йондоҙ элеп ҡуйылған.
Батырҙарҙын һәйкәленә
Ҡәнәферҙәр һалайыҡ.
Бер минутҡа тып-тып ҡалып,
Беҙ хәтергә алайыҡ.
Олатайҙар яуға ингән,
Һаҡлап тыуған ерҙәрен.
Килер матур көн хаҡына
Биргәндәр ғүмерҙәрен.
Бөйөк Ватан һуғышында
Дошмандарҙы еңгәндәр.
Ошо күктәр, ошо ерҙәр
Тыныс булһын, тигәндәр.
(Гөлнара Хәлфетдинова)

Дидактик уйын “Һалдат ниндәй булырға тейеш”

-Балалар, миндә “Геройҙар” тип аталған сәскә бар. Бына ул .Тик уның таждары төрлө яҡҡа осоп бөттөләр.Сәскә таждарын йыйырға һәм батырлыҡ күрһәткән һалдаттарҙың сифаттарын әйтергә кәрәк. (Ҡыйыу, ҡаһарман, ил һөйәр, батыр, сабыр, түҙемле, ғорур, ҡурҡыу белмәҫ)

Бына ошондай сәскә барлыҡҡа килде лә инде.Был сифаттар ысын геройҙарҙа ғына була.

Хәрәкәтле уйын.”Разведчиктар” (Ял минуты)

-Беҙ хәҙер һеҙҙең менән разведкаға барабыҙ.Беҙҙең маҡсат: команданы теүәл үтәргә һәм яңылышмаҫҡа. Әгәр ҙә һеҙ 1 тапҡыр һыҙғырыу сигналы ишетһәгеҙ- түңәрәк буйлап бер-бер артлы атлайһығыҙ.Әгәр ҙә 2 тапҡыр һыҙғырыу сигналы ишетһәгеҙ- биноколь аша  тирә – яҡты ҡарайбыҙ.3 тапҡыр һыҙғырыу сигналы ишетһәгеҙ-йәшеренәбеҙ, сүкәйәбеҙ.

ЕҢЕҮ КӨНӨ
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
«Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!
(А.Игебаев)

(Шиғырҙы тыңлау, бергәләп ҡабатлау )

Бөгөн беҙ тағы ла һуғыш батырҙары тураһында һөйләшеүҙе  дауам итәбеҙ. Яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы геройы Ф.Ғ.Шәмиғолов тураһында һөйләшәсәкбеҙ. (Фотоһын күрһәтеү,

Биографияһы, фотолар ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү менән  оҙатылып барыла)

-Ф.Ғ.Шәмиғолов 1940 й Ялсы ауылында тыуа. Хәрби училищела уҡый. 20 йәшендә рота командиры итеп тәғәйенләнә,22 йәшендә батальон , 23 йәшендә полк менән етәкселек итә. 1945 йылда Польшаны азат иткән саҡта батырҙарса һәләк була. Бик күп наградаларға лайыҡ була. Үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.Уның тыуған ауылында йорт музейы, һәйкәле бар.Һәм беҙҙең балалар баҡсаһы урынлашҡан урамға уның исеме бирелгән.

-Балалар, бына шундай ҙур батырлыҡтар күрһәтә беҙҙең яҡташыбыҙ Ф.Ғ.Шәмиғолов. Батырҙар онотолмай.

-Балалар, ниндәй батырлыҡтар күрһәтә Ф.Ғ.Шәмиғолов

-Батырлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәрҙе беләбеҙ

-Егет ҡәҙерен ил белер.

  -Батырҙар онотолмай.

-Эйе.Ф.Шәмиғолов- батыр .Уның исеме  беҙҙең хәтерҙә. Батырҙар онотолмай. Беҙ уларҙы белергә тейешбеҙ. 

                                                                                                


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.

                Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт Маҡсат: - балалар менән  берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:- балаларҙың...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Занятие для младшей группы по познавательной деятельности...