Использование малых фольклорных форм в организованной образовательной деятельности и в режимных моментах
презентация по коррекционной педагогике

Кутдусова Гульнара Ураловна

 Ҡала шарттарында үҫкән балаға башҡортса дөрөҫ һөйләү һәм аңлау ҙур көс талап итә. Әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына, үҙ милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф – ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала. Беҙҙең балалар баҡсаһында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып телмәр үҫтереү тора. Тәрбиәсенең телмәре лә, эмоциональ яҡтан сағыу булһа, бала иғтибарын тиҙ йәлеп итә. Балаларға башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө- төрлө уйын һәм яңы методик алымдар ҡулланырға кәрәк.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Доклад 33.07 КБ

Предварительный просмотр:

Бәләкәй жанрҙарға ҡараған фольклор алымдарын башҡорт телен өйрәнгәндә ҡулланыу - Слайд1

Слайд 2 Ҡала шарттарында үҫкән балаға башҡортса дөрөҫ һөйләү һәм аңлау ҙур көс талап итә. Әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына, үҙ милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф – ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала. Беҙҙең балалар баҡсаһында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып телмәр үҫтереү тора. Тәрбиәсенең телмәре лә, эмоциональ яҡтан сағыу булһа, бала иғтибарын тиҙ йәлеп итә. Балаларға башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн төрлө- төрлө уйын һәм яңы методик алымдар ҡулланырға кәрәк.

Слайд 3 Бының өсөн башҡорт халҡының йолалары, ижады, мәҙәниәте отошло. (Фольклор төрҙәре)

Слайд4 Фольклор өлгөләре ололарҙы ла, кескәйҙәрҙе лә берҙәй тәрбиәләй, халыҡ ижады һәм педагогикаһы балаларҙың тасуири һөйләү ижадына тәьҫир итә. Халыҡ ижады һуты менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була. Телмәрҙе үҫтереүҙә халыҡ ижады ынйылары – мәҡәлдәр, һынамыштар, тиҙәйткестәр, уйындар ғәйәт ҙур роль уйнай.                                

Теләктәр,  юрауҙар, имләүҙәр, таҡмаҡтар, балаларҙы әүрәткәндә әйткән һүҙҙәр шиғри формала булған. Улар йә һамаҡлап, йә көйләп әйтелгән. Ата- әсәләр артынан баланың төрлө хәрәкәтте һәм һүҙҙәрҙе ҡабатлауы, уның һәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итә.Мәҫәлән: бармаҡ уйындары, шаяртҡыстар, һикергестәр, һанашмаҡтар, табышмаҡтар, мауыҡтырғыстар.

Слайд 5. Шаяртҡыстар: Һәр бармаҡ ғаилә ағзаларына арналып, бөгөлә:-быныһы- олатайға, быныһы- өләсәйгә, быныһы- атайға, быныһы- әсәйгә, быныһы- ағайға, быныһы- апайға....Баланың усы йомола. Ҡайҙа ҡаҙан төбөн ҡырып ашайым, кетер-кетер- кетер-  тип ҡытыҡлап баланың усын астыралар.

Һөйгөстәр:

Бәпес- бәпес, бәпестәй,

Бәләкәй генә бәпестәй.

Бәпелдәтеп һөйөргә

Арҡалары йәтештәй.

Слайд 6  Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнгәндә, һәм телмәрендә өн кәмселектәре булған балалар менән өндәрҙе дөрөҫ әйтергә телмәр ағзаларын әҙерләү, өндәрҙе ҡуйыу, автоматлаштырыу һәм айырырға өйрәтеү өсөн бөгөнгө көндә методик алымдар әүҙем ҡулланыла. Өндәрҙе дөрөҫ ишетеүгә һәм айырыуға төрлө күнекмәләр, тиҙәйткестәр һәм тел төҙәткестәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр ҡулланып була. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе мәктәпкә әҙерлек төркөмө балаларының һөйләм телмәрен камиллаштырыуҙа ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә.

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, автоматлаштырыуҙа балаларға шиғыр ятлатыу эше айырым урын алып тора. Йомаҡтар сисеү, тиҙәйткестәр,  тел төҙәткестәр ҡулланыу, ҡабатлау кескәйҙәрҙе телгә өйрәтеүҙә алыштырғыһыҙ алымдар.

Слайд 7     Тел төҙәткестәр

Мәҫәлән:

Ҫа – ҫа – ҫа – ҡайһылай матур баҫа,

Са – са – са – тыпырлап күңел аса,

Са – са – са – дәртләндерәм: «их, ас – са!»

Са – са – са – бейей шулай башҡортса.

Ға-ға-ға әйҙә киттек урманға.

Шә-шә-шә урманда еләк бешә.

Ле-ле-ле ауыҙ итәйек әле.

Ге-ге-ге бигерәк тәмле еләге.

Слайд 8    Тиҙәйткестәрҙе дәрес башында бер нисә минут ҡабатлаған осорҙа балаларҙың телмәр күнекмәләре үҫә, балаларҙың һүҙлек запасын арттыра. Дәрестәрҙә ошондай тиҙәйткестәр ҡулланырға була һәм уларҙы төрлөсә үткәрергә мөмкин:

а) Тәрбиәсе тиҙәйткесте башлай, балалар бергәләп дауам итә.

б) Бер бала әйтә, ҡалған балалар хор менән ҡабатлай.

в) Бер үк тиҙәйткесте ҡысҡырып һәм түбән тауыш менән , төрлө интонация менән әйтергә: шатланып, ғәжәпләнеп, насар кәйеф менән. (Тәрбиәсе төрлө мимикалар төшөрөлгән һүрәттәр күрһәтә) 

   Слайд 9Тиҙәйткестәр

  • Ҡара ҡарға ҡарҙан бара, ҡанаттарын ҡаға- ҡаға.

Ҡара ҡарға төшкән ҡарға, ҡара түгел аҡ ҡарға

  • Әнисә, Әнисә, әйт әле, сәғәт нисә.

 Һүрәткә ҡарап тиҙәйткесте әйт. (Ҡарға, йылан, бал ҡорто, һыйыр һ.б. хайуан һүрәтен күрһәтеп)

Слайд 10 Мәҡәлдәр өҫтөндә эшләгәндә, беренсенән, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу аша баланың тормош тураһындағы аңын байытыу булһа, икенсенән, мәҡәлдәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу аша халыҡ теленең яҡшы үрнәктәрен үҙләштереү маҡсат итеп ҡуйыла.

Слайд11Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе өйрәнгәндә уларҙы һүрәттәрҙә күрһәтеү, йәнлектәр, ҡоштар, һандар һүрәттәрен ҡуйыу хәтерҙә ҡалдырыуға булышлыҡ итә.

-Алтын-бөртөкләп йыйыла.(һүрәт ҡуям)

-Әсә ҡуйыны тундан йылыраҡ.

-Атлы ир-дәртле ир.  Аты барҙың дуҫы бар.

Мәҡәл-әйтемдәр буйынса әңгәмәне төркөмдәрҙә уйын рәүешендә үткәрергә мөмкин. Тел дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең башын биреп аҙағын дауам итеү кеүек күнегеүҙәр эшләү бик отошло. Күрше хаҡы – (тәңре хаҡы).

Бесәй моронон ҡаплап ятһа – (көн һыуыта)

Һаулығың-байлығың.

Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух.Сәләмәт тәндә-сәләмәт аҡыл.

Байлыҡ башы-һаулыҡ. Хәрәкәттә-бәрәкәт.

Слайд 12  Йомаҡ – боронғо традицион жанр. Йомаҡтар баланың зирәклеген ,фекерен ,телмәрен үҫтерә.Йомаҡтар өҫтөндә төрлө юл менән эш итергә мөмкин.

а)Бала йомаҡтың яуабын үҙе эҙләп таба , һүрәттәр ярҙамында.

1. Ем ашағас, йырлай-йырлай

Инеп ята ояға.

Йомортҡаһын һалғас,

Һөрән һала донъяға.

2.Ҡараңғы өй эсендә

Нескә билдәр гөжләйҙәр,

Епһеҙ ҙә, энәһеҙ ҙә

Улар селтәр бәйләйҙәр.

Слайд 13 Һанашмаҡтар .

Һанашмаҡтарҙың оҙондары һәм ҡыҫҡалары була. Улар, ғәҙәттә, уйнаусылар һанына ҡарап әйтелә.Балалар өсөн һанашмаҡтар фольклорҙың бер күңелле жанры ғына түгел,ул баланың физик,психологик һәм аҡыл үҫешенә лә йоғонто яһай. Балалар һанашмаҡтарҙы әйткәндә фантазияһы үҫә,образлы фекерләү һәм телгә һөйөү уяна.Күңелле һанашмаҡтар уйынға тағы ла күңел өҫтәй,ә иң мөһиме баланың хәтерен,телмәр күнекмәләрен үҫтерә.Төрлө уйындар уйнағанда ошондай һанашмаҡтар ҡулланам:

1.Бер бабай юлға сыҡҡан,

Тәгәрмәсе ватылған. 

Тәгәрмәсен йүнәтергә

Нисә сөй кәрәк булған?

Йә, әйт, тиҙерәк! 

Бер, ике, өс,дүрт, биш –

Бар, һин сыҡ!

2.Ҡайында – ҡарға,

Имәндә – сыпсыҡ,

 Ерҙә – йылан,

Һауала – ҡош,

Мин – уйын башлаусы!

Слайд  14  +1   Бәләкәй шиғырҙар.

Телмәр үҫтереүҙә шиғырҙар уҡыу һәм ятлатыу мөһим роль уйнай. Тиҙ ятлау алымдары: хәрәкәт, ҡулдар, бармаҡтар ярҙамында, һүрәткә ҡарап, терәк предметтар менән. Хәрәкәт менән шиғыр ятлағанда бала арымай, һаулығы өсөн дә әһәмиәтле, ул бөтөн кәүҙәһе менән хәрәкәтләнә. Баланың ваҡ һәм дөйөм моторикаһы үҫә. Шиғри ритм менән эшләү балаға шиғырҙы тиҙ иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә.

Мин килдем, килдем, килдем,

Һәм ҡыҙыл еләк таптым,

Их, тәмле еләк тиеп

Ауыҙға алып ҡаптым.

Хәрәкәтле уйындар ял итеү өсөн генә түгел, һүҙ байлығын арттырыуға булышлыҡ итә.

Айыу килә алпан-толпан,

Ҡуян килә һикереп.

Төлкө килә әкрен баҫып,

Бүре килә үкереп- үүүү.

 Слайд 15

Мин үҙемдең белем биреү эшмәкәрлегемдә халыҡ ижады өлгөләренән түбәндәге шиғырҙарҙы алам:

а) - Бесәй ҡайҙа бараһың?

- Әбейҙәргә барамын.

- Унда һиңә ни тейә?

- Ике ҡалаҡ май тейә.

- Уны ҡайҙа ҡуярһың?

- Мейес аҫтына ҡуярмын.

- Бысранһа ни эшләрһең?

- Һыуға төшөп йыуармын.

- Төшөп китһәң ни эшләрһең?

- Талға йәбешеп сығармын.

- Талың ҡупһа ни эшләрһең?

- Аҡырып-баҡырып илармын.

б) – Ҡурай!

- Әү!

- Ҡайҙа үҫтең?

- Урманда.

Был шиғырҙарҙың диологик формала булыуы уның йөкмәткеһен тиҙ үҙләштерергә, хәтерҙәрендә ҡалдырырға ярҙам итә.

Слайд 16 Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа күрмә – образлы хәтер күберәк урын алып тора. Әгәр ҙә шиғырҙы һүрәтһеҙ шул көйө ятлаһаң, балалар ул шиғырҙы тиҙ арала оноталар. Ә балаларҙың хәтерендә иҫ киткес бер үҙенсәлек бар-улар күҙ менән күреп һүрәтте бик тиҙ арала “фотоға” төшөрөп алалар. Ятлаған шиғырҙы иң тәүҙә һүрәткә ҡарап бер нисә тапҡыр һөйләйһең, шунан һуң балалар үҙҙәре ҡабатлайҙар. Һүрәткә ҡарап, балалар бик тиҙ һөйләргә өйрәнәләр.Мәҫәлән: “Мышы”, шиғыры:

Мышы.

Ҡарағыҙ: мышы килгән,

Бесән ваҡытын белгән.

Ә башына берәү түгел,

Ике тырмаһын элгән.

Иртәгәһенә бала шиғырҙы онотһа, һүрәтте күрһәтеү менән ул уны иҫенә төшөрөп, бик тиҙ генә һөйләп бирәсәк.Был ысул хәтере, телмәре үҫешмәгән балалар өсөн дә бик үҙенсәлекле, ыңғай ысул булып тора.

Шулай уҡ, тел төҙәткестәр, шиғырҙар ятлағанда, бәләкәй хикәйәләр төҙөгәндә мнемотаблицалар (мнемосхемалар) ҡулланам. Бындай таблицалар хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңеләйтә.

Шулай итеп, “Халыҡ тыуҙырған һәм халыҡ башланғысына нигеҙләнгән тәрбиә-иң һәйбәте. Уға тиңе юҡ”.

Заман менән бер ҡатарҙан атлап, яңынан- яңы юлдар эҙләгәндә һәм тапҡанда, туҡтауһыҙ камиллашҡанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп була.

Слайд 17- Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Халыҡ ижады әҫәрҙәренән балаларға иң яҡыны һәм яратҡаны – әкиәттәр.Халыҡ әкиәттәре – һөйләү телен үҫтереүҙә бай материал булып иҫәпләнә. Хәрәкәттәрҙең, герой һүҙҙәренең билдәле бер тәртиптә ҡабатланып килеүе балаларҙы әҫәрҙәр менән танышыу процессын йәнле һәм ҡыҙыҡлы итеп алып барырға ярҙам итә. Мәҫәлән, «Тарталар, тарталар тартып сығара алмайҙар», «Баралар, баралар, ниһәйәт, барып етәләр» һәм башҡа ҡабатлауҙар балаларҙың телен шымарта, әкиәттең өҙөктәрен һөйләргә теләү теләге уята.

Әкиәттәрҙе ата- әсәләр йыйылышында, байрамдарҙа, иртәлектәрҙә сәхнәләштереү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

Шулай ит, ҡала шарттарында балалар телмәрен үҫтереүҙә, байытыуҙа ата- әсәләр ҙур роль уйнай.

Мәҡәлдәр өҫтөндә эшләгәндә, беренсенән, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу аша баланың тормош тураһындағы аңын байытыу булһа, икенсенән, мәҡәлдәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу аша халыҡ теленең яҡшы үрнәктәрен үҙләштереү маҡсат итеп ҡуйыла.

Мәҫәлән, «Кешене хурлама, үҙеңде ҙурлама» (маҡтанма), «Өс таған таймаҫ» (үҙ-ара ярҙам) һәм башҡалар.

Мәҡәл өҫтөндә эшләгәндә уның мәғәнәһен асыу һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр менән эш итеү бурысы ҡуйыла.

Мәҫәлән, «Сысҡанға – үлем, бесәйгә – көлкө» кеүек мәҡәлдәрҙә

«Ни өсөн сысҡанға – үлем?», «Ни өсөн бесәйгә – көлкө?» тигән һорауға яуап алыу аша төп фекер асыла. слайд

Мәҡәл-әйтемдәр буйынса әңгәмәне төркөмдәрҙә уйын рәүешендә үткәрергә мөмкин. Тел дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең башын биреп аҙағын дауам итеү кеүек күнегеүҙәр эшләү бик отошло. Күрше хаҡы – (тәңре хаҡы).

Бесәй моронон ҡаплап ятһа – (көн һыуыта)

Һаулығың-байлығың.

Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух.

Сәләмәт тәндә-сәләмәт аҡыл.

Байлыҡ башы-һаулыҡ.

Хәрәкәттә-бәрәкәт.

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе өйрәнгәндә уларҙы һүрәттәрҙә күрһәтеү, йәнлектәр, ҡоштар, һандар һүрәттәрен ҡуйыу хәтерҙә ҡалдырыуға булышлыҡ итә.

Алтын-бөртөкләп йыйыла.(һүрәт ҡуям)

Әсә ҡуйыны тундан йылыраҡ.

Атлы ир-дәртле ир.  Аты барҙың дуҫы бар.

Мәҡәлдәр ниндәй темаға бәйләнешле өйрәнеүгә ҡарап, уларға таянып, телдән хикәйә төҙөү, яҙма инша үткәреү өсөн дә файҙаланырға була.

Күп йөрөгән күп күрә. Белем - ҡош, аҡыл - ҡанат.

Ҙурлыҡ буй менән түгел, уй менән.

Баш һау булһа, бүрек табыла.

- Кто сможет перевести эти пословицы на русский язык?

Много прошедший много знает.

Знания – птица, ум – крылья.

Зрелость не в росте, а в уме.

Была бы голова здорова, а шапка найдется.

Ведущая:

Но пословицы – это не просто наша речь. Пословицы ловко, красиво построены, они часто даже складными бывают, как стихи. Существует очень много пословиц на разные темы. В пословицах выражен характер народа, его ум, наблюдение над жизнью. Прочитайте башкирские народные пословицы, переведенные на русский язык, и попытайтесь объяснить их значение:

  • Сказанное слово - выпущенная стрела
  • Понадеявшись на многое, не потеряй малого
  • Друг поддерживает дух
  • Ласковым словом камни сломаешь
  • Не надейся на силу, надейся на ум.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың донъяны танып-белеүенең төп төрө булып уйын һанала. Тимәк, беҙ балалар менән ниндәй уйындар уйнайбыҙ – был бик мөһим.

Ғаиләлә, балалар баҡсаһында баланың бармаҡтарының хәрәкәтсәнлеген үҫтереүгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк, бармаҡтарҙы аҡыллы эшкә йүнәлтеү беҙҙән тора. Был бармаҡ уйынын дөрөҫ тын алыу һәм сығарыу өсөн эшләтеү отошло.

Уйындарҙы башлар алдынан балаға уйындың ҡағиҙәһен төшөндөрөү мотлаҡ. Бәләкәстәр менән ошондай бармаҡ уйындарын ҡулланабыҙ:

  1. Баш бармаҡ башҡа сыҡҡан,

Имән бармаҡ ир булған,

Сығанаҡ бармаҡ сығып ҡасҡан,

Һуҡ бармаҡ өҙә һуҡҡан,

Сәтәкәй бармаҡ сәпәкәй иткән.

  1. Бутыр – бутыр бутҡа бешкән,

Эсенә ҡалаҡ төшкән.

Ҡалаҡты алайым тигәнсе

Биш бармағы бешкән.

(Бармаҡтар бешмәһен өсөн, һәр бармаҡҡа өрөп сығабыҙ).

Һәр эшмәкәрлектә бармаҡ уйындарын уйнатыу баланың тел үҫешенә ыңғай һөҙөмтә бирә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Использование малых фольклорных форм в разных видах деятельности с детьми раннего возраста

Представлены потешки для использования в режимных моментах....

Использование малых фольклорных форм в разных видах деятельности с детьми раннего возраста

Представлены потешки для использования в режимных моментах....

Использование малых фольклорных форм в театрализованной деятельности

Использование малых фольклорных форм в театрализованной деятельностиСодержание и форма потешек, прибауток, с очевидностью свидетельствуют о том, что самими создателями они предназначены детям, и прито...

Выступление на педагогическом совете: «Использование малых фольклорных форм в проектной деятельности по развитию связной речи дошкольников»

Одним из недостаточно изученных вопросов педагогики является фольклорное творчество, которое в прошлом нашего народа имело большое значение.Ссылка на проект по данной тематике:https://nsportal.ru/det...

«Использование малых фольклорных форм в раннем возрасте в образовательной деятельности»

laquo;Использование малых фольклорных форм в раннем возрасте в образовательной деятельности»...

«Использование малых фольклорных форм в раннем возрасте в образовательной деятельности»

мастер - класс «Использование малых фольклорных форм в раннем возрасте в образовательной деятельности»...